Рижәл ғилеме
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғилем әл-рижәл, рижәл ғилеме (ғәр. عِلْمُ الرِّجال — «шәхестәр тураһында фән»; рус. Ильм ар-риджаль) — хәҙистәрҙең ышаныслы йәки лайыҡһыҙ икәнлеген асыҡлау өсөн хәҙис тапшырыусыларҙы, уларҙың биографияларын, сығышын, дини һәм сәйәси ҡараштарын, шәхси сифаттарын (ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк дәрәжәһен иҫәпкә алып) өйрәнеүсе шәриғәт дисциплиналарының береһе.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәт Пәйғәмбәр тере сағында хәҙистәрҙең һәм уларҙы тапшырыусыларҙың (рауи) хаҡлылығын асыҡлау кәрәкмәгән. Әммә уның вафатынан һуң, сәхәбәләр тере сағында уҡ мосолмандар араһында тарҡалыу башлана; Пәйғәмбәр исеменән уйлап сығарылған, ялған риүәйәттәрҙе үҙҙәренең инаныуҙарын яҡлау өсөн файҙаланған тәүге секталар һәм ағымдар барлыҡҡа килә. Тәүҙә иснәд һәм хәҙистәрҙе тапшырыусыларҙы тикшереү системаһыҙ характерҙа бара, әммә Һижрә буйынса II быуаттың беренсе яртыһында уҡ рижәл ғилеме айырым фәнни дисциплина итеп рәсмиләштерелә[1].
Рижәл ғилеме тбуйынса иң тәүге китаптар:
- әт-Тарих Ләйс ибн Сәғд (712—791).
- әт-Тарих Ғабдуллаһ ибн әл-Мөбәрәк (736—797).
Әҙ-Ҙәхәби шулай уҡ әл-Вәлид ибн Мөслимдең (195 йылда вафат) был фәнгә бағышланған китабы булғанлығын телгә алған[1].
- ↑ 1,0 1,1 Мухаммад ибн Матар аз-Захрани. Илм ар-риджал = عِلْمُ الرِّجال. — Дар аль-Худайри. — 354 с.(недоступная ссылка) Проверено Июнь 2018.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мостафа Әүлиә. И. К. А. Ховард. Хәҙистәрҙе өйрәнеү ғилеме. Мәскәү: «Исток», 2010.
- Ilm al-Rijal: Science of Men 2021 йыл 14 май архивланған.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |