Эстәлеккә күсергә

СССР-ҙа психиатрияны сәйәси маҡсаттарҙа ҡулланыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Психиатрияны сәйәси маҡсаттарҙа ҡулланыу аҫтында йәмғиәттә билдәле бер шәхестәр йәки төркөмдәр өсөн кешенең фундаменталь хоҡуҡтарынан ситләштереү маҡсатында психиатрия диагностикалау, дауалау һәм изоляцияла тотоу күҙ уңында тотола[1]. 1960-сы йылдарҙа психиатрияны сәйәси маҡсаттарҙа ҡулланыу СССР-ҙа сәйәси репрессияларҙың төп төрҙәренең береһе була, әммә бындай енәйәттәр совет осоронда элегерәк тә булған[2].

Совет осороноң тәүге йылдарында уҡ психиатрияны сәйәси маҡсаттарҙа файҙаланыуҙың бер нисә айырым осраҡтары теркәлә[2]. Улар араһында иң билдәлеһе Мария Спиридонованың осрағы[3], уны 1921 йылда Дзержинскийҙың бойороғо буйынса психиатрия хәстәханаһына урынлаштыралар [4][5].

Психиатрия енәйәттәре 1930-сы йылдарҙа йышая. Сәйәси маҡсаттарҙа беренсе төрмә (махсус) хәстәханаһы — СССР НКВД-һы Ҡаҙан төрмә писхиатрия хәстәханаһы файҙаланыла.. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, унда психик ҡаҡшау менән интеккән кешеләр ҙә, психик боҙоуҙары булмаған кешеләр ҙә тотолған. Мәскәүҙәге Сербский исемендәге Суд һәм дөйөм психиатрия институтында ла сәйәси бүлек булған[2].

Табиптар эше менән бәйле КГБ-ны тәнҡитләгән өсөн репресияларға дусар ителгән партия чиновнигы Сергей Писарев 1955 йылда, азат ителгәндән һуң, сәйәси психиатрия енәйәттәренә ҡаршы кампанияһын башлай. Һөҙөмтәлә Коммунистар партияһының Үҙәк Комитеты ошондайыраҡ енәйәт төрөн тикшереү өсөн комиссия булдыра. Комиссия психиатрияны сәйәси маҡсаттарҙа ҡулланыуысынлап булған тигән һығымтаға килә[2].

СССР-ҙа Сталин осорондағы психиатрия енәйәттәре тарихы архивсы-журналист, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт архив хеҙмәте етәкселәренең береһе Анатолий Прокопенконың «Безумная психиатрия» исемле китабында ентекле һәм документтарға таянып күрһәтелә, тәүге тапҡыр 1997 йылда нәшер ителә[4].

Революционер, һул эсерҙар партияһы етәкселәренең береһе Спиридонова Мария.

1919 йылдың февралендә революцион трибунал һул социалист-реолюционер партияһы лидерҙарының береһе Мария Спиридонованы сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенән бер йылға сәләмәт физик һәм аҡыл хеҙмәте мөмкинлеген биреү шарттарында санаторийға ебәреү тураһында ҡарар сығара. Әммә 1919 йылдың апрелендә һаҡ аҫтында тотолған М. Спиридонова Кремлдән ҡаса һәм ҡасыуҙан һуң йәшерен эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1920 йылдың октябрендә уны ҡабаттан ҡулға алалар һәм Бутырка төрмәһенә ултырталар[6]. Үҙенең хеҙмәткәре Т. Самсоновҡа 1921 йылдың 19 апрелендә яҙған хатында Ф. Дзержинский белдерә:

« Спиридонованы психиатрия йортона урынлаштырыу өсөн Обух һәм Семашко менән осрашыр кәрәк, әммә унан Спиридонованы урламау йәки ҡасмау шарты менән урынлаштырыр кәрәк. Һаҡты һәм күҙәтеүҙе етерлек кимәлдә ойошторорға кәрәк, әммә йәшерен рәүештә. Санаторий техник шарттары буйынса ҡасмаҫлыҡ булырға тейеш. Шундай санаторий тапҡас һәм ентекле план эшләгәс, миңә хәбәр итегеҙң.[4] »

.

Бынан һуң ВЧК Мария Спиридонованы лазареттан Пречистенск психиатрия дауаханаһына күсерә. Чекистар үтенесе буйынса, Спиридонованы билдәле психиатр профессор П. Б. Ганнушкин тикшерә, һөҙөмтәлә уға «истерия психозы» диагнозы ҡуйыла[4].

Беренсе төрмә психиатрия хәстәханаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта Ҡаҙанда 1869 йылдан ғәмәлдә булған ғәҙәти психиатрия хәстәханаһында[7] сәйәси тотҡондар өсөн махсус бүлек булдырыла, ә 1939 йылдың ғинуарында сәйәси тотҡондарҙың ҡасыуын булдырмау маҡсатында әлеге бүлекте НКВД-ның Ҡаҙан төрмәһе һағына һаҡлау йөкмәтелә. Иҫен юғалтҡан дәүләт енәйәтселәре һаны күбәйеүе арҡаһында бер нисә айҙан Л. П. Берия үҙенең ҡарары менән бөтә Ҡаҙан психиатрия хәстәханаһын НКВД ҡарамағына күсерә, шулай итеп, СССР-ҙа тәүге махсус (төрмә) хәстәханаһы барлыҡҡа килә[4].

Ҡазан төрмә психиатрия хәстәханаһында (КТПБ), СССР эске эштәр наркомы урынбаҫары Чернышев 1945 йылдың 13 июлендә ҡул ҡуйған Положениеға ярашлы, ике категориялы тотҡондар дауалана:

«суд ҡарары йәки СССР НКВД ҡарамағындағы Махсус кәңәшмәһе ҡарарына ярашлы һаҡ аҫтында тотолған һәм изоляция менән бергә мәжбүри дауалауға йүнәлтелгән аҡылдан яҙған дәүләт енәйәт ҡылыусылар» һәм «дәүләт енәйәттәре өсөн хөкөм ителгән һәм суд йәки СССР НКВД ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә хөкөмө буйынса төрмәлә хөкөм язаһы срогы осоронда психикаға бәйле ауырыуы башланған тотҡондар». 1950-се йылдарҙың аҙағында граждандар КТПБ-ға башлыса судтан тыш, СССР НКВД ҡарамағындағы махсус кәңәшмәһе билдәләмәһе буйынса йүнәлтеләләр[4].

Билдәле булыуынса, 1934 йылда уҡ психиатрия хәстәханаһына кешеләр сәйәси статьялар буйынса эләгә. Күп кенә тотҡондар Ҡаҙан хәстәханаһында 15-20 йыл тотола[6]. Сәйәси тотҡондар араһында психик яҡтан сәләмәт кешеләр менән бер рәттән психик тайпылыштары булған кешеләр ҙә дауалана. Мәҫәлән, уларҙың береһе үҙен Троцкий итеп күрә, икенсеһе йәһүдилек бөтә донъяға һәләкәт килтерә, тип раҫлай[8].

1950-се йылдар башында Ҡаҙан хәстәханаһында яҡынса 1000 тотҡон иҫәпләнә. Территорияның мөйөштәрендә вышкалар тора, диуар өҫтөнән сәнскеле сым тартылған була. Ҡаҙан психиатрия хәстәханаһында электртартышыу терапияһын һәм «камзул» (тынысландырыу күлдәге) ҡулланыла. Дарыуҙар ҡулланып дауалау үткәрелмәй тиерлек; «йоҡо терапияһы» ғына киң тарала: тотҡондар бер көндән 7-8 көнгә тиклем йоҡо дарыуҙарын бик ҙур дозаларҙа алалар, дөрөҫөн әйткәндә, улар ашау һәм хәжәт үтәү ваҡытында ғына йоҡлатылмай[6]. Язалау булараҡ, мәҫәлән, «урау» ҡулланыла: пациентты һыулы киндер менән урап һалалар, беше киндер кипкән һайын ҡыҫа башлай һәм язаланған кешегә тын алыуы ауыр була башлай. «Язаның» оҙайлығы енәйәттең ауырлығы менән билдәләнә[8].

Аш-һыуҙың сифаты бик насар була, әммә шулай ҙа лагерҙағынан бер аҙ яҡшыраҡ[6]. Тотҡондар күҙәтеүһеҙ коридорғ сығырға, башҡа бүлмәләргә инергә тыйыла. Шулай уҡ хатлашыу боҙола: х хәстәхана етәкселеге тотҡондарҙың «аҡылһыҙлығы» һылтауы менән ғәҙәттә хаттарҙы һәм ғаризаларҙы канцеляриянан ары сығармай. Тотҡондар юғары совет һәм партия органдарына үҙҙәренең ғаризаларын һәм ялыуҙарын сәләмәт тип танылған осраҡта ғына ебәрә алалар[4].

Тотҡон вафат булған осраҡта, уның кәүҙәһе туғандарына бирелмәй, вафаты тураһында улар рәсми хәбәр алалар; туғандары хатта тотҡондо ерләүҙә лә ҡатнаша алмай. Тотҡондарҙы лагерҙарҙың, ҡаласыҡтарҙың һәм ҡасабаларҙың ситендәге алдан әҙерләнгән соҡорҙарҙа ерләйҙәр[4].

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ҡаҙан ТПХ-да көн һайын аслыҡтан 40-50 кеше үлгән, тип һөйләйҙәр (ошо уҡ ваҡытта хәстәхана яңы тотҡондар менән даими рәүештә тулыландырылып торған)[6]. Медицина фәндәре докторы В. Ф. Кондратьев хәтерләүенсә: Ҡаҙан ТПХ-ның элекке начальнигы Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, 1941—1942 йылғы ҡышта, бөтә пациенттар ҙа һыуыҡтан һәм аслыҡтан үлделәр, тип һөйләгән. Туңған ерҙе ҡаҙыу өсөн кеше булмау сәбәле, уларҙы хатта ерләп тә тормағандар, ҡойма буйына теҙеп һалғандар[4].

Тыныс ваҡытта ла әлеге хәстәхана пациенттары соматик ауырыуҙар арҡаһында (язва, пневмония, холецистит һәм башҡа ауырыуҙар) йыш үлгән, сөнки бындай ауырыуҙарҙы дауалау бик түбән кимәлдә булған[4].

Татарстан Республикаһының Хәтер китабы төркөмө етәксеһе Михаил Черепанов раҫлауы буйынса, 2004 йылда уның исемлегендә Ҡаҙан ТПХ пациенттарынан 1940 йылдан алып 1970 йылға тиклем 1802 фамилия иҫәптә тора; ошо 1802 кешенән 470 кеше РСФСР Енәйәт Кодексының 58-се статьяһы һәм УССР Енәйәт Кодексының 54-се статьяһы буйынса хөкөм ителгән, йәғни сәйәси мотив буйынса. Свияжск утрауындағы 5-се холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колонияһы 1956 йылдан алып Ҡаҙан психиатрия хәстәханаһының филиалы булып китә, бында 1930-сы йылдар аҙағынан 1970-се йылдарҙа 3087 тотҡон вафат була филиалының Ҡазан психбольницаға, 1930 йылдың аҙағында-1970 йылдарға тиклем — 3087 йыл тотҡон вафат була[9]. 1956 йылдың 24 майында КПСС Үҙәк Комитетына ебәрелгән хатта КПСС Үҙәк Комитеты секретары А. Б. Аристов, «Ҡаҙан төрмә психиатрия хәстәханаһында законһыҙ рәүештә 228 кеше тотола», шул иҫәптән «үҙәк суд-психиатрия комиссияһы һығымтаһы буйынса мәжбүри дауалауҙа мохтаж булмаған 69 сәләмәт тотҡон», тип яҙа[4].

Башҡа төрмә (махсус) психиатрия хәстәханалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1940-1950-се йылдарҙағы тағы ла бер нисә төрмә психиатрия хәсәтәханалары тураһында билдәле. Мәҫәлән, 1951 йылда элекке ҡатын-ҡыҙ төрмә бинаһында (данлыҡлы «Тәреләр» янында) Ленинград ТПХ булдырыла. 19531954 йылдарҙа элекке сиркәү бинаһында Бутырка төрмәһенең төрмә-психиатрия бүлеге урынлаша; Томск ҡалаһы тирһендәге «Чекист» совхоз территорияһында төрмә-психиатрия хәстәханаһы урынлаша. 1949 йылда (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 1952 йылда) Сычев махсус психиатрия хәстәханаһы асыла. шулай уҡ Чистайҙа — төрмә-психиатрия колонияһы; Шацкиҙа махсус психиатрия хәстәханаһы була[6].

Санкт-Петербург (элекке Ленинград) интенсив күҙәтеү менән махсус типтағы психиатрия хәстәханаһы.

Төрмә психиатрия хәстәханалары (һуңынан махсус типтәге психиатрия хәстәханалары тип исемләнәләр) Эске эштәр министрлығы ҡарамағында булалар, шулай уҡ уға полиция, төрмә һәм лагерҙар буйһона[8].

1953 йылда Ленинград төрмә психиатрия хәстәханаһында яҡынса 800—1000 кеше дауалана. Ҡаҙандағы хәстәханала кеүек, бында ла вышкалар һәм сәнскеле сымдар була[6]. Режим төрмәләге кеүек: рәшәткәле бикле камералар, туғандар менән осрашыуҙар тыйыла, МВД һағы, төнгө йоҡоно бүлгән, йоҡо бирмәгән овчаркалар. Хөкүмәт органдарына ялыу менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булмай; бер камерала һау кешеләр ҙә, психик ауырыуҙар ҙа тотола. 1954 йылға тиклем был хәстәханала кәрәкле медикаменттар (пенициллин, стрептомицин, витаминдар) ҡулланылмай[4].

Шуға ҡарамаҫтан, ЛТПХ-ла Сталин репрессиялары осорондағы төрмәләргә ҡарағанда шарттар яҡшыраҡ була. Камераларҙың ишектәре көндөҙ асып ҡуйыла, күршеләр бер-береһе менән аралаша ала. 1953 йылдан башлап яйлап режим йомшартыла: вышкалар, прожекторҙарҙы алып ташлайҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре штаты арттырыла. Әммә, Ҡаҙан төрмә психиатрия хәстәханаһына ҡарағанда, Ленинград психиатрия хәмтәханаһында күпкә ҡатыраҡ «дауалау» саралары ҡулланыла: «йоҡо терапияһынан» тыш инсулин шоктары, таҙартылған көкөрт иретмәһе инъекциялары (сульфозин), дымлы урауҙар ҡулланыла[6].

Элекке тотҡондар хәтерләүенсә, ЛТПХ-ла бик юғары үлемлелек күҙәтелә: тотҡондарҙың күбеһе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үлгәндәр[4].

Мәскәүҙәге Сербский исемендәге институт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институт 1920-се йылдарҙың башында булдырыла һәм тәүге йылдарҙағы эшмәкәрлегендә ғәҙәти фәнни учреждениеларҙан бер ни менән дә айырылмай[10]. Әммә һуңынан, 1930-сы йылдар уртаһында, суд-психиатрия экспертиза проблемаларын һәм уның менән бәйле комплекстарҙы (кешенең иҫе-аҡылы теүәллеге, эшкә яраҡлылығы) өйрәнгән ғилми-тикшеренеү учреждениеһынан бөтә иң мөһим эштәр буйынса суд-психиатрия экспертизаһын үткәреүсе монополия органға әүерелә[4].

Беренсе планға сәйәси мәсьәләләр сыға башлай, һәм 1938 йылда махсус бүлек булдырыла, унда контрреволюцион эшмәкәрлектә (РСФСР Енәйәт Кодексының 58-се статьяһы буйынса) ғәйепләнгәндәр урынлаштырыла (ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәрҙән тыш). Был бүлектә тотолған ғәйепләнеүселәрҙең ауырыу тарихтары айырым архивҡа һалына һәм 1941 йылдың көҙөндә тәүге сиратта юҡ ителәләр[10].

Сербский исемендәге институттың хеҙмәткәрҙәре тикшереү эштәренә йәлеп ителә. Институтта «дөрөҫлөк сывороткаһы» алымы киң ҡулланыла, әлеге алымды ҡулланғанда экспертиза үтеүселәр бик һүҙсән булып китәләр һәм дауа саралары аҫтында тәфтишселәрҙе ҡыҙыһындырған һорауҙарға яуап бирәләр. 1930 йылда институтта шулай уҡ махсус лаборатория ойошторола (Сталиндың вафатынан һуң ябыла, бында экспертиза үткән кешеләр үҙ-үҙең контролдә тотмау буйынса махсус препараттар булдырыу маҡсатында эштәр алып барыла[4].

Мәскәүҙәге В. П. Сербский исемендәге институт бинаһы

Институт хеҙмәткәрҙәренең эксперт һығымталары ғәҙәттә тикшереү мәнфәғәтендә башҡарыла һәм йылдан-йылға объективлығын һәм дәлиллеген юғалта бара. Әлеге һығымталарҙа «заказсы» ихтыяры буйынса йә медицина, йә юридик критерийҙары өҫтөнлөк ала һәм улар йыш ҡына бер-беренә тура килтерелмәй[4].

1956 йылдың авгусында СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының психиатрия институты директоры Д. Федотов һәм «Медицина хеҙмәкәре» гәзитенең фән бүлеге мөдире А. Портнов әлеге учреждениеның эшмәкәрлеген тикшергән махсус комиссия өсөн төҙөлгән «В. П. Сербский исемендәге институты тураһында» исемле белешмәлә Сербский исемендәге институттың эшмәкәрлегенә ошондай баһа бирәләр:

« Институт поставил себя в положение наивысшего судебно-психиатрического арбитра и является в значительной части случаев последней инстанцией. Он стал самым крупным стационаром, в котором проводится экспертиза со всех концов СССР, хотя это и не вызвано необходимостью. <…>
В институте установилась традиция — исключать из состава СПК врача, мнение которого расходится с большинством членов комиссии. Особое мнение не записывается в актах экспертизы.
Если в одном из отделений после повторной экспертизы мнения расходятся, т. е. диагноз не устанавливается, то больного переводят в другое отделение, где экспертиза приводится к единому мнению без всякого участия врачей предыдущего отделения и ссылки на их мнения.[4]
»

Федотов һәм Портнов шулай уҡ, ҡайһы бер пациенттар Сербский исемендәге институтта караутһыҙ изоляторҙарҙа тотола һәм МВД хеҙмәткәрҙәре яғынан пациенттарға ҡарата тупаҫ мөғәмәлә (туҡмауҙар) күрһәтеүҙе билдәләйҙәр[4]}}

Психиатрия хәстәханаларының билдәле тотҡондары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пример учётной карточки на политического заключённого[4]

Ф. И. О. ВЕДЕНИН ГЕОРГИЙ НИКОЛАЕВИЧ
РОДИЛСЯ: 1912 г.
МЕСТО РОЖДЕНИЯ: ЧКАЛОВСКАЯ ОБЛАСТЬ
АДРЕС МЕСТА ЖИТЕЛЬСТВА: МОСКВА,………………
МЕСТО РАБОТЫ, ДОЛЖНОСТЬ, СПЕЦИАЛЬНОСТЬ: РАБОЧИЙ,…………
НАЦИОНАЛЬНОСТЬ: РУССКИЙ
ГРАЖДАНСТВО: ГРАЖДАНИН СССР
ПАРТИЙНОСТЬ: Б/П
АРЕСТОВАН: 21 ДЕКАБРЯ 1949 г.
СТАТЬЯ: 5810 Ч.1 УК РФ
КАРТОЧКА СОСТАВЛЕНА В: СПБ г. ЛЕНИНГРАДА 3 ИЮНЯ 1950 г.
ОРГАН: ПРОЛЕТАРСКИМ РО МГБ г. МОСКВЫ
(кем арестован)
№ ДЕЛА: 701
ПРИБЫЛ: 03. 06. 50 ИЗ БУТЫРСКОЙ ТЮРЬМЫ г. МОСКВЫ
УБЫЛ: 17. 10. 51 ОСВОБОЖДЕН ОТ ПРИНУДИТЕЛЬНОГО ЛЕЧЕНИЯ И КАК СОЦИАЛЬНО ОПАСНЫЙ ЭЛЕМЕНТ ВЫСЕЛЕН В НОВОСИБИРСКУЮ ОБЛАСТЬ СРОКОМ НА 5 ЛЕТ

Ҡаҙан психиатрия хәстәханаһына 1941 йылда Эстонияның тәүге президенты Константин Пятс[8]. Шулай уҡ унда психик яҡтан сәләмәт Ян Пилсудский (поляк сәйәсмәне, Юзеф Пилсудскийҙың ағаһы), уны, СССР һәм Сикорскийҙың поляк хөкүмәте араһындағы сәйәси тотҡондар тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң, хәстәхананан сығаралар.

А. Г. Гойхбарг — ялҡынлы коммунист, 1918 йылдан алып совет дәүләт эшмәкәре, Кесе Совнарком рәйесе, интеллигент һәм энциклопедист, Социалистик фәндәр академияһына нигеҙ һалыусы — 1947 йылда «советтарға ҡаршы агитацияла һәм партия һәм хөкүмәт етәкселеренә яла яғыуҙа» ғәйепләнә һәм Сербский исемендәге институтҡа суд-психиатрия экспертизаһына ебәрелә. Институтта Гойхбаргта параноик үҫешле психопатия диагнозы ҡуйыла. Бынан һуң уны мәжбүри дауаланыуға Ҡаҙан төрмә психиатрия хәстәханаһына урынлаштыралар. 1955 йылда ғына Гойхбаргты мәжбүри дауалауҙан азат итәләр һәм дөйөм нигеҙҙә дауалау өсөн психоневрология хәсәтәханаһына күсерәләр[4].

Куйбышевтан (Һамар) сығышлы Ярков Илья 1928 йылда «контрреволюцион эшмәкәрлек» өсөн хөкөм ителә, 1951 йылда ҡабаттан ҡулға алына һәм «аҡылдан яҙған» тип таныла. 1951—1954 йылдарҙа аҡылдан яҙған өсөн хәстәханаларҙа дауалана: Горький, Ҡазан һәм Чистай ҡалаларында. Үҙнәшер рәүешендә баҫтырылған Ярковтың автобиографияһы Көнбайышҡа эләгә һәм көнбайыш тикшеренеүсерәнең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Ярков, мәҫәлән, психиатрия стационарҙарында психик яҡтан сәләмәт һәм шулай уҡ ауырыу кешеләрҙең дә булыуын билдәләй[8].

1920 йылдан КПСС ағзаһы, Мәскәү ҡалаһындағы Свердловск райкомы пропагандисы С. П. Писарев[4] (1930-сы йылдарҙа репрессияланған) Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм инвалиды, орденарға лайыҡ булған кеше[11], 1953 йылда Свердловск район комитетының беренсе секретары Тереховтың ялыуы арҡаһында психиатрия хәстәханаһына эләгә. Писарев үҙенең Компартия Үҙәк Комитеты Президиумына ебәрелгән хатындадәүләт именлеге органдарын булмаған «фетнәне» ойошторған өсөн тәнҡитләй («табиптар эше»)[8]. Сербский институтында уға шизофрения, дәғүәселлек һаташыуы диагноздарын ҡуялар. Ленинград ТПХ-да Писарев йыл ярым изоляцияла була ошо ваҡыт арауығында хәстәхана психиатрыүҙенең отчетында өс тапҡыр Писарев «сәләмәт һәм үҙ ҡылыҡтары өсөн яуаплы була ала» тип яҙа). 1954 йылғы комиссия ла Писаревты психик яҡтан сәләмәт тип таба. 1956 йылда Рәсәй Федерацияһының Юғары суды Писаревты реабилитациялай, ә Ганнушкин исемендәге институт хеҙмәткәрҙәре уны психик яҡтан тулыһынса сәләмәт, тип раҫлай. С. Г. Сускин (1929 йылдан алып компартия ағзаһы, 1903 йылдан 1906 йылға тиклем эсер, 1906—1918 йылдарҙа — эсер-максималист, 1917 йылдан — октябрь революцияһы яҡлы; суд хеҙмәткәре, революцияға тиклем 13 төрмәлә ултырған, Сталин осоронда төрмәлә бер нисә йыл ултырған)) 1950се йылдарҙа Ленинград психиатрия хәстәханаһында дүрт йыл үткәрә[4].

СССР-ҙың Дәүләт именлеге комитеты генералы Павел Судоплатов — Ленинград төрмә психиатрия хәстәханаһында 1955 йылдың майынан 1957 йылдың ғинуарына тиклем тикшереү үтә һәм дауалана. А. Прокопенко фаразлауынса, Судоплатов юғары хөкөм язаһынан ҡотолоу маҡсатында юрый ауырыу булып ҡылана, һәм уға дәүләт власы вәкилдәре һәм психиатр-эксперттар ихлас ярҙам итәләр. Төрмә хәстәханаһында П. Судоплатов күпкә яҡшыраҡ шарттарҙа тотола. ТПХ-ла булыу айҡанлы судоплатов атып үлтереүҙән ҡотола һәм тейешле срокты ГУЛАГ-та үткәрә[4].

Израиль коммунистар партияһы секретарының ике туған ағаһы Микунис Ленинград ТПХ-да Троцкийҙы Иуда тип исемләүҙе туҡтатыуҙы (йәһүдтәр өсөн Иуда ихтирамға лайыҡ исем) талап иткән өсөн ебәрелгән. Подполковник Тарасов партияның Үҙәк Комитетына, әгәр хөкүмәттәр үҙ-ара килешә алмаһа, тыныслыҡ эшен халыҡтар үҙ ҡулдарына алырға тейеш, тип яҙған өсөн 58-се статьяның 10 пункты буйынса 7 йылға хөкөм ителә, әммә ҡатыны ҡабаттан эште ҡарауҙы талап иткәндән һуң уны Ленинград ТПХ-на урынлаштыралар[4].

Элекке лейтенант, фронтовик, Ленинград дәүләт университеты студенты Анатолий Булев иҡтисади реформа идеяһын тәҡдим итә, был идея халыҡ хужалығына матди ҡыҙыҡһыныу һәм хозрасчет принцибына нигеҙләнгән була. Үҙенең тәҡдимдәре өсөн Булев эштән һәм университеттан ҡыуыла. Протест йөҙөнән ул «Ҡараштарым өсөн мине эштән һәм университеттан ҡыуҙылар» плакаты менән Александров колоннаһына сығып тора. Ленинград ТПБ урынлаштырыла[4].

1919 йылдан алып Компартия ағзаһы Фёдор Шульц 1930-сы йылдарҙа репрессиялана, ике тиҫтә йыл төрмөлөрҙә һәм һөргөндә үткәрә, 1956 йылда аҡлана, әммә бер йыл үтеүгә уны ҡабаттан төрмәгә ултырталар — Шульц «Правда» гәзитенә Хрущевтың, СССР-ҙа сәйәси тотҡондар юҡ, тигән һүҙҙәрен кире ҡағып хат яҙа. Комиссия, (Д. Р. Лунц етәкләй) Шульцты аҡылдан яҙған тип таный. хәстәханала бер йыл дауалана, шунан азат ителә, 1960 йылда партияла тергеҙелә. 1964 йылда СССР Юғары Советы ҡарары менән Шульцҡа ҡаршы ғәйепләүҙәр юҡҡа сығарыла[8].

Ҡазан төрмә психиатрия хәстәханаһында 195-се йылдар башында Молотовтың ҡатынының туғаны Дмитрий Вишнявский, Зиновьев һәм Каменев процесында судья булған Иона Никитченконың улы Ю. Никитченко, Хәрби-Диңгеҙ Флоты штабының элекке начальнигы адмирал Л. М. Галлер (язалаулы һорау алыуҙан һуң үлә), билдәле совет инженер һәм авиаконструктор А. Н. Туполев тотолалар.

Ленинград ТПХ-да 1950-се йылдар башында Г. К. Жуковтың 9-сы армия штабы начальнигы генерал И. С. Варенников, композитор Шведов, биолог Шафран, математик профессор Лапи, тарихсы профессор К. В. Никольский, иҡтисадсы К. П. Варганов, иҡтисадсы М. Г. Калужский, дин әһеле һәм киноактёрА. С. Наумов, актёр Залесский-Энелин, геофизик Ю. Г. Харитонов, инженер Н. М. Конопаткин, юрист һәм инженер А. Н. Левитин, МГБ-ның яуаплы хеҙмәткәре И. И. Клиндер, рәссам С. С. Сускин, кинорежиссёр Петров-Быков, табип-психиатр һәм яҙыусы А. С. Колдунов, табиптар Д. В. Рабинович һәм Б. Е. Зильбермович, архитектор Шевандров һәм башҡа техник һәм ижади интеллигенция вәкилдәре. Улар бөтәһе лә советтарға ҡаршы эшмәкәрлек өсөн 58-се статья буйынса урынлаштырылғандар[4].

КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге партия контроле комиссияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1955 йылда азат ителгәндән һуң С. П. Писарев психиатрияны сәйәси маҡсаттарҙа ҡулланыуҙы тыйыу буйынса кампания башлай, төп тәнҡитте ул Сербский исемендәге институт адресына төбәй[8][12]. Ул КПСС Үҙәк Комитетына күп кенә психик яҡтан сәләмәт булыуына ҡарамаҫтан мәжбүри дауалауға дусар ителгән ғалимдар, яҙыусылар, рәссамдар һәм партия эшмәкәрҙәре исемлеген тәҡдим итә. Үҙенең хатында Писарев Сербский исемендәге институттың системалы хаталары күрһәтә. Хаталарҙы сәбәптәрен билдәләй, институт һәм уның стационарҙары административүтикшереү органдарының буйһоноуында булараҡ психик яҡтан сәләмәт кешеләргә ялған диагноз ҡуйып, уларҙы төрмә хәстәханаларға урынлаштырыуға дусар иткән, тип раҫлай[11].

Писаревтың һәм башҡа тотҡондарҙың мөрәжәғәттәре буйынса[4], КПСС Үҙәк Комитеты абруйлы партия эшмәкәре А. И. кузнецов етәкселегендә комиссия булдыра. Комиссияға эрк психиатрия хәстәханалары профессорҙары индерелә. Институт эшмәкәрлеген ентекле тикшергәндән һуң, комиссия Ҡаҙан һәм ленинград психиатрия хәстәханаларында була[8]. Һөҙөмтәлә ул ысынлап та сәйәси маҡсаттарҙа психиатрия ҡулланылған тигән һығымтаға килә[12][13] һәм 58-се статья буйынса хөкөм ителгәндәрҙе азат итә[7]. Партия контроле комитеты психиатрияны сәйәси маҡсаттарҙа файҙаланыу буйынса күп кенә документаль мәғлүмәттәр туплай һәм Сербский исемендәге институт экспертизаларының түбән кимәлен билдәләй[4]. Ялған диагноздарҙың авторҙары ла исемләнә, мәҫәлән, институт доценты (һуңынан профессор№Ғәйепле булыу, диагнозды дөрөҫ атап әйткәндә, доценты (һуңынан — профессор) Даниил Романович Лунц[11].

Комиссия институт психиатрҙарының именлек органдары менән законһыҙ хеҙмәттәшлеген билдәләй һәм совет төрмә психиатрия хәсәханалары, ҡағиҙә булараҡ, сәләмәт кешеләр менән комплектацияланғанын раҫлай. Комиссия һығымталарына ярашлы, әлеге хәсәтханаларҙың тотҡондары 75 % осраҡта ғәйепһеҙ репрессия ҡорбандары[6].

Комиссия мәғлүмәттәре буйынса, институтта 1951—1955 йылдар осоронда амбулаторияла суд-психиатрия экспертизаһын үткән 5446 кешенән 890 кеше «сәйәси» 58-се статьяһы буйынса үтәләр; ошо уҡ осорҙа стационарҙа СПЭ-ны үткән 8337 кешенән, 1397 кеше «контрреволюцион» статьялар буйынса ғәйепләнгән[4].

Сәйәси статьялары буйынса СПЭ-ны үткән ошо 2287 кешенән 675 кеше «аҡылдан яҙған» тип танылған, 611 кеше МВД-ның төрмә психиатрия хәсәтәханаларына мәжбүри дауалауға ебәрелгән, ҡалғандары — СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ябай психиатрия хәсәтханаларына[4].

Илдә суд-психиатрия экспертизалар күләме йылдан-йыл арта барған: 1945 йылда 90 хәстаханала 711 койкалыҡ 23 суд-психиатрия бүлектәре булһа, 1957 йылда 136 хәстәханала бындай бүлектәр 34 була (1100 койкалыҡ). 1945 йылда СССР-ҙа мәжбүри дауаланыуҙа 637 кеше булһа, 1956 йылда — 1562 кеше[4].

Ҡаҙан ТХ-да «сәйәси» тотҡондарҙың һаны: 1952 йылда — 537 кеше; 1953 йылда — 547; 1954 йылда — 543; 1955 йылда — 501; 1956 йылда — 310[4].

Партия контроле комиссияһы Ҡаҙан һәм Ленинград төрмә психиатрия хәстәханалары персоналы пациенттарға ҡарата кешелекһеҙ мөнәсәбәттәр булыуында инана: тотҡондарҙы бик ныҡ туҡмау, бер камерала аҡылдан яҙғандарҙы һәм сәләмәт кешеләрҙе бергә тотоу. Сәйәси тотҡондарҙы ябыҡ бүлектәрҙә бикләп тоталар, соматик ауырыуҙар менән яфаланған аҡылдан яҙған һәм психик яҡтан сәләмәт кешләрҙе дауалау бик түбән кимәлдә була һәм ысынында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән дә, Эске эштәр министрлығы менән дә контролдә тотолмай[4].

1956 йылдың 16 ноябрендәге СССР Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, «һауығыу» сәбәбе буйынса Ленинград ТПХ-нан 1950-1952 йылдарҙа 71 кеше сығарыла, ә 1953—1955 йылдарҙа — 234 кеше. «Психик торошо яҡшырыу» сәбәбе буйынса 1950—1952 йылдарҙа 14 кеш сығарыла, 1953—1955 йылдарҙа— 683 кеше, йәғни 50 тапҡырға күберәк.Ҡаҙан ТПХ-нан 1950—1952 йылдарҙа «һауығыу» сәбәбе буйынса 127 кеше, 1953—1955 йылдарҙа — 427 кеше. Әлеге ситуация менән бәйле була, йәғни, үлгәндән һуң реабилитация осоро хаҡһыҙға рәнйетеү И. Сталиндың вафатынан һуң төрмә психиатрия хәсәтәханаларында тотолған кешеләрҙең эштәрен ҡабаттан тикшереү менән бәйле була[4].

Партия контроле комиссияһы рәйесе Кузнецов комиссия һығымталарын КПСС Үҙәк Комитеты ултырышында ҡарарға тәҡдим итә[4]. Бынан тыш, комиссия психиатрия экспертизаһы эшен үҙгәртеп ҡорорға[11] Сербский исемендәге институттың һәм махсус психиатрия хәстәханаларының буйһоноу системаһын үҙгәртергә[11][13] тәҡдим итә: уларҙы тулы ҡанлы медицина учреждениеларына әүерелдерергә һәм тулыһынса СССР һаулыҡ һаҡлау ҡарамағына тапшырырға[14]. Комиссия эше һөҙөмтәһендә йөҙҙәрсә сәләмәт кешеләр психиатрия хәстәханаларынан сығарыла[11][13] ,ә уларҙың диагноздарында ғәйепле булғандар — эштән бушатыла[13].

Әммә, комиссияның ныҡышмал тырышлығына ҡарамаҫтан, комиссия доклады юғары партия кимәлендә тикшерелмәй, шуға күрә бер ниндәй ҙә ҡарарҙар сығарылмайref name="Писарев"/>. Ике йылдан һуң комиссияның материалдары архивҡа тапшырыла[11][13], ә уның ағзалары административ репрессияға дусар ителә: уларҙы етәксеһе вазифаларынан бушаталар[4]. Мәҫәлән, комиссия рәйесе А. Кузнецов һәм О. Шатуновская Үҙәк Комитеты аппаратнан сығарыла, Д. Федотов — СССР (аулыҡ һаҡлау министрлығының психиатрия институты директоры вазифаһынан бушатыла[6]. Комиссия һығымталары буйынса эштән сығарылған табиптар һәм администраторҙар үҙ урындарына ҡайталар[13]. Яңы төрмә психиатрия учреждениелары булдырыла[8][11][13], Сербский исемендәге институтта һиҙелерлек үҙгәрештәр күренмәй: ғәйепле тип танылған психиатрҙар үҙ урындарында эшен дауам итәләр. Башҡа төрлө фекер йөрөтөүселәрҙе дауалау практикаһы дауам итә[8].

Генерал П. Григоренко раҫлауынса, Писарев үҙенең вафатына тиклем (1979 йыл) Политбюронан А. Кузнецов комиссияһы тәҡдимдәре буйынса ҡарар ҡабул итеүҙе талап итә[4].

  1. Van Voren R. Political Abuse of Psychiatry—An Historical Overview (инг.) // Schizophrenia Bulletin : journal. — 2010. — Т. 36. — № 1. — С. 33—35. — DOI:10.1093/schbul/sbp119 — PMID 19892821. Архивировано из первоисточника 26 июль 2011. Архивная копия от 26 июль 2011 на Wayback Machine
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Ван Ворен Р. Психиатрия как средство репрессий в постсоветских странах. — Европейский парламент. Департамент политики. Генеральное управление по внешней политике, 2013. — 28 с. — ISBN 978-92-823-4595-5. — DOI:10.2861/28281. Архивная копия от 30 декабрь 2013 на Wayback Machine См. также: Ван Ворен Р. Психиатрия как средство репрессий в постсоветских странах // Вестник Ассоциации психиатров Украины. — 2013. — № 5.
  3. Bloch, Sidney; Reddaway, Peter. Soviet psychiatric abuse: the shadow over world psychiatry. — Westview Press, 1985. — ISBN 0-8133-0209-9.
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 4,12 4,13 4,14 4,15 4,16 4,17 4,18 4,19 4,20 4,21 4,22 4,23 4,24 4,25 4,26 4,27 4,28 4,29 4,30 4,31 4,32 4,33 4,34 4,35 4,36 Прокопенко А. С. Безумная психиатрия. — Совершенно секретно, 1997. — 176 с. — ISBN 5-85275-145-6. См. также: Прокопенко А. С. Безумная психиатрия // Карательная психиатрия: Сборник / Под общ. ред. А. Е. Тараса. — Москва — Минск: АСТ, Харвест, 2005. — 608 с. — ISBN 5170301723.
  5. Меленберг А. Карательная психиатрия (рус.) // Новая газета. — 18 августа 2003. — № 60. Архивировано из первоисточника 16 ғинуар 2008.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 Подрабинек А.П. Карательная медицина. — Нью-Йорк: Хроника, 1979. — 223 с. — ISBN 0897200225. Ҡалып:Архивировано
  7. 7,0 7,1 Поездка в Казань // Независимый психиатрический журнал. — 1997. — № 1. — С. 72—74.
  8. 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 Блох С., Реддауэй П. Диагноз: инакомыслие // Карта: Российский независимый и правозащитный журнал. — 1996. — № 13—14. — С. 56—67. Архивировано из первоисточника 22 март 2006.
  9. Черепанов М. Жертвы принудительного лечения. — Казанские ведомости, 29.10.2004. — В. 249.
  10. 10,0 10,1 Коротенко А.И., Аликина Н.В. Советская психиатрия: Заблуждения и умысел. — Киев: Сфера, 2002. — 329 с. — ISBN 9667841367.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 11,6 11,7 Новости Самиздата (рус.) // Хроника текущих событий. — 1970. — № Вып. 13.
  12. 12,0 12,1 Ван Ворен Р. От политических злоупотреблений психиатрией до реформы психиатрической службы // Вестник Ассоциации психиатров Украины. — 2013. — № 2.
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 13,5 13,6 Ҡалып:Книга:Алексеева Л.М.: История инакомыслия в СССР
  14. Писарев С. П. Письма // Казнимые сумасшествием: Сборник документальных материалов о психиатрических преследованиях инакомыслящих в СССР / Редакторы: А. Артемова, Л. Рар, М. Славинский. — Франкфурт-на-Майне: Посев, 1971. — С. 334—345. — 508 с.