Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе
Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе | |
Нигеҙләнгән |
1932 |
---|---|
Директор |
Сәфәрғәлин Заһит Замир улы |
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Баймаҡ районы, Баймаҡ ҡалаһы |
Сайт | |
Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе (рус. Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа № 3 г. Баймака муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Баймаҡ ҡалаһының 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе. Адресы: Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, Салават Юлаев проспекты, 29.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәктәп 1932 йылда Байҡара руднигының элекке контораһында 3-сө башланғыс мәктәп булараҡ асыла, 1950 йылдан алып ете йыллыҡ, 1962 й. — һигеҙ йыллыҡ, 1968 й. — 3-сө урта мәктәп. 1932—1950 йылдарҙа мәктәптә 4 башҡорт һәм 8 урыҫ класы була, дәрестәр 3 сменала уҙғарыла.
Беренсе уҡытыусылары: З. Е. Аблюзина, Н. П. Ананьева, В. И. Григорьев, М. П. Ересеева, В. М. Инербанова, З. И. Потешина, А. М. Хлесткина, мөдире — К. Ф. Порошина. Мәктәптә уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһе биреүгә ҙур иғтибар бүленә: Ленин исемендәге колхозда уңыш йыйыуҙа, «Урал» колхозы өсөн себештәр үҫтереү һ.б. эштәрҙә ҡатнашалар.
1990 йылдан алып «Ал елкәндәр» балалар ойошмаһы, 2009 й. — «Мәктәп — беҙҙең уртаҡ йортобоҙ», «Сәләмәтлегебеҙ — беҙҙең ҡулда», «Ер экологияһы — күңел экологияһы» йүнәлештәре буйынса эш алып барған пионер ойошмаһы эшләй.
Заманса мәктәп бинаһы 1968 йылда төҙөлгән. Мәктәптә музей, хеҙмәтләндереү һәм техник хеҙмәт оҫтаханалары, 2 спорт залы, мәктәп-ара уҡыу-етештереү комбинаты, мәктәп яны участкаһы, медицина пункты бар.
1998 йылдан мәктәптең иң яҡшы уҡыусыларын С. П. Продовиков (мәктәпте тамамлаусы) Санкт-Петербургҡа юлламалар менән бүләкләй.
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- К. Ф. Порошина (1932 йылдан)
- П. Д. Тихонова (1944 йылдан)
- М. Д. Шувалов (1947 йылдан)
- А. В. Феоктистов (1952 йылдан)
- В. Ф. Колесников (1968 йылдан)
- Т. А. Арыҫланғәлин (1983 йылдан)
- Р. Х. Сәйфиев(1987 йылдан)
- Б. М. Сәғитов (1994 йылдан)
- Р. Ф. Ильясов (1998 йылдан)
- Р. Р. Йортбәков (2001 йылдан)
- Заһит Замир улы Сәфәрғәлин
Уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сырлыбаев Рим Әшрәф улы — хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1982—1988 йылдарҙа Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1988—1990 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 11-се һәм 12-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре (1997). Башҡортостандың, РСФСР һәм СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Баймаҡ районы һәм ҡалаһының почётлы гражданы (2011).
- Ғазина Мәрйәм Фәхрәзи ҡыҙы (1938—2021), педагог. 1960—1997 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының 3-сө урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1981), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Сығышы менән Баймаҡ районының Ғәҙелша ауылынан.
- Иҫәнбаева (Әминева) Гөлсөм Зиннур ҡыҙы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынан. Ғәлиәкбәр мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында белем ала
- Ниғмәтуллина Лиза Урал ҡыҙы — башҡорт тeлe һәм әҙәбиәтe уҡытыусыһы
- Венера Ғәлимйән ҡыҙы Йортбәкова — башланғыс кластар уҡытыусыһы
- А. А. Әбубәкиров,
- Г. А. Әхмәтшина,
- З. Г. Кушнирук,
- Б. В. Семенов,
- З. А. Личидова — СССР мәғариф отличнигы
- И. А. Хөсәйенов, РСФСР мәғариф отличнигы
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличниктары
- М. Г. Арыҫланғәлина
- Ф. А. Әхмәтова
- С. М. Иҫәнғолова
- Н. К. Колесникова
- М. В. Могельницкая
- А. Г. Пустынникова
- Р. В. Хәзиева
- Р. М. Хәсәнова
- Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- С. А. Әмирханова
- Г. Б. Ғәлиуллина
- Т. Н. Сәйғәфарова
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәктәп бинаһында Чечняла хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған сығарылыш уҡыусыһы С. А. Гусневҡа арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Советтар Союзы Геройы З. А. Космодемьянская һәйкәле мәктәп ихатаһында урынлаштырылған.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл һайын 30-ҙан ашыу мәктәп уҡыусыһы район, республика һәм бөтә Рәсәй конкурстары һәм олимпиадалары лауреаттары һәм призерҙары була. 1983—2012 йылдарҙа мәктәпте 3,5 меңдән ашыу уҡыусы, шул иҫәптән 189 миҙалсы, тамамлаған.
Шулай уҡ уҡығыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймаҡ
- Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе
- Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы
- Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе
- Баймаҡ лицей-интернаты
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәктәп сайты[1]
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Аманат» журналы. 3 октябрь 2022 (Венера Ғәлимйән ҡыҙы Йортбәкова тураһында) Уҡытыусым!