Сәғитов Абдрахман Бикмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғитов Абдрахман
Исеме

Сәғитов Абдрахман Бикмөхәмәт улы

Тыуған көнө

1 ғинуар 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Вафат булған көнө

1943({{padleft:1943|4|0}})

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

Мәғрифәтсе һәм уҡытыусы

Сәғитов Абдрахман Бикмөхәмәт улы (1 ғинуар 1898 йылоктябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған уҡытыусы, мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. Өлкән лейтенант. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1939).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдрахман Бикмөхәмәт улы Сәғитов 1898 йылдың 1 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Юлдаш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уға 11 йәш тигәндә — атаһы, бер аҙҙан әсәһе үлеп китә, ә ағаһы беренсе донъя һуғышында була. Етем малай Ырымбур яҡтарында хеҙмәтсе, ялсы булып йөрөй, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күреп үҫә.

1917 йылдың майында Абдрахман Сәғитов Ваҡытлы хөкүмәт армияһына алына, Октябрь революцияһынан һуң ҡорал тотоп Ырымбурға ҡайта, шул тирәләге аҡ казактарға ҡаршы һуғыша. 1918 йылдың майында йәш егет ағалы-энеле Кашириндар отрядына ҡушылып, атаман А. И. Дутовҡа ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша һәм данлыҡлы В. К. Блюхер рейдында ауыр юл үтә.

1922 йылда Абдрахман Сәғитов Ырымбур педагогия техникумына уҡырға инә. Йәше 24-тә булһа ла, ул 15-16 йәшлек үҫмерҙәр менән бер парта артына ултырып, тырышып уҡый. Уның тыныс тормошта белем алыуға һыуһауы фән нигеҙҙәрен еңел үҙләштерергә ярҙам итә.

1927 йылда А. Б. Сәғитов Йылайыр кантонына эшкә бара. Кантон халыҡ мәғарифы бүлеге йәш белгесте Темәс терәк мәктәбенә директор һәм уҡытыусы итеп билдәләй. Ул Темәс колхоз йәштәре мәктәбе, һуңынан тулы булмаған урта мәктәп директоры булараҡ, ҙур эштәр атҡара. Мәктәп методик үҙәккә әйләнә.

Темәс мәктәбе эргәһендә емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсаһы, малайҙар өсөн оҫтахана, ҡыҙ балалар өсөн тегеү-сигеү түңәрәге булдырыла. Мәктәп директоры ауыл кешеләре араһында наҙанлыҡты бөтөрөү, уларҙы яңы тормош төҙөүселәре итеп тәрбиәләү бу¬йынса күп яҡлы эш алып бара, колхозда бригадир, партия ойош¬маһы сәркәтибе вазифаларын башҡара.

Талантлы педагог, оҫта етәксе булып танылған А. Б.Сәғитов Түбә урта мәктәбе директоры, Баймаҡ район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы, бүлек мөдире булараҡ, Темәс, Түбә урта мәктәптәренең яңы биналарын төҙөтә, уларҙың уҡытыу-матди базаларын нығытыу буйынса эшлекле саралар күрә.

1939 йылда Абдрахман Бикмөхәмәт улы Сәғитовтың педагогик хеҙмәте юғары баһалана — ул Баймаҡ районы халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәренән беренсе булып Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Был бүләкте уға М. И. Калинин тапшыра.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул, фронтҡа ебәреүҙе һорап, ғариза яҙа. 1942 йылдың мартында ул армия сафына алына, Сәмәрҡәнд ҡалаһында Мәскәүҙән күсерелгән М. В. Фрунзе исемендәге академияның алты айлыҡ курсын тамамлағас, өлкән лейтенант фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алышҡа инә. Яугир Кавказ, Донбасс, Киев өсөн барған ауыр һуғыштарҙа ҡатнаша һәм 1943 йылдың октябрендә Мелитополь өсөн барған алышта батырҙарса һәләк була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1939)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.