Әйүпов Вадим Рәмил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әйүпов Вадим Рәмил улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 13 октябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1] (45 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө[1]
Һөнәр төрө фехтовальщик
Ауырлығы 74 Килограмм[1]
Спорт төрө Фехтование
Буйы 184 сантиметр[1]

Әйүпов Вадим Рәмил улы (13 октябрь 1974 йыл) — спортсы, тренер. 1995—2005 йылдарҙа фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 2006—2009 йылдарҙа рапира менән фехтование буйынса Рәсәй үҫмер спортсылар йыйылма командаһының өлкән тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вадим Рәмил улы Әйүпов 1974 йылдың 13 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

«Локомотив» балалар спорт йәмғиәте, 4-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Башҡортостан Республикаһының юғары спорт оҫталығы мәктәбе (беренсе тренеры — атаһы Рәмил Исмәғил улы Әйүпов) тәрбиәләнеүсеһе.

1997—2002 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһы (тренерҙары — М. П. Мидлер, Д. С. Шевченко) өсөн сығыш яһай.

Урал дәүләт физик культура академияһын тамамлаған (1999).

Лос-Анджелес ҡалаһында (АҠШ) спорт клубы тренеры.

Һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәхси зачетта:

Бөтә донъя йәйге Универсиаданың бронза призеры (1997; 2001);

Рәсәй чемпионы (2000);

Хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионатының көмөш призеры (1997) ,

Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (1999),

Донъя Кубогы этабының көмөш призеры (2003);

Ир-егеттәр араһында Рәсәй Кубогын яулаусы (1995).

Егеттәр араһында СССР чемпионы (1990).

Үҫмер спортсылар араһында Европа беренселегенең бронза призеры (1993).

Команда зачетында

Бөтә донъя йәйге Универсиадаһы чемпионы (1995),

Европа чемпиондары Кубогын яулаусы (1998),

Хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионы (1997);

Рәсәй чемпионы (1997, 1998, 2001, 2003),

«Ете милләт» халыҡ-ара турнир еңеүсеһе,

Донъя Кубогы этабы еңеүсеһе (1996).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]