Эстәлеккә күсергә

Истахри

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Истахри
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Сәмәниҙәр дәүләте
Тыуған көнө 850
Тыуған урыны Истахр[d], Иран
Вафат булған көнө 957
Һөнәр төрө географ, картограф, сәйәхәтсе
Эшмәкәрлек төрө география[1] һәм Картография[1]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Istakhri
 Истахри Викимилектә
Әл-Истахри картаһы (IX быуат).

Әбү Исхаҡ Ибраһим ибн Мөхәммәт әл-Истахри (яҡынса 850—934) — ғәрәп географы[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығышы менән Истахр ҡалаһынан (Персеполь ҡалаһынан 5 км алыҫлыҡта). Иран буйлап сәйәхәт иткән, Урта, Көньяҡ һәм Көнбайыш Азияның бер нисә илдәрендә булған.

943 һәм 965 йылдар араһында ғәрәпсә география тураһында «Климаттар китабы» әҫәрен яҙа, әҫәр һүрәтләүҙәргә бай, әммә илдәрҙең географик урыны тураһында хата төшөнсә менән яҙылған.

Истахри — «Дәүләттәр юлдары китабы» («Китаб масалик әл-мамалик») исеме аҫтында хеҙмәт авторы. Был хеҙмәт ғәрәп һәм фарсы географтары хеҙмәттәренә йоғонто яһай. Башҡа урта быуаттар географтарының оҡшаш атамалар менән хеҙмәттәре билдәле, атап әйткәндә, Ибн Хордадбехтың («Юлдар һәм илдәр китабы»).

Истахри мосолман илдәре буйлап сәйәхәт итә, ә иленән төньяҡ-көнсығыш тураһында сит кешеләрҙең һүҙҙәренән сығып яҙа, шуға күрә дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр бирә.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Сувар әл-акалим» («Климаттар (йәки „өлкәләр“) һүрәттәре».
  • Илдәр (дәүләттәр) юлдары китабы[3]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • И. Ю. Крачковский Арабская географическая литература. В кн.: И. Ю. Крачковский, Избранные сочинения, т. IV, М. — Л., 1957, стр. 194—198.
  • Истахри // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
    • Издания и исследования об Истахри: «The oriental geography of Ebn-Haukal» (Л., 1880; перевёл Ousely с персидского перевода, ошибочно приписанного Ибн-Хаукалю).
  • Абу Исхак ал-Истахри // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. [ Истахри Абу Исхак аль-Фариси] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. ТЕКСТ ИЗ СОЧИНЕНИЯ АЛ-ИСТАРХИ «КНИГА ПУТЕЙ ГОСУДАРСТВ» 2009 йыл 13 декабрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]