Өммө Сәләмә бинт Әбү Һүмәйә
Өммө Сәләмә бинт Әбү Һүмәйә | |
ғәр. أم سلمة هند بنت أبي أمية | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 596[1] |
Тыуған урыны | Мәккә, Хижәз |
Вафат булған көнө | 681[1] |
Вафат булған урыны | Мәҙинә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге |
Ерләнгән урыны | Әл-Баҡый |
Атаһы | Абу Умайя Сухайля ибн аль-Мугира[d][2] |
Әсәһе | Atikah bint ʿAmir ibn Rabi'ah[d][3] |
Бер туғандары | Абдуллах ибн Абу Умайя[d], Зухайр ибн Абу Умайя[d], аль-Мухаджир ибн Абу Умайя[d], 'Амир ибн Абу Умайя[d], Курайба аль-Кубра бинт Абу Умайя[d] һәм Курайба ас-Сугра бинт Абу Умайя[d] |
Хәләл ефете | Абдуллах ибн Абду-ль-Асад[d][2] һәм Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)[2] |
Балалары | Zaynab bin Abi-Salama[d], Umar ibn Abi-Salama[d], Salama ibn Abi-Salama[d], Дурра бинт Абу Саляма[d], Zarah[d] һәм Q106830828? |
Һуғыш/алыш | Битва при Хайбаре[d] |
Өммө Сәләмә бинт Әбү Һүмәйә Викимилектә |
Өммө Сәләмә р. ғ. (Өммө Сәләмә бинт Әбү Үмәйә) (ғәр. أم سلمة هند بنت أبي أمية) - Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефете, мосолмандарҙың Инәһе, сәхәбә Хәлид ибн әл Вәлидтең һәм мөшриктәр башлығы Әбү Йәһил ибн Хишамдың ике туған һеңлеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с) һөттәш туғаны Ғәбд-әл- Әсәдтә тормошта була, уның менән бергә Хәбәшстанға (Эфиопия) һижрәт ҡыла. Һуңғараҡ Мәҙинәгә күсенәләр. Бәҙер һуғышында ире һәләк булып ҡалғас, Пөйғәмбәр с.ғ.с. уға өйләнә. Бик уҡымышлы булыуы менән айырылып тора, Хәлифәттең ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша.Уның һүҙҙәренән 378 хәҙис яҙып алынған. Ғәрәптәрҙә йыш ҡына кешенең үҙенә ҡушылған исеме онотолоп, йә ата-әсәһенә, йә балаһына бәйле ҡушамат тағыла. Өммө Сәләмә Инәбеҙҙең ысын исеме Һинд. Сәләмә исемле улы тыуғас, уның шул баланың әсәһе тип йөрөтә башлағандар.
Һинд Мәккәлә рисәләт инерҙән 15 йыл әүәл донъяға килгән. Исламды ул тәүгеләрҙән булып ҡабул иткән һәм шул арҡала бик күп ауырлыҡтар, ҡайғылар кисергән.
Ҡатын Мәккә ҡөрәйештәренең бик абруйлы мәхзүмит араһынан булып, ошо заттан һәр ерҙә һүҙе үткән Әбү Йәһел һәм Хәлид ибн Вәлид Исламға даими дошманлыҡ ҡылып торалар. Әбү Йәһел хатта бер сәхәбәнең әсәһе Сүмәййәне үлтерә, мосолмандар менән алыш-биреште туҡтаттыра, Мәҙинәгә күсенгәндә Пәйғәмбәребеҙҙе юҡ итергә тап ул өгөтләй һәм үлтереүселәрҙе лә үҙе туплай.
Уның Әбү Йәһел ағаһы мосолмандар менән һуғышта үлеп ҡала, Хәлид иһә башҡаса Пәйғәмбәребеҙгә ҡаршы сыҡмай, сөнки ғәрәптәрҙә кейәү-еҙнә яғы менән низағлашып йәшәү ғәйеп һанала. Шулай итеп, Өммө Сәләмә Инәбеҙ арҡаһында Мәккә мөшриктәренең йоғонтоло бер заты дошман булыуҙан туҡтай.
Ул Аллаһ Илсеһенең ҡатындары араһында иң оҙон ғүмерлеһе, 84 йәшендә иң һуңғыһы булып баҡый донъяға күскән.Әл-Баҡый зыяратында ерләнгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиева М. Ғ., Үтәбай-Кәрими Р. Мөхәммәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Тәсһилүл бәйән фи тәфсирил Ҡөрьән// Ҡөрьән тәфсиренең еңеләйтелгән аңлатмаһы. 4 томда. — Ҡазан: 2004
- Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ//Башҡортостан ҡыҙы. — 2008, № 7—12
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 арабская Википедия — 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Али-заде А. Умм Салама бинт Абу Умаййа (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ https://themuslimwomentimes.com/2021/04/01/lady-hind-bint-abi-umayya-the-fierce-woman-who-asked-the-difficult-questions-2/