Эстәлеккә күсергә

Яҡут әл-Хәмәүи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яҡут әл-Хәмәүи
ғәр. ياقوت بن عبد الله الحَمَوي الرومي
Зат ир-ат[1][2]
Ҡушамат أبو عبد الله, شهاب الدين һәм أبو الدُّر
Тыуған көнө 1178[2]
Тыуған урыны Константинополь[d], Византия империяһы
Вафат булған көнө 20 август 1229
Вафат булған урыны Алеппо, Сүриә
Ерләнгән урыны кладбище аль-Хайзаран[d]
Һөнәр төрө сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, географ, яҙыусы, тарихсы
Эшмәкәрлек төрө тарих, филология һәм география
Кемдә уҡыған Ибн Йа’иш[d] һәм ʾAbū al-Baqāʾ al-ʿUkbariyy[d]
Социаль синыф вольноотпущенник[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]

Шиһабуддин Әбү Абдуллах Яҡут ибн Абдуллах әл-Хәмәүи (ғәр. ياقوت الحموي‎; 1178 һәм 1180 йылдар араһында, Кесе Азияла тыуған — 1229 йылда, Алеппола вафат булған) — мосолман ғалимы һәм яҙыусыһы, филолог, сәйәхәтсе, тарихсы һәм географ.

Сығышы буйынса — Кесе Азия грегы. Бала сағында әсирлеккә алынған һәм Бағдадта Сүриәнең Асҡар ибн-Ибраһим әл-Хәмәүи исемле сауҙагәренә һатылған. Ул Яҡут әл-Хәмәүиҙе ислам традицияларында тәрбиәләй, уҡыта һәм үҙенең приказчигы һәм сауҙа агенты итә. Яҡут әл-Хәмәүи сауҙа каруаны менән Мысырҙы, Сүриәне, Фәләстинды, Ғәрәбстанды, һәм Фарсы ҡултығының яр буйын һәм утрауҙарын урап сыға.

1199 йылда азатлыҡ ала һәм ошонан һуң үҙен китап эшенә арнай — китап күсереп яҙа, китап менән сауҙа итә. Башта Бағдадта төпләнә. 1213 йылда уның тағы сәйәхәттәре башлана, унда Яҡут сауҙа менән фәнни белемде берләштерә, күп кенә ҡалалар һәм илдәр менән таныша. Ул Тәбризгә, һуңынан Сүриәгә (Дамаск, Алеппо), унан һуң — Мосулға, ниһайәт, Хөрәсәндә Мервҡа бара. Бында ул ике йылға тороп ҡала, урындағы бай китапханаларҙа ныҡышмалы шөғөлләнә. Тап бында үҙенең төп эше өсөн материалдар йыя башлай. Хөрәсән һәм Хорезмда сәйәхәт һәм ғилми шөғөлө араһында Хәмәүигә көтөлмәгән хәүеф янай — Сыңғыҙхан. Һәм уға бөтәһен дә ташлап ҡасырға тура килә, тәүҙә Мосулға, ә һуңынан Алеппоға, ғалимдарҙың ҙур географик һүҙлектәре авторы, ғалим һәм ҡунаҡсыл вәзир Ибн-әл-Кифтигә. Хәмәүи уға 1222 йылда килә. Алеппола тыныс йәшәү, ике йыл эсендә ҙур эште — ҙур «Географик һүҙлек» төҙөүҙе тамамлау мөмкинлеге бирә, 1224 йылдың 13 мартында ул уны тамамлай. Һуңынан ул Мосул һәм Мысырға бара һәм, ниһайәт, 1228 йылда тағы Алеппоға кире ҡайта. Бында ул үҙенең географик әҫәрҙәре өҫтөндә эшләүен дауам итә. 1229 йылдың 20 авгусында вафат була.

Яҡут хариджит ҡараш яҡлы була, был уның традицияларға ҡарата бойондороҡһоҙ булыуында һәм фекерләүҙә үҙаллылығында сағыла. Шиғыйҙар менән бер нисә тапҡыр бәрелештәрҙән һуң 1216 йылда Яҡут Дамаск ҡалаһынан Урта Азияға ҡасып китергә мәжбүр була.

Яҡут әл-Хәмәүи ғилми материалдар йыйыу менән ғүмер буйы шөғөлләнә. Әҫәре өҫтөндә 1218 йылда Мервала эшләй башлай, ә Алеппола (Хәләб) тамамлай.

Яҡут — VII—XIII быуаттарҙың 1100 самаһы ғәрәп әҙәбиәтселәре һәм ғалимдарының тормошон һүрәтләүсе, тарихи-әҙәби антология жанры традицияларын дауам итеүсе биографик-энциклопедик «Әҙәбиәтселәр Һүҙлеге» авторы («Иршад әл-әриб илә Мәрифат әл-аҙип»). Уның персонаждары — нигеҙҙә сәнғәт мәҙәниәте вәкилдәре, филологтар, географтар һәм тарихсылар, яҡынса 10%-ы — дин эшмәкәрҙәре. Мәҡәләләрҙең яҡынса 30%-ы — Яҡут беренсе тапҡыр ғәрәп биографик яҙмаларында телгә алған ваҡиғалар һәм эшмәкәрҙәр тураһында. Автор бидғәт һәм еретиктарға, шулай уҡ X быуат эшмәкәрҙәренә айырыуса ҡыҙыҡһыныу күрһәтә.

Шулай уҡ монголдарға тиклемге осорҙоң ғәрәп географик белемдәрен дөйөмләштереүсе топонимик «Илдәр Һүҙлеге»н («әл Мудж-булдан», яҡынса 16 000 мәҡәлә) яҙа.

Башҡорттарҙы «баш кирд», «баш джирд» этнонимдары менән тасуирлаған. Яҡут әл-Хәмәүи буйынса башҡорттар Венгрияға күскәнгә тиклем Болғар илендә йәшәгән һәм ислам динен тотҡан[3].

Yaqut´s dictionary of learned men, v.1-20, Cairo 1938.

  1. Record #5728728 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Аҡбулатов И. М. Якут // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.