Эстәлеккә күсергә

Дәббәт әл-әрд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәббәт әл-әрд
ғәр. دابة الأرض
Тасуирлау биттәре quran.com/27:82
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Дәббәт әл-әрд (ғәр. دابة الأرض‎دابة الأرض‎"Да́ббат аль-ард — «ҡыймылдаусы ер хайуаны»[1]) — ислам эсхатологияһында ер аҫтынан йөк һәм һәм һыбайлы йөрөтә торған хайуан сығасаҡ. Ҡиәмәт көнөндә был хайуандың ер аҫтынан сығыуы Ҡиәмәт көнөнөң бер мөғжизәһе (ҡиәмәт). Ҡөрьәндә телгә алына.

Дәббәт әл-әрд тураһында Ән-Нәмл сүрәһенең 82-се аятында әйтелә:

« Улар насарлыҡтан тыйыу һәм яҡшылыҡҡа өндәү кеүек эште туҡтатҡас, Беҙ уларға ғазап ирештерербеҙ. Ерҙән ҡыймылдаусы бер хайуанды сығарырбыҙ. Ул улар менән һөйләшер. Әммә шулай ҙа кешеләр Беҙҙең аяттарыбыҙға шикһеҙ ышанманылар
»

[2].

Ул Көфөрлөк һәм исламды боҙоп күрһәтеү һәм онотоу ғәҙәти күренеш булғанда сығасаҡ. Бәлки, был йән эйәһе Мәккәлә сығыр һәм кешеләр менән һөйләшер[3].

Ислам риүәйәтендә әйтелгәнсә, Дәббәт әл-әрд менән бергә Муса таяғы һәм Сөләймән мөһөрө менән килеп сығасаҡ. Муса ғәләйһис сәләмдең таяғы менән ул салихтарҙың йөҙөнә мөһөр ҡуйыр. Мөһөр аҡ билдә рәүешендә күренер, һуңынан ул бөтә йөҙөнә таралыр. Шулай итеп, тәҡүәлеләрҙең йөҙҙәре аҡ булыр. Сөләймән мөһөрө менән был йән эйәһе кафырҙарҙың йөҙөнә бәрер, уларҙың йөҙөндәге ҡара тамға тотош йөҙөнә таралыр. Шунан Һуң Дәббәт әл-әрд уларҙың ҡайһыһы ожмахта, ҡайһыһы йәһәннәмдә буласағы тураһында кешеләргә хәбәр итәсәк . Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә әйтелеүенсә, Дәббәт әл-әрд өс тапҡыр сыға[3].

Ибн Жүрәйж хайуанды Ғабдуллаһ бин Зөбәйер былай тип тасуирлаған тип хәбәр итә: «Уның башы үгеҙҙең башына оҡшаған, уның күҙҙәре сусҡаның күҙенә оҡшаған, уның ҡолаҡтары филдең ҡолаҡтарына оҡшаған, уның мөгөҙҙәре боландың мөгөҙөнә оҡшаған, уның муйыны дөйәғош муйынына оҡшаған, уның күкрәге юлбарыҫ күкрәгенә оҡшаған, уның янбашы бесәйҙең янбашына оҡшаған, ҡойроғо һарыҡ ҡойроғона оҡшаған, уның аяҡтары дөйәнең аяҡтарына оҡшаған. Ике быуынының араһындағы алыҫлыҡ — ун ике терһәк. Ул Сөләймән балдағы һәм Муса таяғы менән сыға. Һәр динлегә Муса таяғы менән аҡ нөктә ҡуясаҡ…»[2].

  • Али-заде, А. А. Даббат аль-ард // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Manouchehri, Faramarz Haj and Abbas, Najam, «Dābbat al-Arḍ», in: Encyclopaedia Islamica, Editors-in-Chief: Wilferd Madelung and Farhad Daftary. Leiden:, Koninklijke Brill; 2014.