Хәрижиҙәр
Хәрижиҙәр | |
ғәр. الخوارج — айырылып сығыусылар, фетнәселәр | |
Дин: | |
---|---|
Нигеҙләнгән: |
657 |
Илдәр: | |
Милләттәр: | |
Союзниктар: |
ибәдиҙәр (хәрижиҙәрҙең ҡайһы бер төркөмдәрен ибәдиҙәр ҙә дошман тип иҫәпләй) |
Ҡаршы тороусылар: | |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Хәүәриждәр, Хәрижиҙәр (ғәр. الخوارج-әл-хәүәриж; айырылып сығыусылар, фетнәселәр; рус. хариджиты) — шулай уҡ ғилми әҙәбиәттә хәүәриж атамаһы ҡулланыла, был ғәрәп телендәге төп нөсхәгә иң яҡын әйтелеш — үҙ атамаһы әш-Шүрат (ғәр. الشراة — үҙгәреүсән).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе фетнә (656—661) барышында барлыҡҡа килгән ислам дини-сәйәси ағымы. Башта «хәрижиҙәр» исемен хаҡ хәлифә Али ибн Әбү Талип яҡлылар ала, әммә 657 йылда Сиффин һуғышының һөҙөмтәһеҙ тамамланыуынан һуң хәлифәлеккә төп дәғүә итеүсе Мүәвиә ибн Әбү Суфыянға ҡаршы третей суды үткәрергә ҡарар итеүенә ризаһыҙлыҡ белдереп, баш күтәрәләр. Уларса, бәндәләрҙе тик Аллаһ ҡына хөкөм итә ала.
Али бер йылдан һуң Нахраван янындағы һуғышта фетнәселәрҙе тар-мар итә, әммә ағым артабан да эшмәкәрлеген туҡтатмай, һәм 661 йылда хәҙрәте Алиҙы Абдрахман ибн Мүлжәм үлтерә. Уны хәрәкәткә эйәреүселәрҙең береһе тип һанайҙар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Әл-хәүәриж» термины" термины беренсе фетнәлә (мосолман граждандар һуғышы) дүртенсе хаҡ хәлифә Али ибн Әбү Талип армияһын ташлап киткән кешеләр төркөмөн билдәләү өсөн экзоним булараҡ ҡулланыла.
Ғәрәп һүҙе «الفوارج» «ташлап китеүселәр, фетнәселәр» тигәнде аңлата. Күплектә был термин «әл-хәүәриж» тип яңғырай, әммә әҙәбиәттә «хәрижиҙәр» тигән исем нығынған. Төркөмдөң үҙ атамаһы «әш-Шүрат», йәғни «үҙгәреүсән».
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең көндәргә тиклем хәрижиҙәрҙең үҙҙәре хаҡында бәйән иткән боронғо сығанаҡтар килеп етмәгән тиерлек.
Хаҡ хәлифәт осоро документтары бик әҙ һаҡланған. Был осорҙоң һәм артабанғы Өмәүиҙәр хәлифәлеге хакимлығы осороноң һаҡланып ҡалған документтары һәм хеҙмәттәре, башлыса өсөнсө, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге йылдарында яҙылған[1].
Хәрижи булмаған сығанаҡтар ике категорияға бүленә — тарихи эштәр (хроника) һәм мөртәтлек буйынса хеҙмәттәр.
Инаныстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрижиҙәрҙең дини ҡараштары нигеҙҙә сөнниҙәр ҡараштары менән тап килә . Әммә хәрижиҙәр тәүге ике хәлифәне генә — Әбү Бәкерҙе һәм Ғүмәр ибн әл-Хаттабты законлы тип таный, Усман ибн Әффан, Али ибн Әбү Талип һәм башҡалар (Өмәүиҙәр, Ғәббәсиҙәр һ. б.) уларса законлы түгел.
Дини тәғлимәттең төп пункты — өммәт эсендә бөтә мосолмандарҙың (ғәрәптәрҙең һәм ғәрәп булмағандарҙың) тигеҙлеген таныу була. Хәлифәлеккә ҡараш йәһәтенән, хәлифә һайлап ҡуйылырға һәм тик башҡарма власҡа эйә булырға, ә суд һәм закондар сығарыу власы советта (шурала) булырға тейеш, тип иҫәпләйҙәр. Хәлифәләрҙең күп булырға тейешлеген вәғәзләйҙәр.
Бәләкәй һәм ҙур гонаһтар тураһында күҙаллауҙар эшләйҙәр. Улар фекеренсә, ҙур гонаһ ҡылған мосолман исламдан сығарыла һәм кафырҙарға тиңләштерелә. Шулай уҡ хәрижиҙәр ислам дине тәғлимәтенә сауаплы ғәмәлдәр ҡылынмаған динлелектең файҙаһыҙлығы тураһындағы постулат индерә[2].
Артабанғы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта ибәдиҙәр («уртаса» хәрижиҙәр) Оман халҡының күпселеген тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Беляев, 1966, с. 163
- ↑ Васильев, Л. С. История религий Востока. — М.: Высшая школа, 1988.
Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Sālim ibn Dhakwān. The epistle of Salim Ibn Dhakwan : [англ.]. — Leiden : BRILL, 2001.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беляев Е. А. Арабы, ислам и Арабский халифат в раннее средневековье : [рус.]. — 2-е изд. — М. : Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1966. — 279 с. — 9000 экз.
- Беляев Е. А. Мусульманское сектантство. — М. : Издательство восточной литературы, 1957. — 100 с.
- Бибикова О. П. Хариджиты // Энциклопедия «Кругосвет».
- Большаков О. Г. История халифата. — 2-е издание. — М. : ГРВЛ, 2002. — 294 с.
- Льюис Б. Арабы в мировой истории. — М. : Центрполиграф, 2017. — 223 с.
- Фильштинский И. М. Халифат под властью династии Омейядов (661—750). — М. : Северо-принт, 2005. — 232 с. — 1000 экз.* Чураков, М. В. Народное движение в Магрибе под знаменем хариджизма. — М.: Наука, 1990.
- Хариджиты / Чураков М. В. // Советская историческая энциклопедия : в 16 т. / под ред. Е. М. Жукова. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — Т. 15 : Феллахи — Чжалайнор. — Стб. 529—530.
- Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Портал «Ислам» | |
Проект «Ислам» |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәрижиҙәр // Энциклопедия «Кругосвет».