Фирҙәүси
Фирҙәүси фарс. فردوسی | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Тус, Иран |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Тус, Иран |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Йүнәлеше: |
шиғриәт, мистицизм, суфыйлыҡ, метафизика, этика |
Хәким Әбүл-Ҡасим Мансур Хәсән Фирҙәүси Туси (фарс. حکیم ابوالقاسم منصور حسن فردوسی توسی; 940 йылда Иранда Тус ҡалаһында тыуған — 1020 йыл тирәһе йәки 1026) — күренекле фарсы шағиры[1][2], «Шаһнамә» эпик поэмаһының авторы; «Йософ вә Зөләйха» поэмаһы ла уның әҫәре тип иҫәпләнә. Иранда, Тажикстанда һәм Афғанстанда бик киң таныла һәм милли шағир тип иҫәпләнә. Хәким («аҡыл эйәһе», «ғалим») ҡушаматын ул үҙенең киң һәм тәрән белеме өсөн яулаған. Фирҙәүси белемде бик юғары баһалаған: «аҡыллы һүҙгә юлдар эҙлә, белем табыр өсөн үт бар ғаләмде».
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]932 һәм 941 йылдар араһында Ирандағы Тус ҡалаһының янындағы Хөрәсән ауылында ер биләүсе крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ғаиләһенең ере аҙ булып, тапҡан ризығы тамаҡ аҫрарға көскә етеп торған, тип фаразлау хаҡ булыр. Һуғыштар осорона тура килгән был ваҡытта крәҫтиәндәр хәле бик мөшкөл була.[3].
Фирҙәүсиҙең бала һәм үҫмер йылдары тураһында мәғлүмәт бик һирәк. Ул яҡшы белем ала, Ирандың ул замандағы ике әҙәби телен дә — ғәрәп һәм фарсы телен — яҡшы белә; бәлки, Ирандың ислам осорона хәтлем ҡулланған әҙәби пәхләүи телен дә белгәндер.
Унынсы быуаттың уртаһында Иран бойондороҡһоҙлоҡ осорон кисерә — урындағы феодаль аристократия ғәрәп хакимлығын ҡолатып, илдең алыҫ тарафтарында власты үҙ ҡулына ала. Фирҙәүсиҙең йәшлеге тап ошо осорға тура килә.
Оҙаҡ йылдар буйы шағир хәҙерге Афғанстандағы Ғәзни ҡалаһында тороп, Төркиәнең солтаны Мәхмүт Ғәзнәүигә хеҙмәт итә; уға уҡ ул үҙенең «Шаһнамә» поэмаһын да бағышлай. Солтан поэманы оҡшатып еткермәй (ҡайһы бер сығанаҡтар поэмала шағир Иран шаһтарын данлағанлыҡтан, ти; башҡалары — батша улдары ғына законлы тәхет вариҫы була ала тигән фекер өсөн, тип фаразлай). Киң таралған риүәйәт буйынса, солтан Фирҙәүсигә поэма өсөн хаҡын түләмәйенсә, тәү килешеүҙәренән баш тарта. Шағир быға асыуланып, солтан тураһында сатирик шиғыр яҙа; был шиғырҙа ул солтан ҡол тоҡомонан сыға, тип мыҫҡыллай. Инде солтандың асыуы ҡабарып, Фирҙәүси илдән ҡасырға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә шағир ғүмерен ситтә хәйерселектә тамамлай.
1934-се йылда Фирҙәүсиҙең тыуыуына мең йыл тулғас, уның ҡәберендә кәшәнә ҡорола.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тажикстан Республикаһының милли китапханаһы Фирҙәүси хөрмәтенә аталған.
- Ирандың Мәшһәд ҡалаһындағы университет Фирҙәүси исемен йөрөтә.
- Тажикстандың баш ҡалаһы Дүшәмбеләге бер урамға Фирҙәүси исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ferdowsī — Britannica
- ↑ Kia, M. The Persian Empire: A Historical Encyclopedia, p. 23
- ↑ http://feb-web.ru/feb/litenc/encyclop/leb/leb-7531.htm
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стәрлетамаҡ Дәүләт Педагогик Академияһы. «Башҡорт әҙәбиәтенең көнсығыш тамырҙары.» Спецкурс әсбабы(недоступная ссылка)