Эстәлеккә күсергә

Иванов Владимир Александрович (археолог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иванов Владимир Александрович (археолог)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 апрель 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тарихсы
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Иванов Владимир Александрович (28 апрель 1950 йыл) — ғалим-тарихсы-археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006) Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010).

Владимир Александрович Иванов 1950 йылдың 28 апрелендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1972 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң  Иглин районы мәктәптәрендә, ә 1975 йылдан ― Куйбышев педагогия институтында уҡытыусы булып эшләй.

1976 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1990 йылда «Этнические процессы в Степной и Лесостепной полосе Южного Урала и Приуралья в VII—XIV вв. н. э.»[1] темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1991 йылдан уның әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, 1996 йылдан ― дөйөм тарих кафедраһы мөдире, 1998 йылдан ― Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих факультеты деканы һәм бер үк ваҡытта Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре лә.

2002 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында: 2009 йылға тиклем Ватан тарихы кафедраһы мөдире була.

Монографиялар һәм төрлө йыйынтыҡтарҙа һәм матбуғат баҫмаларында донъя күргән фәнни мәҡәләләр авторы.

  • У подножия Рифейских гор [Уфа, 1982]
  • Вооружение и военное дело финно-угров Приуралья в эпоху раннего железа (I тыс. до н. э. — первая половина I тыс. н. э.) [М., 1984]
  • Курганы кыпчакского времени на Южном Урале (XII—XIV вв.) [М., 1988] — в соавторстве с В. А. Кригером.
  • Откуда ты, мой предок? (взгляд археолога на древнюю историю Южного Урала) [СПб., 1994]
  • Огузы и печенеги в евразийских степях [Уфа, 2001, ISBN 5-7501-0233-5] — в соавторстве Г. Н. Гарустовичем.
  • Взаимодействие леса и степи Урало-Поволжья в, эпоху средневековья (по материалам костюма) [Пермь, 2006] — в соавторстве с Н. Б. Крыласовой.
  • Угры Предуралья в древности и средние века [Уфа, 2009, ISBN 978-5-87978-581-4] — в соавторстве с А. М. Белавиным и Н. Б. Крыласовой.
  1. Иванов В. А. Этнические процессы в Степной и Лесостепной полосе Южного Урала и Приуралья в VII—XIV вв. н. э. — Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 1990. — 45 с.