Шүрәхбил ибн Хәсән
Әбү Ғабдуллаһ Шүрәхбил ибн Хәсән | |
араб. شُرَحبيل بن حسَنة | |
Иорданияла Шүрәхбил ибн Хәсән төрбәһе | |
Сүриә, Иордания һәм Фәләстин идарасыһы (Йәзид ибн Әбү Суфыян менән берлектә) 639 — 639 | |
---|---|
Шәхси мәғлүмәт | |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: |
570—572 |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Милләте: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
Ғабдуллаһ ибн Мута ибн Әмр |
Әсәһе: |
Хәсәнә |
Бәрелештәр: |
Войны с вероотступниками |
Шүрәхбил ибн Хәсән Викимилектә |
Әбү Ғабдуллаһ Шүрәхбил ибн Хәсән (ғәр. شُرَحبيل بن حسَنة; рус. Шурахбил ибн Хасана; 572—570 — 639, Амвас) — ғәрәп ғәскәр башы. Исламға тәүге килеүселәрҙең береһе, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең яҡын көрәштәше (сәхәбә), Сүриә менән Фәләстинде яулағанда төп командирҙарҙың береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буласаҡ хәрби начальниктың бала сағы тураһында аҙ билдәле, шул иҫәптән тыуған ере лә билдәһеҙ[1]. Атаһы Ғабдуллаһ ибн Мута ибн Әмр тураһында ла мәғлүмәттәр юҡ тиерлек[2]
Шүрәхбил ибн Хәсән исламға тәүге килеүселәрҙең береһе була. Ул Мәккә мәжүсиҙәре яғынан эҙәрлекләүҙәргә дусар була, шуның өсөн, Ибн Исхаҡ һүҙҙәре буйынса, Эфиопияға күсергә мәжбүр була [3]. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Мәҙинәгә һижрәтенән һуң ул да ҡалаға килеп, туғаны Суфыяндың өйөндә урынлаша. Шүрәхбил грамотаны белә, Пәйғәмбәрҙең сәркәтибе була, үәхиҙәрҙе һәм төрлө килешеүҙәрҙең текстарын яҙып бара[4].
Ғазауаттарҙа әүҙем ҡатнашҡан. Үлер алдынан Мөхәммәт Пәйғәмбәр Шүрәхбилде Мысырға илсе итеп ебәрә. Пәйғәмбәр үлгәндән һуң Мәҙинәгә кире ҡайта алған[4]. Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң Шңрәхбил Хаҡ хәлифәт мосолмандарының һуғыштарында ҡатнашыуын дауам итә, Әмр ибн әл-Ғәс һәм Хәлит ибн әл-Вәлиттең ярҙамсыһы була. Йәмәмәлә мосолмандар еңгәндән һуң, хәлифә Әбү Бәкер (632—634 йылдарҙа идара итә) Византия Сүриәһе һәм Фәләстингә ғәрәп ғәскәрҙәрен һөжүмгә ебәрә[5].
Вафаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иорданияны баҫып алғанда Шүрәхбил ғәрәптәрҙең дүрт командирының береһе була. Әл-Балазури һәм әт-Табари һүҙҙәренсә, уның менән 7000 яугир булға. Фәләстинде яулап алғандан һуң Йәзид менән бергә төбәк идарасыһы вазифаһын ала, әммә шул уҡ йылда Амваста тағун (чума) эпидемияһы ваҡытында икеһе лә үлеп ҡала (уларҙан башҡа күп сәхәбәләр ҙә шул сирҙән вафат була)[6] . Уға 67 (Ибн әл-Ғәсир һүҙенсә) йәки 69 (әл-Балазури һүҙенсә) йәш була[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Perlman, 2020, p. 114
- ↑ 2,0 2,1 Bosworth, 1997, p. 508
- ↑ Perlman, 2020, p. 116
- ↑ 4,0 4,1 Efendioğlu, 2010
- ↑ Bosworth, 1997
- ↑ Большаков О. Г. Средневековый город Ближнего Востока: ВИИ-середина ХИИИ в. : социально-экономические отношения . — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1984. — С. 139, комм. 56. — 342 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акрам А. И.[en]. Рыцарь пустыни. Халид ибн ал-Валид. Крушение империй = The Sword of Allah: Khalid bin Al-Waleed: His Life and Campaigns : N. Y.: OUP : [пер. с англ.] / пер. с англ., предисл. Т. А. Шумовский. — СПб. : Диля, 2009. — 512 с. — (Мир Ислама). — ISBN 978-5-88503-833-1.
- Кеннеди Хью. Великие арабские завоевания = The Great Arab Conquests. How the Spread of Islam Changed the World We Live In. — L.: Weidenfeld & Nicolson, 2007. — 421 p. — М.: АСТ, Мидгард, 2009. — 497 с. — (Историческая библиотека). — 4000 экз. — ISBN 978-5-17-039643-6.
- Donner Fred M. The Early Islamic Conquests. — Princeton: Princeton University Press, 1981. — 512 p. — (Princeton Studies on the Near East, vol. 1017). — ISBN 0-691-63889-6. (инг.)
- Gil Moshe. A History of Palestine, 634–1099 = ארץ ישראל בתקופה המוסלמית הראשונה / Translated by Ethel Broido. — Second edition. — Cambr.: Cambridge University Press, 1993. — 996 p. — ISBN 978-0-521-59984-9. (инг.)
- Kaegi Walter E. Byzantium and the early Islamic conquests. — Ҡалып:Cambr.; N. Y.: Cambridge University Press, 1992. — xiii, 313 p. — ISBN 0-511-47061-4. (инг.)
- Perlman Yaara The Tribal Affiliations of Shuraḥbīl ibn Ḥasana (инг.) // Journal of Near Eastern Studies. — Chicago: University of Chicago Press, 2020. — Т. 79. — № 1. — С. 113—124. — ISSN 0022-2968. — DOI:10.1086/707614
- Shuraḥbīl b. Ḥaṣana / Bosworth C. Edmund // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Şürahbîl b. Hasene / Efendioğlu M. // TDV İslâm Ansiklopedisi : [тур.] : 44 c.. — İstanbul : TDV İslâm Araştırmaları Merkezi, 2010. — Т. 39. — С. 268.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |