Сырлыбаев Рим Әшрәф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сырлыбаев Рим Әшрәф улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 6 июнь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (81 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы
Һөнәр төрө партия эшмәкәре, дәүләт эшмәкәре
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Сырлыбаев Рим Әшрәф улы (6 июнь 1938 йыл) — хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1982—1988 йылдарҙа Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1988—1990 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 11-се һәм 12-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре (1997). Башҡортостандың, РСФСР һәм СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Баймаҡ районы һәм ҡалаһының почётлы гражданы (2011).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим Әшрәф улы Сырлыбаев 1938 йылдың 6 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Торф ауылында тыуа. Бер йылдан ғаилә Мерәҫ ауылына күсенә, ошо ауылда Рим Әшрәф улы башланғыс мәктәптә уҡый, артабан уҡыуын Баймаҡта дауам итә. Өлгөргәнлек аттестатын алғандан һуң, Стәрлетамаҡ педагогия институтына ингәнгә тиклем, бер аҙ «Навил» ауыл артелендә колхозсы булып эшләп ала. 1962 йылда йәш математик Түбә мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай, артабан ул Сосновка мәктәбендә — директор (1965—1968)[1], 3-сө һанлы Баймаҡ урта мәктәбендә — директор урынбаҫары (1968—1972), һуңынан ҡабаттан Түбә мәктәбендә уҡыта (1973 йылға тиклем)[2].

Ойоштороу һәләттәре һәм педагогик тәжрибәһе уға Баймаҡ партия район комитетында — пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире (1973—1980), Баймаҡ район башҡарма комитеты рәйесенең урынбаҫары булып эшләгәндә ныҡ ярҙам итә (1980—1988).

1988 йылда Рим Сырлыбаев район партия комитетының беренсе секретары итеп һайлана. 1990 йылда Өфөлә Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Комиссияһын (мәғариф, мәҙәниәт, милли һәм интернацтиональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса) етәкләй[2].

Ҡабаттан тыуған яҡтарына ҡайтҡандан һуң Сибай ҡалаһындағы «Башресурстар» акционерҙар йәмғиәтенең «Регион» предприятиеһы директоры эшләй (1991). 1996 йылдың апрель айынан алып Баймаҡ ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләй башлай. Төҙөлөш, газ үткәреү, йәшелләндереү һәм ҡала-районды төҙөкләндереү эштәре ҙур иғтибар талап итә. 2001 йылдан — Баймаҡ районы хакимиәтенең газ үткәреү буйынса бүлек мөдире, 2006 йылдан — «Баймаҡ — Күсермәле механизацияланған колонна» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең, 2009—2011 йылдарҙа — «Толпар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең белгесе[1].

2011 йылдың 1 июнендә Баймаҡ ҡалаһының һәм районының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн Баймаҡ ҡалаһының һәм Баймаҡ районының Почетлы гражданы исеменә лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре (1997);
  • Башҡортостандың, РСФСР һәм СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы;
  • Баймаҡ районы һәм ҡалаһының Почётлы гражданы (2011)[2];
  • БАССР-ҙың Юғары Советы (1981, 1988), Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайҙың почетлы грамоталары (2013)[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 [1]Сырлыбаев Рим Ашрафович
  2. 2,0 2,1 2,2 Сказание о земле Баймакской. Уфа, издателство «Слово», 1998

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сказание о земле Баймакской. Уфа, издательство «Слово», 1998.
  • [2]Сырлыбаев Рим Ашрафович.

Видеоматериалдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [3]80 летний юбилей отмечает Рим Ашрафович Сырлыбаев