Әҫәрилек
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Әҫәрилек (ғәр. الأثرية — әл-Әҫәриә, ғәр. أهل الأثر — әһел әл-Әҫәр; рус. Асария) — исламда сөнни ғаҡидә, Ҡөрьән һәм Сөннәттең ҡәтғи традиционализмға һәм текстуализмға тоғролоғо менән айырылып тора. Әҫәрилек яҡлылар Ҡөрьәндең икенсе төрлө аңлатылыуын инҡар итә (тәьүил), мөтәшәбиһ аяттарҙағы илаһи сифаттарҙың мәғәнәһен аңлатыу менән шөғөлләнмәй һәм улар тураһында уйламай, шул уҡ ваҡытта уларға һүҙмә-һүҙ мәғәнә бирмәй (Балтыры, Ҡулы, Аллаһы Тәғәләнең күҙҙәре һ.б.). Атама «әҫәр» — «эҙ», «риүәйәт», «цитата» һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡөрьән һәм Пәйғәмбәр Сөннәте әҫәриҙәрҙең төп инаныу сығанағы булып тора. Шул уҡ ваҡытта һүҙмә-һүҙ һәм метафорик шәрехләмә менән ҡулланыу тыйыла[1]. Мөтәшәбиһтәрҙең мәғәнәһен аңлатыуҙа улар, тик Аллаһ ҡына уларҙы дөрөҫ аңлай, ә кешеләр хәбәрҙәрҙе «нисек аңларға» тип һорамай ҡабул итергә тейеш, тип иҫәпләй (би-лә кәйфә), уларға рациональ аңлатма уйлап табырға тырышмай[2]. Әҫәрилектең икенсе мөһим сығанағы булып мосолман-сәләфтәрҙең тәүге өс быуыны практикаһы тора (сәхәбәләр, тәбиғиндәр һәм тәбиғ әт-тәбиғиндәр). Был мәҙһәб вәкилдәре булып Мәлик ибн Әнәс, Әбү Хәнифә, Мөхәммәт әш-Шәфиғи, Әхмәт ибн Хәнбәл[1] һәм башҡа билдәле дин белгестәре торған.
Инаныстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҫәриҙәр иман (ғәр. الإيمان) төшөнсәһенә «йөрәктә инаныу, телдә һүҙҙәр һәм башҡарылған эштәрҙе» индерә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Halverson, 2010, pp. 36
- ↑ Halverson, 2010, pp. 36, 37
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ибрагим Т. К. Каламское опровержение антропоморфизма (русский) // Ишрак. — 2011. — № 2. — С. 364—398.
- Halverson, Jeffry R. Theology and Creed in Sunni Islam: The Muslim Brotherhood, Ash'arism, and Political Sunnism. — Palgrave Macmillan, 2010. — С. 36.
- W. Wesley Williams. Tajalli Wa-Ru’ya: A Study of Anthropomorphic Theophany and Visio Dei in the Hebrew Bible, the Qur’an and early Sunni Islam. — 2008. — 229 p.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.