СОФИН
СОФИН | |
Дәүләт | СССР |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 1932 һәм 1933 |
СОФИН («фин халыҡтарын азат итеү союзы», удм. «Финн выжыысь калыкъёсты мозмытон союз») — 1932—1933 йылдарҙа Түбәнге Новгород буйынса ОГПУ даими вәкиллеге тарафынан уйлап сығарылған киң билдәле эш.
1932 йылдың февралендә Кузебай Герд (удмурт шағиры, прозаик, драматург, йәмәғәт эшмәкәре) беренсе тапҡыр Горькийҙан килгән тәфтишсе, Горький крайы буйынса ОГПУ ПП ОО-ның 2-се бүлеге начальнигы А. Д. Антоновскийға «әңгәмәләргә» саҡырыла, шунан ул Гердты Горькийға алып китә. Кире ҡайтҡандан һуң май айында ул ҡабаттан Горькийға саҡыртыла һәм 1932 йылдың 13 майында ҡулға алына, уны, ОГПУ сценарийы буйынса, «Бӧляк» контрреволюцион ойошмаһын ойоштороуҙа ғәйепләйҙәр, йәнәһе, ойошманың эшмәкәрлеге Удмурт АО-һын һәм башҡа автономияларҙы (Мари, Мордва, Карел, Коми-Зырян) СССР-ҙан ситләштереүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ Герд «Финляндия протектораты аҫтында берҙәм фин-уғыр федерацияһын» төҙөүҙә, эстон һәм фин дипломаттары менән бәйләнештәрҙә, ошо илдәр файҙаһына шпионажда, терактар әҙерләүҙә ғәйепләнә.
Эш буйынса шулай уҡ Д. А. Батиев, В. И. Лыткин, В. П. Налимов, С. А. Попов, А. А. Чеусов, М. Т. Маркелов (эрзә, этнограф, фольклорист, фин-уғры белгесе) йәлеп ителә. Судҡа 28 кеше бирелә, тағы ла «Софин» ойошмаһына ҡағылышы булған башҡа эштәр буйынса тағы ла 3 кеше йәлеп ителә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография Кузебая Герда 2016 йыл 3 март архивланған.
- Кузебай Герд: «Один из многих» 2016 йыл 3 март архивланған.
- Биография Кузебая Герда
- Дом-музей Кузебая Герда — филиал Вавожского районного краеведческого музея
- Евгений Шумилов о Кузебае Герде
- Поиск по открытому списку жертв политических репрессий в СССР / Маркелов Михаил Тимофеевич (1899)(недоступная ссылка)