Эстәлеккә күсергә

Ҡөрьән сылбыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡөрьән сылбыры
Дәүләт  СССР
 Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы
Ваҡиға ваҡыты 1940

Ҡөрьән сылбыры (035-се эш) — 1940 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ы НКВД хеҙмәткәрҙәре тарафынан Ҡаҙаҡ, Төркмән, Үзбәк һәм Тажик ССР-ҙары һәм РСФСР мосолман рухани вәкилдәренә һәм диндарҙарына ҡарата уйлап сығарылған енәйәт эшенең оператив исеме. Эш буйынса ҡулға алынған кешеләр «панислам баш күтәреүселәр ойошмаһын» төҙөүҙә ғәйепләнә. Эш барышында шикле тип һаналған 237 кеше йәлеп ителә (мосолман дин әһелдәре, революцияға тиклемге донъяуи элита вәкилдәре). Ула, йәнәһе, Урта Азия территорияһында мосолман руханиҙары етәкселегендә шәриғәт ҡанундарына нигеҙләнгән дәүләт төҙөргә ниәтләгәндәр, был эште улар «кафыр большевиктар һәм совет власына ҡаршы капиталистик мосолман дәүләттәренең» ҡораллы ярҙамында эшләргә уйлағандар. Тикшереү версияһы буйынса, баш күтәреүселәр ойошмаһы мосолман илдәренең (Иран, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә), Бөйөк Британия һәм Франция) разведкалары менән бәйле булған. Эш буйынса 70 кеше ҡулға алына, шул иҫәптән 12 кеше атып үлтерелә. 1959 йылдың "Ҡөрьән сылбыры"ның бөтә фигуранттары «енәйәт составы булмау» айҡанлы аҡланалар.

«Ҡөрьән сылбыры» атамаһы Ҡаҙаҡ ССР-ы НКВД документтары араһында 035-се һанлы енәйәт эшен билдәләү өсөн ҡулланылған. Республика НКВД-һы, 1940 йылда бер нисә енәйәт эшен бер эшкә берләштереп, әлеге эште уйлап сығарған [1].

Тәүге совет власы йылдарында большевиктар исламға һәм мосолман руханиҙарына ҡарата Урыҫ православие сиркәүенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ мөғәмәлләлә булалар. Был, бер яҡтан, тышҡы сәйәсәт факторы менән (донъя революцияһы идеяһын мосолман илдәренә һәм территооияларына алға һөрөү) бәйле булһа, икенсе яҡтан, эске сәйәси факторҙар (Урта Азиялағы дини элиталар менән конкуренция) үҙ ролен уйнай. 1929 йылға тиклем мосолман руханиҙарына ҡарата репрессиялар сағыштырмаса йомшаҡ була.

СССР мосолман руханиҙары 1920-се йылдарҙа диниә назараттары рәүешендә үҙ үҙәктәрен булдыра. СССР күләмендә әлеге осорҙа Үҙәк диниә назараты (ЦДУМ) төп ролде уйнай. назарат 1920 йылда булдырыла һәм 1923 йылда РСФСР властары тарафынан раҫлана. ЦДУМ резиденцияһы Өфөлә урынлаша. 1920-се йылдарҙа ЦДУМ үҙ йоғонтоһон РСФСР-ға ғына түгел, Урта Азияға ла йәйелдерергә ниәтләй. Урта Азия руханиҙары ойоштороу буйынса Волга-Урал руханиҙарынан эре берләшмәләре булмауы менән айырыла. Ысынында Урта Азия муллалары бер кемгә лә буйһонмай. Волга-Урал муллалары 1917 йылға тиклем үк Ырымбур мосолман диниә назаратына берләшкән була. ЦДУМ ошондай уҡ дини берекмәләрҙе Урта Азияла һәм Ҡаҙағстанда булдырырға тотона. 1920-се йылдарҙың уртаһында Ташкентта Үзбәк ССР-ының мөфтиәте ғәмәлдә була, әммә был мөфтиәттең республика руханиҙары араһында һиҙелерлек абруйы булмай[2]. Улай ғына ла түгел, Үзбәк ССР-ы территорияһында был осорҙа бер нисә бойондороҡһоҙ дини идаралығы була.

1927 йылға ҡарата айырым дини идаралыҡтары Сәмәрҡәнд, Коканд, Андижан, Наманган, Маргелан, Боронғо Бохара һәм Хиуала ғәмәлдә була[2]. 1926 йылда Диниә назараты вәкиле Төркмәнстанға ебәрелә[3].

1920-се йылдарҙа совет мосолмандарының бер дини үҙәге эргәһендә берләшеүе ОГПУ-ның Көнсығыш бүлеге тырышлығы арҡаһында бойомға ашмай, сөнки әлеге бүлек «көнсығыш республикалары» дини идаралыҡтары ЦДУМ-дан айырылып, үҙ автономияһын булдырыу өсөн көрәш башлай[4]. Ошо сәйәсәт һөҙөмтәһендә, ЦДУМ Ҡаҙағстан һәм Урта Азия дини идаралыҡтары өҫтөнән контролен юғалта. 1928 йылда ЦДУМ юрисдикцияһынан совет Ҡаҙағстаны сығасыға[5].

1929—1930 йылдарҙа СССР-ҙағы коллективлаштырыу менән һәм тышҡы сәйәсәт курсы үҙгәреүе менән бәйле мосолмандарға ҡарата совет власының сәйәсәте ҡырҡа үҙгәрә: бер нисә мәсет ябыла, енәйәт эштәре буйынса ҡайһы бер мосолман руханиҙары хөкөм ителәМосолмандарҙы эҙәрлекләү һиҙелерлек көсәйә. Был хаҡта 1930 йылда Өфөлә Үҙәк Диниә назараты рәйесе Ризаитдин Фәхретдиновты ҡабул иткән Петр Смидович та дәлилләй[6]. Осрашыу һөҙөмтәһендә ул Михаил Калининға мөрәжәғәт итә. Яҙмаһында ул, башҡа конфессиялар диндарҙары хоҡуҡтары менән сағыштырмаса мосолмандарҙың хоҡуҡтары күпкә хөртөрәк, тип билдәләй[6]:

Бөтә мосолман дини ойошмалары тулыһынса ҡыйратылыу һәм ер йөҙөнән юғалыу хәлендә. Әлегә мөхтәсәбәттәрҙең (мосолман епископаттары) 87 % ябылған, 12 000 мәсеттән 10 000-дән ашыуы ябылған, 90 % -дан 97 %-ҡа тиклем муллалар һәм мөәдзиндәр ғибәҙәт ҡылыуҙан мәхрүм ителгән… Мосолман ғибәҙәте буйынса хәлдәр башҡа ғибәҙәттәргә ҡарағанда насарыраҡ, әммә, дөйөм алғанда, бөтә ғибәҙәттәр өсөн бер үк ғәҙәти күренеш…

1930 йылдың аҙағына мосолман диндарҙарын эҙәрлекләү шауҡымы тамамлана һәм бер нисә ташлама эшләнә. Элек тартып алынған мәсеттәрҙең ҡайһы берҙәре кире ҡайтаралар, мәсеттәрҙе ябыуҙа әүҙемлек күрһәткә кешеләр хөкөмгә тарттырыла. Диндарҙарҙы һәм руханиҙарҙы яҡлау һәм урындағы властар уларҙың хоҡуҡтарын боҙмауын күҙәтеп тороу өсөн махсус орган булдырыла — СССР ВЦИК Президиумы ҡарамағындағы дин мәсьәләләре буйынса даими комиссия (1929 йылдың майында төҙөлә, етәксеһе Петр Смидович[7]). Урындарҙа Смидович комиссияһына буйһонған ғибәҙәт комиссиялары булдырыла. Комиссиялар диндарҙарҙың хоҡуҡтарын боҙоу буйынса ялыуҙарҙы тикшерергә тейеш була, әммә бындай комиссиялар бөтә ерҙә лә ойошторолмай.

1933 йылдан алып Комиссия (1935 йылда Смидовичты Петр Красиков алмаштыра)үҙ эшен һүлпән алып бара, өҫтәүенә дингә ҡаршы көрәшеүселәргә ташламалар бирелә[8]. 1934 йылда Комиссия формаль рәүештә бөтөрөлә, әммә уның аәкәләттәре шунда уҡ яңы органға тапшырыла — СССР ВЦИК Президиумы ҡарамағындағы дини мәсьәләләрҙе тикшереү буйынса даими комиссия — уның етәксеһе итеп шул уҡ Смидович тәғәйенләнә[9]. Шулай итеп, 1933—1935 йылдар урындағы властар яғынан руханиҙарға һәм диндарҙарға әкренләп һөжүмдең көсәйеү осоро булып тора.

1936—1938 йылдарҙағы мосолман руханиҙарына ҡарата сәйәси процестар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оло террор осоронда мосолман руханиҙарына бөтә ил территорияһын ялмап алған репрессия тулҡыны ябырыла. 1936 йылда Мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе Ризаитдин Фәхретдинов мөфтөй һәм Башҡорт АССР-ы мосолмандарың үҙәк диниә назараты мөфтөйө Мөтиғулла Ғатауллин вафат булып ҡалалар. Совет властары Фәхретдинов урынына рәйесте һайлауға рөхсәт бирмәйҙәр[10]. Мөфтөйҙөң бурыстарын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Ғабдрахман Рәсүлев тәғәйенләнә. Шул уҡ йылда властар «ЦДУМ етәкселәренең фетнәһе тураһында» енәйәт эше асыла, уның һөҙөмтәһендә 30-ҙан ашыу кеше ҡулға алына һәм атып үлтерелә, шул иҫәптән ЦДУМ-дың өс казыйы[11]. Диниә назараты эше яҡынса ике йыл дауамында тикшерелә. ЦДУМ эше менән бәйле 1920-се йылдарҙа дини идаралыҡтар ғәмәлдә булған ерҙәрҙә йәшәгән руханиҙар ҡулға алына. Мәҫәлән, ЦДУМ эше буйынса Ташкент муллалары ҡулға алына[12].

Волга-Урал руханиҙарына ҡарата эште уйлап сығарғанда совет тәфтишселәре, 1937—1938 йылдарҙа руханиҙар Урта Азия һәм Ҡаҙағстан менән бәйле булған һәм уның менән берлектә контрреволюцион көрәш алып барырға маташҡан, тигән фекерҙе һыҙыҡ өҫтөнә алалар. Ғәҙәттә дин әһелдәрен панисламизмда йәки пантюркизмда ғәйепләйҙәр (контрразведка документтарында йыш ҡына «милләтселек» һүҙе менән алмаштыралар). Ҡәғиҙә булараҡ, совет махсус органдары хеҙмәткәрҙәре панисламист тип бөтә СССР мосолмандары өсөн берҙәм дини идаралыҡты булдырыу яҡлы булған йәки бөтә донъя мосолмандарының берлеге тураһында фекер йөрөткән дин әһелен атайҙар[13].

«Пантюркист» («милләтсе») тип мосолман дини ойошмаһын милли сығышы буйынса ойоштороу кәрәк тип һанаған дин әһелен атағандар[14]. Пантюркист һәм панисламист төшөнсәләрен айырыу шул тиклем ауырға тура килгән, күрәһең, хатта бер үк кеше бер үк ваҡытта совет махсус органдары документтары буйынса пантюркист булып та, паниисламист булып та нарыҡланғандар. Мәҫәлән, Кашаф Тәржеманов 1923 йылғы "Башҡортостан мосолман руханиҙары һәм татар-башҡорт милләтселәре исемлеге"ндә милләтсе тип иҫәпләнә, ә Татар ГПУ-һының сәйәси бүлеге өҙөмтәләрендә (1922 йылдың декабрендә төҙөлә) панисламист булып үтә[15]. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тәфтишселәр, Волга буйы татар-башҡорт руханиҙары советтарға ҡаршы эшмәкәрлеген Урта Азия һәм Ҡаҙағстан дин әһелдәре менән берлектә башҡарғандар, тип дәлилләргә тырыша.

1937 йылда Башҡорт АССР-ында тәүге ҡатын-ҡыҙ-ҡаҙый Мөхлисә Буби етәкселегендәге «контрреволюцион буржуаз-милләтсе баш күтәреүсе» ойошмаһы ҡыйратыла[16]. Тикшереү версияһы буйынса, әлеге ойошманың филиалдары Ҡаҙағстанда була һәм Мәғди Мағҡулов аша Урта Азия менән бәйләнештәр булдырыла[16]. 1937 йылда М. Буби атып үлтерелә. 1938 йылда (Диниә назараты эше менән бер рәттән) «Иҙел-Урал ойошмаһы» тураһында эш уйлап сығарыла. Был эш буйынса ғәйепләнеүселәр, йәнәһе, «төрки халыҡтар йәшәгән СССР территорияһындағы Татарстан, Башҡортостан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан һәм Ҡаҙағстан» совет мосолмандары Көнсығыш Төркөстанды (Көнбайыш Ҡытай) үҙ биләмәләренә ҡушып, «Бөйөк Туран» дәүләтен төҙөргә уйлағандар[17].

1937—1938 йылдарҙа Көньяҡ Ҡаҙағстанда һәм Үзбәкстанда мосолман эмиграцияһы һәм япон разведкаһы менән бәйле «советтарға ҡаршы панисламист террористик-баш күтәреүсе һәм шпион-диверсия ойошмаһы» фашлана[18]. Был эш буйынса ғәйепләнеүселәрҙең күпселеге (267 кешенән — 231) Көньяҡ Ҡаҙағстандан була, ҡалғандары — Үзбәкстандан[18]. Эште «Үҙәк диниә назараты эше» менән бәйләйҙәр: ҡулға алынғандарға ЦДУМ составынан «япон агенттары» ҡаҙый Мәғди Мағҡулов (1937 йылда атып үлтерелә) һәм мөфтөй урынбаҫары Кашаф Тәржеманов (1936 йылда ҡулға алына, вафат булыу датаһы асыҡланмаған) менән бәйләнештә булыу ғәйебе тағыла[18]. Эш һөҙөмтәһе буйынса, ике күренекле дин ишаны үзбәк Йосопхан Умартүрәев һәм ҡаҙаҡ Алкен Джангирходжаев (уларҙы совет органдары ойошманың башлыҡтары тип дәлилләй) 1937 йылда атып үлтерелә[18].

1938 йылдың апрелендә Красиков етәкселегендәге Комиссия бөтөрөлә, ә дин менән бәйле барлыҡ мәсьәләләр СССР НКВД-на тапшырыла[19]. Комиссияны юҡҡа сығарыу менән диндарҙар һирәк булһа ла уларҙың хоҡуҡтарын яҡларға маташҡан дәүләт органы юғалталар. Улай ғына ла түгел, диндарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау шул уҡ хоҡуҡтарҙы боҙған структура ҡарамағына тапшырыла.

«Ҡөрьән сылбыры» нисек барлыҡҡа килгән?

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1940 йылдың беренсе яртыһында Ҡаҙаҡ ССР-ы НКВД-һы Көньяҡ Ҡаҙағстан һәм Аҡтүбә өлкәләре буйынса ете оператив эштәр алып бара[17]. 1940 йылдың 20 июнендә бөтә ошо эштәр бер эшкә туплана[17].

1940 йылдың 3 июлендә Ҡаҙаҡ ССР-ы территорияһында йәшәгән ишан Суфыйхан Искәндәров ҡулға алына, тикшереү ваҡытында ул Үзбәкстанда күрше Афғанстандағы мосолман эмиграцияһы менән бәйле панисламистар ойошмаһы бар, тип күрһәтмәләр бирә[2]. Искәндәровтың күрһәтмәләре (тикшереү Алматыла үтә) һәм агентура хәбәрҙәре буйынса НКВД хеҙмәткәрҙәре Сәмәрҡәнд һәм Сәмәрҡәнд өлкәһендә, Төркмәнстанда һәм Ҡаҙағстанда ғәйепләнеүселәрҙе «асыҡлай»[2]. Искәндәров үҙе 1907 йылда Сәмәркәнд өлкәһе Аҡ Даръя районы Тура Айғыр ҡышлағында тыуған, юғары дини белемле ишан, мулла[2].

1940 йылдың 1 октябренә 51 кеше ҡулға алына (улар араһынан 31 кеше ғәйебен таный), тағы ла 19 кеше ҡулға алырға планлаштырыла[20]. Барыһы 035-се эш буйынса 70 кеше ҡулға алына, шик аҫтында булғандарҙың һаны 242 кеше булыуға ҡарамаҫтан, улар ҡулға алынмай һәм хөкөм ителмәй[21].

«Ҡөрьән сылбыры» эше буйынса ғәйепләнеүселәрҙең күпселеге Ҡаҙаҡ ССР-ынан, башлыса Аҡтүбә һәм Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәләренән. Ҡаҙағстанда «Ҡөрьән сылбыры» эше буйынса 1940 йылдың октябренә 238 кеше ҡулға алына[22]. Был кешеләр араһынан Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенән 119 кеше була, ә Аҡтүбә өлкәһендә — 72 кеше[23].

"Ҡөрьән сылбыры"ның бер үҙәге Үзбәк ССР-ының Сәмәркәнд өлкәһендә «табыла». Уның активы, йәнәһе, алты кешенән торған[2]: Суфыйхан Искәндәров, Хоҙайбирҙе Ҡара-Әхмәтжан, Муса-хужа Әминов, Камалетдин (Кутбитдин) Вәлихан-Мөхитдин, Парасхужа Мөьминходжаев,Асҡар Иҡрамов-Ҡасымов. Был төбәктәге ҡулға алынғандарҙың һаны билдәһеҙ, сөнки улар Үзбәкстан архивтарында һаҡлана. Искәндәров һәм Иҡрамов-Ҡасымов тураһында ғына мәғлүмәттәр аныҡ билдәле[24].

«Ҡөрьән сылбыры» буйынса ғәйепләнеүселәрҙең йәшәгән урындары[18]:

  • Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе — 119 кеше;
  • Аҡтүбә өлкәһе — 72 кеше;
  • Гурьев өлкәһе — 12 кеше;
  • Чкалов өлкәһе (РСФСР) — 25 кеше;
  • Үзбәкстан;
  • Төркмәнстан;
  • Тажикстан.

«Ҡөрьән сылбыры» эше фигуранттарының күпселеге 1929—1931 йылдарҙа уҡ «советтарға ҡаршы агитация һәм эшмәкәрлек өсөн» хөкөм ителгән була[25].

«Ҡөрьән сылбыры» эше буйынса ғәйепләнеүселәр социаль яҡтан ике категорияға бүленә: дин әһелдәре (ишандар һәм муллалар) һәм донъяуи әһелдәр (башлыса аристократия вәкилдәре). Мәҫәлән, Камалетдин Мөхитдинов-Вәлиханов билдәле ишан һәм ер хужаһы улы була. Мөхитдин Вәлиханов 1928 йылда милкенән һәм һайлау хоҡуғынан мәхрүм ителгәс, башта Афғанстанға, һуңынан Аравияға ҡаса, 1930 йылда Мәҙинәлә вафат була[26]. Тәфтишселәр версияһы буйынса, ошо ваҡыттан алып Камаледин Мөхөтдинов-Вәлиханов атаһының бөтә мөриттәре менән етәкселек итә һәм ошо сифатта «даими рәүештә мосолмандар араһында советтарға ҡаршы панисламист эшмәкәрлеген алып бара»[26]. Һорау алған саҡта Мөхөтдинов-Вәлиханов уға буйһонған мөриттәр (яҡынса 60 кеше) Тажикстан һәм Үзбәкстан территоорияһында йәшәйҙәр, тип хәбәр итә[26].

«Ҡөрьән сылбыры» эшендә телгә алынған тағы ла бер айырым төркөм — мөриттәр. Мөриттәрҙең һаны хатта ишандарҙың үҙҙәренә лә билгеле булмай. Сәмәркәнд ишандарының һорау алыу протоколдарында мөриттәрҙең исемдәре генә тора, исемдәре эргәһендә «фамилияһы билдәһеҙ» тигән билдә ҡуйылған[26]. Ысынлап та, Урта Азияла мөриттәрҙе атаһынан улына тапшырыу практикаһы була — вафат булған ишан атаһынан — ишан исемен мираҫ итеп алған улына[26]. Шул уҡ ваҡытта күп кенә ишандар мөриттәрен тышҡы ҡиәфәтенән генә таный алғандар, шуға күрә совет органдары ойошмаға шик аҫтында булған ишандың иң яҡын аралашыу даирәһендәге кешеләрҙе индергәндәр. Ишан менән аралашҡан кешеләрҙе тәфтишселәр «мөриттәр, панисламист кадрҙар» тип атаған[27].

Ғәйепләү: тикшереү версияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшереү версияһы ошолай була. "Панисламист ойошмаһы"ЦДУМ етәкселеге (мөфтөй Ризаитдин Фәхретдинов, уның ярҙамсыһы Кашаф Тәржеманов һәм ҡаҙый Мәғди Мағҡулов) ҡушыуы буйынса «шпион-разведка эшен» алып барырға тейеш була. был күрһәтмәләрҙе, йәнәһе, кҡаҙаҡ һәм Урта Азия мөхтәсибтәре, муллалары һәм ишандары мосолмандарҙың 1923 һәм 1926 йылдарҙағы Бөтә Рәсәй съездарында алғандар[24].

Үҙәк етәкселеге урындарҙа, изге китаптарҙы файҙаланып, совет власына ҡаршы пропаганда алып барырға тейеш була. Мәҫәлән, Сәмәркәнд үҙәге етәкселеге бының өсөн «мосолман халҡын кафырҙар менән аяуһыҙ көрәшкә әйҙәгән» Рөстәми-Достан һәм Абу-Мөслим китаптарын ҡуллана. Ҡараәхмәтжан Хоҙайбирҙиев советтарға ҡаршы йөкмәткеле шиғырҙар яҙа, өҫтәүенә, бер шиғырында « Советтар Союзында, йәнәһе, аслыҡ, икмәк һәм башҡа аҙыҡ-түлек етешмәүе тураһында ғәйбәт имеш-мимештәр» килтерелә"[24].

Пропаганданан тыш, ойошма ағзалары диверсиялар менән шөғөлләнергә тейеш булалар. Мәҫәлән, ғәйепләнеүселәрҙең береһе капиталистик илдәр менән СССР араһында Алма-ата нефтебазаһын яндырырға ризалаша[28].

Сит илдәге мосолман эмиграция менән бәйләнешәтр ғәйепләнеүҙәрҙең бер пункты булып тора. Иң тәүге нәүбәттә ғәйепләү Афғанстан менән бәйләнештәргә ҡағыла. Эш буйынса документтарҙа билдәләүенсә, СССР- Афғанстан сиктәрендә «Советтар Союзынан ҡасҡан бик күп баҫмасылар, байҙар, муллалар, ишандар» ҡасып йөрөй[26]. Был эмиграцияның һаны, совет органдары баһалары буйынса, бик ҙур була. 1944 йылғы мәғлүмәт-аналитик күҙәтеүенән күренеүенсә, 1930-сы йылдар башында Афғанстандың төньяҡ райондарында СССР-ҙан ҡасҡан 4 миллион тирәһе мосолман йәшәгән[29]. Хәҙерге тикшеренеүселәр күпкә башҡа төрлө һандар килтерәләр — 1930-сы йылдар башында Синьцзян һәм Афғанстанға ҡасып сыҡҡан совет граждандарының һаны ярты миллиондан бер миллионға тиклем[29]. Һәр осраҡта Афғанстанда эмигранттарҙың һаны күберәк була. «Ҡөрьән сылбыры» эшендә Аҙай ихтилалының элекке ҡатнашыусыларынан торған ике эмигрант ойошмаһы телгә алына[30]:

  • Бохара һәм Төркөстан эмигранттар йәмғиәте. Был ойошма «Эмигрант тауышы» гәзитен сығара, уның үҙәге Дели ҡалаһы була. Филиалдары Бомбей, Ҡабул, Дамаск, Мәккә, Истамбул, Париж һәм Берлин ҡалаларында урынлаша;
  • Урта Азияның милли мосолман йәмғиәттәре федерацияһы. 1921 йылдың авгусында Төркөстанда легаль булмаған рәүештә барлыҡҡа килә, 1923 йылдан сит илдә эш итә. Истамбулда, Парижда һәм Берлинда «Яңы Төркөстан» һәм «Йәш Төркөстан» журналдарын баҫтырып сығара. Яҡынса 1942 йылда нәшер итеүе туҡтатыла.

Ғәйепләнеүселәр совет-афған сиген бер нисә тапҡыр аша үтәләр. Мәҫәлән, Суфыйхан Искәндәров уңын мөриттәре лә шул эмигранттар араһында булыуы, уларҙың афған сигендә йәшәгәнен һәм ул үҙе лә сикте аша үтеп йөрөүе тураһында күрһәтмәләр бирә[26].

Шулай уҡ Ҡаҙаҡ ССР-ы НКВД-һы бөтә ғәйепләнеүселәргә Франция, Бөйөк Британия, Төркиә, Иран һәм Сәғүд Ғәрәбстаны разведкалары менән бәйләнештә булыу ғәйебен тағалар, йәнәһе, ғәйепәнеүселәр уларҙан ҡораллы ярҙам көткән[31]. Өсөнсө рейх разведкаһы менән бәйләнештәрҙә бер кем дә ғәйепләнмәй, эш материалдарында немец хәүефе тураһында телгә алынмай[25].

«Ҡөрьән сылбыры» эше буйынса 1940 йылдың 13 октябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ының КП Үҙәк Комитеты секретары Н. А. Скворцовҡа ебәрелгән хатта һәм ғәйепләү һығымтаһында «бөтә панисламист берләшмәләренең» маҡсаты — СССР территорияһында ҡораллы ихтилалды әҙерләү, уның һөҙөмтәһендә шәриғәт ҡанундары буйынса бойондороҡһоҙ мосолман дәүләте төҙөлөргә тейеш, тип белдерелә[32].

Тикшереү версияларын тәнҡитләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшереү материалдарын өйрәнгән тарих фәндәре докторы Юлия Гусева ғәйепләүҙәрҙең нигеҙһеҙ булыуын күрһәтә[33][34]:

  • Тикшереү органдары иғлан иткән ЦДУМүдағы «төрөк агенттары» Мәғҡулов һәм Тәржеманов «Ҡөрьән сылбыры» эшендә ҡатнаша алмайҙар, сөнки Мәғҡулов күптән атып үлтерелгән була, ә Тәржеманов яҡынса дүрт йыл төрмәлә ултыра. Бынан тыш, Ҡаҙағстандың һәм Ҡырғыҙстадың бер нисә ҡалаһындағы мосолман руханиҙары 1936 йылғы һайлауҙарҙа (Р. Фәхретдиновтың вафатынан һуң) Тәржемановтың оппоненты Ғ. Рәсүлевҡа теләктәшлек белдерә;
  • Уйҙырма панисламизм хәүефе факторын ҡулланыу. Рәсми фараз буйынса (1944 йылғы мәғлүмәт-аналитик яҙма) СССР-ҙа панисламизм 1937 йылда уҡ бөтөрөлә;
  • 1928—1936 йылдарҙа ЦДУМ-дың «панисламист эшмәкәрлеген» Урта Азияла һәм Ҡаҙағстанда алып барыуы тураһында дәлилдәр булмауы. ЦДУМ һәм Урта Азия муллалары араһында 1930—1940 йылдар араһында системалы һәм күләмле бәйләнештәр булыуы тураһында аныҡ дәлилдәр юҡ;
  • Дәлилдәрҙең байтаҡ өлөшө — ғәйепләнеүселәрҙең үҙ ғәйебен таныу.

Хөкөм эштәре буйынса аныҡ һандар тураһында «Ҡөрьән сылбыры» эше буйнса хөкөм ителгәндәрҙең теүәл һаны билдәһеҙ. Эш буйынса күп кенә документтар Урта Азия республикалары архивтарында һаҡлана һәм тикшереүселәр улар менән таныша алмай.Ҡайһы бер ғәйепләнеүселәрҙең эштәре судҡа тапшырылыуы тураһында билдәле (ул ваҡытҡа судтан тыш НКВД «тройкалары» бөтөрөлә) билдәһеҙ, әммә улар РСФСР Енәйәт кодексының 58 статьяһы буйынса хөкөм ителә[21].

Ҡаҙағстандан 12 мулла атып үлтереүгә хөкөм ителә[25]. Ҡайһы берҙәрен атмайҙар. мәҫәлән, Суфыйхан Искәндәров Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы хөкөмө буйынса 1941 йылдың 1 мартында 10 йылға хөкөм ителә (холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры. 1992 йылдың 21 авгусында аҡлана[2].

1959 йылдың 27 авгусында 035-се эш буйынса ғәйепләнеүселәрҙең бөтәһе лә «енәйәт составы булмау» сәбәпле аҡлана[21].

«Ҡөрьән сылбыры» эшен тикшереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡөрьән сылбыры» эше оҙайлы ваҡыт дауамында тарихсылар тарафынан өйрәнелмәй. Был эш тураһында совет һәм постсовет фәнни әҙәбиәтендә, сәйәси репрессиялар ҡорбандары мәғлүмәти базаларында бер ҡасан да телгә алынмай[35]. Был эш бик тиҙ онотола — совет махсус органдарының 1944 йылғы аналитик яҙмаларында панисламизм тураһында эш күрһәтелмәй[35][35]. Эш буйынса тикшеренеүҙәр 2017 йылда ғына, Ҡаҙағстан архивтарының береһендә, эш буйынса документарҙың бер өлөшө табылғандан һуң башлана.

  1. Гусева, 2017, с. 114—115
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Гусева, 2017, с. 116
  3. Гусева, 2017, с. 118
  4. Гусева Ю. Н. Объединительные тенденции в деятельности Центрального духовного управления мусульман в 20-е годы XX века // Эхо веков — Гасырлар авазы. — 2013. — № 1/2. — С. 50 — 55.
  5. Гусева, 2017, с. 95
  6. 6,0 6,1 Одинцов, 2014
  7. Одинцов, 2014, с. 184
  8. Одинцов, 2014, с. 204, 206
  9. Одинцов, 2014, с. 206
  10. Ислам и советская власть (1917—1936). Сборник документов / Сост. Д. Ю. Арапов. — М., 2010
  11. Юнусова А. И. Ислам в Башкортостане. — Уфа, 1999. — С. 170—190
  12. Гусева, 2017, с. 90
  13. Гусева, 2017, с. 95—96
  14. Гусева, 2017, с. 96
  15. Гусева, 2017, с. 92
  16. 16,0 16,1 Гусева, 2017, с. 94
  17. 17,0 17,1 17,2 Гусева, 2017, с. 91
  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 18,4 Гусева, Бегасилова, 2018, с. 105
  19. Одинцов, 2014, с. 216
  20. Гусева, Бегасилова, 2018, с. 106
  21. 21,0 21,1 21,2 Гусева, Бегасилова, 2018, с. 110
  22. Гусева, 2017, с. 115
  23. Гусева, Бегасилова, 2018, с. 102
  24. 24,0 24,1 24,2 Гусева, 2017, с. 117
  25. 25,0 25,1 25,2 Гусева, Бегасилова, 2018, с. 109
  26. 26,0 26,1 26,2 26,3 26,4 26,5 26,6 Гусева, 2017, с. 120
  27. Гусева, 2017, с. 120—121
  28. Гусева, Бегасилова, 2018, с. 103
  29. 29,0 29,1 Гусева, Бегасилова, 2018, с. 108
  30. Гусева, Бегасилова, 2018, с. 108—109
  31. Гусева, Бегасилова, 2018, с. 104
  32. Гусева, 2017
  33. Гусева, 2017, с. 91, 95
  34. Гусева, Бегасилова, 2018, с. 100—101
  35. 35,0 35,1 35,2 Гусева, Бегасилова, 2018, с. 100
  • Гусева Ю. Н. Мрачное эхо «Дела ЦДУМ»: «Цепь Корана» и репрессии против мусульманской элиты в СССР (1940 год) // Новый исторический вестник. — 2017. — № 2 (52).
  • Гусева Ю. Н., Бегасилова Ж. А. Дело о «панисламистской повстанческой организации» в Средней Азии 1940 г. // Российская история. — 2018. — № 2.
  • Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг.. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014.