Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 декабрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Силәбе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы

Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы (1 декабрь 1950 йыл) — педагог, дәүләт хеҙмәткәре, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры (1998—2004). Рәсәй Федерацияһы Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (), педагогия фәндәре кандидаты (). Башҡортостан Йәмәғәт палата­һы ағзаһы (2015). СССР-ҙың мәғариф отличнигы () , Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре ().[1]


Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова 1950 йылдың 1 декабрендә Силәбе ҡалаһында уҡытыусылар ғәиләһендә тыуған.

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын 1972 йылда тамамлаған.

Хеҙмәт юлын Баймаҡ районың Түбә эшселәр ҡасабыһының 2-се һанлы мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Шул уҡ мәктәптә директор урынбаҫары булып эшләй. Артабан Баймаҡ районының Ҡолсара урта мәктәбендә һәм Сибай мәктәп-интернетында уҡыта.

1983 йылдан 1987 йылға тиклем КПСС-тың Башҡорт АССР-ы Сибай ҡала комитетында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары, сәйәси ағартыу кабинеты мөдире булып эшләй.

1987 йылда Өфө ҡалаһына күсенәләр. 1995 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы министрлығында инспектор, методист, әйҙәүсе белгес булып эшләй.

19951996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы министрлығының Дәүләт инспекцияһы етәксеһе вазифаһын биләй.

1996 йылдан Өфө ҡалаһы хакимиәтенең халыҡ мәғарифы идаралығы етәксеһе булып эшләй.

1998—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры.

20042019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағын­дағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыта, доцент.

2015 йылда Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп һайлана. Йәмәғәт контроле, экспертизаһы һәм йәмәғәт советтары менән үҙ-ара бәйләнеш буйынса комиссия етәксеһе, Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова 100-гә яҡын ғилми эш, уҡыу китаптары, монографиялар авторы. Бер нисә тапҡыр иң яҡшы ғилми китап нәшер итеүсе юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларның Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты. Конкурста еңеү яулаған ғилми китаптары:

  • «Модернизация школьного и начального профессионального образования на рубеже веков» (2006),
  • «Портфолио: введение в теорию и практику» (2007),
  • «Основы понимающей педагогики» (2008),
  • «Портфолио в системе начального образования» (2009),
  • «Образование в Республике Башкортостан на рубеже тысячелетий» (2014).

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР-ҙың мәғариф отличнигы () ,
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (),
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре ().
  • Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы
  • В. А. Сухомлинский исемендәге миҙал
  • М. Кәрим исемендәге миҙал
  1. «Яҡшы кеше тәрбиәләү өсөн берҙәм эшләү зарур».(недоступная ссылка) Рәүилә Ғатауллина. «Башҡортостан» гәзите. 30.10.2020