Эстәлеккә күсергә

Зат (грамматик категория)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Зат — грамматик категория.

  • Эш-хәрәкәт субъектының һөйләүсегә мөнәсәбәтен белдерә. Башҡорт телендә зат категорияһы үҙ аллы һүҙ төркөмдәренең күбеһенә һәм ҡайһы бер модаль һүҙҙәргә хас;
  • Зат алмаштары системаһында махсус һүҙҙәр менән бирелгән 3 грамматик формаһы (1‑се, 2‑се, 3‑сө заттар) бар. Зат белдереүсе саралар булып бер үк ваҡытта һанды белдергән һәм эйәлек категорияһы йәки хәбәрлек категорияһы күрһәткестәре менән берләшкән зат аффикстары (1‑се З. ‑ым/‑мын, ‑быҙ; 2‑се З. ‑ң/‑һың, ‑ғыҙ/‑һығыҙ; 3‑сө З. ‑ы) хеҙмәт итә. Парадигматик һәм функциональ мөнәсәбәттәре яғынан зат заман, йүнәлеш, модаллек, һөйкәлеш категориялары менән бәйле.
  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1
  • В.Ш. Псәнчин, Ю.В. Псәнчин. Әсә теле. 10-11 кластар өсөн дәреслек.Өфө-2009 й ISBN 5-295-02834-8