Эстәлеккә күсергә

Арғаяш һөйләше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арғаяш һөйләше
Илдәр

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Регионы
Классификация
Категория

Евразия телдәре

Алтай телдәре (бәхәсле)

Төрки тармаҡ
Ҡыпсаҡ төркөмө
Волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһе
Әлифба

кириллица

Арғаяш һөйләшебашҡорт теленең көнсығыш диалекты һөйләштәренең береһе.

Арғаяш һөйләше Силәбе өлкәһенең Арғаяш (үҙәк һәм көнсығыш өлөшө), Ҡоншаҡ (көньяҡ өлөшө) һәм уларға сиктәш райондар,Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы (көнсығыш өлөшө), Ҡурған өлкәһенең Сафакүл, Щучье һәм Әлмән райондары биләмәләрендә таралған. Был төбәктә башҡорттарҙың башлыса барын-табын, оло-ҡатай, бала-ҡатай, ҡара-ҡатай, өлөшләтә әйле ырыуы вәкилдәре һәм шулай уҡ Сафакүл районы мишәрҙәре ошо һөйләштә аралаша[1].

Өйрәнеү тарихы һәм классификация

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920—1930 йылдарҙа башҡорт һөйләү телен планлы өйрәнеү эштәре башлана. 1920 йылдар башында Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте тарафынан Башҡортостан АССР-ының Арғаяш кантонына ғилми командировка ойошторола, унда телсе 3. Ш. Шакировтың да ҡатнашыуы билдәле.

1930-сы—1950-се йылдарында башҡорт телендә өс территориаль диалект — фонетик билдә буйынса төркөмләнгән (классификацияланған) ([һ][ҫ], [ҫ], [һ], [ҙ], [с], [п][т]) көнсығыш (төньяҡ-көнсығыш, ҡыуаҡан, төньяҡ-көнбайыш (көнбайыш) һәм көньяҡ (туғай, юрматы), шулай уҡ ете һөйләш (һөйләш — наречие) раҫланған[2]. Өс диалектты бүлеп алыуҙы башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалған Н. К. Дмитриев хуплаған[3].

1954 йылда Т. Ғ. Байышев етәкселегендә Башҡорт АССР-ының төньяҡ-көнбайыш райондарына тағы бер экспедиция ойошторолған. Йомғаҡлау отчётында тикшеренеүселәр көнбайыш диалекты башҡорт теленең үҙенсәлеген һаҡлаған тигән һығымтаға килгән, ә «һүҙлек фонды һәм морфологияһы күрһәткестәренә ҡарап, унда берҙәм һәм дөйөм башҡорт теле өҫтөнлөк иткәне һәм үҙенә буйһондороп тороуы күҙгә ташлана». Ғалимдар өйрәнелгән төбәк мәктәптәрендә уҡытыуҙы башҡорт теленә күсерергә тәҡдим итһә лә[4], властар быны яуапһыҙ ҡалдырған. Һуңғараҡ экспедиция материалдары Т. Ғ. Байышевтың «Башҡорт диалекттарының әҙәби телгә мөнәсәбәте» монографияһында сағылған: автор башҡорт телен фонетик билдәләр буйынса 7 һөйләшкә (наречиеға) бүлгән[5][6].

1976 йылда Мәскәүҙә Н. Х. Мәҡсүтованың «Башҡорт теленең көнсығыш диалекты» (рус. «Восточный диалект башкирского языка») моногафияһы баҫылып сыға, бында арғаяш һөйләшенә лә ҡылыҡһырлама бирелә.

Һөйләш эсендә ялан-ҡатай һөйләшсәһе айырымлана[1].

Лингвистик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фонетик үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арғаяш һөйләшенә хас фонетик үҙенсәлектәр[7]:

  • [ҙ] өнө һүҙ һәм ижек аҙағында [ҫ] өнөнә күсә һәм был башҡа фонетик үҙгәрештәр барлыҡҡа килтерә: диал. бе[ҫ] — әҙ. бе[ҙ] (мы); диал. һе[ҫ] — әҙ. һе[ҙ] (вы); диал. бе[ҫ]тең — әҙ. бе[ҙ]ҙең (наш); диал. һе[ҫ]тең — әҙ. һе[ҙ]ҙең (ваш); диал. бе[ҫ]тә — әҙ. бе[ҙ]ҙә (у нас); диал. һе[ҫ]тә — әҙ. һе[ҙ]ҙә (у вас); диал. үҙебе[ҫ]тә — әҙ. үҙебе[ҙ]ҙә (у нас самих); диал. я[ҫ] — әҙ. я[ҙ] (весна); диал. кө[ҫ] — әҙ. кө[ҙ] (осень); диал. ҡы[ҫ] — әҙ. ҡы[ҙ] (девушка); диал. ҡы[ҫ]тар — әҙ. ҡы[ҙ]ҙар (девушки); диал. то[ҫ] — әҙ. то[ҙ] (соль); диал. то[ҫ]то — әҙ. то[ҙ]ло (солёный); диал. йондо[ҫ] — әҙ. йондо[ҙ] (звезда); диал. йондо[ҫ]тар — әҙ. йондо[ҙ]ҙар (звёзды); диал. ҡу[ҫ]ҡалаҡ — әҙ. ҡу[ҙ]ғалаҡ (щавель); диал. ҡы[ҫ]ҡылт — әҙ. ҡы[ҙ]ғылт (красноватый).
  • [ҫ] өнө һүҙ уртаһында интервокаль позицияла (ике һуҙынҡы араһында) [ҙ] өнөнә күсә: диал. а[ҙ]ыл — әҙ. а[ҫ]ыл (драгоценный); диал. ба[ҙ]ыу — әҙ. ба[ҫ]ыу (поле); диал. и[ҙ]ән-һау — әҙ. и[ҫ]ән-һау (живой-здоровый); диал. ке[ҙ]ә — әҙ. ке[ҫ]ә (карман); диал. ке[ҙ]әл — әҙ. ке[ҫ]әл (кисель); диал. э[ҙ]е — әҙ. э[ҫ]е (горячий); диал. я[ҙ]ы — әҙ. я[ҫ]ы (широкий); диал. ҡы[ҙ]ыу — әҙ. ҡы[ҫ]ыу (жать); диал. ҡы[ҙ]ылыу — әҙ. ҡы[ҫ]ылыу (вмешиваться).
  • [ҙ] өнө һүҙ уртаһында интервокаль позицияла (ике һуҙынҡы араһында) үҙгәрешһеҙ ҡала: диал. ҡы[ҙ]ыл — әҙ. ҡы[ҙ]ыл (красный); диал. ҡы[ҙ]ыҡ — әҙ. ҡы[ҙ]ыҡ (смешно); диал. ү[ҙ]ем — әҙ. ү[ҙ]ем (сам); ү[ҙ]емдең — әҙ. ү[ҙ]емдең (у самого).
  • алғы рәт [ә] өнө артҡы рәт [а] өнөнә тура килә: диал. с[а]с — әҙ. с[ә]с; диал. [а]сы — әҙ. [ә]се; диал. с[а]с[а]ҡ — әҙ. с[ә]с[ә]к; диал. с[а]ср[а]тыу — әҙ. с[ә]ср[ә]теү; диал. [а]рсыу — әҙ. [ә]рсеү. Шулай ҙа был күренеш регуляр күҙәтелмәй: диал. [ә]ҙ[ә]м — әҙ. [ә]ҙ[ә]м; диал. ҡеү[ә]т — әҙ. ҡеү[ә]т.
  • һүҙ һәм ижек башында [у] өнө [а]) өнөнә күсә: диал. [а]л — әҙ. [у]л; диал. ш[а]л — әҙ. ш[у]л; диал. ш[а]ңа — әҙ. ш[у]ға.
  • һүҙ башында һәм ижек башында й өнө ж өнөнә күсә [й] өнө [ж] өнөнә күсә, ә ҡайһы бер осраҡта [ш] өнөнә алмаштырыла: диал. [ж]имтек — әҙ. [й]емтек; диал. [ж]әймә — әҙ. [й]әймә; диал. [ш]ышыу — әҙ. [й]ышыу; диал. [ш]ышҡы — әҙ. [й]ышҡы.
  • һүҙ башында [т] өнө яңғырауланып [д] өнөнә күсә: диал. [д]уғай — әҙ. [т]уғай; диал. [д]ары — әҙ. [т]ары; диал. [д]үмәр — әҙ. [т]үмәр.
  • [өй] дифтонгыһы монофтонгка ([ө], [ү] өндәренә) әйләнә: диал. [ө]рә — әҙ. [өй]рә; диал. [ү]рәк — әҙ. [өй]рәк.
  • [о][у] өндәренең сиратлашыуы күҙәтелә: диал. һ[у]рау — әҙ. һ[о]рау; диал. т[у]рғайны — әҙ. т[о]рғайны; диал. [о]ңайһыҙланыу — әҙ.[у]ңайһыҙланыу; диал. һ[о]ң — әҙ. һ[у]ң; диал. ҙ[о]р — әҙ. ҙ[у]р; диал. ҡ[о]рмас — әҙ. ҡ[у]рмас; диал. һ[о]ҡ — әҙ. һ[у]ҡ; диал. с[о]ртан — әҙ. с[у]ртан.

Морфологик үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөйләштә яңғыҙлыҡ иҫемдәрҙә һәм ҡәрҙәшлек терминдарында төркөм күплеге -алар ҡушма ялғау элементы аша бирелә: диал. Сәғиталар — әҙ. Сәғиттәр, диал. Азаталар — әҙ. Азаттар, диал. еңгәңалар — әҙ. еңгәңдәр, диал. быуайымалар — әҙ. бабайымда[8].

Арғаяш һөйләшенә хас булған рәүештәр: тәйән — һәр ваҡыт, мыҡты — бөтөнләй, бағанаҡ — бая ғына, бер тырай — бер юлы, иртәнгелә — иртәнсәк, төшкөлә — төшөн, йаҙалата — яңылыш, һөйләштең үҙенә генә хас көсәйтеүсе һүҙҙәр: тыма ярҙы — бөтөнләй ярлы, төптө иҙерек кеше — бөтөнләй иҫерек кеше[8].

Ҡылымдың -ҡалы, -ҡаны формаһы күберәк эш-хәрәкәттең үтәлеү маҡсатын күрһәтә, шулай ук инфинитив хеҙмәтен дә башҡара: балыҡ баҡҡалы китте (балыҡ тоторға китте), алғалы мөмкин (алырға мөмкин), барғалы ҡушалар (барырға ҡушалар). Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлешенең күплек формаһы -ң ( -ың/-ең, оң/ -өң) ялғауы менән күрһәтелә: барың (барығыҙ), ҡайтың (ҡайтығыҙ), ашаң (ашағыҙ), уйнаң (уйнағыҙ). Йөкмәтеү йүнәлеше -ғыҙ/-геҙ, -ҡыҙ/-кеҙ ялғауы менән бирелеүсән: кейгеҙ (кейҙер), меңгеҙ (мендер), туйғыҙ (туйҙыр). Эйеү ярҙамсы ҡылымы ебәр ҡылымы урынына ҡулланыла: йырҙап эйеү — йырлап ебәрегеҙ.[8].

Бар, уҡы, кей ҡылымдарының киләсәк ваҡытта зат буйынса үҙгәреү миҫалы:

Зат Берлектә Күплектә Берлектә Күплектә Берлектә Күплектә
1-се зат бармаҫтым / барайамаҙым бармаҫтыҡ / барайамаҙыбыҫ уҡыйамаҙым уҡыйамаҙыбыҫ кеймәҙем / кеймәҫем кеймәҙебеҫ / кеймәҫебеҫ
2-се зат бармаҫтың / барайамаҙың бармаҫтығыҫ / барайамаҙығыҫ уҡыйамаҙың уҡыйамаҙығыҫ кеймәҙең / кеймәҫең кеймәҙегеҫ / кеймәҫегеҫ
3-сө зат бармаҙ /барайамаҙ бармаҫтар / барайамаҫтар уҡыйамаҙ уҡыйамаҫтар кеймәҙ / кеймәҫ кеймәҫтәр

Арғаяш һөйләшендә сәре, тәре, тиксем, түмән, ахыры бәйләүестәре ҡулланыла: күлгә сәре — күлгә тиклем, ағасҡа тәре — ағасҡа тиклем, бөгөндән түмән — бөгөндән алып. Раҫлау һәм башҡа модаль төшөнсәләрҙә ҡуй киҫәксәһе ҡулланыла әйттем ҡуй — әйттем дә баһа[8].

Лексик үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөйләштең лексикаһы бай һәм үҙенсәлекле, шулай уҡ йәнлек, ҡош-ҡорт исемдәре күп төрлө булыуы менән айырылып тора. Арғаяш һөйләшенең диалекталь лексикаһы башҡорт теленең башҡа һөйләштәре (күршеләге һалйот, әй, мейәс һөйләштәре) лексикаһы менән, нигеҙҙә, уртаҡ[9].

Һөйләш лексикаһынан миҫалдар:

Диалектизм Мәғәнәһе Диалектизм Мәғәнәһе
салҡыу баш ташлау (ат тураһында) ағымсылау / ахымсылау ваҡ һүҙлеләнеү, ваҡланыу
алғаҙау дәрт итеү асан сибек, көсһөҙ
атҡыс мәргән баҙыҡ оялсан
үлисә урам боған өйрәк төрө (башы ҡара, муйыны ҡыҙыл өйрәк)
бүкән ултырғыс йәблөк картуф / бәрәңге
әрекмән дегәнәк баҡырыу ҡысҡырыу
дегәнәк гөлйемеш ағасы һәңгүрсәк сәңгелдәк
шайҙау әҙерләү балапан имсәк имгән бала
балин әрем ныйрат булыу арыу

Көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттары һөйләштәрендә киң уртаҡ лексик ҡатлам билдәләнгән. Арғаяш һөйләшенең үҙенсәлеклеге уның специфик диалектизмдарын әҙәби телдә файҙаланыуына килтергән һәм улар дөйөм башҡорт һүҙҙәре булып киткән.

  1. 1,0 1,1 Шәкүров Р. З., 2012, с. 75
  2. Даянов К., Харисов А. И. Стилистика: учебник для 5 — 7 классов неполной средней и средней школы. — Уфа, 1939. — С. 60—66.
  3. Миржанова С. Ф., 2006, с. 12
  4. Научный отчёт диалектологической экспедиции 1954 года, 2008, с. 300
  5. Баишев Т. Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку/ под ред. Н. К. Дмитриева. — М., 1955. — С. 112. — 33 с.
  6. Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — М.-Л., 1955. — С. 348—350.
  7. Шәкүров Р. З., 2012, с. 75—76
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Шәкүров Р. З., 2012, с. 76-78
  9. Шәкүров Р. З., 2012, с. 78
  • Баишев Т. Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку/ под ред. Н. К. Дмитриева. — М., 1955. — 112 с. (рус.)
  • Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге. Төҙөүселәре: М. И. Дилмөхәмәтов, У. Ф. Нәҙерғолов, С. Ғ. Сабирйәнова, Ғ. Ғ. Гә­рәева. — Өфө: Китап, 2002. — 432 с. — ISBN 5-295-03104-7. (баш.)
  • Диалектологический атлас башкирского языка. Составители: Н. X. Максютова, С. Ф. Миржанова, У. Ф. Надергулов, М. И. Диль­мухаметов, С. Г. Сабирьянова, Г. Г. Гареева.— Уфа: Гилем, 2005. — 234 с. (рус.)
  • История башкирского литературного языка./ Э. Ф. Ишбердин, И. Г. Галяутдинов, Р. Х. Халикова. — Уфа: Башк. изд-во «Китап», 1993. — 320 с. — ISBN 5-295-02098-3. (баш.)
  • Ишбулатов Н. Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. — Өфө: Китап, 2000. — 212 с. — ISBN 5-295-02659-0. (баш.)
  • Максютова Н. Х. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. — Уфа: Китап, 1996. (рус.)
  • Максютова Н. Х. Восточный диалект башкирского языка. (В сравнительно-историческом освещении). — М., 1976. (рус.)
  • Миржанова С. Ф. Северо-западный диалект башкирского языка. — Уфа: Китап, 2006. — 296 с. — ISBN 5-295-03923-4. (рус.)
  • Хөсәйенова Л. М. Башҡорт диалектологияһы. — Стәрлетамаҡ, 2011. — 155 б.  (баш.)
  • Шәкүров Р. З. Башҡорт диалектологияһы. — Өфө: Китап, 2012. — 240 с. — ISBN 978-5-295-05479-2. (баш.)