Эстәлеккә күсергә

Түбә мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Түбә мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1924
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Баймаҡ районы һәм Түбә
Рәсми сайт tubinsk.02edu.ru/sveden/…
Карта

Түбә мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының Түбә ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

1930 йылға тиклем Түбә ауылында дүрт класлы ике бер баҫҡыслы мәктәп эшләй. Беренсе мәктәп 1924 йылдан эшләй, унда рус балалары белем ала, ә икенсе башҡорт мәктәбе 1928 йылдан алып эшләй.

1934 йылда ике мәктәп тә 7 йыллыҡ (2 баҫҡыс) итеп үҙгәртелә. 1937 йылға тиклем балалар ҡулайлаштырылған бер нисә бинала шөғөлләнә. Беренсе башланғыс мәктәп (1-се баҫҡыс) әлеге мәсет урынында урынлаша, унда 4 класҡа тиклем рус һәм башҡорт, татар балалары уҡый. 2-се баҫҡыс мәктәптә 5, 6, 7 класс уҡыусылары 1935 йылда төҙөлгән бинала белем ала. Бында һуңынан 2-се башҡорт мәктәбе ҡарамағындағы интернат, шулай уҡ китапхана урынлаша.

30-се йылдар башында районда наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса кампания башланғас, ауыл мәктәптәре нигеҙендә уҡыу курстары асыла һәм уҡытыусылар 2—3 йыл эсендә бөтөнләй белемһеҙ өлкәндәрҙе уҡырға-яҙырға өйрәтә.

Башҡорттар, татарҙар яңыраҡ индерелгән латин графикаһына өйрәнә, ә уға тиклем ғәрәп яҙмаһын ҡулланған була. 1937 йылда 1-се мәктәп директоры Ғәтиәтуллин Хәким Сәләм улы етәкселегендә 2-се башҡорт мәктәбенең ике ҡатлы яңы ағас бинаһы, 1939 йылда 1-се рус урта мәктәбе файҙаланыуға тапшырыла. 1938/1939 уҡыу йылында мәктәптәр урта мәктәп итеп үҙгәртеп ҡорола.

Бында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлайҙар
  • Сырлыбаев Рим Әшрәф улы — хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1982—1988 йылдарҙа Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1988—1990 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 11-се һәм 12-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре (1997). Башҡортостандың, РСФСР һәм СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Баймаҡ районы һәм ҡалаһының почётлы гражданы (2011).
  • Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы — күренекле ғалим-төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор. 1938-42 йылдарҙа 1-се һәм 2-се урта мәктәптә немец теле уҡытыусыһы булып эшләй.
  • Ғафаров Булат Баҡый улы — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультеты деканы, профессор. Рус һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй
  • Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы министры, педагогия фәндәре кандидаты. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, кластан тыш эште ойоштороусы булып эшләгән.
  • Аҡкөбәкова Ямал Ғәли ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, «Хеҙмәт батырлығы һәм айырмаһы өсөн» 2 миҙалы менән бүләкләнгән. РСФСР Юғары Советы депутаты (50-се йылдар)
  • Бикбулатова Фәриҙә Ғариф ҡыҙы — Сибай педагогия училищеһы мөдире. БАССР һәм РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Почет билдәһе» ордены кавалеры. Оҙаҡ йылдар (1948—1964) мәктәптең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй.
  • Сибаева Ғәрифә Ишмөхәмәт ҡыҙы — «Ленин» ордены кавалеры, биология уҡытыусыһы
  • Хәйбуллина Гөлсөм Хәлил ҡыҙы — «Ленин» ордены кавалеры, башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Колесников Виталий Федорович-РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, 1-се урта мәктәп директоры
  • Колесникова Наталья Константиновна — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы
  • Исмәғилева Зоя Захаровна — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Арыҫланғәлина Мөнирә Ғәлетдин ҡыҙы — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, математика уҡытыусыһы[1]
  • Абдуллина Эльвира Рәхимйән ҡыҙы — уҡыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары
  • Ҡустыбаева Дилара Урал ҡыҙы — тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары
  • Әхмәтова Лилиә Рафиҡ ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Баҡыева Гөлйемеш Ғәли ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
  • Ғибәҙәтова Нәйлә Марат ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Исхаҡова Дилә Әҙеһәм ҡыҙы — туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы
  • Кисельникова Гөлнара Салауат ҡыҙы — математика, физика уҡытыусыһы
  • Моталлапов Илфат Рамаҙан улы — физик культура уҡытыусыһы
  • Мөхәмәтйәнова Гөлдәр Ишбулды ҡыҙы — биология, химия, география уҡытыусыһы
  • Хәлфин Миҙхәт Тәлғәт улы — тарих, йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы
  • Хәлфина Гөлдәр Рамазан ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Юламанова Гөлзифа Сабит ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Йомағолова Ләйсән Рафиҡ ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Мәҡсүтова Розалиә Рәшит ҡыҙы — балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
  • Тутаева Зифа Нуриман ҡыҙы — балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, музыка хеҙмәткәре

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]