Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы
Тыуған көнө:

30 июль 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе[1], Кәлшәле ауылы

Вафат булыу көнө:

11 август 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (68 йәш)

Вафат булған урыны:

Мәскәү

Гражданлығы:

СССР

Ғилми өлкәһе:

тел ғилеме

Эшләгән урыны:

Институт языкознания РАН[d]

Ғилми дәрәжәһе:

филология фәндәре докторы (1966)

Ғилми исеме:

профессор (1967)

Уҡыу йорто:

Куйбышев педагогия институты

Награда һәм премиялары


«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы — 1945

Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы (19201988) — башҡорт теле белгесе, төркиәтсе. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың 30 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең[1] Кәлшәле ауылында тыуған. 1932 йылда башланғыс мәктәп тамамлай, артабан күрше ауылдарҙың береһендә урта мәктәптә уҡыуын дауам итә. 1935—1938 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһының сит ил телдәре бүлексәһендә уҡый. 1938—1942 йылдарҙа Баймаҡ районы Түбә урта мәктәбендә немец теле уҡытыусыһы булып эшләй.

19421945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була. Контузия алғандан һуң оҙаҡ дауалана. Һуғыштан һуң ике йыл эсендә ситтән тороп Куйбышев педагогия институтының сит ил телдәре факультетын тамамлай. Шул уҡ 1947 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының филология факультетына аспирантураға ҡабул ителә. Ул бында атаҡлы төркиәтсе профессор Н. К. Дмитриев етәкселегендә әҙерлек үтә һәм 1950 йылда «Типтәрҙәр теле» тигән темаға башҡорт диалектологтарынан тәүгеләр рәтендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм СССР Фәндәр академияһы Тел белеме институтының төрки телдәр секторына (һуңынан төрки һәм монгол телдәре бүлеге) ғилми хеҙмәткәр итеп эшкә саҡырыла. Шул ваҡыттан алып бөтөн ғүмере ошо институтта үтә. 1966 йылда филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 1967 йылдан профессор. 1970 йылда уға Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә.

1988 йылдың авгусында Мәскәүҙә вафат була.

«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (11.06.1945)[2].

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Система словообразования и спряжение глагола в тюркских языках. М., «Наука», 1958;
  2. Аналитические формы глагола в тюркских языках. М., «Наука», 1965;
  3. Соотношение деепричастных и личных форм глагола в тюркских языках. М., «Наука», 1977;
  4. Принципы составления тюркско-русских словарей. М., «Наука», 1972.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Туймазы районы.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Энциклопедия Башкирии: Юлдашев Ахнеф Ахметович