Сукук

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сукук

Сукук (ғәр. صكوك‎, «Сакк» — юридик документ, акт, квитанция") — шәриғәт илдәрендә таралған финанс документы, ислам облигацияларының эквиваленты тип атарға була.

Шәриғәт риба (ростовщиклыҡ) менән шөғөлләнергә рөхсәт итмәй, билдәләнгән килем менән традицион облигацияларға юл ҡуйырға ярамай. Сукук табыш алыу маҡсаты ҡуйылған финансланған сараның килемен гарантияланмай, ул бары маҡсат ҡына булып тора.

Донъяла

2007 йылда донъяла сукук күләме АҠШ доллары менән 31 миллиардҡа етә[1].

Рәсәйҙә

Рәсәйҙә сукук сығарыу тураһында тәүге тапҡыр 2011 йылда һүҙ ҡуҙғатыла[2][3][4]. Әммә тәүге облигациялар Рәсәй Банкы ҡарары менән 2017 йылда — август аҙағында ғына барлыҡҡа килә. Татарстанда бындай облигациялар сығарыу тәжрибәһе шәриғәт эксперты тарафынан хуплау тапҡан. Сығарыу күләме 1 миллион һум тәшкил иткән. Облигациялар түләү срогы 62 көн булған һәм ябыҡ яҙылыу буйынса урынлаштырылған[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]