Эстәлеккә күсергә

Хәҙис әһелдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәҙис әһелдәре
Өлөшләтә тура килә Әҫәрилек
Ҡапма-ҡаршыһы Әсхәб әр-раий

Әһел әл-хәҙис (ғәр. أهل الحديث‎ — «хәҙис яҡлылар»;әсхәб әл-хәҙис (أصحاب الحديث‎ — «хәҙис әсхәбтәре»; рус. Ахль аль-хадис) — дини-хоҡуҡи мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яңылыҡтарҙы кире ҡаҡҡан, традиционализм яҡлы булған, Ҡөрьән һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр сөннәте менән генә ҡулланырға саҡырған иртә исламдағы төп ағымдарҙың береһенең вәкилдәре. Ираҡ дини тәғлимәт мәктәбенең (йәғни әсхәб әр-рәий) йоғонтоһона бирелеп, хәҙис әһелдәре тарафынан мосолман хоҡуғы сығанаҡтары сифатында ижмә менән ҡыяс ҡына таныла[1].

Дүрт ҡануни хоҡуҡи мәктәптең (мәҙһәб) тик береһе — хәнбәлиҙәр генә хәҙис әһелдәренең ҡәтғи позицияһына эйәрә[2]. Үҫешкән йәмғиәттең талаптары һәм ихтыяждары йоғонтоһо аҫтында хәҙис әһелдәре аҙаҡ үҙ позицияһын йомшарта һәм мосолман хоҡуғы сығанаҡтарынан ижмә менән ҡыясты таный. Шул уҡ ваҡытта уларҙы киң ҡулланмаҫҡа һәм Ҡөрьәнгә аңлатма биреүҙә сикләнергә өндәйҙәр[3].

урыҫ телендә
  • Али-заде, А. А. Асхаб аль-хадис // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Бойко К. А. АСХАБ (или ахл) ал-ХАДИС // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 25. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
башҡа телдәрҙә
  • Ahl al-Ḥadīt̲h̲ / Schacht J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)