Һалйот һөйләше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Салйоғот һөйләше
Илдәр:

Рәсәй Рәсәй

Региондар:

Рәсәй Рәсәй

Классификация
Категория:

Евразия телдәре

Алтай телдәре (бәхәсле)

Төрки тармаҡ
Ҡыпсаҡ төркөмө
Волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһе
Имлә:

кириллица

Һалйот (салйоғот) һөйләшебашҡорт теленең көнсығыш диалекты һөйләштәренең береһе.

Таралыу ареалы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һалйот (салйоғот) һөйләше Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ (башлыса Һәнәр, Ҡараболаҡ, Тинис йылғалары һәм Маян күле буйҙарында) һәм Кәҫле райондары, Ҡурған өлкәһенең Шадринск һәм Шатров райондары (Иҫәт йылғаһының һул яҡ яр буйында) биләмәләрендә таралған. Был төбәктә башҡорттарҙың башлыса һалйот, терһәк, бәкәтин (мәкәтин), өлөшләтә һеңрән ырыуы вәкилдәре ошо һөйләштә аралаша[1][2].

Өйрәнеү тарихы һәм классификация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920—1930 йылдарҙа башҡорт һөйләү телен планлы өйрәнеү эштәре башлана. 1920 йылдар башында Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте тарафынан Башҡортостан АССР-ының Арғаяш кантонына ғилми командировка ойошторола, унда телсе 3. Ш. Шакировтың да ҡатнашыуы билдәле.

1930-сы—1950-се йылдарында башҡорт телендә өс территориаль диалект — фонетик билдә буйынса төркөмләнгән (классификацияланған) ([һ][ҫ], [ҫ], [һ], [ҙ], [с], [п][т]) көнсығыш (төньяҡ-көнсығыш, ҡыуаҡан, төньяҡ-көнбайыш (көнбайыш) һәм көньяҡ (туғай, юрматы), шулай уҡ ете һөйләш (һөйләш — наречие) раҫланған[3]. Өс диалектты бүлеп алыуҙы башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалған Н. К. Дмитриев хуплаған[4].

1954 йылда Т. Ғ. Байышев етәкселегендә Башҡорт АССР-ының төньяҡ-көнбайыш райондарына тағы бер экспедиция ойошторолған. Йомғаҡлау отчётында тикшеренеүселәр көнбайыш диалекты башҡорт теленең үҙенсәлеген һаҡлаған тигән һығымтаға килгән, ә «һүҙлек фонды һәм морфологияһы күрһәткестәренә ҡарап, унда берҙәм һәм дөйөм башҡорт теле өҫтөнлөк иткәне һәм үҙенә буйһондороп тороуы күҙгә ташлана». Ғалимдар өйрәнелгән төбәк мәктәптәрендә уҡытыуҙы башҡорт теленә күсерергә тәҡдим итһә лә[5], властар быны яуапһыҙ ҡалдырған. Һуңғараҡ экспедиция материалдары Т. Ғ. Байышевтың «Башҡорт диалекттарының әҙәби телгә мөнәсәбәте» монографияһында сағылған: автор башҡорт телен фонетик билдәләр буйынса 7 һөйләшкә (наречиеға) бүлгән[6][7].

1976 йылда Мәскәүҙә Н. Х. Мәҡсүтованың «Башҡорт теленең көнсығыш диалекты» (рус. «Восточный диалект башкирского языка») монографияһы баҫылып сыға.

Лингвистик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фонетика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөйләшкә хас фонетик үҙенсәлектәр[8][9]:

  • һүҙ уртаһында һәм һүҙ аҙағында [ҙ] һәм [ҫ] өндәре [һ] өнөнә күсә: диал. бе[һ] — әҙ. бе[ҙ] (мы); диал. бе[һ]тең — әҙ. бе[ҙ]ҙең (наш); диал. һе[һ] — әҙ. һе[ҙ] (вы); диал. то[һ] — әҙ. то[ҙ] (соль); диал. уты[һ] — әҙ. уты[ҙ] (тридцать); диал. һү[һ] — әҙ. һү[ҙ] (слово); диал. уры[һ] — әҙ. уры[ҫ] (русский); диал. о[һ]та — әҙ. о[ҫ]та (мастер); диал. ҡы[һ] — әҙ. ҡы[ҙ] (девушка); диал. ҡы[һ]тар — әҙ. ҡы[ҙ]ҙар (девушки); диал. Кә[һ]те — әҙ. Кә[ҫ]те (топоним); диал. я[һ]тыҡ — әҙ. я[ҫ]тыҡ (подушка); диал. ҡа[һ]ын — әҙ. ҡа[ҙ]ан (котёл); диал. кү[һ] — әҙ. кү[ҙ] (глаз); диал. йондо[һ] — әҙ. йондо[ҙ] (звезда); диал. йондо[һ]тар — әҙ. йондо[ҙ]ҙар (звёзды); диал. а[һ]ыу — әҙ. а[ҫ]ыу (вешать); диал. ҡу[һ]ҡалаҡ — әҙ. ҡу[ҙ]ғалаҡ (щавель); диал. барабы[һ] — әҙ. барабы[ҙ] (пойдём); диал. бараһығы[һ] — әҙ. бараһығы[ҙ] (пойдёте); диал. киләбе[һ] — әҙ. киләбе[ҙ] (придём); диал. киләгеһе[һ] — әҙ. киләһеге[ҙ] (придёте); диал. ҡы[һ]ыл — әҙ. ҡы[ҙ]ыл (красный); диал. бы[һ]ау — әҙ. бы[ҙ]ау (телёнок); диал. я[һ]ыу — әҙ. я[ҙ]ыу (писать); диал. я[һ]һын — әҙ. я[ҙ]һын (пусть напишет). Шул уҡ ваҡытта һирәкләп һүҙ уртаһында ике һуҙынҡы араһында [ҙ] өнө килгән осраҡтар бар: диал. һө[ҙ]өү — әҙ. һө[ҙ]өү (просеять); диал. ҡо[ҙ]ағый — әҙ. ҡо[ҙ]ағый (сваха); диал. ке[ҙ]ә — әҙ. ке[ҫ]ә (карман). Бынан башҡа [ҙ] өнө ялғау башында ҡулланыла: диал. тимер[ҙ]ек — әҙ. тимер[л]ек (кузница); диал. сей[ҙ]әй — әҙ. сей[л]әй (сырой); диал. ҡый[ҙ]аланыу — әҙ. ҡый[л]аныу (засорится); диал. бар[ҙ]ы — әҙ. бар[ҙ]ы (пошёл); диал. ҡар[ҙ]ар — әҙ. ҡар[ҙ]ар (снега).
  • айырым осраҡтарҙа [ш] һәм [х] өндәре [һ] өнөнә күсә: диал. а[һ]ау — әҙ. а[ш]ау (есть); диал. [Һ]ажиәхмәт — әҙ. [Х]ажиәхмәт (антропоним); диал. [һ]ужа — әҙ. [х]ужа (хозяин); диал. на[һ]аҡ — әҙ. на[х]аҡ.
  • [ҫ] өнө бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай, һирәк осраҡтарҙа һүҙ аҙағында [рҫ] ҡушылмаһы булған һүҙҙәрҙә күҙәтелә: диал. ти[рҫ] — әҙ. тиреҫ (перегной); диал. дө[рҫ] — әҙ. дөрөҫ (правда); диал. кө[рҫ] — әҙ. еп (ниточка).
  • артҡы рәт [а] өнө һуҙынҡыһы урынына алғы рәт [ә] өнө ҡулланыла: диал. хис[ә]п — әҙ. хис[а]п (счёт); диал. х[ә]тен — әҙ. ҡ[а]тын (женщина); диал. [ә]ғ[ә]ле-энеле — әҙ. [а]ғ[а]лы-энеле (братья).
  • айырым осраҡтарҙа [и] өнө [э] өнөнә күсә: диал. [э]шетеү — әҙ. [и]шетеү (слышать); диал. [э]реү — әҙ. [и]реү (таять).
  • [о][у] өндәренең сиратлашыуы күҙәтелә: диал. й[у]ҡтау — әҙ. й[о]ҡлау; диал. т[у]тыныу — әҙ. т[о]тоноу.
  • [а], [ы], [о], [ө], [ә], [е] һуҙынҡыларының сонор тартынҡы өндәр эргәһендә тулы редукцияһы күҙәтелә: диал. бал[]ҡ — әҙ. бал[ы]ҡ; диал. дөр[]ҫ — әҙ. дөр[ө]ҫ; диал. мор[]н — әҙ. мор[о]н; диал. тын[]с — әҙ. тын[ы]с; диал. ый[]ҡ — әҙ. ый[ы]ҡ; диал. бүр[]к — әҙ. бүр[е]к; диал. сол[]ҡ — әҙ. сол[о]ҡ; диал. үһ[] — әҙ. үҙ[е].
  • һөйләшкә [ay], [ыy], [эй] дифтонгылары хас: диал. [ыу]аҡ — әҙ. [в]аҡ; диал. [эй]ән — әҙ. [й]ән.

Морфологик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөйләштә йүнәлеш килештә, -ҡа/-кә аффиксы менән бергә, -ҡы/-ке аффикстары ла характерлы: диал. кис[ке] табай — әҙ. кис[кә] табан (к вечеру), диал. тыш[ҡы] сыҡты — әҙ. тыш[ҡа] сыҡты (вышел на улицу), диал. беһ[ке] килде — әҙ. беҙ[гә] килде (пришёл к нам)[10].

Һөйләштә -ҡай/-кәй иркәләү-кесерәйтеү ялғауы һүҙ яһауҙа әүҙем ҡатнаша: диал. сипе[кәй] — әҙ. себеш (цыплёнок), диал. кенде[кәй] — әҙ. кендек инәһе (повитуха), диал. ҡоло[ҡай] — әҙ. ҡолон (жеребёнок)[10].

Һөйләштә башлыса яңғыҙлыҡ исемдәргә ҡушыла торған / күплек аффиксы ҡулланыла: диал. Фәрит[ә] — әҙ. Фәрит[тәр]. Шулай уҡ -а + -лар/ -ә + -ләр күплек ялғауы ҡулланыла: диал. Ниғмәт[әләр] — әҙ. Ниғмәт[тәр]; диал. Сәғит[әләр] — әҙ. Сәғит[тәр]; диал. Заһит[алар] — әҙ. Заһит[тар]; диал. Сәғит[әләр] — әҙ. Сәғит[тәр][10].

Һөйләштә -йығың/-йегең (-айығың/-әйегең) тибында күмәк эшкә өндәү формаһы ҡулланыла: диал. ала[йығың] — әҙ. ала[йыҡ]; диал. бирә[йегең] — әҙ. бирә[йек]; диал. килә[йегең] — әҙ. килә[йек][10].

Көнсығыш диалекттың Арғаяш һөйләшендә кеүек, «сары/сәре» бәйләүесе урын һәм ваҡыт буйынса сикте белдерә: диал. күлгә сәре — әҙ. күлгә тиклем (до озера), диал. ауылға сары — әҙ. ауылға тиклем (до села)[11].

Лексик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөйләштең диалекталь лексикаһы көнсығыш диалекттың башҡа һөйләштәре лексикаһы менән, бигерәк тә арғаяш һөйләше менән уртаҡ, шулай ҙа үҙенә генә хас булған һыҙаттары ла бар[11].

Һөйләш лексикаһынан миҫалдар:

Диалектизм Мәғәнәһе Диалектизм Мәғәнәһе
күң һаҙ (болото) күндәк батҡаҡ (трясина)
ҡыйпыҡ йомшаҡ ҡар (мягкий снег) йереккән йер күп йыллыҡ сиҙәм (долголетняя целина)
ләшә һаҙлы урын (болотистая местность) керпек, туржаҡ (пороша)
дәрәндек (водоворот) дова (омут)
томгөл сауҡаулыҡ (чаща) манташа (наледь)
һыуһеңеш (слякоть) бүләтәй (овсюг)
асабалан балан (рябина) урыһ ҡымыһтыгы (свербига)
урыһ сасы (ковыль) аҡсейә (коршун)
һарытургай һабан турғайы (жаворонок) асалығорт, асалытараҡан (уховёртка)
беһәлек (овод коровий) йорсо (деверь)
ҡандаш һеңле, ҡарындаш, апай (родная сестра) ҡәртнәй әсәһенән өлкән ҡатын-ҡыҙ (табуретка)
бора (закваска для кислушки) онаш йоҡа ҡырҡылған һалма (тонко нарезанная лапша)
күкһыу (сыворотка) һалат буҙа әҙерләү өсөн бойҙай (пшеница для приготовления бузы)
бәйҙәмес (повязка под платок) инһәлек киң тегелгән билбау (широкий вышитый пояс)
дөл (бархат) көмөшйеп ҡалпаҡ позументтан ҡатын-ҡыҙҙар баш кейеме (женский головной убор из позумента)
мәрүәт (мелкая перламутровая пуговица) тамаҡтун төлкө тиреһенең муйын өлөшөнән яһалған тун
төйөһбүрк (шапка с оторочкой») һәптеркә (широкая однорядная оборка снизу)
йеңгә йауҙыгы еңгәй яулығы (платок подаренный невестой) күрнис (подарки невесте от матери (платье, передник, нагрудник, куски материи))
алас арба (телега) һуһыҡ (тарантас)

Һөйләштең лексикаһында 60 яҡын тамырҙаш урыҫ һәм монгол сығышлы һүҙҙәр бар. Диалект-ара тап килеүҙәр һөйләште көньяҡ диалекттың эйек-һаҡмар һәм урта һөйләштәре, төньяҡ-көнбайыш диалекттың танып, ҡариҙел һәм түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләштәре менән бәйләй[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Шәкүров Р. З., 2012, с. 82-84
  2. История башкирских родов, 2016, с. 202
  3. Даянов К., Харисов А. И. Стилистика: учебник для 5 — 7 классов неполной средней и средней школы — Уфа, 1939. — Б. 60—66.
  4. Миржанова С. Ф., 2006, с. 12
  5. Научный отчёт диалектологической экспедиции 1954 года, 2008, с. 300
  6. Баишев Т. Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку/ под ред. Н. К. Дмитриева — М., 1955. — Б. 112. — 33 б.
  7. Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки — М.-Л., 1955. — Б. 348—350.
  8. Шәкүров Р. З., 2012, с. 84—85
  9. История башкирских родов, 2016, с. 203—207
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Шәкүров Р. З., 2012, с. 85
  11. 11,0 11,1 Шәкүров Р. З., 2012, с. 86
  12. История башкирских родов, 2016, с. 211

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Баишев Т. Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку/ под ред. Н. К. Дмитриева — М., 1955. — 112 б. (рус.)
  • Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге. Төҙөүселәре: М. И. Дилмөхәмәтов, У. Ф. Нәҙерғолов, С. Ғ. Сабирйәнова, Ғ. Ғ. Гә­рәева — Өфө: Китап, 2002. — 432 б. — ISBN 5-295-03104-7. (баш.)
  • Диалектологический атлас башкирского языка. Составители: Н. X. Максютова, С. Ф. Миржанова, У. Ф. Надергулов, М. И. Диль­мухаметов, С. Г. Сабирьянова, Г. Г. Гареева.— Уфа: Гилем, 2005. — 234 с. (рус.)
  • История башкирских родов. Салъют, Терсяк, Сынрян, Бикатин, Сырзы, Шуран. Том 19 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов — Уфа: Китап, 2016. — 590 б. — ISBN 978-5-85051-605-5.
  • Ишбулатов Н. Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары — Өфө: Китап, 2000. — 212 б. — ISBN 5-295-02659-0. (баш.)
  • Максютова Н. Х. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении — Уфа: Китап, 1996. (рус.)
  • Максютова Н. Х. Восточный диалект башкирского языка. (В сравнительно-историческом освещении). — М., 1976. (рус.)
  • Хөсәйенова Л. М. Башҡорт диалектологияһы. — Стәрлетамаҡ, 2011. — 155 б. (баш.)
  • Шәкүров Р. З. Башҡорт диалектологияһы — Өфө: Китап, 2012. — 240 б. — ISBN 978-5-295-05479-2. (баш.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]