Эстәлеккә күсергә

Әбү әд-Дәрдә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбү әд-Дәрдә
ғәр. أبو الدرداء
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Хаҡ хәлифәт
Тыуған көнө 586
Тыуған урыны Мәҙинә[1]
Вафат булған көнө 653[1]
Вафат булған урыны Димәшҡ, Хаҡ хәлифәт
Хәләл ефете Умм ад-Дарда[d] һәм Умм ад-Дарда ас-Сугра[d]
Балалары Билал ибн Абу ад-Дарда[d]
Һөнәр төрө сауҙагәр, дин өндәүсе, Ҡаҙый, Фаҡиһ, Мөхәддис
Уҡыусылар Ибн Амир аль-Яхсуби[d]
Кемдә уҡыған Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
Һуғыш/алыш Өхүд һуғышы һәм Ур һуғышы
 Әбү әд-Дәрдә Викимилектә

Әбү әд-Дәрдә Үвәймир ибн Мәлик Әл-Хәҙрәжи, Әбү әд-Дәрдә булараҡ күберәк билдәле (ғәр. أبو الدرداء‎; т. й. — билдәһеҙ, Мәҙинә, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны — 653, Александрия, хәҙерге Мысыр) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе.

Мәҙинәлә тыуған, Хәҙрәжи ырыуының әл-Харис нәҫеленә ҡараған. Һижрәттең икенсе йылында Бәҙер һуғышынан һуң ислам динен ҡабул итә. Сауҙа менән шөғөлләнә, ләкин ислам динен ҡабул иткәндән һуң ул был эште ҡалдыра һәм үҙен бик сикләп йәшәй башлай. Өхүд эргәһендәге һуғышта һәм мосолмандарҙың мәккә мөшриктәренә ҡаршы башҡа һуғыштарында ҡатнаша. Ҡөрьән, хәҙис һәм фиҡһ (мосолман хоҡуғы) белгесе була[2].

Хәлифә Усман ибн Әффан идара иткән осорҙа ул башта дәүләт вазифаһынан баш тарта һәм кешеләрҙе ислам нигеҙҙәренә өйрәтеү менән шөғөлләнә. Әммә һуңынан Сүриәнең судьяһы (ҡазый) булырға ризалаша.

Ул 653 йылда, өсөнсө Хаҡ хәлифә Усман үлтерелгәнгә тиклем, вафат була [2].

  • Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Abu ’l-Dardāʾ / Jeffery, A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)