Дзержинский Феликс Эдмундович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дзержинский Феликс Эдмундович
пол. Feliks Dzierżyński
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы[3][4]
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg РСФСР
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР[5]
Тыуған көнө 11 сентябрь 1877({{padleft:1877|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1][6][7]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Дзержиново[d]
Вафат булған көнө 20 июль 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[8][9][…] (48 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы[8][11]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Атаһы Дзержинский Эдмунд Иосифович
Бер туғандары Дзержинский, Владислав Эдмундович[d]
Хәләл ефете Софья Сигизмундовна Дзержинская[d]
Балалары Ян Феликсович Дзержинский[d]
Нәҫеле Дзержинскийҙар[d]
Туған тел поляк теле
Место содержания под стражей Александров цитаделе[d], Орёл централы[d] һәм Бутырка төрмәһе[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, революционер
Биләгән вазифаһы РСФСР НКВД-һы ҡарамағындағы дәүләт сәйәси идаралыҡ[d] һәм Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы, Литва һәм Польша короллеге социал-демократияһы[d], Литва социал-демократик партияһы[d] һәм Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы
Ҡатнашыусы IV съезд РСДРП[d], VI съезд РСДРП(б)[d], VII съезд РКП(б)[d], РКП(б)-ның VIII съезы[d], РКП(б)-ның IX съезы[d], РКП(б)-ның X съезы[d], РКП(б)-ның XI съезы[d], РКП(б)-ның XII съезы[d], РКП(б)-ның XIII съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XIV съезы[d]
Commons-logo.svg Дзержинский Феликс Эдмундович Викимилектә

Феликс Эдмундович Дзержинский (пол. Feliks Dzierżyński [ˈfɛliks dʑerˈʐɨɲski]; ҡушаматтары Тимер Феликс, ФД, йәшерен псевдонимдары: Яцек, Якуб, Переплетчик, Франек, Астроном, Юзеф, Доманский; 11 сентябрь 1877 йыл — 20 июль 1926 йыл) — поляк сығышлы Рәсәй революционеры, совет сәйәси эшмәкәре, бер нисә наркомат етәксеһе, Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш комиссияһын (ВЧК) ойоштороусыһы һәм етәксеһе.

РСДРП (б) Үҙәк комитеты секретары (1917), РКП(б) Үҙәк Комитеты Ойоштороу бюроһы ағзаһы (1919—1920, 1921—1924), РКП(б) Үҙәк Комитеты Ойоштороу бюроһы ағзалығына кандидат (1921, 1924—1926). ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат.

Октябрь революцияһына тиклем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дзержинскийҙарҙың дворян гербы — Сулима

Поляк дворяны, Дзержиново утары хужаһы, гимназия уҡытыусыһы Эдмунд Иосифович Дзержинскийҙың улы. Әсәһе — Хелена Дзержинская, профессор Янушевский Игнатийҙың ҡыҙы.

Феликс Дзержинскийға суҡындырыу ваҡытында ике исем — Феликс Шченсны (Feliks Szczęsny) бирелә (латин һәм поляк исемдәре, икеһе лә бәхетле тип аңлатыла; хәйерле тыуыу хөрмәтенә — бала табыу алдынан әсәһе асыҡ баҙға төшөп китә, әммә балаға зыян килмәй, бала ваҡытынан алда тыуһа ла, һау-сәләмәт булып тыуа. Ғаиләлә туғыҙ бала була[12]. Феликс бала саҡтан ксендз булырға хыяллана[13][14], хатта рим-католик дини семинарияһына уҡырға инергә ниәтләнә.

Ҡулға алыу һәм төрмәлә ултырыу ваҡытындағы Ф. Э. Дзержинскийҙың фотографиялары. Өҫтән аҫҡа: Бутырка төрмәһендә, 1909 йыл; Орел каторга централында, 25 октябрь 1914 йыл; Үҙәк пересыльный төрмәлә, 1916 йыл

1887—1895 йылдарҙа гимназияла уҡый, шунда уҡ 1895 йылдың көҙөндә Литва социал-демократик ойошмаһына инә (беренсе псевдонимдары: Якуб, Яцек). Документтары буйынса Дзержинский беренсе класта ике йыл уҡыған, һигеҙенсе класты бөтөрмәгән: — Закон Божий — «яҡшы», логика, латин теле, алгебра, геометрия, математик география, физика, тарих, француз — «ҡәнәғәтләнерлек», ә урыҫ һәм грек теле — «ҡәнәғәтләнерлек түгел»[15].

Һөнәрселек һәм фабрика уҡыусылары тәңәрәктәрендә пропаганда эшен алып бара. 1897 йылдың июлендә ялыу буйынса ҡулға алына һәм Ковен төрмәһенә яҡынса бер йылға ултыртыла. 1898 йылда 3 йылға полиция күҙәтеүе аҫтына Вятка губернаһына (Нолинск ҡалаһы) ебәрелә. Бында ул махорка фабрикаһына эшкә төшә һәм эшселәр араһында пропаганда алып бара. бының өсөн уны Нолинскиҙан 500 километр алыҫлыҡта ятҡан Кайгородское ауылына һөрәләр, унан ул 1899 йылдың авгусында кәмәлә ҡаса һәм башта Вильноға, артабан — Варшаваға барып етә.

Дзержинский профессиональ революционер булып китә. Литва социал-демократик партияһының Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһына инеү яҡлы була, милли мәьәләләрҙә Роза Люксембург менән фекерҙәш була. 1900 йылда Литва һәм Польша Короллеге социал-демократтарының беренсе съезында ҡатнаша (СДКПиЛ).

1900 йылдың ғинуар айында ҡулға алына һәм Варшава цитаделендә ултыртыла, һуңынан — Седльце төрмәһенә. 1902 йылдың ғинуарында 5 йылға Вилюйскиға һөрөлә, бер аҙ ваҡыт Александров централының төрмәһендә тотола. 1902 йылдың июнендә һөргөн урынына китеп барышлай Верхоленскиҙан кәмәлә ҡаса һәм сит илгә сыға. Берлинда СДКПиЛ конференцияһында сит ил партия комитеты секретары итеп һайлана. Шулай уҡ Швейцарияла эшләй. «Червона штандар» («Ҡыҙыл Байраҡ») гәзитен сығара башлай һәм Краковтан Поляк Батшалығына легаль булмаған әҙәбиәтте ебәреү менән шөғөлләнә. СДКПиЛ-дың 4-се съезы делегаты (1903 йылдың июле), уның Баш Идаралығы ағзаһы итеп һайлана.

Ф. Э. Дзержинский (1912, Краков)

1905 йыл революцияһы ваҡиғалары осоронда Беренсе май демонстрацияһына етәкселек итә, хәрби-революцион ойошмала ҡатнаша. 1905 йылдың июлендә Варшава ҡалаһында ҡулға алына, октябрь айында амнистия буйынса иреккә сығарыла.

РСДРП ағзаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

РСДРП-ның 4-се съезында (1906, Стокгольм) СДКПиЛ территориаль ойошма булараҡ РСДРП-ға инә. Дзержинский РСДРП-ның 4 съезы делегаты итеп һайлана, партияның үҙәк органына индерелә, РСДРП-ның хәрби-революцион ойошмаһында поляк социал-демократтарының вәкиле була.1906 йылдың июленән сентябргә тиклем- Петербургт, артабан Варшавала була һәм унда декабрҙә ҡулға алына; 1907 йылдың июнендә залогка азат ителә. РСДРП-ның 5-се съезында (1907) ситтән Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1908 йылдың апрелендә Варшавала тағы ла ҡулға алына. 1909 йылда бөтә хоҡуҡтарынан ғүмерлеккә мәхрүм ителә һәм мәңгелеккә Себергә һөрөлә (Енисей губернаһы, Канск өйәҙе, Бельское ауылы). 1909 йылдың ноябрендә Каприға М. Горькийға ҡаса. 1910 йылда Краковҡа күсенә, унан йәшерен рәүештә Польшаның рәсәй өлөшөнә сығып йөрөй.

1910 йылдың мартында партия сәркәтибе һәм партияның баш идаралығы казначейы булараҡ Краковта эшләй, унда С. С. Мушкат менән тормошон бәйләй. 1911 йылдың февралендә, Ленин сәйәсәте менән ҡәнәғәт булыуы тураһында яҙа.

Варшаваға 1912 йылдың ғинуарында әйләнеп ҡайтҡандан һуң 1914 йылдың сентябрендә ҡабаттан ҡулға алына һәм 1914 йылдың 3 апрелендә 3 йылға каторга эштәренә хөкөм ителә; Орел централында ултыра. 1916 йылда өҫтәмә рәүештә 6 йыл каторгаға хөкөм ителә, Мәскәүҙә бутырка төрмәһендә ултыра. Февраль революцияһынан һуң, 1917 йылдың 1 мартында, азат ителә.

Үҙенең партияһы менән РСДРП(б) составына инә, РСДРП-ның мәскәү комитеты һәм Мәскәү советы башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана. РСДРП(б)-ның 7-се (Апрель) конференцияһы делегаты була, бында ул милләттәрҙең үҙбилдәнеш хоҡуҡтарын яҡлап, сығыш яһай; РСДРП(б)-ның 6-сы съезы делегаты итеп һайлана, съезда РСДРП(б Үҙәк Комитетына Һәм Үҙәк Комитеты Секретариатына ағза итеп һайлана. Демократик кәңәшмәһендә (1917 сентябрь) ҡатнаша.

Октябрь революцияһын әҙерләүҙә әүҙем эш алып бара, Мәскәүҙә ҡыҙыл Гвардия отрядтарын ойоштора. алып бара, Мәскәүҙә Ҡыҙыл Гвардия отрядтарын ойоштора. 1917 йылдың 10 (23) октябрендә РСДРП Үҙәк комитетының ултырышында ҡатнаша, ултырышта власты ҡораллы баҫып алыу тураһында ҡарар сығарыла. Хәрби-революцион үҙәге составына индерелә, түңкәрелеште ойоштороуҙа ҡатнаша. Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының 2-се Бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша. ВЦИК һәм ВЦИК Президиумына һайлана, ә 21 октябрҙә — Петроград ҡала Советы исполкомына. 25 октябрҙә баш почтамтты һәм телеграфты баҫып алыу менән етәкселек итә.

Октябрь революцияһынан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ВЧК-ОГПУ һәм НКПС етәкселегендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яков Петерс хәтерләй: «1917 йылдың 7 декабрендә контрреволюция менән көрәш мәсьәләһе тикшерелгән Совнарком ултырышында Комиссияны етәкләргә теләүселәр бар ине. Әммә Ленин Дзержинскийҙы… „пролетар якобинисы“ тип атаны. Феликс Эдмундович ултырыштан һуң күңелһеҙ генә итеп, ул хәҙер Робеспьер булһа, Петерс Сен-Жюстер инде, тине. Әммә беҙҙең икебеҙҙә лә көлкө ҡайғыһы юҡ ине…»[16]

1917 йылдың 6 (19) декабрендә Совнарком, Дзержинскийға хөкүмәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең забастовкалар ихтималлығын асыҡлау маҡсатында махсус комиссия булдырырыуҙы йөкмәтә[17], икенсе көндө үк Халыҡ Комиссарҙары Советы ултырышында Дзержинский «Саботаж менән көрәш буйынса комиссия ойоштороу һәм уның составы тураһында» доклады менән сығыш яһай. Халыҡ Комиссарҙары Советы хуплауы буйынса Контрреволюция һәм саботаж менән көрәшеү өсөн Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы ойошторола, Дзержинский уның рәйесе итеп тәғәйенләнә һәм 1922 йылдың февраленә тиклем ГПУ итеп үҙгәртелгәнгә тиклем әлеге вазифаны биләй (1918 йылғы өҙөктән тыш).

Дзержинский, башҡа етәкселәр менән берлектә, совет дәүләт язалау сәйәсәтен, шул иҫәптән айырым кешеләргә һәм сәйәси мотивтар буйынса шәхестәр категорияларна ҡарата, әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Сәйәсәт күмәк атып үлтереүҙәрҙе һәм концентрацион лагеры селтәрен үҙ эсенә ала[18][19][20]. ВЧК һәм уның ГПУ, ОГПУ һәм НКВД вариҫтары кеүек, СССР-ҙағы бөтә сәйәси репрессияларға туранан-тура бәйләнеше бар.

Язалау учреждениеһы башлығы булараҡ Дзержинский большевиктар үткәргән Ҡыҙыл террорҙың төп фигура булып тора.

Ф. Э. Дзержинскийға Почетлы чекист званиеһын биреү тураһындағы Грамота

Һул коммунист булараҡ Үҙәк Комитетта Брест килешеүенә ҡул ҡуйыуға ҡаршы сығыш яһай, әммә партияның тарҡалыуын хәстәрләп, 1918 йылдың 23 февралендә тауыш бирмәй ҡала. 1918 йылдың 7 июлендә ВЧК хеҙмәткәрҙәре тарафынан Германия илсеһе В. Мирбахты үлетереү тураһында эш буйынса шаһит булараҡ ВЧК рәйесе вазифаһынан отставкаға китә; 22 августа ҡабаттан әлеге вазифаға тәғәйенләнгән. Сталин раҫлауынса, Дзержинский ниндәйҙер этапта әүҙем троцкист була, әммә артабан ул үҙенең ҡарашын үҙгәртә һәм Троцкийға ҡаршы бик әүҙем көрәшә:

Бар беҙҙә тағы ла бер яңылыш, киң таралған ҡараш. Йыш ҡына, 1922 йылда шул-шул кеше Троцкий өсөн тауыш биргән, тиҙәр. Был бит хата. Кешенең йәш булыуы мөмкин, аңламаған ғына, һуғыш суҡмары булған. Дзержинский Троцкий өсөн тауыш биргән, хатта былай ғына тауыш биреп ҡалмаған, ә асыҡтан-асыҡ Ленин алдында Ленинға ҡаршы Троцкийҙы яҡлаған. Һеҙ шуны беләһегеҙме? Ул нимәләлер битараф булып ҡала торған кеше түгел. Ул бик әүҙем троцкист булған һәм бөтә ГПУ-ны Троцкийҙы яҡлау өсөн күтәрергә уйлаған. Килеп кенә сыҡмаған…

Иң яҡшыһы — кешеләр тураһында уларҙың эштәре буйынса фекер йөрөтөргә. Икеләнгән кешеләр булған, һуңынан ситләштеләр, асыҡ, намыҫлы рәүештә ситләштеләр, һәм беҙҙең менән бер сафта бик яҡшы итеп троцкистар менән көрәшәләр. Бик яҡшы итеп Дзержинский көрәште, бик яҡшы иптәш Андреев көрәшә[21].

1919 йылдың ғинуарында Иосиф Сталин менән бергә Пермь районында Ҡыҙыл Армияның еңелеү сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында Үҙәк комитеты һәм Оборона Советы комиссияһын булдыра[22]. 1919 йылдың мартынан 1923 йылдың июленә тиклем бер үк ваҡытта- эске эштәр наркомы һәм ВОХР ғәскәрҙәренең, ә 1920 йылдың ноябренән— войск ВНУС ғәскәрҙәренең хәрби советы рәйесе була. 1919 йылдың авгусынан 1920 йылдың июленә тиклем бер үк ваҡытта ВЧК-ның Махсус бүлеге начальнигы[23]. 1919 йылдың сентябрендә һәм 1920 йылдың октябрендә Мәскәү Оборона Комитеты рәйесе. 1920 йылдың февраленән — Главкомтруд буйынса Баш комитеттың начальнигы. Апрель айынан — РКП(бС Үҙәк Комитеты Ойоштороу бюроһы ағзалығына кандидат, 1921 йылдан- Ойоштороу бюроһы ағзаһы.

Украинала баш күтәреүселәр хәрәкәте менән көрәштә етәкселек итә. 1920 йылда Польша менән һуғыш ваҡытында тыл начальнигы, 1920 йылда Көньяҡ-Көнбайыш фронты тылы начальнигы һәм бер үк ваҡытта Польша коммунистик эшселәр партияһының Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы була. 1921 йылдың 14 апреленән 1923 йылдың 6 июленә тиклем — РСФСР юлдар наркоматы комиссары. 1923 йылдың 6 июленән 1924 йылдың 2 февраленә тиклем — СССР юлдар наркоматы комиссары. Тимер юлдарының техник базаһын тергеҙеү менән етәкселек итә, тимер юлы транспортының эшен яйлай, урлау, хужаһыҙлыҡ, коррупциялар менән аяуһыҙ көрәшә[24]. Дзержинский көрәштәштәренә ошолай яҙа:

Беҙҙәге юлдарҙа, хужаһыҙлыҡ өлкәһендә урлауҙар иҫ китмәле хәлдә… Вагондарҙан урлауҙар, кассаларҙа урлауҙар, складтарҙа урлауҙар, подрядтарҙа урлауҙар, заготовкаларҙа урлауҙар. Был башбаштаҡлыҡты еңеү өсөн ныҡ нервылар һәм ихтыяр көсө кәрәк…

1922 −1923 йылдарҙа — рәйесе, ГПУ (ОГПУ). 1922—1923 йылдарҙа — ГПУ (ОГПУ) рәйесе. 1923 йылдың сентябренән — СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы ОГПУ рәйесе. 1923 йылдың башында Кавказ аръяғы крайкомы һәм грузин коммунистары араһындағы низағты тикшереү буйынса Үҙәк Комитеты комиссияһын етәкләй, Сталин менән берлектә Үҙәк Комитеты директиваһына яуап биргән крайкомдың һәм нейтралитет һаҡлау линияһы яҡлы була.

Дәүләт сиктәре һағын көсәйтеү саралары буйынса комиссия рәйесе вазифаһын биләй.

Ҡараусыһыҙлыҡ менән көрәш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Коммунистик хужалыҡтың етәксеһе булараҡ бер үк ваҡытта балаларҙың тормошон яҡшыртыу буйынса комиссия рәйесе була (балалар ҡараусыһыҙлығы менән көрәш). Дзержинский балалар учреждениелары системаһын — приёмник-распределителдәр, балалар йорттары, «коммуналар» һәм балалар «ҡаласыҡтары» ойоштора. Әлеге учреждениеларҙа меңдәрсә мәхрүм ителгән балалар медицина ярҙамы, белем, аш-һыу, әһм, иң мөһиме, артабанғы үҫеш мөмкинлеге алалар[25][26]. Дзержинский исемендәге коммуна базаһында (етәксеһе А. С. Макаренко) үҙенә күрә предприятие булдырыла, бында үҫмерҙәр «ФЭД» исеме аҫтында ул йылдарҙағы иң заманса фотоаппараттар сығаралар. Элекке ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙан 8 кеше артабан СССР Фәндәр академияһы академиктары булып китә, шул иҫәптән генетик Николай Петрович Дубинин, механика өлкәһендә ғалим Сергей Алексеевич Христианович[27] һәм башҡалар. Әйтергә кәрәк, ул осорҙа рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы яҡынса 5 000 000 бала ҡараусыһыҙ ҡалған.

Спорт тормошо менән етәкселек итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дзержинский эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн яҡшы физик форма мөһим икәнен аңлай. Уның башланғысы менән «Динамо» ДСО-һы ойошторола. 1923 йылдың 18 апрелендә йәмғиәттең ойоштороу йыйылышы уҙғарыла. Тренерҙар сифатында Мәскәүҙәге иң яҡшы спорт кадрҙары йәлеп ителә. Булдырылған спорт йәмғиәте үҙенең эшмәкәрлеген бик тиҙ арала киңәйтә. 1926 йылға «Динамо» спорт йәмғиәте 200-ҙән ашыу ячейканы үҙ эсенә ала. Бөгөнгө көндә «Динамо» иң ҙур спорт йәмғиәте булып һанала.

Ф. Э. Дзержинский В. М. Молотов менән

Халыҡ хужалығының юғары советы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1924 йылдан — партияның Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат. 1924 йылдың февраленән СССР ВСНХ-һы рәйесе. Сәнәғәт үҫешенең төп факторы — «киң крәҫтиән баҙарына ориентация» һәм «ауылдың хәле яҡшырмай тороп, индустриялләшергә ярамай» тип һанаған Дзержинский ваҡ шәхси сауҙаның үҫеше өсөн сығыш яһай.

Илдең металлургия комплексының үҫеше мәсьәләләре менән бик әүҙем шөғөлләнә. 1924 йылда уның башланғысы менән РСФСР ВСНХ Главметалл урынына МеталлЧК комиссияһы булдырыла, уны ул үҙе етәкләй[28].

Лева һәм берләшкән оппозицияның ҡаршы көрәштә ҡатнаша, сөнки улар, уның фекере буйынса, партия менән янай үткәрелгән берҙәмлек һәм Нэп. Шуның менән бергә хөкүмәт иҡтисади сәйәсәте менән белдерҙе закондың 1925—1926 йылдарҙа, отставкаға китәсәге тураһындағы менән бәйле тип һорай. Дәүләт һәм спорт тураһында фекер өҫтөнлөктәрҙе, атап әйткәндә, армияға металлопромышленность базаһы сифатын үҫтереү. Идара итеү системаһын ҡырҡа үҙгәртергә кәрәк тип һанай, еңер өсөн бюрократик «фалиж менән тормош», тип иҫәпләй илдең кире осраҡта «үҙ диктатор табып, революция похоронщик, — ниндәй булһа ла ҡыҙыл уның ҡәләме костюмда ине»[29].

Ленинды ерләүҙе ойоштороу буйынса комиссияны етәкләй.

Үлеме һәм ерләнеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Большевистик лидерҙар Феликс Дзержинскийҙың кәүҙәһе менән табутты алып баралар.
Кремль диуары янында Ф. Э. Дзержинскийға ҡәберташ

1926 йылдың 20 июлендә СССР иҡтисады торошона арналған Үҙәк Комитеты Пленумында Дзержинский ике сәғәтлек доклад менән сығыш яһай, уны уҡыған саҡта ауырыуы йөҙөнә сыҡҡан була. Докладта ул Г. Л. Пятаковты, уны ул «сәнәғәттең иң эре дезорганизаторы» тип атай, һәм үҙен политкандарса тотҡан Лев Каменевты ҡаты тәнҡитләй.

Ошо көндә уҡ Дзержинский йөрәк өйәнәгенән вафат була.[30].

22 июлдә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Кремль диуары янында ерләнә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дзержинскийҙың исеме СССР-ҙың күп кенә ҡалаларына һәм ауылдарына, бер нисә заводҡа, фабрикаларға, караптарға һәм башҡа объекттарға бирелә. Ҡала урамдарында «Тимер Феликстың» һәйкәлдәре, бюстары барлыҡҡа килә. Уның исеме урамдарға һәм майҙандарға, мәктәптәргә һәм институттарға бирелә.

2014 йылда «хәрби конфликттар шарттарында Ватанды һәм дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса шәхси составтың хәрби ғәмәлдәрҙә, өҫтәүенә дәүләттең оборонаға һәләтлеген нығытыуҙа ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, күмәк батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ, сыҙамлылыҡ һәм тәүәккәллек күрһәткән өсөн» Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренең оператив тәғәйенешле айырым дивизияһына (хәҙер — Рәсәй милли гвардияһының Ғәскәрҙәр берләшмәһе) « Ф. Э. Дзержинский исемендәге» (1994 йылғы үҙгәртеп ҡороуға тиклем дивизия ошо исемде йөрөтә) почетлы исем биреү тураһында Указға ҡул ҡуя.

1966—1997 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәре Һарытау хәрби институты Дзержинский исемен йөрөтә. Милли гвардия ғәскәрҙәренең федераль хеҙмәте башланғысы менән институтҡа әлеге исемде ҡайтарыу планлаштырыла.[31]

Дзержинский — сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Будь, как Дзержинский, честным и смелым,
Верность Отчизне доказывай делом!
СССР пионерҙары речевкаһы.

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Маяковский В. В. Хорошо! — 1927.
  • Герман Ю. П. Рассказы о Дзержинском.
  • Семёнов Ю. С. Горение: Роман в 4 книгах.
  • Багрицкий Э. Г. ТВС. Стихотворение.
  • Тишков А. В. Дзержинский. — М.: Молодая гвардия, 1974. — (Жизнь замечательных людей)
  • Тишков А. В. Дзержинский. — М.: Молодая гвардия, 1976. — (Жизнь замечательных людей)
  • Тишков А. В. Дзержинский. — 3-е изд. — М.: Молодая гвардия, 1977. — 384 с. (Жизнь замечательных людей. Серия биографий. Вып. 3 (558))
  • Алексиевич С. А. Меч и пламя революции. Неман, 1977.
  • Тишков А. В. Дзержинский. — М.: Молодая гвардия, 1985. — (Жизнь замечательных людей)
  • Кредов С. А. Дзержинский. — М.: Молодая гвардия, 2013. — (Жизнь замечательных людей: малая серия)

Кино сәнғәтендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Владимир Покровский («Ленин в Октябре», 1937)
  • Василий Марков («Ленин в 1918 году», 1939, «Яков Свердлов», 1940, «Свет над Россией», 1947)
  •  ? («Клятва», 1946)
  • Владимир Емельянов («Вихри враждебные», 1953)
  • Густав Холоубек («Солдат Победы» (Польша, 1953)
  • Александр Ануров («Правда», 1957)
  • Олег Ефремов («Рассказы о Ленине», 1957)
  • Адольф Шестаков («В дни Октября», 1958)
  • Василий Ливанов («Синяя тетрадь», 1963)
  • Анатолий Ромашин («Именем революции», 1963)
  • Игорь Класс («Заговор послов», «Первый посетитель», 1965)
  • Василий Лановой («Шестое июля», 1968, «Бой на перекрёстке», 1982, «Золотая голова на плахе», 2004)
  • Юльен Балмусов («Слуша-ай!», 1963, «На одной планете», 1966, «Залп „Авроры“», 1965, «Сокровища республики», 1964)
  • Анатолий Фалькович («Чрезвычайное поручение» 1965, «Крах», 1968, «Почтовый роман» 1969, «Карл Либкнехт» 1970, «Кремлёвские куранты» 1970, «Петерс» 1972, «Последний подвиг Камо», 1973, «Моя судьба», 1973)
  • Александр Гай («Посланники вечности», «Сердце России», 1970)
  • Пётр Гарлицкий («Особых примет нет», 1978)
  • Кшиштоф Хамец («Крах операции „Террор“», 1980)
  • Том Белл («Рейли: король шпионов» / Reilly: Ace of Spies, телесериал, Великобритания, 1983)
  • Михаил Козаков («Государственная граница. Мирное лето 21-го года», 1980, «20-е декабря», 1981, «Синдикат-2», 1981)
  • Кирилл Козаков («Курьерский особой важности», 2013)
  • Майкл Дес Баррес («Северная сторона» / Northern Exposure, телесериал, США, 1994)
  • Владимир Талашко («Ленин в огненном кольце», 1993, «Под знаком Скорпиона», 1995)
  • Леонид Казаков («Романовы. Венценосная семья», 2001)
  • Алексей Пушкин («Две любви», 2003)
  • Александр Мезенцев («Есенин», 2005)
  • Кресимир Дембский («Варшавская битва. 1920», 2011)
  • Фарид Тагиев («Страна Советов. Забытые вожди», 2016)
  • Борис Ивушин («Троцкий», 2017)
  • Максим Дахненко («Крылья Империи», 2017)

Музыка сәнғәтендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Янка Дягилева — По трамвайным рельсам
  • Ляпис Трубецкой — Бесы
  • Аквариум — Таможенный Блюз
  • Merlin — Still Alive
  • Егор Летов — КГБ
  • Mama Russia — Железный Феликс

Видеояҙмаларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Филателияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118527584 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. http://www.britannica.com/EBchecked/topic/175358/Feliks-Edmundovich-Dzerzhinsky
  4. http://www.ed.ac.uk/schools-departments/history-classics-archaeology/about-us/staff-profiles?uun=ilaughla&search=5&params=&cw_xml=profile_tab5_academic.php
  5. http://www.nndb.com/gov/940/000065745/
  6. Find a Grave — 1995.
  7. Энциклопедия Брокгауз
  8. 8,0 8,1 Дзержинский Феликс Эдмундович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  9. http://www.nndb.com/gov/019/000065821/
  10. Encyclopædia Britannica
  11. http://www.astrotheme.com/astrology/Felix_Dzerzhinsky
  12. ДЗЕРЖИНСКИЙ ПРОТИВ ПИЛСУДСКОГО ← Экспресс НОВОСТИ. 21 март 2013 тикшерелгән.
  13. Две стороны жизни Дзержинского - аверс. 18 сентябрь 2009 тикшерелгән.
  14. Самые русские из… русофобов.
  15. Федоткина Т. Палач Королевства любви // Московский Комсомолец. — 1998. — № 71, 5 сентября.
  16. Съянова Е. Под гнётом обаяния : Яков Петерс, которого мы не знаем. Федеральная служба безопасности Российской Федерации (2003-10-14). 18 апрель 2012 тикшерелгән.
  17. Из протокола № 20 заседания СНК от 6 (19) декабря 1917 г. // В. И. Ленин и ВЧК : Сб. документов (1917—1922 гг.) — 2-е изд., доп. — М.: Политиздат, 1987. — Б. 152. — 85000 экз.
  18. Интервью Ф.Э. Дзержинского сотруднику «Укрроста». www.alexanderyakovlev.org. 30 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  19. Дзержинский: (Начало террора)/ Роман Гуль. — 2-е изд., испр. — Нью-Йорк : Мост, 1974. — 162, 3 с.; 19 см./Место хранения в РГБ: RZ Тим 3-1/1-372
  20. Письмо в ЦКК РКП(б) о карательной политике Советского государства от 17.02.1924
  21. Сталин И.В. Выступление на расширенном заседании Военного Совета при Наркоме обороны 2 июня 1937 года (неправленная стенограмма) // Сочинения — М.: “Писатель”, 1997. — Т. 14. — Б. 214–235.
  22. под ред. Д. П. Ненарокова. Липицкий С. В. Сталин Иосиф Виссарионович. Реввоенсовет Республики. История России. Библиотека
  23. Вадим Абрамов Контрразведка Щит и меч. против Абвера и ЦРУ / Контрразведка. Щит и меч против Абвера и ЦРУ
  24. Письмо о задачах Экономического отдела ТО ГПУ от 25.06.1922
  25. ДЕКРЕТ о комиссии при всероссийском центральном исполнительном комитете по улучшению жизни детей от 10 февраля 1921 года
  26. Циркулярное письмо ВЧК чрезвычайным комиссиям о принятии срочных мер по улучшению жизни беспризорных детей 1921
  27. НОТМАН Р. К. БЕСПРИЗОРНИК ИЗ ДВОРЯН [ВОСПОМИНАНИЯ О С. А.ХРИСТИАНОВИЧЕ]
  28. Косырев К. Л., Лукичёв М. А., Чекалов В. П. Чёрная металлургия. Бардин. ЦНИИчермет. Основа прочных традиций. — М.: РМП, 2014. — С. 51. — ISBN 978-5-91597-044-0.
  29. ПИСЬМО Ф. Э. ДЗЕРЖИНСКОГО Т. КУЙБЫШЕВУ 3 ИЮЛЯ 1926 ГОДА
  30. Добрюха Н. Отчаяние Дзержинского // Известия. — 2007, 11 сентября.
  31. Росгвардия возвращает имя Дзержинского и Красное Знамя

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дзержинскийҙың хеҙмәттәре
  • Дзержинский Ф. Э. Основные вопросы хозяйственной политики. — М., ЦУП ВСНХ СССР, 1925. — 136 с.
  • Дзержинский Ф. Э. Основные вопросы хозяйственного строительства СССР. — М., ГИЗ, 1928. — 224 с.
  • Дзержинский Ф. Э. Из дневника / Пер. Ф. Кон. Предисл. и прим. С. Дзержинской — М.: Молодая гвардия, 1939. — 128 б. — (портр., ил.). — 25 000 экз.
  • Дзержинский Ф. Э. Дневник и письма. — М., Молодая гвардия, 1956.
  • Дзержинский Ф. Э. Избранные произведения: в 2-х т. — М.: Госполитиздат, 1957. — Т. 1 - 564, Т.2. - 372. б.
  • Дзержинский Ф. Э. Дневник. Письма к родным. — М., Молодая гвардия, 1958
  • Дзержинский Ф. Э. Дневник заключённого. Письма. — М., Молодая гвардия, 1966.
  • Дзержинский Ф. Э. Избранные произведения в 2-х т. Изд. 2-е, доп. — М., Политиздат, 1967. — Т.1. — 590, Т. 2. — 416 с.
  • Дзержинский Ф. Э. Дневник заключённого. Письма. — М., Молодая гвардия, 1967.
  • Дзержинский Ф. Э. Избранные произведения в 2-х т. Изд. 3-е, перераб. и доп. — М., Политиздат, 1977. — Т.1. — 494, Т. 2. — 536 с.
  • Дзержинский Ф. Э. Дневник заключённого. Письма. — Минск, 1977
  • Дзержинский Ф. Э. Дневник заключённого. Письма. — М., Молодая гвардия, 1984.
  • Дзержинский Ф. Э. Я Вас люблю… Письма к М. Николаевой. — М.: Кучково поле, 2007. — 224 с.
Дзержинскиәй тураһында хәтирәләр
  • Микоян А. И. Феликс Дзержинский — М.: Партиздат, 1937.
  • Глава V. Дзержинский в ВСНХ СССР // Валентинов Н. Новая экономическая политика и кризис партии после смерти Ленина — М.: Современник, 1991.
  • Дзержинская С. С. В годы великих боёв — М.: Мысль, 1975.
  • О Феликсе Дзержинском — М.: Политиздат, 1987.
Биографиялар, тикшеренеүҙәр

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алдан килеүсе:
М. С. Кедров
ВЧК--ның Махсус бүлеге начальнигы
август 1919 г. — июль 1920 г.
Һуңынан килеүсе:
В. Р. Менжинский