Юлдаш (Фёдоровка районы)
Юлдаш | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Михайловка ауыл Советы (Фёдоровка районы) |
Халыҡ һаны |
382 кеше (2002)[1], 382 кеше (2009)[1], 391 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453288 |
Юлдаш, боронғо исеме Юлдаш-Бөрйән (рус. Юлдашево) — Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 391 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80254830003.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 391 | 186 | 205 | 47,6 | 52,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Фёдоровка): 50 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Михайловка): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 80 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йылға аръяғы (урамы) — (рус. Заречная (улица))
- Йәштәр (урамы) — (рус. Молодежная (улица))
- Үҙәк (урам) — (рус. Центральная (улица))
- Мәктәп (урамы) — (рус. Школьная (улица))
- Сәнәғәт (биләмә) — рус. Промышленная (территория) (улица))
- Сәнәғәт-1 (биләмә) — (рус. Промышленная-1 (территория) (улица))
- Сәнәғәт-2 (биләмә) — (рус. Промышленная-2 (территория) (улица))
- Юлдаш (биләмә) — (рус. Юлдашевская (территория)) (улица)[4]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлдаш ауылы тарихын дала бөрйәндәре (Хусаинов Г. Б. Шежере степного Бурзянского рода // Система жанров в башкирской литературе. Уфа, 1980.) шәжәрәһе буйынса тергеҙергә мөмкин. Шәжәрә атаһынан улына күскән, ул ырыу коллективы тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы яҙып алыуҙы дауам иткән.
Шәжәрәне Ғабдулла Ғәббәсов (1680—1764) башлаған, эшен уның улы Зәйнәғәбдин Ғабдуллин (1727—1807), ейәне Исҡужа Зәйнәғәбдинов (1757 йылда тыуған) дауам иткән, ул 90 йәшендә шәжәрәһен улы Мәһәҙиәгә тапшырған. Ваҡиғалар һүрәтләнеше XIX быуаттың уртаһына тиклем еткерелгән.
Һәр кем үҙе тураһында ҡыҫҡаса биографик мәғлүмәт биргән: ғаилә составы, ырыу тормошондағы ваҡиғалар. Шәжәрәгә нигеҙ һалыусы Ғабдулла Ғәббәсов — етем, 20 йәшендә ҡаҙаҡ далаларына китә, унда ун йыл дауамында балаларҙы уҡырға-яҙырға өйрәтә. Ҡаҙаҡ бейе (байы) Иҫәнбайҙың ҡыҙына өйләнә. Һуңынан Ирәндеккә, Ҡушкүл күле янындағы тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ирәндеккә тиклем уны ҡатынының ҡустылары оҙатып килгән. Ҡайныһы уға 10 ат башы, 5 һыйыр, 10 һарыҡ бүләк иткән.
Ирәндектә XVII быуатта тыныс булмай; йыш ҡына ырыу араһында ыҙғыштар була, барымта яһала (малды алып китеү маҡсатында сапҡындар). Күсмә халыҡтарҙың тарҡалыуы, ҡәбилә һәм ырыуҙарҙың күсеп йөрөүе көндәлек тормошҡа әйләнгән. Был 1723 йылда 114 дала бөрйәндәре ғаиләһен Ағиҙел йылғаһы (хәҙерге Мәләүез районы) буйындағы Көнгәк тауына барып сығырға мәжбүр иткән. Урыны тыныс. Ләкин йылҡы көтөү өсөн шарттар юҡ ине: бында урман менән ҡапланған ҡалҡыу һәм таулы урындар күп була.
Дала бөрйәндәре Торатау тауы районында мал үрсетеү өсөн көньяҡ-көнсығышҡа табан бер нисә урында кәрәкле ерҙәрҙе табалар, һәм 1766 йылда шунда күсеп киләләр. Әммә улар тағы ла уңышһыҙлыҡҡа тарыйҙар. Был биләмәлә мәғдән табыла, 13 йылдан һуң властар уларҙы ерҙәрҙән ҡыуып сығара. Ағиҙел йылғаһының һул ярына күсеп, Ашҡаҙар йылғаһының һул ҡушылдығы Төрөшлө йылғаһының үрге ағымына тиклем барып етә, 1780 йылда бөрйәндәр бында төпләнә. Ауылға Бөрйән Юлдашы (138 йорт хужалыҡ) исеме бирелгән. Әммә бында ла көтөүлектәр етмәй, тибенлеккә урындар ҙа аҙ була.
Былар барыһы ла яңы йәйләү райондарын эҙләргә мәжбүр итте. Асҡын (Йәлмәрҙәк) баҡыр иретеү заводы өсөн мәғдән ташыу менән шөғөлләнгән бөрйәндәр «малдың тибенлеге өсөн иң яҡшы урындарҙы» Һайылмыш йылғаһы буйында тапҡан. 1822—1823 йылдарҙа Тиләғәҙе, Һайылмыш йылғаларының һул ҡушылдығының һул ярына күсеп ултыралар. . Бында өс бөрйән ауылы барлыҡҡа килә — Үрге Юлдаш, Урта Юлдаш, Түбәнге Юлдаш.
Уларҙың тәүгеһе ете улусҡа ҡараған ерҙәрҙә, ә һуңғы икәүһе дәүләт ерендә була. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, өс ауылда 538 кеше йәшәгән. Уларҙың барыһы ла Бөрйән улусының Байһары түбәһенә ҡараған. XIX быуаттың тәүге яртыһында улар 9-сы башҡорт кантонының 31-се тирмәһенә ҡараған.
1828 йылда ошо ауылдар һәм уларҙың көтөүлектәре тирәләй урыҫ крәҫтиәндәре Сысҡан һәм Белгород торамалары барлыҡҡа килә. Көтөүлек араларының ҡыҫҡарыуы бөрйәндәрҙе күсеп йөрөүҙе туҡтатырға һәм яйлап игенселеккә күсергә мәжбүр иткән. Барыһына ла 1842 йылда ужым бойҙайы 2208 бот, яҙғы 56 бот бойҙай сәселгән.
Ауылдар — Ырымбур өйәҙенә, бөгөн ошо уҡ исемле өлкәгә ҡараған. Ауылдарҙағы кешеләрҙең бер өлөшө, яңы Юлдаш ауылын барлыҡҡа килтереп, йәшәү урынынан төньяҡ-көнсығышҡараҡ күсеп китә. Бөгөн ул — Федоровка районы биләмәһендә. Күптән түгел дала бөрйәндәре ырыуы шәжәрәһе ошонда табылған да инде.
Шәжәрә ғаилә формалары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирә. Шәжәрәнән күренеүенсә, дала Бөрйән ырыуы башҡорттарына ғаиләнең бәләкәй һәм ҡатмарлы (бүленмәгән) формалары билдәле булған. Бүленмәгәндәр башлыса атай (ата-әсәһе һәм өйләнгән улдары уларҙы айырым сығарғанға тиклем бергә йәшәгән) һәм туғандар (бергәләп өйләнгән ағай-ҡустылар йәшәгән) ғаилә формаһында сығыш яһаған. Бүленмәгәндәр башлыса ата-әсә (ата-әсәһе һәм кейәүҙәге улдары айырылышҡанға тиклем бергә йәшәгәндәр) һәм туғандаштар (кейәүҙәге ағай-энеләр бергә йәшәгәндәр) формаларында эш иткәндәр. Ғабдулла Габбасовөйләнгән ике улы Котлоюл (никахтан һуң 10 йыл үткәс айырым сыға) һәм Зәйнәғәбдин менән йәшәй. Шунан Зәйнәғәбдин Ғәбдуллов өйләнгән улы Исҡужа менән йәшәй, Улдарын никахтан һуң 2, 5, 10 15 йыл үткәс айыра. Шул уҡ ваҡытта уларға мал (5—10 ат башы, һәр береһе 5 һыйыр) һәм башҡа мөлкәт бүленә.
Никах башлыса эндогам булған — ҡатынлыҡҡа башҡорт ҡыҙҙарын алғандар. Нәҫелде башлап ебәреүсе Ғабдулла Ғәббәсовта ғына милли ҡатнаш никах теркәлгән.
Мәктәптәрҙә — мектеп, мәҙрәсәлә уҡыу тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе дала бөрйәнтәре шәжәрәһе бирә. Ул ваҡытта грамоталылыҡҡа, конфессиональ (дини) мәктәптәрҙә генә белем алырға мөмкин булған. Ғәбдулла Ғәббәсов — ҡаҙаҡ һәм башҡорт балаларын уҡытҡан белемле кеше. Улы Зәйнәғәбдин 10 йыл буйына III Үҫәргән мәхәлләһендә (Сурен йылғаһы үҙәне) данлыҡлы мулла Рәхим Шәфи менән белем ала, «ҡышын уның янында ҡала». 20 йәштән балаларҙы үҙе уҡытты. Уның улы Исҡужа атаһынан белем ала. Артабан Стәрлебаш мәҙрәсәһендә үҙенең белемен камиллаштыра, унда ул төркисә шәкерттәрҙе уҡыта. Күпмелер ваҡыттан һуң шунда уҡ ғәрәп теленән төрки теленә һәм кире тәржемә итеү буйынса хәлфә (уҡытыусы) итеп тәғәйенләнә. «Даһи хәлфә» исемен алған. Уның ике улы Заһит менән Сәғит «бер аҙ уҡыны», ҡалғандары — наҙан. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытыу хаҡында мәғлүмәт юҡ[5].
- Тағы ла уҡығыҙ[6]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәмит Ирғәлин (1.09.1950), башҡорт яҙыусыһы, драматург. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 24.01.2014 Юлдаштар һалған яҡты эҙ
- Һаҡмар 5.07.2019Баймаҡ халыҡ театрына кем нигеҙ һалған?
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Улицы
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 138—139 2022 йыл 20 март архивланған.
- ↑ ЮЛДАШ, Б ө р й ә н, Фёдоровка р‑нындағы ауыл
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |