Эстәлеккә күсергә

Юламанов Әхиәр Мозафар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юламанов Әхиәр Мозафар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 декабрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Түбә, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 1978
Вафат булған урыны Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, biology student, химик, биолог
Биләгән вазифаһы мәктәп директоры, етәксе[d] һәм мәғариф
Уҡыу йорто Темәс башҡорт педагогия училищеһы
педагогическое высшее учебное заведение[d]
Бохара
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Юламанов Әхиәр Мозафар улы (15 декабрь 1929 йыл — 1978 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Әхиәр Мозафар улы Юламанов 1929 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Түбә ҡасабаһы тау эшсеһе ғаиләһендә тыуған.

1946 йылда Түбә урта мәктәбен тамамлай һәм уҡытыусы булып эшләй башлай.

1947 йылда Учалы районы Мулдаш башланғыс мәктәбендә эшләй.Темәс педагогия училищеһеның 2-се курсына уҡырға алына.1959 йылда училищены тамамлағас, Учалы районы Иманғол ете йыллыҡ мәктәбе директорының уҡытыу буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1].

1952 йылда Бохара педагогия институтының химия-биология факультетына уҡырға инеп, уны 1956 йылда тамамлай һәм Баймаҡ районына ҡайта. Баймаҡ ҡалаһының 2-се урта мәктәбенә химия уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә.
1961 йылда мәктәп директорының хеҙмәткә өйрәтеү буйынса урынбаҫары итеп ҡуйыла. Был йылдарҙа ул үҙен ижади ҡарашлы педагог һәм етәксе итеп күрһәтә.

1966 йылда тыуған ауылы Түбә урта мәктәбе директоры итеп күсерелә. Талантлы педагог, уңған директор етәкселегендә мәктәптә уҡытыусылар менән методик эш алып барылыу, уҡытыуҙың кабинет системаһы индерелеү һөҙөмтәһендә тәүге уңыштар яулана. Уҡыусыларҙың өлгәше күтәрелә, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеге күҙгә күренеп арта[1].

1968 йылда Әхиәр Мозафар улы Юламановҡа Баймаҡ район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһы тапшырыла. Был әлкәлә районды мәғариф күрһәткестәре буйынса күтәрергә һәләтле булыуын иҫбатлай. Педагогик хеҙмәттең барлыҡ баҫҡыстарын үтеү уға бүлек мөдиренең бөткөһөҙ мәшәҡәттәрен уңышлы үтәп сығырға ярҙам итә.

Әхиәр Мозафар улы етәкселегендә мәғариф эштәре ныҡ алға китә, район уның төп күрһәткестәре буйынса алдынғылар сафына сыға, күсмә байраҡтар һәм башҡа бүләктәргә лайыҡ була[1].

Ул 1978 йылда вафат була, Баймаҡ ҡалаһында ерләнә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире үҙенең төп эше менән бер рәттән лектор, пропагандист вазифаларын үтәүгә лә ҙур иғтибар бирә, бер нисә тапҡыр ҡасаба, район Советтарына депутат итеп һайлана[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 206-сы б..
  • К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 206-сы б..