Эстәлеккә күсергә

Тәдлис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Тәдлис (ғәр. تدليس‎; рус. Тадлис) — ислам фиҡһы һәм хәҙистәрҙе өйрәнеү ғилеме термины, "тауар сифатында етешһеҙлекте йәшереү " тигәнде аңлата[1].

Дөйөм ҡабул ителгән ҡарашҡа ярашлы, «тәдлис» термины тауарҙың етешһеҙлектәрен йәшереү мәғәнәһендә византия-грек dόλος һүҙе (лат. dolus) һүҙенән килеп сыҡҡан[1].

Урта быуат мосолман сығанаҡтарында хәбәр ителеүенсә, тәүге тапҡыр хәҙис тапшырыусыларҙың — мөхәддистәрҙең икенсе быуыны вәкилдәре тәдлис менән шөғөлләнә башлаған[2].

Ихтимал, тик тәдлистә ғәйепләү йәки шик аҫтына алыуға бағышланған иң тәүге коллекция Хөсәйен әл-Ҡарабисиҙың ҡайһы бер фрагменттары һуңғы эштәрендә һаҡланған Китаб әл-Мөҙәлисм (һижри 245 йәки 248 й.) тигән хеҙмәте булғандыр. Ибн ән-Нәдим "Фихрис"тә Али ибн әл-Мәҙиниҙең (ваф. 849) беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған ошондай уҡ хеҙмәте тураһында телгә алған. Артабанғы рижәл ғилеме буйынса бөтә китаптарҙың лексиконында термин йыш ҡулланыла[3].

  • Tadlīs / Dien, M.Y. Izzi and Juynboll, G.H.A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Tedlîs / B. Erul // TDV İslâm Ansiklopedisi : [тур.] : 44 c.. — İstanbul : TDV İslâm Araştırmaları Merkezi, 2011. — Т. 40. — С. 262—264.