Төрбә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Төрбә
Рәсем
Дәүләт Ottoman flag.svg Ғосман империяһы
Commons-logo.svg Төрбә Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Әзербайжандағы Мөмүнә ҡатын төрбәһе

Төрбә -(төр.  türbe - рус. склеп; мавзолей; гробница; усыпальница)- илбаштары, уларҙың ғаилә ағзалары, юғары даирә түрәләр, атаҡлы кешеләр ҡәбере өҫтөнә һалына торған төрлө ҙурлыҡтағы һәм рәүештәге ҡоролма; кәшәнә[1]. Османлы архитектураға ҡарай.

Ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡағиҙә булараҡ, төрбә мәсет йәки дини комплекс биләмәләрендә эшләнә, әммә төкөтмә-төрбәләр ҙә осрай.

Төрбәне ғәҙәттә махсус үрмәле үҫемлектәр менән уратып алалар.

Ул ҙур булмаған бер бүлмә рәүешендә була, йыш ҡына ҡабырғалары алты-һигеҙ ҡырлы итеп һалына. Төрбәнең уртаһында бай биҙәлгән саркофаг ҡуйыла, әммә ҡәбер ғәҙәттә иҙән кимәленән түбәнерәк була. Саркофагтың баш яғына мәрхүмдең тәҡүәлеге, иманлылығы билдәһе итеп йыш ҡына ағастан йәки таштан салма һынландырып ҡуйыла.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ислам илдәре архитектураһын өйрәнгән белгестәр фекеренсә, был төр архитектура төрөктәргә хас, йәғни, төрбә - төрки һүҙ (әзерб.  türbə). Төркиҙәр уны мәңгелек йорт тип тә атайҙар.

Башҡорт телендә ғәҙәттә кәшәнә һүҙе ҡулланыла.

Тарихтан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡытай ғалимдары мәғлүмәттәре буйынса, икенсе быуатҡа тиклем һундар төрбәнең төбөн ике ҡатлы итеп, алтын-көмөш һалып ҡалдырғандар.

"Төрбә" һүҙе боронғо легендаларҙа осрай, мәҫәлән, "Манас" эпосында был хаҡта:

"Altından rütubət sızmasın deyə,
Üstündən günəş istisi keçməsin deyə,
Tabutu sarayın içərisində yerləşdirdilər."

"Аҫтынан һыу үтмәһен, тиеп,
Өҫтөнән ҡояш ҡыҙҙырмаһын, тиеп,
Табуты һарайҙың эсенә ерләштерҙеләр."

тип әйтелә.

Боронғо төрбәләр өй рәүешлерәк һалынғаны мәғлүм. "Мәңгелек йорт" тигән ғибәрә лә бар. Шуға күрә ҡайһы бер төрбәләрҙең аҫ яғында ҡәбер, ә өҫкө өлөшөндә күскенселәр йоҡлап йөрөгән.

Шәрҡи мосафирҙар ҙа, көнбайыштыҡылар ҙа төрөк төбәктәрендә сатырға оҡшаған ҡоролмалар ҡуйылған ҡәберлектәр тураһында яҙған. Был хаҡта Ибн Фаҙлан да яҙған булған. Мосолман донъяһына боронғо ҡәберлектәр ғәҙәт-йолалары килеп инеүе сәлжүктәргә бәйле.

Артабан XI-XII быуаттарҙа төрбәләр композицион структуралы була башлай. Бына ни өсөн европа ғалимдары төрбәләрҙе Селчук ҡәберҙәре тип атай.

Күп ерҙәрҙә бындай ҡоролмаларға йәмәғәт ағзалары зыярат ҡылырға йөрөйҙәр.

Башҡортостан төрбәләре (кәшәнәләре)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорттар "төрбә" һүҙен бик ҡулланмайҙар, фарсынан ингән "кәшәнә" төшөнсәһенә өҫтөнлөк бирәләр. Архитектура яғынан да был ҡоролмалар Урта Азия ҡоролмаларына яҡын.

Тарихи Башҡортостан ерҙәрендә (күрше өлкәләрҙе лә индереп) тиҫтәләгән кәшәнә бар[2]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вельяминов-Зернов В. В. Памятник с арабско-татарской надписью в Башкирии (рус.) // Труды Восточного отделения Императорского археологического общества : журнал. — СПб.: В Тип. Имп. Академии наук, 1859. — Т. IV. — С. 257-284.
  • Гарустович Г. Н. Погребения в каменных мавзолеях Башкирского Приуралья. // Наследие веков. — Уфа, 1995. Вып.1.
  • C. Qiyasi – Nizami dövrünün memarlıq abidələri, Bakı, İşıq nəşriyyatı, 1991, səh 83
  • Michael Levey. The World of Ottoman Art, 1975, Thames & Hudson, ISBN 0500270651
  • Lewis, Stephen (2001). «The Ottoman Architectural Patrimony in Bulgaria». EJOS 30 (IV). ISSN 0928-6802.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге.2-се том - Мәскәү, 1993. -388 бит
  2. http://encycl.bash-portal.ru/keshene.htm Кәшәнә. Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия]