Ғардизи
Ғардизи | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы | Ғәзнәүиҙәр дәүләте |
Тыуған көнө | XI быуат |
Тыуған урыны | Гардез[d], Афғанстан |
Вафат булған көнө | 1061[1] |
Һөнәр төрө | географ, тарихсы |
Эшмәкәрлек төрө | тарих, хронология[d], генеология һәм география |
Кемдә уҡыған | Әл-Бируни |
![]() |
Ғардизи (фарс. ابوسعید عبدالحی بن ضحاک بن محمود گردیزی), тулы исеме Әбү Са’ид Абд әл-Хай ибн аз-Заххак ибн Мәхмүт Ғардизи — фарсы тарихсыһы.
Уның тормошо тураһында бер нәмә лә билдәле түгел. Уның нисбәһе күрһәтеүенсә, сығышы менән Ғардиздан, Ғәзниҙән Һиндостанға бер көнлөк юл алыҫлығында. Уның Зайн әл-ахбар («Украшение известий») хеҙмәте Ғәзниүи Абд әр-Рәшит (1049—1053) осоронда яҙылған. Унда фарсы батшалары, Мөхәммәт һәм 1032 йылға тиклем хәлифтәр тарихы һәм Хорасандың ғәрәптәр баҫып алғандан алып 1041 йылға тиклем ентекле тарихы бар; шулай уҡ бында грек фәне (Дар ма’ариф-и румийан), йыл иҫәбе һәм төрлө халыҡтарҙың дини байрамдары тураһында трактаттар индерелгән. Йомғаҡлау бүлеге генеалогияға (Ансаб) һәм фәнгә (Ма’ариф) арналған; улар араһында ентекле, шулай уҡ Урта Азия географияһы өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә булған, төркиҙәр һәм Һиндостан тураһында бүлектәр бар. Ғардизи тарихи сығанаҡтарҙан өҙөмтә килтермәй; төркиҙәр тураһында бүлектә ул Ибн Хордадбехҡа, Джейхани һәм Ибн әл-Мукаффа'ға һылтана. Һиндостан байрамдары тураһында хәбәрҙәрҙе, Ғардизиҙың раҫлауы буйынса, ул Әл-Бируниҙан ишеткән, шуның һөҙөмтәһендә ул Бируниҙың уҡыусыһы тип һанала. Көнсығыштың тарихи традицияларына Ғардизи әҙ йоғонто яһай һәм цитаталар һирәк килтерелә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бартольд В. В. Гардизи // Бартольд В. В. Сочинения. — М.: Наука, 1973. — Т. VIII: Работы по источниковедению. — С. 589.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Труды Гардизи . — на сайте «Восточная литература». Дата обращения: 14 декабрь 2009. Архивировано 25 август 2011 года.
- Абу Сайид Абд ал-Хайа Гардизи // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
![]() |
Ғардизи Викимилектә |
---|
- ↑ Bibliothèque nationale de France Abū Saʿīd ʿAbd al-Ḥayy ibn Ḍaḥḥāk ibn Maḥmūd al- Ǧardīzī // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.