Әсхәб әр-раий
Әсхәб әр-раий | |
Эшмәкәрлек сфераһы | Әр-раий |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | Хәҙис әһелдәре |
Бәйләнеше булыу | Фиҡһ һәм Ғаҡидә |
Әсхәб әр-раий, әһел әр-раий (ғәр. أصحاب الرأي — «фекер яҡлы кешеләр»; أهل الرأي -« фекер яҡлы әһелдәр»; рус. асха́б ар-рай, ахль ар-рай) — ислам фиҡһында VII—VIII быуаттарҙа, ниндәй ҙә булһа мәсьәлә буйынса Ҡөрьәндә һәм сөннәттә бер төрлө генә ҡарар булмаһа, үҙ фекере нигеҙендә хоҡуҡи ҡарарҙар сығарған йүнәлеш вәкилдәренең дөйөм исеме[1]. Әсхәб әр-раийҙарға ҡапма-ҡаршы йүнәлеш — хәҙис әһелдәре («хәҙис яҡлылар»). Әсхәб әр-раийҙар, Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙистәренән алынған прецедент нигеҙендә түгел, ә үҙ фекере (әр-раий) нигеҙендә хәл итеүҙе өҫтөн күргән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәт Пәйғәмбәр йәшәгән осорҙа мосолмандар уға иңдерелгән үәхиҙәр нигеҙендә проблемаларҙы хәл иткән. Пәйғәмбәр үҙе лә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе иджиһад ҡулланып әр-раий нигеҙендә хәл иткән. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең шәхси абруйы арҡаһында, ул ваҡытта был мосолмандар яғынан тәнҡиткә дусар булмай.
Әсхәб әр-раий барлыҡҡа килеүен ғәҙәттә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәһе Ғабдулла ибне Мәсғүд менән бәйләйҙәр. Ул хаҡ хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб тарафынан Ираҡҡа ҡаҙый һәм фаҡиһ сифатында ебәрелгән була. Бойондороҡһоҙ хөкөмгә ынтылыштың сәбәбе булып, Ираҡта Хижәздәге кеүек бөтә хәҙистәр комплексы билдәле була алмауы тора. Ислам ҡануниәтендә бындай ысулдың популярлыҡ яулауының тағы бер сәбәбе — Али ибн Әбү Талибтың шәхси абруйының ҙур булыуы һәм Ғабдуллаһ ибне Мәсғүдтең был хөкөмгә өҫтөнлөк биреүе[2]. Әр-раий ысулын ҡулланған дин белгестәренең байтаҡ өлөшө нигеҙҙә хәҙерге Ираҡ территорияһында урынлашҡан, шуға күрә был ижтиһад мәктәбе "ираҡ " мәктәбе тип атала.
Ҡулланыу ысулы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бойондороҡһоҙ хөкөм (әр-раий) ислам дине рухына тап килергә һәм оҡшашлыҡ буйынса фекер йөрөтөү ысулы (ҡыяс)[1]менән ҡулланылырға тейеш[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- урыҫ телендә
- Али-заде, А. А. Асхаб ар-рай // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Бойко К. А. АСХАБ (или ахл) ар-РА’Й // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 24. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
- башҡа телдәрҙә
- Aṣḥāb al-Raʾy / Schacht J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)