Эстәлеккә күсергә

Усман Ҡөрьәне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Усман Ҡөрьәне
Мөхәррир Зәйет ибн Сабит
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Усман Ҡөрьәне — Ҡөрьән кодексы, заманында хәлифә Усман ибн Әффан кодлаштырылған Һәм Хәлифәлектең төрлө провинцияларына күсермәләре таратылған.

Ғәрәбстан ярымутрауынан ситтә Ғәрәп хәлифәлегенең Сүриә һәм Ираҡ ғәскәрҙәре ғазауаттарының береһендә Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡыу тураһында бәхәс була. Был бәхәстәрҙән борсолоп, хәрби начальник Хүҙәйфә ибн әл-Йәмән хәлифә Усман янына килә һәм был хәлде төҙәтеүҙе һәм мосолмандарҙың Изге Китап буйынса бәхәстәре арҡаһында тарҡалыуына юл ҡуймауҙы һорай. Яуап итеп Усман ибн Әффан Ҡөрьәнде кодлаштырыу буйынса эш ойоштора, был уны уҡыу буйынса бәхәстәрҙе бөтөрөргә тейеш була. Ул Хафса бинт Ғүмәрҙән хәлифә Әбү Бәкер Әс-Сиддиҡ ваҡытында йыйылған нөсхәне һоратып ала. Кодификация буйынса эш Пәйғәмбәр Мөхәммәттең секретары булған Зәйет ибн Сабитҡа һәм өс ҡорайышҡа йөкмәтелә. Уҡыу ысулында айырмалар килеп сыҡҡанда Усман ғәрәп теленең ҡорайыш диалектында яҙылған вариантын ҡулланырға тәҡдим итә[1].

Усман Ҡөрьәненең күсермәләре Бәсраға, Әл-Күфәгә, Дамаскыға һәм Мәккәгә (ғәрәп тарихсыһы әл-Яҡуби Мысыр, Бахрейн, Йәмән һәм Жәзирәне өҫтәй) ебәрелә. Ҡалған варианттарҙы юҡ итергә бойороҡ бирелә, әммә күп кенә уҡыусылар ҡаршылыҡ күрһәтә һәм баш тарта (мәҫәлән, Әл-Күфәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәһеҒабдулла ибне Мәсғүд). Ваҡыт үтеү менән Ҡөрьәндең бөтә каноник булмаған нөсхәләре Усман нөсхәһенә алмаштырыла[1].

Усман Ҡөрьәненең ҡулъяҙмаларының береһе тип фаразланған нөсхә Истанбулдағы Топҡапы һарайында һаҡлана[2]. Сәмәрҡәнд күфи Ҡөрьәне, унда, фаразлауҙар буйынса, Хәлифә Усмандың ҡаны ҡулланылған, Ташкентта Хәҙрәти Имам Ансамбленә ингән Моғйи Мөбәрәк мәҙрәсәһендә һаҡлана[3].

  1. 1,0 1,1 G. S. Reynolds, 2006
  2. Энциклопедия ислама(недоступная ссылка)
  3. Комплекс «Хазрати Имам». Мой город. Дата обращения: 4 февраль 2021. Архивировано 29 ноябрь 2019 года.
  • ʿUthmān / G. S. Reynolds // Encyclopaedia of the Qurʾān. — Leiden : E. J. Brill, 2006. — Т. 5. — P. 408—410. (платн.)