Мәсүди

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәсүди
ғәр. المسعودي
Заты ир-ат[1]
Гражданлығы Black flag.svg Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө 896
Тыуған урыны Бағдад
Вафат булыу көнө 956[1] или сентябрь 956
Вафат булған урыны Ҡәһир
Һөнәр төрө географ, тарихсы, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө тарих

Абул Хәсән Али ибн әл-Хөсәйен әл-Масу́ди (ғәр. أبو الحسن ، علي بن الحسين المسعودي‎‎, яҡынса 896, Бағдад — сентябрь 956[2], Фустат, хәҙерге Ҡаһирә) — ғәрәп тарихсыһы, географы һәм сәйәхәтсеһе. Тарҡау тарихи һәм географик күҙәтеүҙәрҙе энциклопедик характерҙағы масштаблы хеҙмәткә берләштереүсе беренсе ғәрәп авторы булараҡ, «ғәрәп Геродоты» ҡушаматы ала. Ибн Хальдун уны бөтә тарихсыларҙың «имамы» (башлығы) тип атай.

Сәйәхәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әл-Масуди тормошо тураһында мәғлүмәт һаҡланмаған тиерлек. Уның үҙенең әҫәрҙәренән Әл-Масуди Бағдадта тыуған тип һығымта яһарға мөмкин. Сығышы менән Мөхәммәт пәйғәмбәр сәхәбәләре — Абдуллах ибн Масуд нәҫелдәре ырыуынан. Күп йылдар сәйәхәт иткәндән һуң, Дамаскта төпләнә, әммә ике йылдан һуң уҡ Фустатҡа күсә, унда «Күҙәтеү һәм күрһәтмәләр китабын» яҙа.

Әл-Масуди үҙенең сәйәхәттәре ваҡытында Ғәббәсиҙәр хәлифәтенең төрлө провинцияларында, Һиндостанда, Ҡафтауҙа, Каспий диңгеҙенә яҡын ятҡан төбәктәрҙә, Сүриәлә, Ғәрәбстанда һәм Мысырҙа була. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, әл-Масуди шулай уҡ Ҡытайға, Занзибарға, Шри-Ланка утрауҙарына һәм хатта Мадагаскарға барып сыҡҡан булыуы мөмкин. Әл-Масуди шулай уҡ үҙенең хеҙмәттәрендә Боронғо урыҫ дәүләтен һәм Хазар ҡағанатын телгә ала, һәм уның хеҙмәттәре был илдәрҙең тарихы буйынса мөһим тарихи сығанаҡ булып тора.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтарҙа әл-Масудиның егерменән кәм булмаған хеҙмәте телгә алына, шул иҫәптән ағыуҙар тураһында китабы. Уларҙың кәм тигәндә етәүһе тарих һәм география буйынса мәғлүмәттәргә ҡағылышлы. Уның 30 томлыҡ magnum opus — «Заман хәбәрҙәре» («Ахбар-әз-заман»), уға ҡушымта — «Урта китабы» («Китаб әл-аусат») кеүек үк, юғалған. "Заман хәбәрҙәре"нең хикмәтле Мурудж аззахаб ва ма’адин ал-джавахир («Алтын карьеры һәм аҫыл таштар сәсмәләре», иҫкергән тәржемә вариантында «Алтын туғай») исемле ҡыҫҡартылған яҙмаһы һаҡланған. «Муруж әз-зәхәб үә мәҙин әл-жәүһәр» («Алтын йыуыу һәм аҫыл таштар рудниктары») тигән әҫәрендә Ҡара диңгеҙ («Кейтас диңгеҙҙәре») буйы ярҙарында йәшәгән халыҡтар араһынан башҡорттарҙы («баджгард» исеме менән) телгә ала[3].

Үлер алдынан Әл-Масуди беҙҙең көндәргә килеп еткән икенсе әҫәрен — Китаб ат-танбих ва-л-ишраф ("Күҙәтеү һәм күрһәтмәләр китабы"н) тамамлаған, унда быға тиклем яҙылған мәғлүмәттәрҙе төҙәтә һәм асыҡлыҡ индерә.

«Алтын карьеры» 132 бүлектән тора.

  • Беренсе өлөшө донъяның яралыуынан һәм боронғо тарихтан башлана. Артабан Әл-Масуди Һиндостандың, Эллада һәм Римдең боронғо халыҡтарының йәмәғәт тормошо һәм ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында бәйән итә, бер ыңғайҙан Птолемей системаһы, климат тураһында, календарҙар һәм бөйөк ғибәҙәтханалар тураһында һөйләй. Сәйәси тормоштоң киҫкен боролоштары менән бер рәттән, социаль-иҡтисади һәм дин мәсьәләләре ҡарала, әйткәндәй, ислам дине генә түгел, ә индуизм, зороастризм, иудаизм һәм христианлыҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләр. 845 йылда аҡса түләп ҡотҡарылған әл-Джарми һүҙҙәренән, әл-Масуди Византия менән сиктәш славяндар дәүләте тураһында хәбәр итә. 912—913 йылдарҙа урыҫтарҙың Каспий диңгеҙенә походы тураһында хәбәр итеп, әл-Масуди реаль һөйрәмәне, Волганы Дон йәки Аҙау диңгеҙе менән бәйләгән уйҙырма ҡылымыҡ урынына ҡабул итә[4].
  • "Алтын карьеры"ның икенсе өлөшө ундай уҡ ҡыҙыҡһыныу уятмай. Унда Мөхәммәт һәм бөтә хәлифәләрҙең Ат-Табари һәм башҡа авторҙар буйынса билдәле биографияһы өҫтән-мөҫтән генә һөйләнә, өҫтәүенә, күп көләмәстәр ҡыҫтырып хикәйәләнә.

Әл-Масудиның ике әҫәре лә йыш ҡына антик авторҙарҙан алынған мөһим тарихи ентеклектәре менән, шулай уҡ фантастик легендалар һәм риүәйәттәрҙе «Мең дә бер кисә» әкиәтенә яҡын новелла рәүешендә һүрәтләүе менән айырылып тора, һәм бәлки, был компиляция сығанаҡтарының береһе булып торалыр. Башҡа урта быуат географтары кеүек, Әл-Масуди сауҙагәрҙәрҙән һәм сәйәхәтселәрҙән ишеткән алыҫ илдәр тураһындағы хикәйәләрҙе тәнҡитһеҙ ҡабатлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 data.bnf.fr: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  2. Крачковский И. Ю. Избранные сочинения — М., Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1957. — Т. 4. — Б. 171.
  3. Иванов В. А. Мәсүди // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Згурская М. П. Географические открытия (Путешествия ал-Масуди)

Тәржемәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әбү-л-Хәсән `әли ибн әл-Хөсәйен ибн `Аллаһ әл-мәсүҙи. Алтын карьеры һәм аҫыл таштар сәсмәләре [Ғәббәсиҙәр династияһы тарихы: 749—947 йылдар] / сост., пер. с араб., прим., комм. и указатели Д. В. Микульского. М: Наталис, 2002. 800. с. (Серия: Көнсығыш коллекция). ISBN 5-8062-0058-2

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]