Әйүпова Руфина Рифат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әйүпова Руфина Рифат ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 17 март 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (25 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө спортсы

Әйүпова Руфина Рифат ҡыҙы (17 март 1999(19990317), Ишембай) — Рәсәй спортсыһы (рус һәм халыҡ-ара шашка). 2012 йылда халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы (Белоруссия). 2013 йылда халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионы (Польша). 2013 йылда халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатының көмөш призёры (Франция), халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй чемпионатының бронза призёры (шашка тиҙ) (18.11.2012, Суздаль[1]). мини-кадеттар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы (11-14 йәш) (2012 ғинуар, Слоним)[2][3]. Халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионы (13 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында) (Днепродзержинск, 2012)[4]. «Азия балалары» халыҡ-ара спорт уйындарының көмөш призёры (Якутск, 07-13.07.2012)[5][6]. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы[7]. Тренеры — Мильшин Владимир Иванович

Әйүпова Руфина Ишембай ҡалаһында А.Вәлиди исемендәге 2 -се Башҡорт Республика гимназияһында уҡый. Әле Башҡорт дәүләт медицина университетының 1 курсында белем ала. Дөйөм белем биреү учреждениеһы йыйылма командалары араһында гимназия йыйылмаһы составында «Чудо — шашки» Бөтә Рәсәй ярыштары финалының еңеүсеһе (Адлер, 28.05 — 07.06. 2010 й.). 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй чемпионы (Кострома, Рәсәй.) 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатының көмөш призёры (Польша, Дабка.) 19 йәшкә тиклем ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионаты призёры (Пинск, Беларусь). Уның һеңлеһе Регина — 2013 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй кубогына (блиц) бронза призёры.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Чемпионат России среди мужчин и женщин (личный с командным зачётом). Суздаль (Владимирская обл, Россия), 11-20.11.2012 (100)
  2. Чемпионат мира среди мини-кадетов и надежд по международным шашкам | СДЮСШОР № 17 по шашкам
  3. Руфина Аюпова — победительница первенства мира по международным шашкам среди мини-кадетов(недоступная ссылка)
  4. Шашки. Медали Первенства Европы по международным шашкам — Министерство по физической культуре, спорту и туризму Удмуртской Республики 2015 йыл 15 июнь архивланған.
  5. 16.07.2012 На Международных спортивных играх "Дети Азии" башкирские спортсмены завоевали 5 медалей | Ufa.fm. Дата обращения: 18 ноябрь 2012. Архивировано 15 июнь 2015 года. 2015 йыл 15 июнь архивланған.
  6. 5-е игры «Дети Азии». Якутск (Россия), 07-13.07.2012 (100)
  7. Архивированная копия. Дата обращения: 24 февраль 2013. Архивировано 16 октябрь 2013 года. 2013 йыл 16 октябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Руфина — чемпионка мира: юная спортсменка выиграла чемпионат мира по международным шашкам // Подметки +.- 2012.- 18 янв.- С.4.