Фашизмға ҡаршы йәһүд комитеты эше
Фашизмға ҡаршы йәһүд комитеты эше | |
Урын | Лубянкалағы дәүләт именлеге органдары бинаһы[d] |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 12 август 1952 |
Башланыу датаһы | 8 май 1952 |
Тамамланыу датаһы | 18 июль 1952 |
Ҡатнашыусылар | Перец Давидович Маркиш[d], Гофштейн, Давид Наумович[d], Ицик Фефер[d], Лев Моисеевич Квитко[d], Давид Бергельсон, Лозовский, Соломон Абрамович[d], Борис Абрамович Шимелиович[d] һәм Зускин, Вениамин Львович[d] |
Судья | Дмитриев, Леонид Дмитриевич[d] һәм Зарянов, Иван Михеевич[d] |
Фашизмға ҡаршы йәһүд комитеты эше Викимилектә |
Фашизмға ҡаршы йәһүд комитеты эше — СССР-ҙа һуғыштан һуңғы сәйәси репрессиялар эпизодтарының береһе.
СССР-ҙағы йәһүд йәмәғәт эшмәкәрҙәре төркөмөнә ҡарата эш — Фашизмға ҡаршы йәһүд комитеты (ЕАК) ағзаларына ҡаршы — 1948 йылда асыла һәм һәм 1952 йылға тиклем дауам итә. Енәйәт эше буйынса ғәйепләнгән 15 кешенең 13-ө, шул иҫәптән С. А. Лозовский, И. С. Фефер һәм ЕАК-тың башҡа етәкселәре, 1952 йылдың 12 авгусында атып үлтерелә. ЕАК эше буйынса барыһы 125 кеше репрессиялана, шул иҫәптән 23 кеше атып үлтерелә, 5 кеше тикшереү ваҡытында вафат була. Һуңынан әлеге эш буйынса хөкөм ителгәндәр аҡлана. Тикшереүселәрҙең ҡайһы берҙәре ЕАК эшен СССР-ҙағы дәүләт антисемитлыҡ сәйәсәте сағылышы тип баһалай.
Алдағы ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Театр актёры һәм режиссеры Михоэлс Соломон етәкселегендә Фашизмға ҡаршы йәһүд комитеты 1942 йылда ойошторола. Ошо уҡ йылда ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр, дөйөм славян комитеттары һәм ғалимдар комитеты ойошторола, улар СССР-ға Германия менән һуғыш ваҡытында тейешле сит ил даирәләре яғынан ярҙам тәьмин итергә тейеш була[1][2]. Һуғыштан һуң ЕАК-та 70 кеше тора, шул иҫәптән 15 президиум ағзаһы. Уларҙың эшен 18 аппарат штаты хеҙмәткәре һәм «Эйникайт» гәзите редакцияһының 60 хеҙмәткәре тәьмин итә[3].
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа комитеттың юғары билдәлелеге һәм сит ил бәйләнештәре Сталинға ҡамасаулай башлай[2][4]. Һуғыш аҙағында, шулай уҡ унан һуң, ЕАК Холокост ваҡиғалары буйынса тикшереүҙәргә йәлеп ителә. Рәсми совет сәйәсәте нацистарҙың енәйәттәрен, йәһүдтәрҙең геноцидына айырым иғтибар бирмәйенсә, бөтә совет граждандарына ҡаршы йүнәлтелгән яуызлығы булараҡ күрергә күнеккән[5][6]. Рәсми рәүештә йәһүдтәр араһындағы ҡорбандар тураһында башлыса Германияла һәм башҡа нацистар тарафынан оккупацияланған территорияларҙа телгә алына — СССР территорияһында түгел. Совет тарихнамәһе СССР территорияһындағы йәһүдтәрҙе юҡҡа сығарыу буйынса мәғлүмәттәрҙе үҙаллы тикшереү проблемаһын айырып сығармай[7]. Шулай уҡ ЕАК ил эсендә йәһүд халҡы мәнфәғәттәрен яҡлау яҡлай башлай[8], айырыуса мәҙәни автономияға ынтылған йәһүдтәр тураһында яҙалар[9], былар барыһы ла ЕАК-ты сит илдә тик пропаганда органы булараҡ булдырған Сталиндың пландарына тап килмәй[10][11]. Бынан тыш, Сталиндың шәхсән ризаһыҙлығын Михоэлс тыуҙыра һәм хәүефһҙлек органдары тарафынан уға ҡаршы компромат йыя башлай[12][13][14]. ЕАК-тың туранан-тура «кураторы», сит ил эштәре министры урынбаҫары һәм Совинформбюро башлығы Соломон Лозовский, 1945 йылда Сит ил эштәре министрлығындағы эшенән, 1947 йылда Совинформбюро директоры вазифаһынан бушатыла[15].
1946 йылдың йәйендә ВКП(б) Үҙәк Комитетының тышҡы сәйәсәте бүлеге тарафынан ЕАК-тың эшмәкәрлеге тикшерелә. Бүлек начальнигы урынбаҫары Александр Панюшкин ЕАК етәкселәре Соломон Михоэлсҡа һәм Ицик Феферға ойошманы ябыу ниәте тураһында хәбәр итә. Әммә ул мәлдә эш ЕАК-ты Совинформбюро структураһынан сығарыу һәм ВКП(б) Үҙәк Комитетының тышҡы сәйәсәте бүлегенең тура контроле аҫтына күсерелеүе менән сикләнә[16][17]. 1946 йылдың 12 октябрендә СССР-ҙың Дәүләт именлеге министрлығы ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетына һәм СССР-ҙың Министрҙар Советына «Йәһүд фашистарға ҡаршы комитетының ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәренең милләтсе сағылыштары тураһында»[18] ҡулхатын ебәрә.
1948 йылдың 12 ғинуарында Сталиндың шәхси бойороғо буйынса Михоэлс Минскиҙа именлек хеҙмәте офицерҙары тарафынан үлтерелә. Командировкалағы булыу ваҡытында уны кунаҡхананан алдап сығаралалар, Белоруссия МГБ-һы башлығы Лаврентий Цанаваның дачаһына алып баралар һәм үлтерәләр. Бынан һуң улар быны автомомиль һәләкәте имеш тип Михоэлстың кәүҙәһен ҡала урамында ташлап китә[19][20][21][22]. Тантаналы ерләү ойошторолоуына ҡарамаҫтан, был осраҡлы үлем түгел, ә үлтереү тигән фекерҙәр тарала[23][24]</ref>[25]. 1948 йылдың 26 октябрендә операцияла ҡатнашыусылар — «махсус хөкүмәт заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн» ордендар һәм шәхсән Цанава — Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләклән[26].
1948 йылдың 14 майында Израиль дәүләте иғлан ителә. Башта СССР быға булышлыҡ итә, сөнки яңы дәүләт СССР-ҙың яҡын көнсығыш союздашы булыуы ихтималлығына өмөтләнә. Әммә властарҙың ризаһыҙлығын тыуҙырған совет йәһүдтәренең әүҙемләшеүе менән бәйле проблема алға сыға. 11 сентябрҙә СССР-ға Голда Меерсон етәкселегендәге Израиль миссияһы килеүе һәм Мәскәү йәһүд йәмәғәтселегенең һоҡланыусан реакцияһы юғары нөктә була[27][28]. Израиль менән мөнәсәбәттәр яйға һалынмай, 1948 йылдың авгусыннан Израилгә һәм сионизмға ҡарата СССР-ҙың позициялары ҡәтғиләнә[29].
ЕАК-ты таратыу һәм башҡа йәһүд ойошмаларын тыйыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1948 йылдың 20 ноябрендә Йәһүд фашизмына ҡаршы комитеты эше ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы ҡарары буйынса ябыла. Ҡарарҙа шулай тип әйтелә[18][30][31]:
СССР Министрҙар Советы Бюроһының киләһе ҡарарын раҫларға:СССР Министрҙар Советы Бюроһы СССР-ҙың Дәүләт именлеге министрлығына кисекмәҫтән "Йәһүд фашизмына ҡаршы комитеты"н тарҡатырға ҡуша, сөнки факттар әлеге комитеттың советтарға ҡаршы пропаганда үҙәге булыуын һәм советтарға ҡаршы мәғлүмәтте сит ил разведкаһына биреп тороуын күрһәтә. Ошоға ярашлы комитеттың матбуғат органдарын ябырға, комитет эштәрен тартып алырға. Әлегә бер кемде лә ҡулға алмаҫҡа.
ЦК Секретары И. Сталин
Шулай уҡ «Эйникайт» гәзите һәм уны нәшер итеүсе «Дер Эмес» (Правда) нәшриәте — ул ваҡыттағы аҙаҡҡы идиш гәзите һәм аҙаҡҡы идиш нәшриәте[32][33]. Параллель рәүештә Йәһүд автономиялы өлкәһе етәкселеген ҡулға алыуҙар башлана, йәһүд яҙыусылары союзы һәм идишта уҡытыуҙы алып барған дүрт ҡалған йәһүд урта мәктәбе ябыла (Черновцы, Вильнюс, Каунас һәм Биробиджан ҡалаларында, 1948)[34][32][35]. 1949 йылдың 1 декабрендә Мәскәү дәүләт йәһүд театры ябыла[36], шулай уҡ аҙаҡҡы йәһүд театрҙары ябыла — Минскиҙа - БелГОСЕТ-ы һәм Черновцы ҡалаһында Киев ГОСЕТ-ы (1949—1950)[37].
1949 йылдың ғинуарында совет киң мәғлүмәт саралары СССР йәһүдтәренә ҡаршы йүнәлтелгән «космополиттарға» ҡаршы асыҡтан-асыҡ пропагандистик кампанияһын башлай. Бындай ысул менән властар йәһүд мәҙәниәтенә ҡаршы һөжүм кампанияһын башлай. Шағир Шмерке Качергинский Парижда «СССР-ҙа йәһүд мәҙәниәтен бөтөрөү мәьәләһенә» исеме аҫтында мәҡәләһен баҫтыра[38][39], ә шағир Перец Маркиш бынан да ҡатыраҡ һүҙҙәр ҡуллана: «Гитлер беҙҙе физик яҡтан бөтөрөргә теләһә, Сталин быны рух яғынан эшләргә уйлай»[40]. Идиштағы баҫма продукцияһы (шул иҫәптән, китаптар) тулыһынса тыйыла, хатта һуңғы йәһүд типография шрифы йыйылмаһы юҡ ителә[41]. 1949 йылдың 15 июнендә Главлит 620-се һанлы бойороҡ сығара, уға ярашлы китапханаларҙан һәм китап һатыу селтәрҙәренән урыҫ телендәге 500-ләп йәһүд авторының китаптары алына — улар «сионистик» йәки «милләтсел» тип иғлан ителә[42]. Йәһүдтәрҙе күпләп эштән ҡыуалар[43]. Ошоға оҡшаш кампаниялар СССР составындағы союздаш республикаларҙа ла үтә[44]. Тарих фәндәре докторы Геннадий Костырченко матбуғаттағы кампания һәм физик яҡтан эҙәрлекләүҙәр бер миҙалдың ике яғы була, тип билдәләй[30]:
Аверс — тыуған мөхитенән айырылған антипатриоттарҙы ҡаты тәнҡитләгән шау-шоулы пропагандистик кампанияһын … реверс — йәһүд мәҙәниәте вәкилдәрен юҡ итеү буйынса йәшерен репрессив акцияһын ҡаплап тора.
Йәһүдтәргә ҡарата сәйәсәтте Костырченко «каратель ассимиляцияһы» тип атай[45]. ЕАК-ты таратыу, уның фекере буйынса, йәһүдлекте әҙәбиәттә, мәҙәниәттә һәм илдең социаль тормошонда юҡҡа сығарыуының өҫтән ойошторолған сәйәсәттең башы булып тора[46].
Костырченко, ЕАК яҙмышын Сталин шәхсән үҙе хәл иткән, тип һанай[30]. Уның менән Жорес Медведев ризалашмай, сөнки был ваҡытта Сталин Сочиҙа ял итә, Политбюро документына факсимиле ҡуйыла. Мәскәүҙә Сталинды Г. М. Маленков алмаштыра. Медведев фекеренсә, нәҡ ошоға бәйле ҡулға алыуҙар тыйыла, сөнки Сталин уларҙы «шәхсән үҙе контролдә тоторға теләй»[47]. ЕАК-тың эшендә Маленковтың төп роле КПСС Үҙәк Комитетының Политбюроһы Комиссияһы тарафынан да билдәләнә[18].
Ҡулға алыуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был эш буйынса беренсе булып 16 сентябрҙә (ЕАК-ты тарҡатҡанға тиклем) Киевта шағир Давид Гофштейн ҡулға алына. Алты аҙна буйы һорауҙар алғандан һуң уны Мәскәүгә алып киләләр. 16 декабрҙә тикшереүселәр баҫымы аҫтында ул Михоэлс, Фефер һәм ЕАК-тың башҡа етәкселәре өҫтөнән ялған мәғлүмәт бирә[30][48].
24 декабрҙә ЕАК-тың рәйесе Ицик Фефер ҡулға алына, ул быға тиклем уҡ МГБ менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Перец Маркиш, Феферҙың ҡулға алыныуын белгәс, был эт үҙ артынан бик күптәрҙе һөйрәсәк, тип әйтә. Шул уҡ кистә дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре Йәһүд театры директоры Вениамин Зускинды дауахананан алып сыға, был ваҡытта ул йоҡо дарыуынан йоҡлап ятҡан була. Икенсе көндө ул төрмә камераһында ғына уяна.[49][30].
Ҡулға алыуҙар Яңы йылдан һуң дауам итә: 13 ғинуарҙа Боткин исемендәге Үҙәк клиника дауаханаһының баш врачы Борис Шимелиович һәм Совинформбюро хеҙмәткәре Иосиф Юзефович ҡулға алына. Ошо уҡ төндө Ицик Феферҙың ҡатынын һәм апаһын да ҡулға алалар.[50].
24 ғинуарҙан 28 ғинуарға тиклем тағы ла 9 кеше ҡулға алына: Илья Ватенберг һәм уның ҡатыны Чайка Ватенберг- Островская, Давид Бергельсон, Лейб Квитко, Соломон Лозовский, Эмилия Теумин, Перец Маркиш һәм Лина Штерн[51]. 29 ғинуарҙа 65 йәшлек академик Яков Парнас ҡулға алына һәм ошо уҡ көндө ул төрмәлә вафат була.
Лозовский айырыуса шарттарҙа ҡулға алына. 13 ғинуарҙа ул Үҙәк комитетына Маленковҡа һәм Шкирятовҡа саҡыртыла, улар унан Ҡырымда йәһүд автономияһын ойоштороу проектында ҡатнашыуы ентекләп һорашалар, һуңынан ошо һөйләшеүҙең йөкмәткеһе енәйәт эшенең төп пункты була. Сталин үҙ ҡулы менән Политбюро ҡарарының проектын мөхәррирләй. Ҡарар буйынса Лозовский партиянан сығарыла: уны "ВКП (б)Үҙәк Комитетынан тыш фашистарға ҡаршы йәһүд комитеты менән американ капиталистик даирәләре менән Ҡырымда йәһүд дәүләтен булдырыу буйынса пландар ҡороуында " һәм америка «разведчиктары» Гольдбергты һәм Новикты (улар икеһе лә америка коммунистары була, ә Гольдберг өҫтәүенә МГБ менән хеҙмәттәшлек итә) дәүләт серҙәре менән тәьмин итеүҙә ғәйепләйҙәр. 26 ғинуарҙа, Юзефовичтан Лозовскийға ҡаршы күрһәтмәләр биреүенә өлгәшкәндән һуң, уны ҡулға алалар[52].
Февраль аҙағына тиклем шулай уҡ шағир Самуил Галкин, РСФСР дәүләт контроле министры урынбаҫары Соломон Брегман, нәшриәт етәкселәре һәм мөхәррирҙәре Гершл Жиц, Соломон Рабинович, Соломон Котляр, Лев Стронгин, Моисей Беленький, Еңел сәнәғәт наркоматы уҡыу йорттары Баш идаралығы начальнигы Лев Шейнин ҡулға алына[30]. 3 июлдә Тальми Леон ҡулға алына[49]. Соломон Хайкин (етәксеһе матбуғат үҙәге ЕАК пресс-үҙәге етәксеһе) 1951 йылдың 13 ноябрендә ҡулға алына[53].
Комитетты тарҡатҡанға тиклем ЕАК президиумы 20 кешенән тора. Улар араһынан өс кеше ҡулға алынмай: Советтар Союзы Геройы, генерал-полковник Яков Крейзер, академик Александр Фрумкин, профсоюз эшмәкәре Моисей Губельман[54].
ЕАК эше менән шулай уҡ Вячеслав Молотовтың ҡатыны Полины Жемчужинаның эше бәйле, уны 1949 йылдың 21 ғинуарында ҡулға алалар. Уның дипломатик приёмда Израиль илсеһе Голда Меерсон менән 1948 йылдың ноябрендәге ҡулға алыу өсөн сәбәп була. Бынан һуң дәүләт именлеге министры Виктор Абакумов Жемчужинаны ЕАК менән бәйләү буйынса уйҙырма эш башлай. Әммә тикшереү ваҡытында ул үҙ ғәйебен танымай һәм уның эше айырым ҡарала.[55].
Ҡулға алыуҙарға ҡараш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми рәүештә ҡулға алыуҙар тураһында мәғлүмәттәр булмау сәбәпле, был кешеләрҙең юғалыуы һымаҡ ҡабул ителә. Көнбайышта был хәл борсоуға һала, сөнки юғалған кешеләрҙең күпселеге сит илдәрҙә лә билдәле була.[56].
1949 йылдың мартында Нью-Йорктағы ғилми-мәҙәни конференцияла СССР-ҙың Яҙыусылар союзы рәйесе Александр Фадеевҡа үҙенең йәһүд коллегаларын яңыраҡ күргәнем булды тип алдарға тура килә. Яҙыусы Илья Эренбург та көнбайыш коллегаларына һәм хәбәрселәренә дөрөҫөн әйтә алмай[57].
Апрель айында АҠШ Коммунистик партияһының милли комитеты Говард Фастҡа йәшерен рәүештә Фадеев менән Парижда осрашыу ваҡытында «антисемитизмдың ҡот осҡос акттарында» ғәйепләүҙәрҙе иғлан итергә бойора, Фадеев СССР-ҙа антисемитизм юҡ, тип яуап бирә[60][1]. МГБ йырсы Поль Робсонға 1949 йылдың июнендә Мәскәүҙә булған саҡта дезинформация ойоштороу маҡсатында Ицик Фефер менән осрашыу ойоштора — уны икенсе төрлө кейендерәләр һәм төрмәнән ҡунаҡханаға алып киләләр, әммә Робсон инсценировка тураһында һиҙенә, бынан тыш, ул таныш мәскәүлеләрҙән мәғлүмәт ала[62]. Шуға ҡарамаҫтан, Америка коммунистары кеше алдында СССР-ҙы яҡлай һәм факттарҙы кире ҡаға[63]
СССР-ҙың үҙендә өс ҡулға алынған кешене (академиктар Парнас һәм Штерн һәм доктор Шимелиович) бер генә кеше яҡлап сығырға баҙнат итә — 90-йәшлек украин академигы Николай Гамалея. 1949 йылдың 4 һәм 16 февралендә ул Сталинға хаттар юллай һәм унда ҡулға алыуҙарҙы «аҙаҡҡы ваҡытта илдә сәскә атҡан» антисемитизм менән бәйләй[58].
Тикшереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]МГБ ЕАК ағзаларына ҡаршы мәғлүмәттәрҙе 1945 йылдан туплай бара. Йәһүд активистары артынан тоталь күҙәтеү ойошторола[65]. 1945 йылдың аҙағында — 1946 йылдарҙың уртаһында СССР-ға һул америка журналисы, «Дер тог» (День) гәзите мөхәррире Бенцион Гольдберг килә уны Фефер һәм Михоэлс оҙатып йөрөй. МГБ менән алдан һүҙ ҡуйышҡан Фефер Гольдберг артынан күҙәтеү ойоштора һәм еткереп тора. ЕАК Гольдбергка бер нисә совет пропагандистик материалдарын тапшыра. Һуңынан быларҙың барыһы ла шпион эшмәкәрлеге тип ҡарала, ә Гольдберг үҙе америка шпионы тип табыла [66]. Аҙаҡтан американ шпиондары рәтенә СССР-ға Гольдбергтан һуң килеп киткән «Моргн фрайхайт» америка коммунистик гәзите мөхәррире) Поль (Пейсах) Новик та индерелә. Улай ғына түгел, Гольдберг, йәнәһе, совет разведкаһы менән дә хеҙмәттәшлек иткән, улар Новик менән икеһе лә АҠШ-та коммунистик инаныуҙары арҡаһында эҙәрлекләүҙәргә дусар була[67].
1947 йылдың декабренән Сталиндың икенсе ҡатыны Надежда Аллилуеваның (1932 йылда үҙ-үҙенә ҡул һалған) туғандарын ҡулға алыуҙары. Допростар барышында тәфтишселәр заговор тураһында документтарҙы уйлап сығара, йәнәһе, унда америка разведкаһы ҡушыуы буйынса Михоэлс, Лозовский һәм Фефер ҡатнашҡан[68].
ЕАК етәкселәре өҫтөнән енәйәт эштәрен асыуға СССР Фәндәр академияһының иҡтисад институты өлкән ғилми хеҙмәткәре Исаак Гольденштейнтан һәм СССР Фәндәр академияһының донъя әҙәбиәте институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Захар Гринбергтан туҡмауҙар ярҙамында тартып алынған күрһәтмәләр булышлыҡ итә. Улар бер-бер артлы 1947 йылдың 19 һәм 28 декабрендә ҡулға алына[1][69][70]. Икеһе лә төрмәлә һәләк була[71].
1948 йылдың башында бер нисә Совинформбюро хеҙмәткәре ҡулға алына һәм ҡаты язалауҙарға дусар ителә. Уларҙан Лозовскийҙы яманатлы итеп күрһәтеүсе дәлилдәр алына[1].Бывший начальник следственной части МГБ по особо важным делам полковник Михаил Рюмин в июне 1953 года дал показания, что[59]:
С конца 1947 года в работе следственной части по особо важным делам начала проявляться… тенденция рассматривать лиц еврейской национальности врагами Советского государства. Эта установка приводила к необоснованным арестам лиц еврейской национальности по обвинению в антисоветской националистической деятельности и американском шпионаже.
1948 йылдың 26 мартында дәүләт именлеге министры Виктор Абакумов И. В. Сталин, В. М. Молотов, А. А. Жданов һәм А. А. Кузнецов исеменә ЕАК-тың америка разведкаһы менән бәйләнештә булыуы һәм милләтсел, советтарға ҡаршы эшмәкәрлеген йәшереү өсөн ҡулланыуы тураһында доклад тапшыра [74][1]. Әммә ул мәлдә совет етәкселеге тышҡы сәйәсәт сәбәптәре арҡаһында ЕАК-ҡа ҡаршы репрессив кампанияны башларға әҙер булмай әле[4]. ЕАК ағзаларының күмәк ҡулға алыу санкциялары Костырченко яҙыуынса, Михоэлстың һәләк булыуынан һуң ЕАК-тың бөтөрөлөүе кәрәкмәгән ассоциялар тыуҙырыуы ҡурҡыта, әммә төп сәбәп — Сталиндың Изриль дәүләтен төҙөүгә ярҙам итеү курсын абруйын төшөрә алыуы хәүефләндерә[76].
Һорау алыуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1948 йылдың декабрендә — 1949 йылдың февралендә үткәрелгән ҡулға алыуҙарҙан һуң 1949 йыл дауамында МГБ-ның 35 тәфтишсеһе эш буйынса бик ҡабалан һорауҙар ала һәм ғәҙәти ставкалар үткәрә[77][1]. Тикшереүҙе СССР МГБ тикшереү бүлегенең айырыуса мөһим эштәр буйынса начальнигы генерал-майор Александр Леонов һәм уның урынбаҫарҙары, полковниктар Михаил Лихачёв һәм Владимир Комаров етәкләй. Тап улар беренсе этапта эштең уйҙырмаһына иң ҙур өлөш индерә[79].
Бер нисә ай дауамында ғәйепләнеүселәрҙән 4 пункт буйынса күрһәтмәләр таптырыла [80]:
Феферҙан башҡа, бөтә ҡулға алыныусылапрға ла көсләү ысулдары ҡулланыла: уларҙы туҡмайҙар, язалайҙар, карцерға ултырталар, йоҡларға бирмәйҙәр[60]. Тәфтишселәр яғынан һорауҙар тупаҫ антисемит ғәйеп ташлауҙар менән оҙатыла. Һуңғараҡ ҡулға алынған тәфтишсе Комаров төрмәнән Сталин исеменә яҙа[61]:
Ҡулға алынғандар, минең алда уттан ҡурҡҡан кеүек ҡалтырап торалар ине. Шәхсән һорау алыуымдан, хатта министрҙың үҙенә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡурҡалар ине.
Ҡулға алынғандарға ҡарата төп йоғонто яһау булып системалы рәүештә туҡмауҙар тора. ЕАК Президиумыағзаһы Борис Шимелиович 1949 йылдың 15 майында МГБ етәкселегенә мөрәжәғәт итә[62]:
Мине ҡулға алыуға дүрт ай ваҡыт үтте. Был ваҡыт эсендә мин бер нисә тапҡыр: мин хыянатсы, енәйәтсе түгел, тәфтишсе төҙөгән һорау протоколына мин ауыр, иҫәңгерәгән хәлдә ҡултамға ҡуйҙым. Был хәл мине ай буйына, көн һайын өҙлөкһөҙ туҡмауҙарҙың тура һөҙөмтәһе, тип белдерҙем.
Шимелиовичтың полковник Шишкин тарафынан туҡмалыуҙары МГБ-ға Рюмин ҡултамғаһы аҫтындағы рәсми ҡағыҙҙа раҫлана[63]. Шимелиович менән бер көндә ҡулға алынған Иосиф Юзефович судта һөйләй[64]:
Тикшереү башында мин дөрөҫ күрһәтмәләр бирә һәм тәфтишселәргә үҙем артынан бер ниндәй ғәйеп тоймауымды белдерә инем… Бынан һуң мине дәүләт именлеге министры Абакумов үҙенә саҡыртып алды һәм, әгәр мин таныу күрһәтмәләрен бирмәһәм, мине Лефортов төрмәһенә күсерәсәге тураһында әйтте, унда мине туҡмаясаҡтар тине… Мин Абакумовҡа юҡ, тинем, шунан улар мине резина таяҡ менән туҡманы һәм мин йығылғас, аяҡтары менән тапай башланы. Шуға күрә мин, суд көнөн еткерер өсөн ниндәй булһа ла күрһәтмәләргә ҡул ҡуйырға булдым.
Язалауҙар ярҙамында алынған күрһәтмәләр Абакумов секретариатында эшкәртелә, секретариат менән полковник Яков Броверман етәкселек итә.
1949 йылдың икенсе яртыһынан МГБ «Ленинград эше», менән шөғөлләнгәнгә күрә ЕАК эше буйынса һорауҙар үткәреү әүҙемлеге кәмей. 1950 йылдың мартында әлеге эш буйынса, Феферҙан башҡа, ҡулға алынғандарға тикшереүҙең туҡтатылыуы тураһында иғлан ителә[77]. 25 мартта ҡулға алынған 29 кешегә, шул иҫәптән, Молотовтың ҡатыны Полина Жемчужинаға, ғәйепләү һығымтаһы еткерелә[1][85].
Йылдан ашыу эште судҡа биреү мәсьәләһе хәл ителмәй, тикшереү ғәмәлдәре үткәрелмәй. Суд бер нисә сәбәп арҡаһында үткәрелмәй: ҡулға алынғандарҙың бер өлөшө күрһәтмәләренән баш тарта, Шимелиович ғәйебен танымай. Бынан тыш, процестың барышына юғары даирәләге совет етәкселәре, шул иҫәптән, Вячеслав Молотов, ҡаршылыҡ күрһәтә[1]. ЕАК эше буйынса ғәйепләнеүселәр һанын 15-кә тиклем ҡыҫҡартырға ҡарар ителә, ә ҡалғандарын айырым ҡарарға [77]. МГБ-ның Махсус кәңәшмәһе тарафынан ЕАК эше буйынса ҡулға алынғандарҙың бер өлөшө төрлө сроктарға хөкөм ителә, ә СССР-ҙың Юғары судының Хәрби коллегияһы журналист һәм әҙәбиәт тәнҡитсеһе Мирра Железнованы (Мариам Айзенштадт) һәм яҙыусы Самуил Персовты атып үлтереүгә хөкөм итә, сөнки улар, тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, комитет исеменән нәшер итеүгә әҙерләгән материалдарында йәшерен мәғлүмәттәр була[1][2][86]. Персов һәм Железнова эше буйынса ғына 250-нән ашыу кеше ҡулға алына. Әҙәбиәт тәнҡитсеһе Исаак Нусинов төрмәлә вафат була, Самуил Галкин 10 йыллыҡ лагерь менән ҡотола[87].
1951 йылдың йәйендә МГБ-ның үҙәк аппаратында таҙартыу башлана, бынан һуң МГБ подполковнигы Рюминдың доносы буйынса дәүләт именлеге министры Абакумов ҡулға алына, МГБ-ның күп кенә етәкселәре ҡулға алына, шул иҫәптән, үҙәк аппаратта эшләүсе бөтә йәһүдтәр[1]. Тикшереү материалдарында әлеге эш «МГБ-лағы сионистик заговор тураһында эш» тип атала, һуңынан «Табиптар эше» исеме аҫтында билдәлелек ала, әлеге эштең төп фигуранттары тулыһынса тиерлек йәһүдтәр[2].
Һорауҙар алғанда тәфтишселәр элекке коллегаларын ЕАК эшмәкәрлеге менән бәйләргә тырыша[1][85]. 1951 йылдың 24 авгусындағы Маленков һәм Берия исеменә яҙылған хатында яңы дәүләт именлеге министры Семён Игнатьев «ҡулға алынғандарҙың күрһәтмәләрендә ЕАК ышығы аҫтында үткәргән шпион һәм милләтсел эшмәкәрлеге тураһында дәлилләүсе документтар юҡ тиерлек», тип хәбәр итә[2].
1952 йылдың 19 ғинуарында полковник Рюмин етәкселегендә ЕАК эше буйынса тикшереүҙәр ҡабаттан [88]. Сталин тарафынан махсус һорауҙар төҙөлә, төп урында ҡулға алынғандарҙың сит ил разведкалары менән бәйләнештәре буйынса эш тора, әммә шпионажды дәлилләү килеп сыҡмай[89]. ЕАК менән бәйле эштәрҙең һаны 70-кә етә [1][2][85]. Рюминға Николай Коняхин һәм Николай Месяцев ярҙам итә. Әлеге осорҙа тикшереү ғәмәлдәре 1949 йылға ҡарағанда ла ҙур закон боҙоуҙар менән үткәрелә[88]. Рюмин Сталинға ярарға тырышып, тағы ла бер ғәйепләү пунктын — «террористик эшмәкәрлек» — индерергә маташа [90].
Эш сиктәрендә күп һанлы экспертизалар үткәрелә. Атап әйткәндә, милләтселек пропагандаһы буйынса ғына 122 документ тикшерелә, улар араһында иң эреһе — 27 томлыҡ «Ҡара китап». Экспертизала юғары даирәләге номенклатура әҙәбиәт белгесе Владимир Щербина ҡатнаша. Бөтә ошо эште Рюминдың ярҙамсыһы подполковник Павел Гришаев яйға һала [88]. Бөтә эксперттар ҙа ялған ғәйепләүҙәрҙе раҫларға риза булмай. Мәҫәлән, эксперттарҙың береһе, Н. Н. Пухлов, йәшерен тип һаналған документтар барыһы инглиз матбуғатынан тәржемәләнгән тип яҙа. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, был да ғәйепләү һығымтаһына индерелә[89].
1952 йылдың 5 мартында Гришаев Лозовский, Фефер, Брегман, Юзефовиа, Шимелиович, Штерн, Квитко, Маркиш, Гофштейн, Бергельсон, Тальми, Зускин, Теумин, Ватенбергтың һәм уның ҡатынының тикшереү эштәрен 2354-се һанлы бер эшкә берләштереү буйынса ҡарар сығара. Улар араһынан алтауһының (Юзефович, Тальми, Ватенбергтар, Теумин һәм Брегман) ЕАК-тың практик эшенә ҡыҫылышы булмай һәм, Джошуа Рубинштейн фекеренсә, «советтарға ҡаршы заговорға» ҙурыраҡ резонанс биреү өсөн ғәйепләнәләр[91].
Бынан тыш, һорауҙар барышында исемдәре телгә алынған кешеләрҙең барыһы ла тикшерелергә тейеш була. Шик тыуҙырған кешеләрҙең һаны төрлө мәғлүмәттәр буйынса 213 йәки 230 кеше тәшкил итә, шул иҫәптән, Илья Эренбург, Василий Гроссман, Самуил Маршак, Матвей Блантер, Борис Збарский, Борис Слуцкий һәм башҡалар[92]. Әммә был ниәт тормошҡа ашмай ҡала[93]. Шулай уҡ Сталиндың иң яҡын кешеләре Вячеслав Молотовҡа һәм Лазарь Кагановичҡа ла күрһәтмәләр алырға маташыуҙар күҙәтелә[1].
Ғәйепләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1952 йылдың 22 мартында СССР МГБ-һы тикшереү бүлегенең айырыуса мөһим эштәр буйынса тәфтишсеһе подполковник Кузьмин һәм СССР МГБ ғәскәрҙәре хәрби прокуратураһы прокуроры подполковник Приходько алдан үткәрелгән тикшереүҙе — тамамланған, ә йыйылған дәлилдәрҙе судҡа тапшырыу өсөн етерлек тип таный. Ғәйепләнеүселәр 42 томдан торған эш менән таныша башлай[92]. 31 мартта Рюмин ғәйепләү һығымтаһын раҫлай, 1926 йылғы РСФСР Енәйәт Кодексы буйынса — 58-се статья, п. 1а, п. 10 (3 киҫәк) һәм п. 11 — дәүләткә ҡаршы контрреволюцион енәйәт [93].
3 апрелдә Абакумовты алыштырған Семён Игнатьев Сталинға хат яҙа, әлеге хатта ул Штерндан тыш, бөтә ғәйепләнеүселәрҙе атып үлтерергә, ә Штернды 10 йылға лагерға ебәрергә тәҡдим яһай[1]. 5 апрелдә ғәйепләү һығымтаһы хәрби прокурорҙың урынбаҫары юстиция генерал-майоры Китаев тарафынан раҫлана, ә 7 апрелдә ҡарар Юғары судтың Хәрби коллегияһына оҙатыла[95]
"Ҡара китап"ты баҫтырып сығарыу мәсьәләһе айырым тикшерелә[93]. Уны АҠШ-та нәшер итеү ниәтендә Бенцион Гольдберг ғәйепләнә. Китапты төҙөүселәр «милләтселектә» һәм һуғыш ваҡытында йәһүдтәрҙең ыҙа сиккәнен "ҡуйыртып күрһәтеүҙәы генә түгел, хатта милләтселекте пропагандалауҙа ғәйепләнә, сөнки улар «Гитлерҙың расиситик ҡараштарын үтә ныҡ ентекле бәйән итә».. Сотрудничество с газетой «Эйникайт» гәзите менән хеҙмәттәшлек итеү «буржуаз-милләтсел пропаганда» булараҡ баһалана[36].
21 апрелдә генерал-майор Китаевтың ҡатнашлығында Юғары судтың Хәрби коллегияһы ултырышы үтә, Китаев эштең торошон һәм ғәйепләүҙең йөкмәткеһен һөйләп бирә. Ул ғәйепләү һығымтаһын раҫларға һәм ғәйепләнеүселәрҙең эштәрен тулыһынса ябыҡ режимда, бер кешеһеҙ һәм шулай уҡ ғәйепләүсе һәм яҡлаусыһыҙ үткәрергә тәҡдим итә. Уның менән бергә докладты әҙерләүсе, юстиция генерал-лейтенанты Чепцов Китаев менән ризалаша[92][95]. Контрреволюцион енәйәттәр тураһында эштәр буйынса ошондай тәртип формаль рәүештә ул ваҡыттағы ҡануниәткә тап килә[96].
- Лозовский Соломон Абрамович — СССР сит ил эштәре наркомының элекке урынбаҫары, Совинформбюро начальнигы;
- Фефер Исаак Соломонович — шағир, ЕАК секретары;
- Брегман Соломон Леонтьевич — РСФСР Дәүдәт контроле министры урынбаҫары;
- Юзефович Иосиф Сигизмундович —Совинформбюро хеҙмәткәре;
- Шимелиович Борис Абрамович —Боткин исемендәге Үҙәк клиник дауаханаһының баш табибы;
- Квитко Лев Моисеевич — шағир;
- Маркиш Перец Давидович — шағир, СССР Яҙыусылар союзының Ревизия комиссияһы секртеары;
- Бергельсон Давид Рафаилович — яҙыусы;
- Гофштейн Давид Наумович — шағир;
- Зускин Вениамин Львович — актёр, Мәскәү Дәүләт йәһүд театрының художество етәксеһе;
- Штерн Лина Соломоновна — СССР Фәндәр академияһы һәм СССР Медицина академияһы академигы, 2-се медицина институтының физиология кафедраһы мөдире һәм СССР-ҙың Медицина академия директоры;
- Тальми Леон Яковлевич —Совинформбюроның журналист-тәржемәсеһе;
- Ватенберг Илья Семёнович — Сит ил телдәрендә нәфис әҙәбиәт дәүләт нәшриәтенең өлкән контроль мөхәррире;
- Теумин Эмилия Исааковна —Совинформбюроның халыҡ-ара бүлеге мөхәррире;
- Ватенберг-Островская Чайка Семёновна —ЕАК тәржемәсеһе.
Суд
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лозовский һәм башҡалар эше буйынса суд 1952 йылдың 8 майында Лубянкалағы Дзержинский исемендәге клуб залында үткәрелә. Суд рәйесе юстиция генерал-лейтенанты — Александр Чепцов, судьялар — юстиция генерал-майорҙары Леонид Дмитриев һәм Иван Зарянов була[95]. КПСС-тың Үҙәк комитетына 1957 йылдың 15 авгусында ебәрелгән аңлатмаһында Чепцов процесс башланғанға тиклем дәүләт именлеге министры Игнатьев һәм уның урынбаҫары Рюмин уға, Лина Штерндан тыш, бөтә ғәйепләнеүселәрҙең атып үлтерелеүе тураһында ҡарар булыуы тураһында еткерә, тип белдерә [1].
Тәфтишселәр һорауҙарҙа кәрәкле күрһәтмәләрҙе алыуға өлгәшеүенә ҡарамаҫтан (Шимелиовичтан башҡа), судта Лозовский, Маркиш һәм Брегман үҙенең ғәйебен кире ҡаға. Фефер һәм Теумин ғәйептәрен тулыһынса таный, ҡалғандары — өлөшләтә[95]. Ғәйепләнеүсе Лозовский, Шимелиович һәм Штерн үҙҙәрен бик оҫта яҡлауын күреп, үҙенең күрһәтмәләренән Фефер ҙа баш тарта. Ғәйепләнеүселәрҙең ғәйебен дәлилләүсе факттар булмау сәбәпле, суд рәйесе эште ҡабаттан тикшереүгә ебәрергә ҡарар итә[97][98]. Тәфтишселәр ғәйепләнеүселәрҙе суд тәнәфестәрендә ҡурҡытырға маташа, Рюмин судьялар бүлмәһендә тыңлау ҡоролмаһын ҡуйҙыра[99]. Тарих фәндәре докторы Владимир Наумов яҙыуынса, МГБ етәкселеге асыҡ рәүештә Чепцовҡа үлем ҡурҡынысы менән янай[100].
22 майҙа Чепцов судты, башҡа бинаға күсереп, дауам итә, әммә эштең һөҙөмтәһе алдан билдәле була: Маленковтың күрһәтмәһен Чепцов Сталиндың теләге тип аңлай.
1952 йылдың 18 июлендә, Штерн һәм Брегмандан башҡа, бөтә ғәйепләнеүселәр үлем язаһына тарттырыла. Лина Штерн 3,5 йылға лагерҙарға, артабан 5 йыл һөргөнгә хөкөм ителә[104]. Бөтәһенең дә мөлкәте тартып алына.
Брегман 16 июндә суд ваҡытында иҫһеҙ хәлдә Бутырка дауаханаһына урынлаштырыла. 1953 йылдың 23 ғинуарында Брегман төрмәлә үлә[105][106]. Брегманға ҡарата асылған эш 1953 йылдың 3 июнендә уның вафат булыуы арҡаһында туҡтатыла[107].
Хөкөм ителеүселәрҙе язалау һәм башҡа ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Судтан һуң бөтә хөкөм ителеүселәр СССР-ҙың Юғары Советы Президиумына ярлыҡау тураһында үтенестәр ебәрә, әммә 7 августа улар кире ҡағыла. 12 августа хөкөм үтәлә[44]. Йәһүд тарихына был дата 13 атып үлтерелеүсенең дүртеһе — шағир һәм береһе яҙыусы булыуына ҡарамаҫтан «язаланған шағирҙар төнө» булараҡ инә [1][2][3]. ЕАК ағзаларынан 24 кеше үлтерелә һәм бер нисә тиҫтә кеше лагерҙарға һәм һөргөнгә оҙатыла[4].
ЕАК эше менән бәйле Йәһүд автономиялы өлкәһе етәкселеге тулыһынса ҡулға алына[111].
Фашизмға ҡаршы йәһүд комитеты эше буйынса 1948—1952 йылдарҙа бөтәһе 125 кеше репрессиялана, шул иҫәптән юғары үлем язаһына — 23, 25 йылға холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарына (ИТЛ) — 20, егерме йылға — 3, ун биш йылға — 11, ун йылға — 50, һигеҙ йылға — 2, ете йылға — 1, 5 йылға — 2, өс йыл ярымға — 1, ун йыл һөргөнгә — 1 кеше ебәрелә. Тикшереү ваҡытында 6 кеше вафат була, биш кеше буйынса (Сталин үлгәндән һуң) эшт туҡтатыла[112][102][1].
1955 йылдың ноябренә тиклем язаланғандырҙың яҙмышы тураһында бер ниндәй асыҡлыҡ булмай, совет вәкилдәре сит ил коллегаларына алдауын дауам итә. Мәҫәлән, Борис Полевой 1955 йылдың көҙөндә Нью-Йоркта Говард Фастҡа Лев Квитко элеккесә Мәскәүҙә ғаиләһе менән йәшәй тип әйтә [114]. Атып үлтереү тураһында сит ил матбуғатында 1956 йылдың мартында ғына хәбәр ителә[116].
Реабилитация һәм эш баһалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сталиндың вафатынан һуң 1953 йылдың яҙында Лаврентий Берия бер нисә «яңғырауыҡлы» эште ҡабаттан ҡарау буйынса, шул иҫәптән ЕАК эшен, мөрәжәғәт итә, әммә уның ЕАК ағзаларын реабилитацияларға тырышыуы Никита Хрущёв һәм Георгий Маленков тарафынан кире ҡағыла[1].
1955 йылдың йәйендә генә Александр Фадеев, Самуил Маршак, Лев Кассиль һәм башҡа яҙыусылар үтенесе буйынса КПСС Үҙәк Комитеты ЕАК эшен ҡабаттан тикшереүен рөхсәт итә. Бериянан ҡотолғандан һуң Хрущев Маленков менән власть өсөн тартҡылашҡан осорҙа әлеге прокурор тикшереүе ойошторола[1]. СССР-ҙың генераль прокуроры Роман Руденко бөтә ғәйепте был ваҡытҡа атып үлтерелгән Абакумов, Рюмин, Комаров, Лихачёвтарға япһара[119].
1955 йылдың 22 ноябрендә СССР-ҙың юғары судының хәрби коллегияһы ЕАК ағзаларына ҡарата хөкөмдө юҡҡа сығара[1]. Судтар атып үлтерелгәндәрҙең туғандарына «төрмәлә» үлгән тигән ялған белешмә бирә[120][121]. Реабилитация тураһында ҡарар йәшерен була, асыҡ матбуғатта властар мәғлүмәт биреүҙе тыя. Асыҡ рәүештә ЕАК ағзаларының реабилитацияһы тураһында 1988 йылда ғына белдерелә[122].
1988 йылдың 29 декабрендә КПСС-тың Үҙәк комитеты Политбюроһы Комиссияһы реабилитацияға ҡағылышлы материалдарҙы тикшерә. Тикшереү барышында ЕАК эше буйынса йәлеп ителгәндәрҙең законһыҙ репресиялары өсөн туранан-тура Георгий Маленковтың яуаплы булыуын раҫлай. 1955 йылда С. А. Лозовский, И. С. Фефер, И. С. Юзефович, Л. М. Квитко, П. Д. Маркиш, Э. И. Теумин, С. Л. Брегман, Л. С. Штерн, ә 1988 йылда — Б. А. Шимелиович һәм Д. Н. Гофштейн партия сафында тергеҙелә[1].
1992 йылда Иерусалимда атып үлтерелгән ЕАК ағзаларына иҫтәлекле билдә ҡуйыла[1]. Атып үлтерелгән көндө, 12 августа, Израилдә иҫтәлекле саралар үткәрелә[2][3][4][5][6]. Мәскәүҙә, ЕАК эшләгән бинала (Пречистенка, 10), мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Костырченко, 2003, с. 236
- ↑ 2,0 2,1 Рубинштейн, 2002, с. 12
- ↑ Костырченко, 2003, с. 365
- ↑ Костырченко, 2003, с. 398
- ↑ Блюм, 1996, с. 92—93, 97—98
- ↑ Книга:Смиловицкий Л. Л.:Катастрофа евреев в Белоруссии, 1941—1944|2|16
- ↑ Книга:Альтман И. А.:Холокост и еврейское сопротивление на оккупированной территории СССР|1—2
- ↑ Во время войны во фронтовых частях, а ещё более в тылу распространялись слухи о том, что «евреи не воюют», что на фронте их нет, что все они устроились в тылу, в снабжении и так далее, их вклад в победу принижался и замалчивался. В конце войны и сразу после её окончания выжившие на оккупированной территории и возвращающиеся из эвакуации евреи столкнулись как с трудностями при возврате своего жилья и имущества, захваченного в период оккупации соседями, так и с прямыми антисемитскими акциями. См в частности Костырченко, 2003 и Шнеер Арон Ильич. Часть 3. Глава 2. Антисемитизм в годы войны в тылу и на фронте // Плен. — Гешарим — Мосты культуры, 2005. — Т. 2. — 620 с. — ISBN 5-93273-195-8.
- ↑ Китап|автор=Медведев Жорес Александрович|часть=Судьба Еврейского антифашистского комитета|заглавие=Сталин и еврейская проблема. Новый анализ|ссылка=http://scepsis.net/library/id_1648.html%7Cместо=М.%7Cиздательство=Права(недоступная ссылка) человека|год=2003|страниц=288
- ↑ Костырченко, 2003, с. 237
- ↑ Костырченко, 2010, с. 147
- ↑ Рубинштейн, 2002, с. 53—54
- ↑ Костырченко, 2003, с. 388—389
- ↑ Костырченко, 2010, с. 149
- ↑ Костырченко, 2003, с. 361—365
- ↑ Костырченко, 2003, с. 365—366
- ↑ Костырченко, 2010, с. 145—146
- ↑ 18,0 18,1 18,2 О так называемом «деле Еврейского антифашистского комитета», «Известия ЦК КПСС», 1989 г., № 12
- ↑ Рубинштейн, 2002, с. 5
- ↑ Костырченко, 2003, с. 389—392
- ↑ Костырченко, 2010, с. 154—159
- ↑ Медведев Жорес Александрович. Убийство Соломона Михоэлса // Сталин и еврейская проблема. Новый анализ. — М.: Права человека, 2003. — 288 с.
- ↑ Рубинштейн, 2002, с. 5—6
- ↑ Еврейский антифашистский комитет. Международная школа преподавания и изучения Катастрофы. Яд ва-Шем. Дата обращения 14 июля 2013. Архивировано 26 июля 2013 года
- ↑ Костырченко, 2003, с. 393
- ↑ Костырченко, 2003, с. 392—395
- ↑ Рубинштейн, 2002, с. 54—56
- ↑ Костырченко, 2003, с. 400—407
- ↑ Еврейский антифашистский комитет. Международная школа преподавания и изучения Катастрофы. Яд ва-Шем. Дата обращения 14 июля 2013. Архивировано 26 июля 2013 года
- ↑ 30,0 30,1 30,2 30,3 30,4 30,5 Костырченко, 2003
- ↑ Решение политбюро ЦК ВКП(б) о закрытии ЕАК . Фонд Александра Яковлева. Дата обращения: 2013-7-5. Архивировано 10 июль 2013 года.
- ↑ 32,0 32,1 Рубинштейн, 2002, с. 56
- ↑ Костырченко, 2003, с. 351—352
- ↑ Костырченко, 2003, с. 488—494
- ↑ Еврейский антифашистский комитет. Международная школа преподавания и изучения Катастрофы. Яд ва-Шем. Дата обращения 14 июля 2013. Архивировано 26 июля 2013 года
- ↑ Кандель Ф. Очерк восемьдесят второй(недоступная ссылка)
- ↑ Блюм, 1996, с. 101
- ↑ Качергински Ш. «Цвишн хамэр ун сэрп („Между молотом и серпом“). К ликвидации еврейской культуры в СССР», 1949, Париж
- ↑ Бейзер М. Евреи борьбы. Еврейское национальное движение в СССР (1967—1989) . Сохнут. Дата обращения: 2013-6-27. Архивировано 1 июль 2013 года. 2009 йыл 18 февраль архивланған.
- ↑ Рубинштейн, 2002, с. 6
- ↑ Блюм, 1996, с. 102—103
- ↑ Блюм, 1996, с. 104
- ↑ Костырченко, 2003, с. 693
- ↑ Костырченко, 2010, с. 139
- ↑ Костырченко, 2003, с. 474
- ↑ Костырченко, 2010, с. 193
- ↑ Медведев Ж. А. Судьба Еврейского антифашистского комитета // Сталин и еврейская проблема. Новый анализ. — М.: Права человека, 2003. — 288 с.
- ↑ Из показаний Д. Н. Гофштейна об обстоятельствах создания ЕАК . Фонд Александра Яковлева. Дата обращения: 2013-7-5. Архивировано 10 июль 2013 года.
- ↑ 49,0 49,1 Рубинштейн, 2002
- ↑ Рубинштейн, 2002, с. 58—59
- ↑ Рубинштейн, 2002, с. 59
- ↑ Костырченко, 2003, с. 443—444
- ↑ Флят Л. «Прошу полной реабилитации» . Мы здесь. Дата обращения: 2013-7-2. Архивировано 5 июль 2013 года. 2013 йыл 8 октябрь архивланған.
- ↑ Костырченко, 2003, с. 450
- ↑ Рубинштейн, 2002, с. 61—62
- ↑ Рубинштейн, 2002, с. 62
- ↑ Рубинштейн, 2002, с. 65—66
- ↑ Костырченко, 2003, с. 452
- ↑ Костырченко, 2003, с. 387
- ↑ Рубинштейн, 2002, с. 66—67
- ↑ Костырченко, 2003, с. 454
- ↑ Костырченко, 2010, с. 174
- ↑ МГБ СССР - в ЦК ВКП(б): ответ на жалобу арестованного Б. А. Шимелиовича о незаконных методах ведения следствия по его делу . Фонд Александра Яковлева. Дата обращения: 17 июль 2013. Архивировано 2 сентябрь 2013 года.
- ↑ Костырченко, 2010
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Блюм Арлен Викторович. Еврейский вопрос под советской цензурой: 1917-1991 / Отв. ред. Д. А. Эльяшевич. — СПб.: Петербургский еврейский университет, 1996. — 185 с. — (Петербургская иудаика. Т.I).
- Борщаговский Александр Михайлович. Обвиняется кровь. — Прогресс, 1994. — 398 с., журнальный вариант Борщаговский А. М. Обвиняется кровь // журнал «Новый мир». — 1993. — № 10.
- Костырченко Геннадий Васильевич. Тайная политика Сталина: власть и антисемитизм. — 2. — М.: Международные отношения, 2003. — 784 с. — ISBN 9785713310714.
- Костырченко Г. В. Сталин против «космополитов». Власть и еврейская интеллигенция в СССР. — М.: Российская политическая энциклопедия, 2010. — 432 с. — ISBN 978-5-8243-1103-7.
- Неправедный суд: Последний сталинский расстрел (стенограмма судебного процесса над членами Еврейского антифашистского комитета) / Сост.: В. П. Наумов, А. А. Краюшкин, Н. В. Тепцов. — М.: Наука, 1994. — 399 с. — ISBN 5-02-012095-2.
- Рубинштейн Д. Разгром Еврейского антифашистского комитета = Stalin's Secret pogrom / пер. с англ. Л. Высоцкого. — СПб: Академический проект, 2002. — 142 с. — ISBN 5-7331-0254-3.
- Соколов Андрей Константинович, Тяжельников В. С. Курс советской истории. Кн.2. 1941—1991. — М.: «Высшая школа», 1999. — 415 с. — ISBN 5-06-003679-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дело Еврейского антифашистского комитета . Фонд Александра Яковлева. Дата обращения: 2013-7-5. Архивировано 10 июль 2013 года.