Эстәлеккә күсергә

Тәьүил

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тәьүил (ғәр. تأويل‎ сығанаҡҡа, башланғысҡа ҡайтыу) — Ҡөрьәндең йәки сөннәттең һүҙмә-һүҙ мәғәнәһен ниндәй ҙә булһа нигеҙле сәбәп буйынса метафорик мәғәнәгә эйә итеү ысулы.

Тәьүил термины Ҡөрьәндән алынған. Һигеҙ осраҡта ул, комментаторҙар фекеренсә, «төш юрау» тигәнде аңлата (тәғбир әр-руғйә, 12-се сүрә), ә ҡалған туғыҙ осраҡта — «сығанаҡ», «эҙемтә» (ғәҡибә) тигән мәғәнә һалынған. Тәьүилгә тәфсир төшөнсәһе ҡаршы ҡуйыла. Тәүҙә тәьүил һәм тәфсир төшөнсәләре бер мәғәнәгә эйә булғандыр, әммә ваҡыт үтеү менән был ике төшөнсә ҡапма-ҡаршы ҡуйыла башлаған. Һәр хәлдә, был термин әл-Бәйдәүи (ваф. 1286 йылда) һәм Ҡөрьәнде шәрехләгән башҡа мөфәссирҙәрҙә осрай[1].

  • Кныш А. Д. Та’вил // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 218—219. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Тавиль // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Taʾwīl / Poonawala, I. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • аль-Хабиб аль-Фикки Ат-Та’виль: Усусуху ва ма’анихи фи-ль-мазхаб аль-исма’или. Кади ан-Ну’ман. Тунис, [б. г.];
  • Наср Хамид Абу Зейд Аль-Иттиджах аль-акли фи-т-тафсир. Бейрут, 1982;
  • Наср Хамид Абу Зейд Фалсафат ат-та’виль: Дираса фи та’виль аль-Кур’ан 'инда Ибн 'Араби. Бейрут, 1983;
  • R. Deladriere Niveaux de conscience selon al-Qashani.— BEO. 1977, 29, 115—120;