Башҡорт теленең фразеологияһы
Башҡорт теленең фразеологияһы — хәҙерге башҡорт теленең фразеологик составын тарихи үҫештә өйрәнеүсе тел белеме бүлеге.
Фразеология башҡорт фразеологизмдарының сығанаҡтарын тикшерә, уларҙы системаға һала, телмәрҙә ҡулланылыу законсалыҡтарын таба, уларҙың синтаксик һәм морфологик төҙөлөшөн өйрәнә, фразеологизмдар менән һүҙҙәр араһындағы бәйләнештәрҙе эҙләй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт теле фразеологияһын өйрәнеү буйынса тәүге тикшеренеүҙәр Башҡорт АССР-ында ХХ быуат уртаһында үткәрелә. Тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре С. Н. Моратовтың «Устойчивые словосочетания в тюркских языках» (1961), Х. Ғ. Йосоповтың «Фразеология башкирского языка» (1963), Ж. Ғ. Кейекбаевтың «Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы» (1966) тигән хеҙмәттәрендә сағылған. Был хеҙмәттәрҙә фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәүи һәм грамматик классификацияһы бирелә, улар түбәндәге төрҙәргә бүленә: ябай фразеологик бәйләнештәр, идиоматик әйтемдәр, мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр.
З. Ғ. Ураҡсин «Фразеология башкирского языка» (1975) тигән хеҙмәтендә фразеологизмдарҙың тасуирламаларын системаға һала, семантик, грамматик һәм синтагматик анализ яһай, парадигматик һәм трансформацияланыу үҙенсәлектәрен аса, этимологияһын билдәләй. Артабан фразеологизмдарҙы өйрәнеү менән ғалимдар М. Х. Әхтәмов[1], Ғ. Ғ. Ҡаһарманов, З. М. Райымғужина, Р. Х. Хәйруллина һәм башҡалар шөғөлләнә.
Башҡорт теленең фразеологизмдары З. Ғ. Ураҡсиндың, Ф. А. Нәҙершинаның, Йосоповтың «Башҡортса-русса фразеологик һүҙлек» (1973), З. Ғ. Ураҡсиндың «Русско-башкирский фразеологический словарь» (1989), «Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге» (1996; 2006) тигән һүҙлектәрендә тасуирлана һәм системаға һалына.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙҙәрен уратып алған донъяның билдәһеҙ яҡтарын башҡорттар аңлашылған предметтар, факттар һәм күренештәр аша ҡабул иткән. Лексикала күп мәғәнәлелек менән дә шуға оҡшаш хәл бара — һүҙҙең мәғәнәһе был мәғәнәне уға оҡшаш башҡа күренештәргә күсереү юлы менән киңәйтелә. Фразеологик берәмектәр — ул төҙөлөшө һәм мәғәнәһе яғынан ойошҡан, нығынған, телмәрҙә әҙер килеш ҡулланыла торған хис-тойғоло, образлы һүҙбәйләнештер. Фразеологик берәмек кәмендә ике һүҙҙән тора һәм ғәҙәттә бер төшөнсәне белдерә: төпһөҙ кәмәгә ултыртыу — алдау, ҡара бауыр — мәкерле, типһә тимер өҙөрҙәй — көслө.
Фразеологик берәмектәр уларҙың составындағы һүҙҙәрҙең мәғәнәләре буйынса өс төркөмгә бүленә:
1. Фразеологик берекмә – мәғәнәһе уны барлыҡҡа килтергән һүҙҙәр мәғәнәһе менән бәйләнмәгән хис-тойғо биҙәге хасил итә. Бындай фразеологик берәмектәрҙең тура мәғәнәле ише булмай. Мәҫ., сүптән сүмәлә яһау — арттырыу, шаштырыу; ауыҙын асһа, үпкәһе күренә — үтә фәҡир, алланың ҡашҡа тәкәһе — аҡыл һәм башҡа берәй сифат менән башҡаларҙан айырылып тороу.
2. Фразеологик берлек — тура мәғәнәле һүҙбәйләнештән барлыҡҡа килеп, хәҙер күсмә мәғәнәлә генә ҡулланыла торған фразеологик берәмек. Тура мәғәнәлә ул ирекле һүҙбәйләнеш булып ҡала, фразеологик берәмек булмай. Мәҫәлән, күккә күтәреү — маҡтау, бил бөгөү — ауыр эш башҡарыу, тишек кәмәгә ултыртыу — алдау, аяҡ һуҙыу — үлеү.
3. Фразеологик ҡушылма — составына ингән һүҙҙәрҙең береһе тура мәғәнәлә лә, күсмә мәғәнәлә лә ҡулланыла ала торған тотороҡло һүҙбәйләнеш. Мәҫ., йөрәкле — тура мәғәнәһе «йөрәге бар», күсмә «батыр». Был һүҙ арыҫлан йөрәкле, ҡуш йөрәкле тигән фразеологик берәмектәрҙә лә ҡулланыла. Йәнә һүҙ бутҡаһы, ярыҡ барабан, ҡанат аҫтына алыу, йөҙгә ҡара яғыу кеүек һүҙбәйләнештәр ошо төркөмгә инә.
Башҡорт телендә фразеологизмдар яһалыу башлыса рәүеш, төҫ, тәм, еҫ, холоҡ, хәрәкәтләнеү һ. б. оҡшашлығын метафорик сағыштырыу һөҙөмтәһендә бара. Яҙыу һәм һөйләү телендә фразеологик берәмектәр телмәрҙе байыта, ьиҙәй, фекерҙе образлы бирергә ярҙам итә.
Башҡорт телендәге фразеологизмдар килеп сығышы яғынан түбәндәге төркөмдәргә бүленә:
- Тел-ара фразеологик тиңдәштәр. Бындай фразеологизмдарҙың күбеһе рус теленән үҙләштерелгән, улар ике телдә лә ҡулай ҡулланылышлы булып тора. Русса: черт возьми – башҡ. ен (шайтан) алғыры «бик ныҡ йән көйөү, асыу килеү»; русса: черт знает что – башҡ. шайтан белһен – «нисек булғаны билдәһеҙ, берәй төрлө», аҡҡош йыры (лебединая песнь), беренсе ҡарлуғас (первая ласточка), һыуҙан ҡоро сығыу (выйти сухим из воды) һ. б.
Тел-ара тиңдәштәр араһында ғәҙәти булмаған варианттар ҙа осрай, әйтәйек, бер телдең фразеологик берәмегендә фольклор образы бар, икенсеһенекендә юҡ. Русса: днем с огнём не сыщешь — башҡ.: эт менән эҙләһәң дә таба алмаҫһың, йәғни «юғалған, һис табырлыҡ түгел». Башҡорт фразеологизмдарында, руссанан айырмалы, эт образы осрай. Русса: с горем пополам — башҡ.: эт бәләһе менән, йәғни «нисек етте шулай», русса: драть (лупить) как сидорову козу — бер ҡат тиреһен тунау, йәғни «кемделер аяуһыҙ туҡмау».
Ҡайһы бер фразеологик тиңдәштәр лексик йәһәттән йә образдары менән бер-береһенә тулыһынса тап килеп бөтмәй. Мәҫәлән, русса: заячья душа — башҡ. ҡуян йөрәк; русса: воробью по колено — башҡ. тауыҡ тубығынан, йәғни «бик һай» мәғәнәһендә. Был осраҡтарҙа фразеологизмдарҙың мәғәнәһе тап килһә лә, лексик яҡтан тулы тап килеү юҡ.
- Дөйөм төрки берлек осоронда барлыҡҡа килгән уртаҡ төрки фразеологик тиңдәштәр.
- Башҡорт фразеологизмдары. Улар башҡорт халҡының матди һәм рухи тормошо, уның тарихы, мәҙәниәте, психологияһы менән бәйләнгән һәм тик башҡорт телендә ҡулланыла.
Был фразеологизмдар араһында мифологияға, дини күҙаллауҙарға — айыу майы һөртөү; тарихҡа — Әндрәй ҡаҙнаһы; яҙыуға — ләм-мим өндәшмәү (ләм һәм мим — ғәрәп хәрефтәре); хайуандарҙың ҡылығына оҡшатыуға — эт менән бесәй кеүек, фольклорға бер бите ай, бер бите көн бәйлеләре бар.
Башҡорттарҙа йылҡы малы бик абруйлы һаналған, шунлыҡтан атты ҡатнаштырған фразеологизмдар йыш осрай: ат башынан алыу — «ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп ҡаршы алыу»; ат ҡолонлатып (йөрөү, һөйләү) — «эште бик оҙаҡ эшләү, бик яй ҡыланыу»; ат башындай — «бик ҙур»; атлы барып йәйәү ҡайтҡан — «тормошҡа ашмаған хыял».
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ураксин З. Г., Фразеология башкирского языка. изд. Наука, Москва, 1975.
Ураҡсин З. Ғ. Урыҫса-башҡортса фразеологик һүҙлек. 1989.
Ураҡсин З. Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. 1996, 2006.
Юсупов Х. Г. Фразеология башкирского языка. Под ред. Г.Г. Саитбатгалова. Уфа, 1963.
Йосопов Х. Ғ. Башҡортса-русса фразеологик һүҙлек. 1973.
Раемгужина З. М. Языковая картина мира в башкирской фразеологии. Уфа, 2002.
Хайруллина Р. Х. Фразеологическая картина мира: от мировидения к миропониманию. Уфа, 2000.