Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова
180 px
Тыуған көнө:

16 март 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

Үзбәк ССР-ы, Карши ҡалаһы

Вафат булыу көнө:

14 сентябрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (71 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан, Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

лингвистика

Эшләгән урыны:

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Ғилми дәрәжәһе:

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме:

профессор

Награда һәм премиялары


Жәлил Кейекбаев исемендәге премия (2003)

Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова (16 март 1934 — 14 сентябрь 2005) — башҡорт телсе-ғалимы, филология фәндәре докторы (1992), профессор (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы 1934 йылдың 16 мартында Үзбәк ССР-ының Карши ҡалаһында тыуған.

1958 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы Көнсығыш телдәр институтын тамамлай.

1962—1967 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй.

1967—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһында эшләй.

1973—1993 йылдарҙа СССР фәндәр Академияһының Урал бүлексәһе Башҡортостан ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән хеҙмәткәр булып эшләй.

1995 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле кафедраһын етәкләй. «Белем» йәмғиәтенең башҡорт яҙыуы һәм әҙәбиәте тарихы, телмәр мәҙәниәте буйынса әүҙем лекторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987).
  • Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2003).

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән башҡорт яҙмаһы һәм әҙәби теле тарихы буйынса, милли мәктәптәр өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары:

  • Книга для внеклассного чтения учащихся 4 класса национальных школ РСФСР. — Л.:Просвещение, 1988. — 270 с. (авторҙаш)
  • Очерки истории башкирского литературного языка. — М., 1989.
  • Язык башкирских шежере и актовых документов XVIII—XIX вв./ Р. Х. Халикова ; Отв. ред. Э. Р. Тенишев; АН СССР, Урал. отд-ние, Башк. науч. центр, Ин-т истории, яз. и лит. — М.: Наука, 1990. — 198 с.
  • Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө: Китап, 1993. — 320 б. (авторҙаш)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғалим һәм яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев. Библиография. Өфө. БДУ, 2011. ISBN 978-5-9613-0167-0.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]