Эстәлеккә күсергә

Сүрә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡөрьән сүрәләре битенән йүнәлтелде)
Сүрә
ғәр. سُورَةٌ، سُوَرٌ
Название с огласовками سُورَةٌ، سُوَرٌ
Төп тема Мәккә сүрәһе һәм Мәҙинә сүрәһе
Вики-проект Проект:Ислам[d] һәм Проект:Ислам/Коран[d]
Һаны 114
 Сүрә Викимилектә
Әл-Фатиха сүрәһе, Ҡөрьәндең тулыһынса иңгән беренсе сүрәһе

Сүрә (ғәр. سورة‎‎) — Ҡөрьәндең бер бүлеге. Ҡөрьән барлығы 114 сүрәнән тора. Туғыҙынсы — Әт-Тәүбә — сүрәһенән башҡа барлыҡ сүрәләр ҙә мосолмандар ҡулланған термин Бисмиллаһ менән башлана: «Бисми-Лләһи-Ррәхмани-Ррәхим!» (ғәр. بِسۡمِ ٱللهِ ٱلرَّحۡمَـٰنِ ٱلرَّحِيمِ‎ — Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ Исеме менән).

Сүрәләрҙә аяттар һаны һәм графигы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьәндә сүрәнең үҙ аллы мәғәнәгә эйә булған иң бәләкәй ритмик өлөшө — аят (ғәр. آية‎ — билдә, мөғжизә‎)— кәрәмәт мәғәнәһендә. Сүрәләрҙә аяттар һаны 3-тән (Әл-Ғаср, Әл-Кәүҫәр, ән-Наср) 286-ға тиклем етә (Әл-Бәҡара сүрәһе). Әл-Бәҡара сүрәһенән башлап сүрәләр яҡынса аяттар кәмей барыу тәртибендә бирелә [1].

Сүрәләрҙә аяттар һаны графигы

Совет төркиәтсеһе Ғабдулхай Хурам улы Әхәтов «сүрә» һүҙе бер генә түгел, ә полифоник мәғәнә бирә тигән һығымтаға килә, йәғни «сүрә» — Ҡөрьәндең бүлеге, ул текстарҙы бүлеү менән генә сикләнмәй, ә күберәк дәрәжәлә «архитектура» барлыҡҡа килтерә, динлеләр аяттарҙы уҡығанда үҙенә башҡа эске рухи энергия алыуына булышлыҡ итә[2].

Хронологик тәртибе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сүрәләр иңгән еренә бәйле мәккә һәм мәҙинә сүрәләре тип бүленә.

Мәккә сүрәләре — Мөхәммәт ПәйғәмбәрҙеңМәккәлә йәшәгән осоронда иңгән сүрәләр. Был ҡалала 610 йылдан 622 йылға тиклем барлығы 86 сүрә иңгән: 96, 68, 73, 74, 1, 111, 81, 87, 92, 89, 93, 94, 103, 100, 108, 102, 107, 109, 105, 113, 114, 112, 53, 80, 97, 91, 85, 95, 106, 101, 75, 104, 77, 50, 90, 86, 54, 38, 7, 72, 36, 25, 35, 19, 20, 56, 26, 27, 28, 17, 10, 11, 12, 15, 6, 37, 31, 34, 39, 40, 41, 42, 43, 44, 45, 46, 51, 88, 18, 16, 71, 14, 21, 23, 32, 52, 67, 69, 70, 78, 79, 82, 84, 30, 29, 83

Мәҙинә сүрәләре — Мөхәммәт ПәйғәмбәрҙеңМәҙинәгә һижрәт ҡылғас иңгән Ҡөрьән сүрәләре (622—632 йылдар). Был осорҙағы сүрәләрҙә дини, гражданлыҡ һәм енәйәт эштәре буйынса бик күп күрһәтмәләр бар. Барлығы шундай 28 сүрә: 2, 8, 3, 33, 60, 4, 99, 57, 47, 13, 55, 76, 65, 98, 59, 24, 22, 63, 58, 49, 66, 64, 61, 62, 48, 5, 9, 110.

  • 1. Фатиха (Китапты асыу) — Әл-Фатиха сүрәһе 7 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Ҡөрьәнде башлаусы, Ҡөрьән эсенә алып кереүсе, китапты Асыусы, Ҡөрьән уҡый башларға рөхсәт биреүсе һүҙ — Фәтиха. Әсә телебеҙгә ул һүҙ: атайың-әсәйең фатихаһын алмайынса эш ҡылма, фатихаһыҙ башлаған эш уңышлы булмаҫ, йәки, — бер фатиха, тигән кеүек тәғбирҙәрҙә йыш ҡулланыла. Фатиха сүрәһенән башҡа Ҡөрьән асылмаҫ, намаҙ ҙа уҡылмаҫ.
  • 2. Бәҡара (Һыйыр) — Әл-Бәҡара сүрәһе 286 аяттан тора. Мәҙинә ҡалаһында иңгән. «Бәҡара» — һыйыр тигән һүҙ.
  • 3. Ғимран (Ғимран ғаиләһе) — Әлү Ғимран сүрәһе 200 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрә ҡалаһында иңгән. Был сүрәлә Мәрйәмдең атаһы Ғимран тураһында һөйләнелә. Исеме шунан килә.
  • 4. Ниса (Ҡатындар) — Ән-Ниса сүрәһе (Ҡатындар) 176 аяттан тора. Һижрәттән һуң Мәҙинәлә иңгән. Был сүрәлә ҡатындар тураһында, йәмғиәт эсендә уларҙын хаҡтары, хоҡуҡтары, ижтимағи майҙандағы тотҡан урындары тураһында һөйләнелгәнгә күрә, «Ән-Нисә», йәғ¬ни «Ҡатындар» тип аталған.
  • 5. Мәәидә (Табын) — Әл-Мәида сүрәһе 120 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә уахиҙең һуңынан ирешкән заманда индерелде. «Мәәидә» — та¬бын, дәстархан тигән һүҙҙер. 112 һәм 114 нсе аяттарҙа хәҙрәти Ғайса заманында, күктән көтөлә торған ниғмәт, ашъяулыҡ, дәстархан тураһында һөйләнелә, исеме шунан килә.
  • 6. Әнғәм (Мал-тыуар)Әл-Әнғәм сүрәһе 165 аяттан тора. Шунда дөйә, һыйыр, һарыҡ, кәзә кеүек дүрт аяҡлы хайуандар тураһында һөйләнгәнгә күрә, «Әнғәм» — Мал-тыуар исеме бирелгән.
  • 7. Әғрәф (Кәртәләр) — Әл-Әғрәф сүрәһе 206 аяттан тора. Мәккә-и Мөкәррәмәлә иңгән. Ҡайһы берәүҙәр: 163-сө аяттан 171-се аятҡа тиклемгеһе Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә иңгән тип һанай. 46 һәм 48-се аяттарҙа Әғрәфтә, йәғни йәннәт менән йәһәннәм араһындағы ҡалҡыу бер ерҙәге халыҡтар тураһында һөйләнелә, шул сәбәпле был сүрә «Әғрәф» тип аталған. Төрлө тәфсирселәр Әғрәф һүҙен төрлөсә шәрехләй. Ш. Ғосманиҙа ул — «пәрҙә» тип әйтелгән. Ғәрәпсә-урыҫса һүҙлектә был һүҙ «сафландырыу, пакландырыу» тип тәржемә ителгән.
  • 8. Әнфәл (Табыш малы) — Әл-Әнфәл сүрәһе 75 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә иңгән. Әнфәл — һуғышта ҡулға төшөрөлгән байлыҡ, ғәнимәт тигән һүҙ.
  • 9. Тәүбә (Тәүбә) — Әт-Тәүбә сүрәһе 129 аяттан тора. Был — бисмиллаһыҙ башла¬на торған сүрә. Ҡайһы берәүҙәр: был Ғәнимәт-Әнфәл сүрәһенең дауамы; айырым, үҙаллы сүрә түгел, тип бәхәсләшәләр. Шуға курә, уның башында бисмилла уҡылмай, тип әйтәләр.
  • 10. Юнус (Юныс) — Юнус сүрәһе 109 аяттан тора. Юныс ҡәүеме тураһында һөйләнелгәнлектән, сүрәгә ошо исем бирелгән. Мәккә халҡы үҙ араһынан Пәйғәмбәр сығасағына ышанмаған булған.
  • 11. Һуд (Һуд) — Һуд сүрәһе 123 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Бер өлөшө Мәҙинәлә иңгән тип фаразлана.
  • 12. Йосыф (Йософ) — Йософ сүрәһе 111 аяттан тора. Мәккә-и Мөкәррәмәлә иңгән. Сүрәнең башынан ахырына ҡәҙәр Йософ Пәйғәмбәре¬беҙ тураһында һөйләнелгәнгә күрә, ошо исемде алған.
  • 13. Рағд (Күкрәү) — Рағд сүрәһе 43 аяттан тора. Мәккәлә һәм бер өлөшө Мәҙинәлә иңгән тип яҙыусылар бар.
  • 14. Ибраһим (Ибраһим) — Ибраһим сүрәһе 52 аяттан тора. Бер өлөшө Мәҙинәлә, бер өлөшө Мәккәлә иңгән. Ибраһим Пәйғәмбәрҙең доғаларын үҙ эсенә алғанға күрә, сүрә шулай аталған.
  • 15. Хижр (Хижр иле) — Хижр сүрәһе 99 аяттан тора. 80-84-се аяттарҙа Хижр исемле ер тураһында һөйләнелә. Сүрәнең исеме шунан килә.
  • 16. Нәхл (Бал ҡорто) — Нәхл — Бал ҡорто сүрәһе 128 аяттан тора. 68-се аяттә бал ҡорто тураһында яҙылғанға күрә, «Нәхл» исемен йөрөтә.
  • 17. Исра (Төнгө йөрөү, Яҡуп улдары) — Исра сүрәһе 111 аяттан тора. «Исра» һүҙе «төндә йөрөү» мәғәнәһен үҙ эсенә ала.
  • 18. Кәһф (Мәмерйә) — Кәһф сүрәһе 110 аяттан тора. Кәһф, йәғни, Мәмерйә сүрәһе Мәккәлә иңгән. Сүрәлә «Әсхәб-әл Кәһф — Мәмерйәләге кешеләр» тураһында һөйләнелә, сүрәнең исеме лә шунан килә.
  • 19. Мәрйәм (Мәрйәм) — Мәрйәм сүрәһе 98 аяттан тора. Был сүрәлә хәҙрәти Мәрйәмдең Ғайса Пәйғәмбәребеҙҙе донъяға килтереүе тураһында һөйләнелә, шуға күрә исеме лә «Мәрйәм сүрәһе» тип атала.
  • 20. Та-һа (Та-һа) — Та-һа сүрәһе 135 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Сүрәнең исеме баштағы ике хәрефтән килә: «Т», «Һ» әйтелешләрендә «Та, Һа» була. Был ике хәрефтең, ике ауаздың нимә аңлатҡаны тураһында тәфсирселәр араһында бәхәстәр күп. 1. Был һүҙ Рәсүл әкрәм саллаллаһу (ғәләйһиссәлләмдең) мөбәрәк исеме. 2. Ант һүҙе. 3. Һәй, кеше, тип әҙәм балаһына мөрәжәғәт итеү һ. б.
  • 21. Әнбийә (Пәйғәмбәрҙәр) — Әнбийә сүрәһе 112 аяттан тора. Мәккә ҡалаһында иңгән. Пәйғәмбәрҙәр тураһында хәбәрҙәр бирелгәнгә күрә, «Әнбийә», йәғни Пәйғәмбәрҙәр сүрәһе исемендә йөрөй.
  • 22. Хаж (Хаж) — Хаж сүрәһе 78 аяттан тора. Мәҙинәлә, Мәккәлә иңгән.
  • 23. Мөьминүн (Мөьминдәр) — Мөьминдәр сүрәһе 118 аяттан тора. Мәккәлә иңгән.
  • 24. Нур (Нур) — Нур сүрәһе 64 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә иңгән. 35 нсе аятта күктәрҙе, Ер йөҙөн яҡтыртыусы Аллаһтың нуры тураһында һөйләнелгәнгә күрә, сүрәнең исеме лә «Нур» тип атала.
  • 25. Фурҡан (Яҡшыны ямандан айырыусы китап) — Фурҡан сүрәһе 77 аяттан тора. Был сүрә Мәккәлә иңгән. Исеме «Фурҡан» һүҙенән килә, йәғни дөрөҫлөктө ялғандан айыра торған Китап — ул Ҡөрьән-и Кәримдер.
  • 26. Шүғәра (Шағирҙар) — Шүғәра сүрәһе 227 аяттан тора. Бер өлөшө Мәккәлә, икенсе бер өлөшө Мәҙинәлә иңгән. 224-се аятта шағирҙар тураһында, йәғни мөшриктәр әйткәнсә, Ҡөрьән-и Кәримдең ниндәйҙер бер шағир йәки шағирҙар тарафынан түгел, бәлки лә Аллаһ тарафынан хасил ителгәнлеге тураһында һөйләнелгәнгә күрә, сүрәгә шул исем бирелгән. Бәҡара сүрәһенән ҡала ,Ҡөръ¬әндең иң оҙон сүрәһе.
  • 27. Нәмл (Ҡырмыҫҡа) — Нәмл сүрәһе 93 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Нәмл» — ҡырмыҫҡа тигән һүҙ. 18-се аятта ҡырмыҫҡалар тураһында һөйләнелгәнгә күрә, сүрәгә ошо исем бирелгән.
  • 28. Ҡасас (Ҡиссалар) — Ҡасас сүрәһе 88 аяттан тора. Мәккәлә иңгән, бер нисәһе Мәҙинәлә иңгән. «Ҡасас» — ҡисса, хикәйә, ваҡиға һүҙҙәренең күплеген аңлата.
  • 29. Ғәнкәбүт (Үрмәксе) — Ғәнкәбут сүрәһе 69 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Ғәнкә¬бут» — үрмәксе тигән һүҙ. 41-се аятта кафырҙарҙың мәкерле эштәре үрмәксе ояһына оҡшатыла; сүрәнең исеме шунан килә.
  • 30. Рум (Рум) — Рум сүрәһе 60 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Иран ғәскәрҙәре менән һуғышта еңелгән Рум ғәскәрҙәре тураһында һөйләнелгәнгә күрә, ошо исемде алған.
  • 31. Лоҡман (Лоҡман) — Лоҡман сүрәһе 34 аяттан тора. Мәккәлә иңгән.
  • 32. Сәждә (Сәждә) — Сәждә сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә иңгән.
  • 33. Әхзәб (Төркөмдәр) — Әхзәб сүрәһе 73 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүәрәлә иңгән. «Әхзәб» һүҙе: төркөм, ғәскәр, фирҡә, өйөр кеүек мәғәнә¬ләрҙе үҙ эсенә ала.
  • 34. Сәбә (сәбә иле) — Сәбә сүрәһе 54 аяттан тора. Мәҙинәлә иңгән. «Сәбә» — бер төбәктең һәм шунда йәшәүсе бер ҡәбиләнең исеме.
  • 35. Фәтыир (Яралтыусы) — Фатыир сүрәһе 45 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Фәтыир» — юҡтан бар итеүсе, яралтыусы, булдырыусы мәғәнәһендә килә. Күп кенә тәфсирҙәрҙә был сүрә «Фәрештәләр» исеме менән дә йөрөй.
  • 36. Йәсин (Йәсин) — Йәсин сүрәһе 83 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Исеме ха¬ҡында фараздар әҙ түгел. «Йә сиин» — йә инсан, тип тә аңлаталар. Имештер, «Йәсин» — ул Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ исемдә¬ренең береһе. Йәсин сүрәһе ул — Ҡөрьәндең йөрәге тип әйтәләр. Йәсин — иң мәшһүр сүрәләрҙең береһе.
  • 37. Саффәт (Сафтар) — Саффәт сүрәһе 182 аяттан тора. Сүрәнең беренсе аятында сафҡа теҙелгән фәрештәләр тураһында һөйләнелә. Исеме шунан килә. «Саффат» — бер сафтағылар тигән һүҙ. Мәккәлә иңгән.
  • 38. Сад (Дауыт) — Сад сүрәһе 88 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Сүрәнең беренсе хәрефе «Сад». Исеме шунан килә. Ләкин уны «Дауыт сүрәһе» тип тә йөрөтәләр.
  • 39. Зүмәр (халыҡ өйөрө) — Зүмәр сүрәһе 75 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. 71-73-се аяттарҙа кафырҙар менән мөьминдәр ойошторған халыҡ төркөмдәренән сүрәнең исеме килә. «Зүмәр» — төркөм, өйөр, йәмғиәт мәғәнәләрен эсенә алған һүҙ.
  • 40. Мөьмин (Мөьмин) — Мөьмин сүрәһе 85 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. 56, 57-се аяттары Мәҙинәлә иңгән.
  • 41. Фуссиләт (Аңлатылды) — Фуссиләт сүрәһе 54 аяттан тора. «Фуссиләт» — аңла¬тылды мәғәнәһендәге һүҙ. Мәккәлә иңгән.
  • 42. Шура (Кәңәш) — Шура сүрәһе 53 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. 23—26-сы аяттары ғына Мәҙинәлә иңгән. «Шура» — кәңәш йәки бер ойош¬маға тупланған берлек мғәнәһендә.
  • 43. Зүхруф (Алтын хазина) — Зүхруф сүрәһе 89 аяттан тора. «Зухруф» — алтын, аҫылташтар мәғәнәһендәге һүҙ. Тура мәғәнәһендәге алтындар, зиннәт түгел, күңелдәге зиннәт, рухи биҙәктәр тураһында һөйләнелгәнгә күрә, сүрәнең исеме шулай алынған.
  • 44. Дүхан (Төтөн) — Дүхан сүрәһе 59 аяттан тора. «Дүхан» — төтөн, томан мәғәнәләрендәге һүҙ. Унынсы аяттағы дүхан кәлимәһенән алынған исем.
  • 45. Жәҫиә (Теҙләнеү) — Жәҫиә сүрәһе 37 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Ҡиәмәт көнөндә теҙләнеп тороусы гөнаһлылар тураһында һөйләнелгәнгә күрә, исеме «Жәҫиә», йәғни «теҙләнеп тороу» шунан килә.
  • 46. Әхҡаф (Ҡом тауы) — Әхҡаф сүрәһе 35 аяттан тора. Ғәд ҡәүеме йәшәй торған сүлдәге ҡом бархандары ғәрәпсә «Әхҡаф» тип атала. Сүрәнең исеме шунан килә. Мәккәлә иңгән.
  • 47. Мөхәммәт (Мөхәммәт) — Мөхәммәт сүрәһе 38 аяттан тора. Был сүрә Пәйғәмбәребеҙ хәҙрәти Мөхәммәт ﷺ исемен йөрөтә. Мәҙинәлә иңгән.
  • 48. Фәтх (Еңеү) — Фәтх сүрәһе 29 аяттан тора. «Фәтех» — еңеү тигән һүҙ. Мәҙинәлә иңгән.
  • 49. Хүджүрат (Бүлмәләр) — Хүджүрат сүрәһе 18 аяттан тора. Мәҙинәлә иңгән. Исеме дүртенсе аяттағы «Хүджүрат» — бүлмәләр һүҙенән килә.
  • 50. Ҡаф (Ҡаф) — Ҡаф сүрәһе 45 аяттан тора. Мәҙинәлә иңгән. «Ҡаф» хәрефе менән башланғанға күрә, исеме лә Ҡаф тип йөрөтөлә.
  • 51. Ҙәрийәт (Таратыусылар) — Ҙәрийәт сүрәһе 60 аяттан тора. «Ҙәрийәт» һүҙе елде аңлата. Ләкин тәржемәселәр һәм тәфсирселәрҙең күбеһе уның таратыусы тигән мәғәнәһен ала.
  • 52. Тур (Тау) — Тур сүрәһе 49 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Тур» — Аллаһ Тәғәләнең хәҙрәти Муса менән һөйләшкән тауҙың исеме.
  • 53. Нәджм (Йондоҙ) — Нәджмсүрәһе 62 аяттан тора, Мәккәлә иңгән. «Нәджм» — йондоҙ тигән һүҙ. Беренсе аяттағы «нәджм» һүҙе тәржемәләрҙә һәм тәфсирҙәрҙә күбеһенсә «атылған йондоҙ», «байыған йондоҙ», «һүнгән йондоҙ» тип бирелә, әммә Хәмди Йазыр китабында Ҡөрьән нуры тураһында бәйән ителә.
  • 54. Ҡамәр (Ай) — Ҡамәр сүрәһе 55 аяттан тора. «Ҡамәр» — Ай тигән һүҙ. Айҙың ярылыуы тураһында һөйләгәнгә күрә, сүрәнең исеме шунан килә. Мәккәлә иңгән.
  • 55. Рахмән (Рахмән) — Рахмән сүрәһе 78 аяттан тора. Мәккәлә иңгән.
  • 56. Үәҡиғә(Ваҡиға) — Үәҡиғә сүрәһе 96 аяттан тора. Мәккәлә иңгән.
  • 57. Хәдид (Тимер) — Хәдид сүрәһе 29 аяттан тора. «Хәдид» — тимер тигән һүҙ. Мәҙинәлә иңгән.
  • 58. Мүжәдәлә (Бәхәс) — Мүжәдәлә сүрәһе 22 аяттан тора. «Мүжәдәлә» — бәхәс, һүҙ көрәштереү.
  • 59. Хәшер (Ҡыуып сығарыу) — Хәшер сүрәһе 24 аяттан тора. Мәҙинәлә иңгән. «Хәшер» — ҡыуып сығарыу, бер урынға туплау, йыйнау мәғәнәләрен¬дәге һүҙ. 2—7 нсе аяттарҙа йәһүд ҡәбилаһе Надир тоҡомон ҡыуыпп сығарыу тураһында һөйләнә. Һүҙҙең беренсе мәғәнәһендәге исемде алған сүрә.
  • 60. Мүмтәхәнә (Ҡатын-ҡыҙҙы Һынау) — Мүмтәхәнә сүрәһе 13 аяттан тора. Мәҙинәлә иңгән. «Мүмтәхәнә» — һыналыуға дусар ҡатын тигән һүҙ.
  • 61. Саф (Рәт) — Саф сүрәһе 14 аяттан тора. Мәҙинәлә иңгән. Аллаһ юлындағы изге һуғыш — йыһатта һуғышуысыларҙыц ғәскәр сафы тураһындағы сүрә.
  • 62. Джүмүғә(Йома) — Джүмүғә сүрәһе 11 аяттан тора. Мәҙинәлә иңгән.
  • 63. Мүнәфиҡүн (Ике йөҙлөләр) — Мүнәфиҡүн сүрәһе 11 аяттан тора. Мәҙинәлә иңгән.
  • 64. Тәғабүн (Алданыу) — Тәғабүн сүрәһе 18 аяттан тора. Мәҙинәлә иңгән. «Тәғабүн» — алданыу тигән һүҙ.
  • 65. Таләҡ (Ҡатын айырыу) — Таләҡ сүрәһе 12 аяттан тора. Мәҙинәлә иңгән.
  • 66. Тәхрим (Харам) — Тәхрим сүрәһе 12 аяттан тора. Мәҙинәлә иңгән. «Тәхрим» — тыйыу, рөхсәт итмәү, харам ҡылыу мәғәнәләрендәге һүҙ.
  • 67. Мүлк (Хәкимиәт) — Мүлк сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Мүлк», «мәлик» — батша тигән һүҙ.
  • 68. Ҡәләм (Ҡәләм) — Ҡәләм сүрәһе 52 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Нун сүрәһе тип тә йөрөтәләр.
  • 69. Хәҡҡаһ (Ҡотолғоһоҙлоҡ) — Хәҡҡаһ сүрәһе 52 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Ҡиәмәт көнөнә «Хәҡҡаһ» тип тә әйтәләр. Йәғни, Ҡиәмәт хәҡиҡәт булараҡ, хаҡ — ысынбарлыҡ булараҡ, ҡотолғоһоҙ киләсәк. Хаҡлыҡтың, дөрөҫлөктөң тантана итә торған ҡотолғоһоҙ көнө — Ҡиәмәт буласаҡ.
  • 70. Мәғәридж (Баҫҡыс буйлап) — Мәғәридж сүрәһе 44 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Мәғәридж» — баҫҡыстар буйлап өҫкә менеү, дәрәжәгә күтәрелеү мәғәнәләрен эсенә ала.
  • 71. Нүх (Нух) — Нүх сүрәһе 28 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Сүрә хәҙрәти Нух Пәйғәмбәребеҙ исемен йөрөтә.
  • 72. Джинн (Ен) — Ен сүрәһе 28 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Ҡайһы бер ендәрҙең дә Ҡөрьән тыңлағандан һуң, иман килтереп, мосолман булғандары тураһындағы сүрә.
  • 73. Мүзәммил (Ябынған) — Мүзәммил сүрәһе 20 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Ҡайһы бер аяттары Мәҙинәлә иңгән. «Мүзәммил» — ҡапланған, бөркәүес ябынған, баштан аяҡ төрөнгән тигән мәғәнәләге һүҙ.
  • 74. Мүдәҫҫир (Бөркәнгән) — Мүдәҫҫир сүрәһе 56 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. "Мүдәҫҫир "— ҡаплаулы, уранған, бөркәнгән, тигән мәғәнәләрҙәге һүҙ.
  • 75. Ҡиәмәһ (Ҡиәмәт) — Ҡиәмәһ сүрәһе 40 аяттан тора. Мәккәлә иңгән.
  • 76. Инсан (Кеше) — Инсан сүрәһе 31 аяттан тора. Мәккәлә, Мәҙинәлә иңгән.
  • 77. Мурсәләт (Йомош менән ебәрелгән) — Мурсәләт сүрәһе 50 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Мүрсәләт» — ебәрелгәндәр, күндерелгәндәр.
  • 78. Нәбә (Хәбәр) — Нәбә сүрәһе 40 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Нәбә» — хәбәр тигән һүҙ.
  • 79. Нәзиғәт (Йолҡоп алыу) — Нәзиғәт сүрәһе 46 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Нәзиғәт» — һурып, йолҡоп сығарыусылар, тигән һүҙ.
  • 80. Ғәбәсә (Һытыҡ йөҙ) — Ғәбәсә сүрәһе 42 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Ғәбәсә» — һытыҡ сырайлы, тигән һүҙ.
  • 81. Тәкүир (Төрөп ҡуйыу) — Тәкүир сүрәһе 29 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Тәкүир» — сорналыу, уралыу, бөрөшөү, бөтәрләнеү.
  • 82. Инфитар (Ярылыу) — Инфитар сүрәһе 19 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Инфитар» — ярылыу, емерелеү мәғәнәһендәге һүҙ.
  • 83. Мутаффифин (Кәметеп үлсәү) — Мутаффифин сүрәһе 36 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Мутаффифин» — һатыу, сауҙа эштәрендә алдаусылар, кәметеп үлсәүселәр тигән мәғәнәләге һүҙ.
  • 84. Иншиҡаҡ (Йыртылыу) — Иншиҡаҡ сүрәһе 25 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Иншиҡаҡ» — йыртылыу.
  • 85. Бурудж (Йондоҙҙар) — Буруж сүрәһе 22 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Буруж» — ҡаланса, манара.
  • 86. Тарих (Таң йондоҙо) — Тардиҡ сүрәһе 17 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Тариҡ» — һуңға ҡалып, кис менән ишек ҡағыусы мәғәнәһендәге һүҙ. Ләкин сүрәләге был һүҙ яҡты йондоз, кисен Күктә балҡый торған Сул¬пан йондоҙо кеүек тигән мәғәнәлә ҡулланылған.
  • 87. Әғлә (Бөйөк) — Әғлә сүрәһе 19 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Әғлә» — бөйөк тигән һүҙ.
  • 88. Ғәшийәһ (Бөйөк ваҡиға) — Ғәшийәһ сүрәһе 26 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Ғәшийә» — ҡаплаусы, томалап алыусы дәһшәт, йәғни Ҡиәмәт-Мәхшәр мәғәнәләрен үҙ эсенә алған һүҙ.
  • 89. Фәджр (Таң) — Фәджр сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Фәжер» — таң тигән һүҙ.
  • 90. Бәләд (Ҡала, Ил) — Бәләд сүрәһе 20 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Бәләд» — ҡала.
  • 91. Шәмс (Ҡояш) — Шәмс сүрәһе 15 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Шәмс» — Ҡояш тигән һүҙ.
  • 92. Ләйл (Төн) — Ләйл сүрәһе 21 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Ләйл» — төн тигән һүҙ.
  • 93. Духә (Иртәнге шәфәҡ) — Духә сүрәһе 11 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Духә» — көндөң төшкә саҡлы булған иртәнге ваҡыты мәғәнәһендәге һүҙ.
  • 94. Әш-Шәрх (Асылыу) — Әш-Шәрх сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Әш-Шәрх»—асылыу, киңәйеү, күңеле асылып китеү, һөйөнөү мәғәнәләрендә килә.
  • 95. Тин (Инжир) — Тин сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Тин» — инжир емеше һәм изге тауҙың исеме.
  • 96. Ғәләҡ (Яралғы тамсыһы) — Ғәләҡ сүрәһе 19 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Ғәләҡ» — кешенең барлыҡҡа килеүенең нигеҙендә ир кеше менән ҡатын-ҡыҙҙың орлоҡтарынан ҡатнашҡан бер тамсы шыйыҡлыҡ ята. Был һүҙ шул орлоҡ, уылдыҡ, шәһүәт, мәни мәғәнәләрендә килә. Мөхәммәткә ﷺ иң беренсе уахи ителгән сүрә ошо булыр.
  • 97. Ҡадр (Ҡәҙер кисе) — Ҡадр сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Ҡәҙер кисәһендә Ҡөрьән Кәрим иңгән, был кисәлә фәрештәләр ергә төшә.
  • 98. Бәйинәһ (Асыҡ аңлатыу) — Бәйинәһ сүрәһе 8 аяттан тора. Мәҙинәлә иңгән. «Бәйинәһ» — асыҡ дәлил, иҫбатлау, аңлатыу мәғәнәләрендәге һүҙ.
  • 99. Зилзәләһ (Ер тетрәү) — Зилзәләһ сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Зилзилә» — ер тетрәү.
  • 100. Ғәдийәт (Яу уҙышы) — Ғәдийәт сүрәһе 11 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Ғәдийәт» —уҙышыусы аттар тигән һүҙ.
  • 101. Ҡариғәһ (Ҡурҡыныс хөкөм) — Ҡариғәһ сүрәһе 11 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Ҡариғәһ» һүҙен төрлө мәғәнәләрҙә ҡулланыусылар бар. Ул — ҡапҡа ҡағыусы, Ҡиәмәт көнө, афәт килеү мәғәнәләрендә лә йөрөй. И. Крачковский иһә: яралаусы, язалаусы, тар-мар итеүсе кеүек мәғәнәһен алған. Был осраҡта Ҡариғә — Ҡиәмәт, йәғни яза биреү сифатында йөрөй. Аяттарҙы уҡып, уның теүәлерәк мәғәнәһен табырһығыҙ.
  • 102. Тәкәҫүр (Байығыуҙа ярышыу) — Тәкәҫүр сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә һәм Мәҙинәлә иңгән тип һанаусылар ҙа бар. «Тәкәҫүр»— байлыҡ йыйыуҙа яры¬шыу, малым күп, тип артыҡ ғорурланыу мәғәнәһендәге һүҙ.
  • 103. Ғаср (Киске уаҡыт) — Ғаср сүрәһе 3 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Ғаср» — йөҙ йыллыҡ,быуат, ғөмүмән, замана, ваҡыт, осор, дәүер мәғәнәләрен үҙ эсенә ала.
  • 104. Һүмәзәһ (Ғәйбәтсе) — Һүмәзәһ сүрәһе 9 аяттан тора. Мәккәлә иңгән, «һүмәзәһ» — ғәйбәт, нахаҡ һүҙ, кеше артынан һөйләнгән хурлау һүҙе, кеше араһында яман һүҙ йөрөтөү.
  • 105. Фил (Фил) — Фил сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Кәғбәне емерер өсөн күтәрелгән Әбрәхә ғәскәрендә һуғыш филдәре лә була. Филле ғәскәр ташлы ямғырҙан һәләк була.
  • 106. Ҡурайш (Ҡөрәйеш) — Ҡурайш сүрәһе 4 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Ҡәғбә тарафында йәшәгән күп һанлы ҡәүем — Ҡөрәйеш ҡәбилаһе ине.
  • 107. Мәғүн (Хәйер-саҙаҡа) — Мәғүн сүрәһе 7 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Мәғүн» — саҙаҡа-хәйер, зәкәт биреү. Берәй әйберҙе йәки малды бурысҡа, ваҡытлыса ҡулланып тороу өсөн биреп тороу.
  • 108. Кәүҫар (Байлыҡ) — Кәүҫар сүрәһе 3 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Кәүҫәр» — төкәнмәҫ байлыҡ тигән һүҙ. Йәннәттәге мәңгелек шишмәнең исеме лә — Кәүҫәр.
  • 109. Кәфирүн (Кафырҙар) — Кәфирүн сүрәһе 6 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Кәфирүн» — кафырҙар.
  • 110. Наср (Ярҙам) — Наср сүрәһе 3 аяттан тора. Мәҙинәлә иңгән. «Наср» — ярҙам.
  • 111. Мәсәд (Хөрмә ағасы сүсе) — Мәсәд сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. Был сүрәнең башҡа исемдәре лә бар: Тәббәт, Ләһәб.
  • 112. Ихлас (Ихласлыҡ) — Ихлас сүрәһе 4 аяттан тора. Мәккә менән Мәҙинәлә иңгән һанала. «Ихлас» һүҙе «берҙәмлек» йәки «пакланыу» тип тә тәржемә ителә.
  • 113. Фәләҡ (Таң атыу) — Фәләҡ сүрәһе 5 аяттан тора. «Фәләҡ» — таң атыу тигән һүҙ.
  • 114. Нәс (Кешеләр) — Нәс сүрәһе 6 аяттан тора. «Нәс» — инсандар, кешеләр тигән һүҙ.
  1. Welch, Paret, Pearson, 1986, цитата: After the Fātiḥa , the sūras are arranged roughly in order of descending length, beginning with “The Cow” (II)...
  2. Лингвистическое исследование Корана [[1]]