Шаһнамә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Шаһнамә (фарс. شاهنامه — «Шаһтар китабы») — донъя әҙәбиәтенең иң мәшһүр ижад үрнәктәренән һанала. Ирандың бөйөк шағиры Әбелҡасим Фирҙәүси (930—1020) әҫәре.

Әҫәрҙә Ирандың иң боронғо тарихынан алып, VII быуат Ислам диненең фарсы ерҙәренә урынлашыуына тиклемге тарихи ваҡиғалар тасуирлана. Шаһтар китабы — бер автор яҙған иң оҙон поэма. Уның күләме «Илиада» һәм «Одиссея»ның икеһен ҡушҡан саҡта ла ике тапҡыр ҙурыраҡ[1].

Был әҫәрҙә Ирандан ҡала Һиндостан, Үҙәк Азия, Анатолия һәм Кавказда быуындан быуынға күскән ауыҙ-тел әҙәбиәтенең бик яҡшы өлгөләре сағыла.

Һүрәтләмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Шаһнамә» — ул проза һәм шиғыр менән яҙылған төрлө авторҙар яҙған йыйылмалар исеме. Уларҙың иң танылыу алғаны — 976—1011 йылдарҙа Фирҙәүси яҙғаны.

Фирҙәүси «Шаһнамә» әҫәрен солтан Мәхмүт Ғәзнәүи заманында, 1010 йылдың 8 март көнөндә тамалай[2] һәм уға бағышлау яҙа. Ҡалған йыйылмаларҙан бары фрагменттар ғына һаҡланғанлыҡтан, әҫәрҙе дөйөм Фирҙәүсигә бәйләйҙәр.

Фирҙәүси яҙған ваҡытта ул әҫәргә фарсы фольклорын күпләп йыя. Ул унда боронғо Иран мифтарын, зәрдөштөләрҙең Авесталарын, шулай уҡ ваҡытһыҙ вафат булған шағир Дакикиҙың йыйылмаһынан 100 бәйет самаһы материал индерә.

Төрки телгә тәржемәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтан тәҡдиме менән 1501—1510 йылдарҙа «Шаһнамә» поэмаһын фарсынан төрки телгә Шәриф Амиди тәржемә итә («Төрки Шаһнамә»). Тәржемәгә пролог һәм эпилог рәүешендә өҫтәп яҙған тексында 15—16 быуаттарҙағы мәмлүктәр Мысырҙың идарасылары, илдең мәҙәниәте, Ҡаһирә ҡалаһының топографияһы тураһында мәғлүмәттәр бирелә. «Төрки Шаһнамәнең» ҡулъяҙма нөсхәләре Санкт-Петербург, Дүшәмбе, Ҡаһирә, Лондон, Вена ҡалалары китапханаларында һаҡлана.[3]

Автор тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фирҙәүси (Әбүл — Ҡасим — Туси) сама менән 934—941 йылдарҙа тыуа. Вафаты — 1025 йыл. «Шаһнамә» китабын 34 йыл ижад итә. Авторҙың үҙенең ауыр яҙмышына зарланыуы сағыла.

Тарихи эпопея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шаһтар тарихын яҙырға дәртләндереүсе Сәмәниҙәр династияһы тарихы һүрәтләнә. Шулай уҡ уның тарҡалыуы, власҡа Ҡараханиҙар килеүе сағылдырыла. Эпопеяны төрки солтаны Мәхмүт Fәзнәүи Иран шаһтарын данлағаны өсөн баһалап етмәй. Фирҙәүсиҙең Мәхмүткә сатираһы ла бар. Үҙ ғүмерен ситтә, хәйерселектә тамамлауы тураһында бәйән итә.

Эпопеяның ҡатмарлы поэтик структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мифик, тарихи шәхестәрҙе лә индереп, 50 иран шаһының батшалыҡ итеүҙәрен хроника рәүешендә һүрәтләү.

Үткәндәрҙе идеаллаштырыу һәм халыҡтың героик тарихын һүрәтләү. Тыуған ил образы. Халыҡ батырҙары Рөстәм һәм Сиявуш; идеаль батшалар — Йәмшид, Ҡай — Хөсрәү һ.б. Фирҙәүсиҙең халыҡ ихтилалдарын объектив һүрәтләп үҙ заманы өсөн гражданлыҡ ҡыйыулығы күрһәтеүе. Идеаль йәмғиәт һәм ғәҙел батша хаҡында социаль утопия. Аҡыл, яҙмыштың ролен күрһәтеү.

Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ көрәшенең тарих тәгәрмәсен әйләндереүсе көс булыуын күрһәтеү. Мифик заттар менән кешеләрҙең, турандар менән ирандарҙың, зороастризм менән мосолманлыҡ араһындағы көрәш. Кеше күңелендәге икеләнеү, шикләнеүҙәрҙе күрһәтеү. Изгелектең еңеүенә ышаныс белдереү.

Фирҙәүси ижадында Алла һәм дин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Маңлайыңа яҙғанды күреү» мотивының Исфәндиәр, Рөстәм һ.б. персонаждарҙың яҙмышында сағылдырырыла. Эпопеяның үҙәк идеяһы булған кешелеклелек, гуманизм идеяһы тора.

«Шаһнамәлә» ҡатын-ҡыҙ образдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гөрҙәфәрид
  • Рудабә
  • Судабә һ. б.

Әҫәрҙә эпик һәм лирик жанр формаларының синтезлашыуы Диалог, монолог, батша телмәрҙәре; хроникаллек. Сюжет материалының төрлөлөгө: мифологик, тарихи, реаль тормоштан алынған материалдар. Өҫтәлмә эпизодтар, айырым новеллаларҙың сюжет — композициялағы роле.

«Шаһнамә»нең донъя әҙәбиәте тарихында тотҡан урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ телендә баҫылған китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фирдоуси. Шахнаме. Т. I. (От начала поэмы до сказания о Сохрабе). Пер. с фарси Ц. Б. Бану, коммент. А. А. Старикова. М., 1957.
  • Фирдоуси. Шахнаме. Т. II. (От сказания о Ростеме и Сохрабе, до сказания о Ростеме и хакане Чина). Пер. с фарси Ц. Б. Бану-Лахути, коммент. А. А. Старикова. М., 1960.
  • Фирдоуси. Шахнаме. Т. III. (От сказания о Ростеме и хакане Чина до царствования Лохраспа). Пер. с фарси Ц. Б. Бану-Лахути, коммент. А. Азера и Ц. Б. Бану-Лахути. М., 1965.
  • Фирдоуси. Шахнаме. Т. IV. (От царствования Лохраспа до царствования Искендера). Пер. с фарси Ц. Б. Бану-Лахути, коммент. В. Г. Луконина. М., 1969.
  • Фирдоуси. Шахнаме. Т. V. (От начала царствования Искендера до начала царствования Йездгерда, сына Бехрама Гура). Пер. с фарси Ц. Б. Бану-Лахути и В. Г. Берзнева, коммент. В. Г. Луконина. М., 1984.
  • Фирдоуси. Шахнаме. Т. VI. (От начала царствования Йездгерда, сына Бахрама Гура до конца книги). Пер. с фарси Ц. Б. Бану-Лахути и В. Г. Берзнева, коммент. Л. Лахути. М., 1989.
  • Фирдоуси А. Шах-наме. В 2 тт. М., 1964;
  • Фирдоуси А. Шах-наме. В 4 тт. М., 1957—1969;
  • Фирдоуси А. Шах-наме: критический текст. В 9 тт. М., 1960—1971.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Iran. British Institute of Persian Studies, 2006. Vol. 44. Page 321.
  2.  (инг.) Khaleghi-Motlagh, Djalal Ferdowsi, Abu'l Qāsem i. Life. Encyclopædia Iranica (26 ғинуар 2012). — «the poet refers... to the date of the Šāh-nāma’s completion as the day of Ard (i.e., 25th) of Esfand in the year 378 Š. (400 Lunar)/8 March 1010». Дата обращения: 27 май 2012.
  3. [ШӘРИФ АМИДИ http://jazucilar.narod.ru/amidi.htm(недоступная ссылка)]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]