Эстәлеккә күсергә

Назино фажиғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Назино фажиғәһе
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Назино ауылы Томск өлкәһе картаһында

Назино фажиғәһе (асылған совет документтарында «Назино инциденты», «Назино ауылы тирәһендәге ваҡиғалар» булараҡ билдәле) — Назино ауылы эргәһендәге 1933 йылдың май—август ваҡиғалары, Назино ауылы Обь йылғаһының уртаһындағы утрауға ҡаршы урынлашҡан. Көнбайыш-Себер крайының Александровск районында тайгалағы буш утрауға (хәҙер Томск өлкәһе территорияһы) «социаль яҡтан зыянлы һәм синфи йөҙөн юғалтҡан элементтарға» ҡаршы депортация кампанияһы барышында бер ниндәй ризыҡһыҙ, бер ниндәй ҡәрәк-яраҡһыҙ, асыҡ урынға 6100 кеше төшөрөлә. Ун өс аҙна дауамындағы аслыҡ, ауырыуҙар, ҡасырға маташыуҙар арҡаһында бары тик 2200 кеше тере ҡала. Шул уҡ ваҡытта документтарҙа тиҫтәләгән каннибализм осраҡтары теркәлә.

1932—1933 йылдарҙа паспорт системаһын индереү менән ҙур ҡалаларҙан «синфи йөҙөн юғалтҡан» итеп танылған кешеләр мәжбүри рәүештә һөрөлә. Был кешеләрҙе алдан уҡ «раскулаченныйҙар» өсөн булдырылған махсус ауылдарға/спецпоселение һөргәндәр. Ысынында, ваҡиғаны тикшергән партия документтарынан күренеүенсә, һөрөллә торған кешеләр генә түгел, ә кем тура килә, башлыса урамда, йәмәғәт урындарында һәм транспортта (поездарҙа, электричкаларҙа, вокзалдарҙа) шәхесте танытҡан документтары булған һәм документтары булмаған кешеләр тотолған, шул иҫәптән, эшкә юлланған йәки эштән ҡайтыуға сыҡҡан эшселәр (ошондай уҡ практика һуңынан «әрәмтамаҡлыҡ менән көрәш» буйынса кампаниялар сиктәрендә ҡулланыла)). нарядтар РКМ хеҙмәткәрҙәренән түгел, ә ОГПУ ғәскәрҙәре хәрбиҙәренән төҙөлә. Тотҡаланғандарҙың шәхесен асыҡлау буйынса бер ниндәй саралар үткәрелмәй, тотоу протоколдарын нарядтар төҙөмәй, тотолғандарҙы шунда уҡ йөк машиналарына ултыртҡандар һәм, себергә һөрөү өсөн, туп-тура тимер юлы эшелондарына оҙатҡандар (тикшереү материалдары быны асыҡ күрһәтә). Урам саралары массауи облаваларға оҡшаш була, ғәскәри нарядтар милиция органдары менән координациялау булмай. Бындай саралар шул тиклем ҡолас йәйе эшләнә, хатта тотолғандар араһында йәшерен хеҙмәткәрҙәр эләккән осраҡтар билдәле, уларҙың ҡайһы берҙәре эшмәкәрлеге өсөн бүләкләнгән булған, хатта ОГПУ хеҙмәткәрҙәренең яҡын туғандары эләккән — бындай аргументтарҙы нарядтар ҡолаҡҡа алмай, «тегендә асыҡларҙар» принцибы менән эш итәләр (әлеге хәл һуңынан тикшереүселәрҙең айырыуса асыуын ҡабарта һәм"беҙҙең элементтар" осраҡтары айырым исемлек менән бирелә). Нарым төньяғы һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан ҡта һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан райондарына 1933 йыл дауамында 2 миллионға яҡын кеше депортацияланырға тейеш була — һәр төбәккә берешәр миллион[1]. Шулай уҡ СССР Халыҡ Комиссарһары Советының 1933 йылдың 11 мартындағы ҡарарына ярашлы ОГПУ органдарына һәм союздаш республикаларҙың юстиция наккомдарына кисекмәҫтән енәйәтселәрҙе махсус поселениеларға ебәреп, төрмәләрҙә урындарҙы бушатырға ҡушалар. Мәҫәлән, Украина, Төньяҡ Кавказ, Үҙәк ҡара тупраҡлы өлкәһе һәм Түбәнге Волга крайы буйынса ғына 3 йылға тиклем хөкөм ителгән 80 мең кешене яңы булдырылған махсус ултыраҡтарға сығарырға талап ителә.

1933 йылдың апрель аҙағында Мәскәүҙән һәм Ленинградтан Көнбайыш Себергә махсус поселениеларға төрлө «социаль зыянлы һәм синфи йөҙөн юғалтҡан элементтар» оҙатыла. Улар Томск күсереү комендатураһына килеп етәләр, һәм май уртаһында комендатураны «бушата башлайҙар»: депортацияланғандарҙы бер нисә баржаға тейәйҙәр һәм йылға каруаны менән ике тапҡыр штрафлы Александровск-Вахов комендатураһына алып китәләр. 18 майҙа беренсеһе һәм 26 майҙа икенсе карауан комендатура ҡарамағына килә, һәм ошо комендатура етәкселеге район органдары менән килешеп «контингентты» Обь йылғаһындағы утрауға, Назин йылғаһының тамағы тирәһендә, ҡалдырыу тураһында ҡарар сығаралар. Тәүге көндәрҙән үк оҙон юлда йонсоған (өс аҙна) һәм көсһөҙләнгән халыҡ аслыҡтан ҡырыла башлай. Шулай уҡ утрауҙа йәшәү өсөн бер ниндәй шарттар булмауын, көслө ел, юғары дымлылыҡты һәм еүеш ерҙе, серәкәйҙең, талпандарҙың, ваҡ себендәрҙең күплеген, ашауға яраҡлы емеш-еләктең булмауын иҫәпкә алыр кәрәк.

Сиблаг етәкселеге «Назино инцидентын» Көнбайыш Себер крайкомы бюроһында ҡарау менән сикләнергә уйлай, унан һуң фажиғә тураһында мәғлүмәттәр урындағы партия органдары ведомствоһынан ситкә сыҡмаһын өсөн бик күп көс һалына. Әммә лагерь етәкселегенән тыш, ваҡиға тураһында партия каналдарынан туранан-тура Мәскәүгә хәбәр барып етә. Айырыуса тулы итеп И. В. Сталин исеменә был хәл тураһында үҙенең хатында Нарым округы партия комитеты инструкторы В. А. Величко бәйән итә.[2][3] был хат 1933 йылдың сентябрендә Политбюрола ҡарала. Хат өс экземплярҙа баҫтырылған була, Мәскәүҙән башҡа край һәм оккруг партия еткселегенә тәғәйенләнә: Новосибирскиға — Роберт Эйх исеменә һәм Нарымға — окружком секретарына[1]. Күрһәтелгән факттар бер нисә комиссия тикшереүҙәре менән раҫлана. Үҙгәртеп ҡороу осоронда был документтарҙың бер өлөшө тәүге тапҡыр «1933—1938 йылдарҙа Көнбайыш Себерҙә спецпереселенецтар» исемле йыйынтыҡта баҫтырыла[4].

«Трудопоселенецтарҙың» беренсе партияһы (5917 кеше) Назино ауылына ҡаршы ятҡан кеше йәшәмәгән утрауға 1933 йылдың 19 майында төшөрөлә. Күпселектә был көсһөҙләнгәнә, яңыҡҡан, яртылаш шәрә кешеләр була. Бер нисә көн эсендә утрауҙа дүрт палатка ҡуйыла, унда йонсоған кешеләрҙе урынлаштыралар, бер палаткала сабыртмалы тиф ауырыуына шикле кешеләр һалына. Көндәр бик һыуыҡ тора, көслө ел туҡтамай, ҡар яуа, өҫтәүенә криминаль элементтарҙың талауҙары арҡаһында 1933 йылдың 21 майында 70 мәйет табыла. Улар араһында биш мәйеттең ҡайһы бер йомшаҡ органдары ҡырҡып алынған була, шул иҫәптән бауыр, йөрәк һәм үпкә. Енәйәт урынында өс кеше тотола һәм конвой начальнигына оҙатыла. Бер палаткала паек бирелә башлайҙар: 500 г икмәк, 32 г ярма, 13 г шәкәр, тоҙ. Ауырлы ҡатындар Назино ауылына ебәрелә.[4]Величко яҙа:

Ас, йонсоған кешеләр, ҡыйыҡһыҙ, бер ниндәй ҡоралһыҙ һәм… хеҙмәткә һәм бигерәк тә ҡыйынлыҡтар менән ойошҡанлы көрәшергә күнекмәгән кешеләр ҡотолғоһоҙ хәлгә тарыйҙар. Туңған килеш улар тик ут яғырға, ултырырға, ут янында йоҡларға, утрау буйлап сөрөк, мүк, ағас ҡабығын эҙләп йөрөй генә алалар. Башҡа төрлө берәй нәмә эшләп булған микән, әйтеп булмай, сөнки өс тәүлек дауамында бер кемгә лә бер ниндәй аҙыҡ-түлек бирелмәй. Утрауҙа янғындар башлана, төтөн. Кешеләр ҡырыла башлай. Улар тереләй костер янында йоҡлаған саҡта яналар, йонсоуҙан һәм һыуыҡтан, бешеүҙән һәм уратып алған дымлылыҡтан үләләр… Ҡояшлы көндөң беренсе тәүлегендә ҡәбер ҡаҙыусылар бригадаһы 295 кенә мәйетте күмә ала, ҡалғандарын икенсе көнгә ҡалдыра[5]
Тик дүртенсе йәки бишенсе көнгә генә утрауға арыш онон алып киләләр һәм уны спецпоселенецтарға бер нисә йөҙ грамм итеп тарата башлайҙар. Ондо алып, кешеләр һыуға йүгерәләр һәм кәпәстәрҙә, силғауҙарҙа, пинжәктәрҙә һәм ыштандарҙа ондо һыулап ашайҙар. Ошо уҡ ваҡытта бик күптәр ондо шул килеш ашай (сөнки ул икмәк түгел); ҡолайҙар һәм һауа етмәгәнлектән быуылып үләләр[5]
Утрау комендатураһы һәм уның хәрби хеҙмәткәрҙәре, беренсенән, уларҙың ҡул аҫтындағы кешеләргә ҡарата үҙ бурыстарын аңлап етмәгән һәм, икенсенән, килеп тыуған катастрофанан аптырашта ҡалғандар, тип фаразлап була. Башҡаса таяҡтар, бигерәк тә винтовкалар прикладтары менән туҡмау системаһын һәм трудпоселенецтарҙы берәмләп атыуҙы бер нисек тә баһалап булмай. Бындай етәкселек һәм тәрбиәләү ысулдары утрауҙа беренсе көндәрҙән үк башланған ниндәй булһа ла кешелек ойошмаһының тарҡалыуына етди ярҙам ғына була. Был тарҡалыуҙың төп күрһәткесе кешене кеше ашау /людоедство булһа, уның массауи формалары башҡаса кәүҙәләнә: утрауҙа ысынында хөкөм һөргән мародерҙар бандалары һәм шайкалары барлыҡҡа килә. Бандалар кешеләргә баржаларҙа уҡ көн күрһәтмәй, трудпоселенецтарҙан икмәк, кейемде тартып ала, кешеләрҙе туҡмай һәм үлтерә. Бында инде, утрауҙа, ысын мәғәнәһендә, тәүге нәүбәттә, аҡсаһы һәм алтын тештәре булған кешеләргә һунар ойошторола. Уларҙың хужаһы бик тиҙ юҡҡа сыға, ә һуңынан ҡәбер ҡаҙыусылар аҡтарылған ауыҙлы кешеләрҙе күмә башлайҙар[5]

Урындағы хәҙмәткәрҙәрҙең баһаһы буйынса, депортацияланған алты мең кешенән ҡурҡыныс үлем менән от 1,5 — 2 мең кеше үлгән.
Величко шулай хәбәр итә:

Мин бик күп ғәйепһеҙ кешеләрҙең депортациялау миҫалдарын килтерә алыр инем. Бынан тыш хеҙмәт поселениеһына килгәндәр араһында осраҡлы эләккәндәр, беҙҙең элементтар — эшселәр, партиецтар [ сексоттар күҙ уңында тотола] булыу бәләһе бар. Нисә кеше булған, әйтеүе ауыр, шулай уҡ, кемдәр улар [учет составы категорияһы планында һәм ҡайҙа хеҙмәт итәләр] икәнен дә асыҡлап булмай, сөнки уларҙың ғаризалары буйынса документтар тартып алына һәм урындағы изоляция башҡарған органдар һәм башлыса эшелондарҙа рецидивистар тарафынан тартыуға тотонола [документтар енәйәтсе-рецидивистар өсөн самокруткаға тотонолоуы күҙ уңында тотола ], әммә улар араһынан ҡайһы берҙәре үҙҙәре менән документтарын килтергән: партия билеттары һәм кандидат карточкалары, комсомол билеттары, паспорттар, завод справкалары һәм башҡалар…
  • Новожилов Вл. Мәскәүҙән. Компрессор заводы. Шофёр. 3 тапҡыр премияланған. Ҡатыны һәм балаһы Мәскәүҙә. Эштән һуң ҡатыны менән киноға йыйынған, ҡатыны кейенгәнсә тышҡа папирос һатып алырға сыҡҡан һәм ҡулға алынған.
  • Гусева, оло йәштәге ҡатын. Муромда йәшәй, ире ҡарт коммунист, муром станцияһында баш кондуктор, костюм һәм белого хлеба. Бер нидәй документтар ярҙам итмәй.
  • Зеленин Григорий. «Красный Октябрь» Боровка тегеү фабрикаһында слесаоь өйрәнсеге булып эшләй, путека буйынса Мәскәүгә дауаланыуға китеп барған. Путёвка ярҙам итмәй — ҡулға алына.
  • Виноградова, колхозсы. Мәскәүгә ағаһына китеп барған. Ағаһы 8-се милиция бүлеге начальнигы[6]. Мәскәүҙә поездан төшөү менән ҡулға алына.
  • Войкин Ник. Вас. 1929 йылдан КСМ ағзаһы. Серпуховтағы «Красный Текстильщик» фабрикаһы эшсеһе. <…> Өс тапҡыр премияланған. Ял көнөндә футбол матчына китеп барған. Паспорты өйҙә ҡалған. Ҡулға алынған.
  • Матвеев И. М. 9-сы икмәк заводы эшсеһе. 1933 йылдың декабренә тиклем сезонник булараҡ паспорты була. Паспорт менән алына. Уның һүҙҙәренсә, паспортын бер кем ҡарарға теләмәй.
[5][7]

[5][8]

Величконың хаты Үҙәк комитеты аппаратында һәм ГПУ етәкселегендә ҙур ғауға тыуҙыра. 1933 йылдың көҙөндә булған хәлде тикшереү өсөн Назиноға Сиблаг комиссияһы килә. Тикшереү докладта килтерелгән бөтә факттарҙы раҫлай, һунан һуң барлыҡ материалдар йәшерелә[1] Һөҙөмтәлә «ҡурҡыныс» һәм «асоциаль» тип нарыҡланған кешеләрҙе депортациялау буйынса күләмле пландар туҡтатыла.

  1. 1,0 1,1 1,2 Жизнь на острове смерти. — радио «Свобода»
  2. Филимонов Андрей, Яковлев Яков. «Берия сегодня не звонил?» Сибирь. Реалии (20 февраль 2019). Дата обращения: 21 февраль 2019. Архивировано 21 февраль 2019 года.
  3. Остров смерти: о гибели переселенцев на острове Назино в 1933 г.
  4. 4,0 4,1 «Спецпереселенцы в Западной Сибири 1933—1938» 2018 йыл 20 июнь архивланған., издательство ЭКОР, Новосибирск, 1994. С. 80-81 (87-88)
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. М., РОССПЭН, 2012. С. 172—174
  6. 8-е отделение милиции по Киевскому району Москвы, М. Могильцевский пер., 3. Ныне там находится 1-й региональный отдел надзорной деятельности и профилактической работы Управления по ЦАО Главного управления МЧС России по Москве
  7. http://history.org.ua/LiberUA/CHKK_2001/CHKK_2001.pdf стр. 181
  8. http://history.org.ua/LiberUA/CHKK_2001/CHKK_2001.pdf стр. 181