Бей
Башҡа тел бүлегендә тулыраҡ мәҡәлә бар:
Бей
(рус.) |
Бей (бәк) — төрки телле халыҡтарҙа берләшмә йәки ҡәбилә башлығының йәмәғәт вазифаһы, хөкөм итеүсе мәғәнәһендә ҡулланылған. Башҡаларға ҡарата ғәҙел һәм тигеҙ ҡарашта булған кеше генә Бей исеменә лайыҡ була алған.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында ырыу башлыҡтары, бейҙәр булыуы тураһында башҡорт шәжәрәләрендәге исемдәр һөйләй. Тарихсылар буйынса ҡатын-ҡыҙ исемдәренең шәжәрәләргә индерелеүе башҡорт йәмғиәтендә булған боронғо матриархат ҡалдығы һаҡланыуын күрһәтә. Мәҫәлән, тамъян ырыуы шәжәрәһендәге Ҡыҙбәк һәм юрматы ырыуы шәжәрәһендәге Бейбикә ҡатын-ҡыҙ исемдәре бәк/бей титулы менән яһалған[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Кусимова Т. X., Бикколова С. Ә. Башҡорт исемдәре. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2005. — С. 219. — 224 с.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бей // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
![]() |
Был исемдәр һәм ономастика тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |