Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы
Лидер:

Владимир Ильич Ленин

Төҙөлгән ваҡыты:

1917 йылдың яҙы

Тарҡалған ваҡыты:

март 1918

Идеология:

социализм, большевизм

Ағзалар һаны:

яҡынса 250 000

Партия баҫмаһы:

«Правда»

Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы йәки РСДРП(б) — 1917 йылдың яҙынан 1918 йылдың мартына тиклем РСДРП-ның В. И. Ленин етәкселегендәге фракцияһы. 1917 йылдың октябрь айында Ваҡытлы хөкүмәткә ҡаршы ҡораллы ихтилалды етәкләй һәм власты үҙ ҡулына ала (ҡара: Октябрь революцияһы).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1903—1905[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лондон тарҡалыу съезы
«Большевиктарҙың» лидеры , В. И. Ленин. 1895 йылғы фото

«Большевиктар» төшөнсәһе РСДРП-ның II съезында килеп сыҡҡан тарҡалыуҙан алынған (Лондон, 1903)[прим. 1]. Делегаттар партия ойошмаһының принциптары тураһында берҙәм фекергә килә алмай. Рәсәй революцион демократияһының ике күренекле теоретигы В. И. Ленин һәм Ю. О. Мартов партия ағзалығы пункты буйынса ике төрлө редакция тәҡдим итә (Таблицаны ҡара)[1]:

Мартов Ленин
Членом РСДРП считается всякий, принимающий её программу, поддерживающий партию материальными средствами и оказывающий ей регулярное личное содействие под руководством одной из её организаций.
Членом партии считается всякий, признающий её программу и поддерживающий партию как материальными средствами, так и личным участием в одной из партийных организаций

Формулировкаларҙың айырмаһы ҙур булмауына ҡарамаҫтан, тарҡалыуҙың формаль сәбәбе тап ул була[прим. 2]. Тарихсылар араһында был айырмаларҙың мәғәнәһе буйынса берҙәм фекер юҡ. Мәҫәлән, инглиз тарихсыһы Р Сервис айырманы принципиаль тип һанай: Мартов ағзалары үҙ фекерен йөрөтә алған партияны күҙ алдында тотһа, Ленин, киреһенсә, партияның үҙәккә буйһоноуы яҡлы була[2][прим. 3]. Шул уҡ ваҡытта Устав буйынса тауыш биргәндә Ленин яҡлылар еңелә[прим. 4][прим. 5]

«Меньшевиктар» лидеры Ю. О. Мартов. 1897 йылғы фото.

Фекер алышыуҙың артабанғы пункты «Искра» редколлегияһы тураһында була[прим. 6]. Ленин редколлегияла үҙәк урынды биләргә иҫәп тота, бының өсөн ул башта Мартов менән альянс төҙөүҙе планлаштыра[прим. 7]. Ленин Мартовтың шәхсән үҙенә генә редколлегия составынан Аксельродты, Потресовты һәм Засуличты сығарып, редколлегия составын алты кешенән өс кешегә тиклем ҡыҫҡартырға тәҡдим яһай[прим. 8]. Һөҙөмтәлә, Ленин һәм Мартов, Плеханов менән иҫәпләшмәйенсә, редколлегияны контролдә тота алырҙар ине. Ленин Плехановты үҙенең сәйәси конкуренты тип һанаған[3][прим. 9]. Мартов был килешеүгә бармай, ә Ленин Мартовҡа ҡаршы союз булдырыу тураһында Плехановҡа тәҡдим яһай, һәм Плеханов быға ризалаша[прим. 10].

РСДРП-ға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Г. В. Плеханов

Тауыш биреү ваҡытына съезд составы инде үҙгәргән була: Мартовтың потенциаль яҡлаусылары — бундовсылар һәм «экономистар» — протест белдереү йөҙөнән съезды ташлап сығып китә, шуға күрә тауыш биреү ваҡытында Ленинды яҡлаусылар залда күпселекте тәшкил итә. Һөҙөмтәлә, съезд Ленин һәм уға ҡушылған Плехановтың вариантын ҡабул итә: «Искра» редколлегияһы менән (үҙәк органы) идея яҡтан етәкселек роле өс кешегә —Ленин, Мартов һәм Плехановҡа йөкмәтелә:; ойоштороу мәсьәләләре буйынса Үҙәк комитет (ЦК) шулай уҡ өс кешенән ойошторола[прим. 11]; редколлегия һәм Үҙәк комитеты араһындағы конфликттарҙан сығыу өсөн биш кешенән торған партия Советы раҫлана, уның составына ике органдың да вәкилдәре инә[4]. Тап ошо тауыш биреүҙә еңгәндән һуң Ленин үҙенең фракцияһы өсөн «большевиктар» тигән исем уйлап таба, Мартов үҙенең яҡлаусыларын «меньшевиктар» тип исемләй башлай[5]. Артабанғы йылдарҙа был исемдәр нығытылып ҡуйыла[прим. 12].

Рәсәйҙә партияның тарҡалыуы ризаһыҙлыҡ менән ҡабул ителә. Р. Сервис билдәләүенсә, әле генә булдырылған партияның ике фракцияға бүленеүе Рәсәй коммунистарында шаңҡыу уята[6]. Партия буйынса иптәштәре Ленинды сама юғалтыуҙа ғәйепләй һәм уны «меньшевиктар» менән конфликты бөтөрөргә саҡыра.

Етәкселектәге ғауға — Ленин "Искра"нан сыға

Съездан һуң Лондонда «Урыҫ революцион социал-демократияһының сит ил лигаһы» ултырышы үтә (1903 йыл, октябрь, Женева)[прим. 13]. Ултырышта Ленин съездағы әҙәпһеҙ тәртибе өсөн партия иптәштәре яғынан ҡаты тәнҡиткә дусар була . Атап әйткәндә, Ю. О. Мартов Ленинға Плеханов менән һүҙ ҡуйышҡаны өсөн ризаһыҙлығын белдерә. Яуап итеп Плеханов, талашҡа юл ҡуймаҫ өсөн, реколлегиянан сығырға әҙерлеген белдерә. Ленин шулай уҡ редколлегия составынан ғына түгел, партия Советынан сығыуы тураһында иғлан итә һәм демонстратив рәүештә ултырыш залын ташлап сығып китә[7].

Кооптация

Ленин тиҙ арала үҙенең үтә хисле ҡылығы тураһында үкенеү хисе тоя һәм Үҙәк комитеттағы «кооптациялар» практикаһын файҙаланып, етәкселек позицияларына ҡайтырға иҫәп тота башлай. Ул үҙенең теләге тураһында элекке дуҫы һәм Үҙәк комитет ағзаһы Г. М. Кржижановскийға хәбәр итә. Сентябрь аҙағында Үҙәк комитетҡа бер ниндәй һайлауһыҙ Лениндың дүрт көрәштәше: Гусаров, Землячка, Красин һәм Эссен индерелә. Ноябрҙә киңәйтелгән Үҙәк комитет, үҙ сиратында, Ленинды ла үҙенең составына индерә һәм уны партия Советына һайлай[прим. 14]. Шулай итеп, 1903 йылдың ноябрь уртаһында Үҙәк комитет туғыҙ кешенән торған була: Л. Е. Гальперин, Ф. В. Гусаров, Р. С. Землячка, Л. Б. Красин, Г. М. Кржижановский, Ф. В. Ленгник, В. И. Ленин, В. А. Носков һәм М. М. Эссен. Уларҙың барыһы ла «большевиктар» була. Шулай итеп, ҡайһы бер сәйәси маневрҙар ярҙамы менән, 1903 йылдың аҙағына Ленин ҡабаттан РСДРП-ның юғары етәкселегендә урын биләй.

Үҙәк комитет менән конфликт

Лениндың конфликтлығы дөйөм эштә тора-бара етди ҡаршылыҡтар тыуҙыра башлай. Ленинға меньшевиктар менән ярашырға кәрәклеге тураһында уның кәрәштәштәре — большевиктарҙан торған Үҙәк комитеты — төртөп күрһәтер мәл етә. Лениндың Үҙәк комитетҡа һайланмай үткәндән һуң уның элекке дуҫы Г. М. Кржижановский партия Советынан ленинсы Гальперинды сығарырға һәм уның урынына Мартовтың фракцияһынан кемделер индерергә төҡдим яһай. Кржижановский Ленинға уның сепаратизмы эшкә зыян килтереүенә күрһәтә; Кржижановский Ленинды эгоцентризмда һәм килешмәүсәнлектә ғәйепләй [6]. 1904 февралендә Ленинға Үҙәк комитеты ағзалары Носков В. А һәм Г. М. Кржижановский Үҙәк комитеты исеменән хат аша мөрәжәғәт итәләр һәм «талашты бөтөрөргә һәм эште башларға» саҡыралар[8][9]. 1904 йылдың яҙына Үҙәк комитеттың һигеҙ ағзаһынан (улар барыһы ла большевиктар була) икеһе генә Ленин яҡлы булалар. Бынан тыш, Үҙәк комитеты ағзаларының күпселеге Рәсәйҙә эш итәләр һәм улар Ленинды ла Рәсәйгә ҡайтырға һәм эш менән урында етәкселек итергә өндәйҙәр.

Май айында Женеваға Рәсәйҙән Үҙәк комитет ағзаһы В. А. Носков килә һәм комитет исеменән Ленинға партияға буйһонорға ҡуша. Атап әйткәндә, Носков Ленинға партияның яңы съезын ойоштороу менән шөғөлләнеүҙе тыя, сөнки Үҙәк комитеты көстәрҙе туплауға ынтыла һәм яңы съезд тарҡалыуҙы көсәйтер тип хафалана[прим. 15]. Носков шулай уҡ меньшевиктарға ҡаршы йүнәлтелгән «Шаг вперёд, два шага назад» исемле Лениндың эшен нәшер итеүгә юл ҡуймаҫҡа тырыша, әммә был ниәте тормошҡа ашмай[прим. 16].

1905—1907 йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ике урыҫ революциялар арауығы (1907—1917) РСДРП эсендә фракциялар араһындағы киҫкен көрәштә үтә. Лениндың власть өсөн көрәш партия абруйына һиҙелерлек зыян килтерҙе, тигән фекер бар. Мәҫәлән, Роберт Сервис билдәләп үтә[10]:

С Лениным было трудно поладить, так как он был непримиримым раскольником, а на расколы шел с легкостью, потому, что только свои идеи считал абсолютно полезными и наиболее подходящими для дела революции.

1910 йылдың РСДРП Үҙәк комитетының Париж пленумы уҙғарыла, пленумда Ленин һәм уның яҡлылары ауыр еңелеүгә дусар булалар. Ленинсыларҙың оҙайлы фракция араларындағы интригалары һөҙөмтәһендә яуланған бөтә отоштары юҡҡа сығарыла, яртылаш рәсми хәлдә булған «Большевистик үҙәк» бөтөрөлә; Ленин контроле аҫтында булған айға бер сыҡҡан «Пролетарий» гәзите ябыла; Урыҫ коллегияһы төҙөлә, коллегияға Рәсәй территорияһындағы Үҙәк комитеты исеменән Үҙәк комитет вәкәләттәре тапшырыла[прим. 17]; Ленин төркөмө «Шмит мираҫы» буйынса алынған аҡса өҫтөнән контролен юғалта "[11]. Шулай итеп, Лениндың йоғонтоһо большевиктар фракцияһынан уның артынан эйәреүселәр араһы менән генә сикләнә[12].

1912 йылдың 18-30 (5-17) ғинуарында үткән һәм үҙен РСДРП-ның дөйөм партия конференцияһы һәм партияның юҡары органы тип күрһәткән Алтынсы (Прага) РСДРП конференцияһында фәҡәт Лениндың көрәштәштәре генә була тиерлек.

Март — ноябрь 1917[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылдың Февраль революцияһынан һуң РСДРП-ның VII (апрель) конференцияһында большевиктар фракцияһы В. И. Ленин тәҡдим иткән «Апрель тезистарын» хуплай һәм? РСДРП исемен үҙгәртмәһә лә? ысынбарлыҡта айырым партияға бүленеп сыҡты. Партияны билдәләү өсөн киң таралған «большевиктар» исеме ҡулланылды. Большевиктарҙан айырмалы рәүештә меньшевиктар Ваҡытлы хөкүмәтте яҡлап сыҡты.

Әгәр 1917 йылдың февраль айында большевиктарҙың һаны 24 мең генә тәшкил итһә, 1917 йылдың апрель аҙағында РСДРП-ның VII (апрель) конференцияһында уларҙың һаны 80 меңгә тиклем арта, ә РСДРП-ның VI съезы осоронда (июль 1917 йыл) — 240 меңгә тиклем етә.

1917 йылдың ноябренән һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Октябрь революцияһынан һуң 1918 йылдың 6-8 мартында үткән РСДРП-ның VII съезында коммунистар (большевиктар) партияһы Рәсәй коммунистик (большевиктар) партияһы — РКП(б) — тип үҙгәртелә. VII съезы осоронда РКП(б) ағзаларының һаны 169 200 тәшкил итә.

1925 йылда исеме Бөтә Союз коммунистар (большевиктар) партияһы (ВКП(б), ә 1952 йылда — Советтар Союзы коммунистар партияһы (КПСС) тип үҙгәртелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Съезд фактически был учредительным, поскольку минский съезд не дал никакого практического результата
  2. Существует мнение, что формальные разногласия между фракциями были трудноразличимы:
    Разбираться во всей послесъездовской истории взаимоотношений в руководстве РСДРП довольно сложно, потому что из стенограмм съезда вовсе не следует, что между двуми частями (или группами) делегатов съезда были какие-то сверхпринципиальные разногласия.

    «РСДРП после II съезда партии»

  3. Как указывает Р.
  4. Как отмечает Сервис, проиграв голосование, ленинцы назвали себя не меньшевиками, как они позднее назовут своих оппонентов, а «твёрдыми искровцами». По мнению Сервиса, Мартов упустил возможность закрепить победу знаковым названием своей фракции (Р.Сервис «Ленин. Биография», с=177)
  5. Обстановка на съезде накалилась. Вошло в норму освистывание оппонентов; один из ленинцев, А. В. Шотман, набросился с кулаками на делегата, решившего перейти на сторону Мартова. Ленину пришлось разнимать дерущихся (Р.Сервис «Ленин. Биография», с=177).
  6. До съезда именно «Искра» претендовала на роль руководящего органа российских марксистов. Агенты «Искры» играли важную роль и в подборе делегатов съезда. Пользуясь своим влиянием в редколлегии, Ленин предоставил мандаты делегатов своей сестре Марии, брату Дмитрию и старому другу Глебу Кржижановскому (Р.Сервис «Ленин. Биография», с=167).
  7. На момент работы съезда в редколлегию входили шесть человек: П.
  8. Мартов рассказал о предложении Ленина на заседании «Зарубежной лиги» (октябрь 1903 г., Женева), попутно обвинив Ленина в намерении единолично руководить и партией, и её центральным органом.
  9. Г. В. Плеханов — участник русского освободительного движения с 70-х годов XIX в.; в 1883 году основал первую российскую марксистскую организацию — группу «Освобождение труда». Один из соучредителей и член редколлегии «Искры». Конфликты с Лениным начались вскоре после переезда последнего за границу в 1900 г.(Р.Сервис «Ленин. Биография», с=179)
  10. Вскоре после съезда Плеханов пожалел о поддержке Ленина на съезде. Раскол партии с момента её создания произвел на Плеханова столь тяжелое впечатление, что он подумывал о самоубийстве (Р.Сервис «Ленин. Биография», с=179)
  11. В состав ЦК вошли Г.
  12. Существует мнение, что принятие столь невыигрышного названия фракции стало крупным просчетом Мартова и наоборот: закрепление сиюминутного электорального успеха в названии фракции было сильным политическим ходом Ленина (Р.Сервис «Ленин. Биография», с=179).
  13. Лондонский съезд признал Лигу единственным органом, представляющим РСДРП за границей.
  14. В тот же день редколлегия «Искры» делегирует в состав Совета «меньшевиков» Мартова и Аксельрода, которых Плеханов, оставшийся после заседания «Лиги» единственным редактором «Искры» кооптировал в её состав («Устав РСДРП и его обсуждение на II съезде РСДРП»)
  15. Съезд все же состоялся в апреле-мае 1905 и вошел в советскую историю как III съезд РСДРП. На съезде присутствовали только большевики (последователи Ленина), другие фракции РСДРП на съезде отсутствовали. Решением Лондонского съезда РСДРП (1907) этому «съезду» большевиков было отказано в официальном статусе «Съезда РСДПР».
  16. Брошюра «Шаг вперёд, два шага назад» была опубликована в мае 1904. В ней Ленин на на двухстах страницах подробно излагает свои возражения по поводу внутрипартийных разногласий с меньшевиками и Плехановым за последние полгода. Используя свои навыки юриста Ленин выстраивает аргументацию в пользу того, что товарищи по партии обошлись с ним несправедливо (Р.Сервис «Ленин. Биография», стр. 180)
  17. После бегства из России в 1907 г. Ленин больше не возвращался туда до апреля 1917 и делал вид, что не замечает упреков по этому поводу.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]