Усман Хөсни
Усман Хөсни | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Иҫке Һынны ауылы |
Вафат булыу көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: | |
Эшләгән урыны: |
К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты |
Уҡыу йорто: |
К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты |
Усман Хусни (ысын исеме — Хөснөтдинов Усман Хөснөтдин улы; 1895, Иҫке Һынны ауылы, Өфө губернаһы — 30 ноябрь 1948, Өфө) — совет тел белгесе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хөснөтдинов Усман Хөснөтдин улы 1895 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Илсенбәт ауылында (әлеге Башҡортостан Республикаһы Благовар районы Иҫке Һынны ауылы) тыуа.
1910—1913 йылдарҙа ул Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Боҙаяҙ ауылының (әлеге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) мәҙрәсәһендә шәкерт булып уҡый.
1921 йылдан алып Усман Хөсни Өфө педагогика техникумында уҡыта.
1934 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогика институтын тамамлай.
Киләһе йылдан алып 1948 йылға тиклем К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогика институтында уҡытыусы булып эшләй.
Хөсни Усман башҡорт теленең ғилеме мәсьәләләренә, башҡорт телен уҡытыу методикаһына бағышланған ғилми хеҙмәттәр, шул иҫәптән урта мәктәптәр менән юғары уҡыу йорттарында уҡытыу өсөн дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы кеүек билдәле.
Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тел терминдары. — Өфө, 1935. (авторҙ.)
- Башҡорт теле. Грамматика һәм дөрөҫ яҙыу. — Өфө, 1938. (авторҙ.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1895 йылда тыуғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- 30 ноябрҙә вафат булғандар
- 1948 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт теле белгестәре
- СССР тел белгестәре
- Рәсәй тел белгестәре
- Алфавит буйынса тел белгестәре