Меньшевиктар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Меньшевиктар
Нигеҙләү датаһы 1903
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 Совет Рәсәйе
Ҡапма-ҡаршыһы большевиктар[d]
 Меньшевиктар Викимилектә

«Меньшевиктар» — Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһының урталыҡта торған ҡанаты, 1917йылдың 24 апреленән — үҙаллы Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһы. Лидерҙары — Ю. О. Мартов, А. С. Мартынов, П. Б. Аксельрод, Г. В. Плеханов, Ф. И. Дан, И. Г. Церетели[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1903—1916 йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РСДРП-ның II съезында (1903 йылдың июле, Брюссель — Лондон) РСДРП меньшивиктарға һәм большевиктарға бүленә . Ул саҡта партияның үҙәк органдарын һайлауҙан һуң Ю. О. Мартов яҡлылар аҙсылыҡта ҡала, ә В. И. Ленин яҡлылар күпселектең тауышын ала. Тауыш биреүҙә еңгәндән һуң Ленин үҙе яҡлыларҙы «большевиктар» тип, ә Мартов үҙе яҡлыларҙы «меньшевиктар» тип атай. Фракцияға отошло булмаған исемде ҡабул итеү Мартовтың ҙур хатаһы була, һәм, киреһенсә, электораль уңышты нығытыу өсөн Ленин фракцияның «большевиктар» тигән атамаһын нығытып ҡалыу буйынса көслө сәйәси аҙым яһай[2]. РСДРП-ның артабанғы тарихында Ленин яҡлылар йыш ҡына аҙсылыҡта булһа ла, уларға сәйәси яҡтан еңеүсе «большевиктар» исеме беркетелә.

Ленин берҙәм, хәрби йәһәттән аныҡ ойошторолған, ҡаты дисциплинаға таянған пролетар партияһын ойошторорға теләй[3]. Мартов яҡлылар иһә партия яҡлыларҙың һанын арттырырға мөмкинлек биргән ирекле ассоциация булдырыуҙы өҫтөн күрә, сөнки тап ул ғына, РСДРП-ның II съезы резолюцияһында яҙылғанса, «социал-демократия, батшалыҡҡа ҡаршы көрәштә революцион йәки тик оппозицияла торған буржуазияны ғына хупларға тейеш», тип иҫәпләй[4]. Улар партия эшен үҙәкләштереү һәм Үҙәк Комитетҡа ҙур вәкәләттәр биреүгә ҡәтғи рәүештә ҡаршы сығыш яһай[5].

1917 йылдың яҙынан алып ВКП (б)-ның (РКП(б), ВКП(б) партияһының атамаһындағы («б») «большевиктар» булыуын аңлата) XIX съезына тиклем үҙҙәрен шулай тип атаған большевиктарҙан айырмалы рәүештә, беренсе тапҡыр Лениндың 1905 йылғы мәҡәләләрендә ҡулланылған «меньшевиктар» һүҙе бер ваҡытта ла рәсми ҡулланылышҡа индерелмәй, меньшивиктар үҙ партияһын һәр саҡ РСДРП, ә 1917 йылдың авгусынан 1918 йылдың апреленә тиклем РСДРП (берләштерелгән) тип атай.

1905—1907 йылдарҙағы беренсе рус революцияһы башында меньшевиктар РСДРП-ның III съезында (1905 йылдың апреле, Лондон) ҡатнашыуҙан баш тарта, Женевала үҙҙәренең конференцияһын үткәрә. Улар, революцион пролетариат либераль буржуазия менән берлектә самодержавиеға ҡаршы көрәшергә тейеш, тип иҫәпләй[5]. Меньшевиктар эшселәр, эшсе депутаттар Советы хәрәкәтенә етәкселек итеүҙә, Дәүләт думаһы, профсоюздар эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Меньшевиктар шулай уҡ властар менән ҡораллы көрәштә ҡатнаша: РСДРП-ның Одесса комитетыныңменьшевик ағзалары К. И. Фельдман, Б. О. Богданов һәм А. П. Березовский «Потемкин» броненоскыһындағы ихтилалға етәкселек итергә тырыша, 1905 йылда Мәскәүҙәге декабрь ихтилалында 1,5-2 мең баш күтәреүсе араһында 250-гә яҡын меньшевик була. Әммә был ихтилалдың уңышһыҙлыҡҡа тарыуы меньшевиктарҙың кәйефен ҡырҡа үҙгәртә, Плеханов хатта «ҡоралға тотонорға ла кәрәкмәй ине» тип белдерә, был радикаль революционерҙарҙың асыуын ҡабартты ғына, ти ул. Артабан меньшевиктар яңы ихтилалды башлап ебәреүгә шикләнеп ҡарай.

РСДРП-ның IV (Берләштереү) съезы (1906 йылдың апреле, Стокгольм) күпселекте тәшкил иткән меньшевиктарҙың бөтә тәҡдимдәрен тиерлек ҡабул итә (ерҙе национализациялау урынына муниципализациялау, пролетариат диктатураһы урынына Думала ҡатнашыу, декабрь ихтилалын башлау хата аҙым булыуын таный). Әммә большевиктар партия уставының беренсе параграфының март формулировкаһын Ленин формулировкаһы менән алмаштырыу тураһында ҡарар ҡабул итеүгә өлгәшә.

Революция еңелеү менән меньшевиктарҙың бер өлөшөндә йәшерен эштән мәңгегә китеү теләге тыуа. Был ағым яҡлылар "ликвидаторҙар, йәғни элекке легаль булмаған социал-демократик партияны бөтөрөргә әҙер кешеләр, тип таныла. Улар араһында А. Н. Потресов, П. Б. Аксельрод, В. О. Левицкий (Мартовтың ҡустыһы), Ф. А. Череванин, П. А. Гарви була. «Ликвидаторҙарға» ҡаршы меньшевиктарҙың «меньшивик- партиец» тип аталған төркөмдәре сығыш яһай, улар нисек кенә булмаһын легаль булмаған социал-демократик партияны һаҡлап ҡалыуҙы талап итә (уларҙың лидеры Плеханов). 1912 йылдың ғинуарында Прагала РСДРП конференцияһында ике меньшевик-партиецтан башҡа бөтә делегаттар ҙа большевиктар була. Конференция меньшевик-ликвидаторҙарҙы партиянан сығара. Прага конференцияһына ҡаршы меньшевиктар шул уҡ йылдың авгусында Венала конференция ойоштора.

1914 йылдың 26 июлендә Дәүләт думаһының алты меньшевик һәм биш большевик депутаты башланған Беренсе донъя һуғышын ике яҡ өсөн дә империалистик һәм баҫып алыу һуғышы булыуын раҫлай. Әммә тиҙҙән меньшевиктар араһында «оборона» ағымы барлыҡҡа килә (Плеханов, Потресов һәм башҡалар), уның яҡлылар Рәсәй яғынан һуғышты «оборона һуғышы» тип таный, ә Рәсәйҙең был һуғышта еңелеү ихтималлығын милли трагедия ғына түгел, ә бөтә урыҫ эшселәр хәрәкәтенә һөжүм тип һанай. Плеханов Думала хәрби кредиттар өсөн тауыш бирергә саҡыра. Әммә меньшевиктарҙың күпселеге тиҙ арала бер ниндәй аннексиялар һәм контрибуцияларһыҙ дөйөм демократик солох төҙөргә саҡыра, Европа революцияһының прологы булараҡ «еңеү ҙә, еңелеү ҙә юҡ!» лозунгын алға ҡуйып, «йәшерен еңелеү» юлына баҫа. Бындай позицияны «интернационалистик» тип атайҙар, ә уның яҡлылар "интернационалистар"тип атала. Шул уҡ ваҡытта меньшивик- интернационалистар, большевик-ленинсыларҙан айырмалы рәүештә, «донъя һуғышын граждандар һуғышына әйләндерергә» саҡырмайҙар[6][7].

Февраль революцияһынан һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Февраль революцияһынан һуң меньшевиктар эсерҙар менән берлектә Петроград эшсе һәм һалдат депутаттары Советының Башҡарма Комитетын ойоштора, улар Советтарҙа йоғонто яһарлыҡ көс булып туплана (бигерәк тә Н. С. Чхеидзе, И. Г. Церетели, Ф. И. Дан, М. И. Либер), һәм Ваҡытлы хөкүмәт составына инә (М. И. Скобелевтар, И. Г. Церетелиҙар, К. А. Гвоздев, А. М. Никитин һәм П. Н. Малянтович).

1917 йылдың майында Петроградта РСДРП-ның меньшевиктар һәм берләшкән ойошмаларының бөтә Рәсәй конференцияһы, ә август айында меньшевиктарҙың берләштереү съезы үтә, унда РСДРП-ны (берләшкән) ойоштороу иғлан ителә.

Октябрь революцияһынан һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдың 25 октябрендә РСДРП-ның Үҙәк Комитеты большевиктарҙың хәрби түңкәрелеш юлы менән власты үҙ ҡулына алыуы тураһында резолюция ҡабул итә. Мәлдең төп бурысы итеп «революцияны ҡыйратыуҙы йәки анархияның тулы тантанаһын булдырмау һәм контрреволюция һөжүменә ҡаршы тороу өсөн бөтә пролетар һәм демократик көстәрҙең берҙәмлеге» ҡуйыла. 31 октябрҙә РСДРП-ның Үҙәк Комитеты «халыҡ социалистарынан алып большевиктарға тиклемге социалистик партияларҙы үҙ эсенә алған» бер төрлө власть ойоштороуҙа ҡатнашырға тейеш" тигән ҡарарға килә. Шул ваҡытта Үҙәк Комитеттың 10 ағзаһы һәм ағзалыҡҡа өс кандидаты (оборонасылар һәм центристар кеүек), был ҡарарҙы «һәләкәткә илткән аҙым» тип иҫәпләп, отставкаға китә. Партияның 1917 йылдың декабрендә үткән ғәҙәттән тыш съезында партияның төрлө ағымдары араһында киҫкен ҡапма-ҡаршылыҡтар булыуы асыҡлана. Съезд «демократия көстәрен үҙидара органдары һәм Ойоштороу йыйылышы (Учредительное собрание)» тирәһендә тупланырға саҡыра.

1918 йылдың 6 ғинуарында большевиктар Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышын тарата, шунан һуң партияла үҙ-ара бүленеш киҫкенләшә: «хәлдәрҙең насар яҡҡа үҙгәреүенә ҡарамаҫтан», күпселек өсөн Советтар һаман да «пролетариаттың принципиаль синфи ҡоралы» булып ҡала, ә оборонасылар өсөн «рус революцияһының артабанғы үҫешендә советтарҙың роленең түбәнәйеүе» бәхәсһеҙ булып күренә, һәм улар, «Ойоштороу йыйылышын саҡырыу яҡлы булған буржуазия һәм йәмғиәттең бөтә элементтары менән бергә эшсе синыфтың эшмәкәрлегенә дөрөҫ йүнәлеш биреү» көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәлә, тип иҫәпләй. Меньшевиктар Брест солохон ратификациялауға ҡаршы сығыш сыға, әммә Советтарҙа эшләүен дауам итә, большевиктарға ҡарата һәм улар тарафынан тиҙ арала тар-мар ителгән «фабрикалар һәм заводтар вәкилдәре» хәрәкәтенә оппозицияла тора, шул уҡ ваҡытта профсоюздарҙа һәм кооперативтарҙа үҙ позицияларын һаҡлап ҡалырға тырыша. Уң меньшевиктар лидерҙары А. Н. Потресовтар, В. Н. Розанов, В. О. Левицкий «Рәсәйҙы яңыртыу союзына» инә һәм үҙҙәренең төп маҡсаты итеп Совет власын ҡорал ҡулланып ҡолатыуҙы ҡуя .

1918 йылдың апрелендә РСДРП (о)-ның Үҙәк Комитеты түбәндәге ҡарарҙы ҡабул итә: әлеге ваҡытта партия «берҙән-бер Бөтә Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһы булып тора» һәм «тап ул социал — демократия нигеҙендә торған бөтә эшселәр ойошмаларын үҙ эсенә ала», тип иҫәпләп, уны, меньшевиктар йәки берләшкәндәр булыуҙарына ҡарамайынса, Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһы тип атарға, тигән ҡарарға килә.

Һамарҙа Ойоштороу йыйылышы ағзалары Комитетывласы иғлан ителгәндән һуң Үҙәк Комитет ағзаһы И. М. Майский унда хеҙмәт министры вазифаһын биләй, бының өсөн ул 1918 йылдың сентябрендә партиянан сығарыла[8]. Меньшевиктар Ваҡытлы Себер хөкүмәте, Уралдың Ваҡытлы өлкә хөкүмәте, Үҙәк Каспий административ советы составына инә, Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша. Грузия 1918 йылда урындағы меньшевиктар айырым партия — Грузия Социал-демократик партияһын ойоштора, ул Грузия Демократик Республикаһында идара итеүсе партияға әйләнә.

1918 йылдың 14 июнендә Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты, эсерҙар һәм меньшевиктарҙы «асыҡ контрреволюционерҙар менән берлектә эшселәргә һәм крәҫтиәндәргә ҡаршы ҡораллы сығыштар ойоштороуҙа» ғәйепләп, уларҙы бөтә кимәлдәге Советтарҙан сығарырға ҡарар итә. Петроградта һәм МәскәүҙәФабрикалар һәм заводтар вәкилдәре йыйылыштары хәрәкәтендә ҡатнашыусылар күпләп ҡулға алына.

1918 йылдың авгусында РСДРП Үҙәк Комитеты, партия ағзаларының Совет власына ҡаршы ҡораллы сығыштарҙа, шулай уҡ большевиктарға ҡаршы хөкүмәттәрҙә ҡатнашыуына юл ҡуйылмауы, шулай уҡ Петроград һәм Мәскәү уң төркөмдәренең позицияһы партия ағзалығына тап килмәүе тураһында рәсми рәүештә иғлан итә. 1918 йылдың 30 ноябрендә ВЦИК меньшевиктарға ҡарата 14 июндәге ҡарарын юҡҡа сығара, сөнки «был партия, һәр хәлдә, уның етәксе үҙәге, хәҙер буржуаз партиялар һәм Рәсәй һәм сит ил төркөмдәре менән берләшеүҙән (коалициянан) баш тарта». 1918 йылдың декабрендә партия кәңәшмәһе меньшевиктар тактикаһын төҙөргә ҡарар итә, «башланғыс пункт итеп совет ҡоролошон принцип итеп түгел, ә ысынбарлыҡ факты тип ала». РСДРП үҙен Совет хөкүмәте менән сәйәси яҡтан теләктәшлек белдереүсе тип иғлан итә, сөнки ул Рәсәй территорияһын сит ил, атап әйткәндә, союздаштар оккупацияһынан азат итеүҙе яҡлай һәм пролетар булмаған демократияның был оккупацияны киңәйтеү йәки һаҡлап ҡалыу буйынса бөтә ынтылыштарына ҡаршы сыға.

Әммә 1919 йылдың март аҙағында меньшевиктарҙы ҡулға алыуҙың яңы тулҡыны башлана. Махсус ҡарар ҡабул ителгән РКП(б) РКП(б) Үҙәк комитеты политбюроһының 1920 йылдың майындағы махсус ҡарары менән легаль меньшевистик матбуғатты тергеҙеү өмөтөн юҡҡа сығара. Киләһе айҙа политбюро наркомдарға «комиссариаттарҙа эшләгән һәм сәйәси роль уйнай алған» меньшевиктарҙы провинцияға һөрөүҙе йөкмәтә. Бер айҙан һуң ВЧК-ға «меншевиктарҙың сәйәси юлбашсыларын сәйәси йәһәттән зарарһыҙландырыу өсөн уларҙы төрлө урындарға таратып урынлаштырыу планын әҙерләү» бурысы йөкмәтелә. Киевты Ҡыҙыл Армия алғандан һуң РСДРП-ның Киев комитеты ағзалары судҡа тарттырыла, улар Деникин менән хеҙмәттәшлек тиеүҙә ғәйепләнә, Одессаны алғандан һуң РСДРП-ның Одесса ағзалары тудлыһынса ҡулға алына.

1920 йылда Советтарға һайлауҙарҙа меньшевиктарҙың уңыштары репрессияларҙың яңы тулҡынын тыуҙыра, Харьковтың партия ойошмаһы ағзалары тулыһынса тиерлек ҡулға алына. РКП(б) Политбюроһының 1921 йылдың декабрендә ҡабул ителгән «Меньшевиктар тураһындағы» ҡарары, сәнәғәт үҙәктәрендә уларҙың йоғонтоһон бөтөрөүгә ҙур иғтибар бүлеп, «сәйәси эшмәкәрлеккә уларҙы индермәҫкә» ҡуша. Иң әүҙемдәрен административ тәртиптә пролетар булмаған үҙәктәргә ебәрергә, уларҙы һайлап ҡуйылған вазифаларҙы, ғөмүмән, киң халыҡ менән аралашыу менән бәйле вазифаларҙы биләү хоҡуғынан мәхрүм итергә. Бер айҙан һуң, был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтҡас, политбюро: «меньшевиктарға ҡаршы репрессияларҙы көсәйтергә һәм беҙҙең судтарға уларҙы көсәйтергә ҡушырға» ҡарар итә.

1920 йылдың көҙөндә Ю. Мартов һәм Р. Абрамович сит илгә китә[lower-alpha 1],1922 йылдың ғинуар аҙағында Ф. Дан илдән ҡыуыла. 1922 йылдың февралендә Мәскәүҙә Социал-демократик йәштәр союзы бюроһы ағзалары (Б. Сапир, Л. Ланде, А. Кранихфельд, И.Зуев, Е. Додонов, Е. Тихомирова һәм башҡалар) ҡулға алына. 1922 йылдың мартында РКП(б) үҙәк Комитеты политбюроһы «социал-демократик йәштәрҙы асыҡ судҡа тарттырыуҙы» әҙерләргә ҡарар итә, әммә тикшереүгә дусар ителгәндәрҙең ҡыйыулығы политбюроны үҙ ҡарарын кире ҡағырға һәм «был осраҡта административ һөргөн ҡулланыу менән сикләнергә» мәжбүр итә. 1922 йылдың икенсе яртыһында ҡулға алынғандан һуң ғәмәлдә РСДРП дөйөм Рәсәй ойошмаһы булараҡ йәшәүҙән туҡтай. Ҡалған ойошмалар һирәк һәм составы буйынса тар конспиратив кәңәшмәләр менән сикләнә.

СССР властары меньшевиктар партияһының бөтә Рәсәй съезын әҙерләй, ул үҙ-үҙен таратыу тураһында иғлан итергә тейеш була (эсерҙар партияһы съезы өлгөһөндә). 1924 йылдың яҙы-йәйендә төбәктәрҙә меньшевистик ойошмаларҙың үҙ-үҙен бөтөрөү буйынса съездар үтә, Бөтә Рәсәй съезына делегаттар һайлана, әммә 1924 йылдың сентябрендә РКП(Б) Үҙәк Комитеты урындарға Бөтә Рәсәй съезын саҡырырға йыйынмауы һәм урындағы конференциялар тамамланғандан һуң инициативалы төркөмдәрҙе таратырға тәҡдим итеүе тураһында хаттар ебәрә[10].

1922 йылдың октябрендә РСДРП-ның урындағы ойошмалары кәңәшмәһендә легаль булмаған хәлгә күсергә ҡарар ителә. 1923 йылдың аҙағына меньшевиктар ойошмалары һигеҙ ҡалала ғына эшләй. Һуңғылары 1924—1925 йылдарҙа тар-мар ителә[lower-alpha 2].

Эмиграцияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эмиграцияла булған меньшевиктар Мартов етәкселегендәге Сит ил делегацияһын ойоштора. 1921 йылдың февраленән алып Берлинда улар «Социалистик вестник» гәзитен баҫтыра башлай. 1933 йылдаГерманияла власҡа нацистарҙың килеүе эмигрант-меньшевиктарҙы Франция, ә Икенсе донъя һуғышы башланғандан һуң АҠШҡа күсенергә мәжбүр итә.

СССР-ҙағы репрессиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1931 йылдың яҙында Мәскәүҙә "Меньшевиктар үҙәк комитетының Союз бюроһы"нан 14 кеше судҡа тарттырыла. 1931 йылдың 1 мартынан 9 мартына тиклем улар стандарт ғәйепләүҙәр йыйылмаһын тыңлай: совет иҡтисадының тарҡатырға тырышыуҙан алып империалистик державалар хөкүмәттәре менән бәйләнеш булдырыуға тиклем. Был процеста ҡатнашыусылар араһында Дәүләт Планы Президиумы ағзаһы В. Г. Громан, билдәле иҡтисадсы һәм журналист Н. Н. Суханов, СССР Дәүләт Банкы идараһы ағзалары Б. М. Берлацкий һәм В. В. Шер, шулай уҡ И. Г. Волков, А. М. Гинзбург, Л. Б. Залкинд, В. К. Иков, К. Г. Петунин, И. И. Рубин, А. Л. Соколовский, М. И. Тейтельбаум, А. Ю. Финн-Енотаевский, М. П. Якубович була. Уларҙың барыһы ла ғәйепле тип таныла һәм 3 йылдан 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә. Процесс Рәсәй социал-демократияһының элекке вәкилдәренә ҡаршы сәйәси язалау акты ғына түгел, был иҡтисади һәм статистика фәне вәкилдәренә, шулай уҡ властарҙың ҡарарҙары менән тап килмәгән иҡтисадсы-практиктарға ҡаршы репрессив акция була[12].

19361938 йылдарҙағы «ҙур террор» ваҡытында күп кенә элекке меньшевиктар атып үлтерелә. Шуға ҡ арамаҫтан, рәсми рәүештә ҡараштарын үҙгәрткән ҡайһы бер меньшевиктар иҫән ҡала һәм хатта ҙур вазифаларға тәғәйенләнеүгә өлгәшә. Мәҫәлән, А. Я. Вышинский генераль прокурор, һуңыраҡ сит ил эштәре министры һәм КПСС Үҙәк Комитеты президиумы ағзалығына кандидат була. И. М. Майский, А. А, Трояновский, С. И. Араловтар ҙа шулай уҡ дипломатик карьераларға өлгәшә. А. Я. Вышинский, И. М. Майский, философ А. М. Деборин, иҡтисадсылар П. П. Майҙар һәм С. Г. Струмилиндар СССР Фәндәр Академияһы Академиктары итеп һайлана.

Меншевистик Грузия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Меньшевиктар Грузияла ҙур уңыштарға өлгәшә: улар 1902 йылда барлыҡҡа килгән һәм 1906 йылда, хәрбиҙәрҙе ылыҡтырып, баҫтырылғанға тиклем халыҡ үҙидаралығы дәүләте булараҡ йәшәгән Гурия республикаһына етәкселек итә. Грузин меньшевиктарының крәҫтиәндәргә ҡарата марксистик догмаларҙы ктре ҡағыуы һәм ваҡиғаларға һығылмалы прагматик етәкселек итеү меньшевиктарға байтаҡ сәйәси капитал формалаштыра, Грузияла улар күмәк халыҡ партияһына әйләнә. 1902—1906 йылдарҙа яулаған абруйы Грузияның Социал-демократик партияһына 1918 булдырылған 26 майында булдырылған бойондороҡһоҙ Грузин демократик республикаһында сәйәсәттә өҫтөнлөк итеүҙе тәьмин итә[13]. Н. Н. Жордания хөкүмәт башлығы булып тәғәйенләнә, Чхеидзе һәм Церетелиҙар ҙа йәмғиәттә мөһим урын тота. Әммә в 1921 йылда Ҡыҙыл армия Грузияны баҫып ала Һәм Унда Совет власын урынлаштыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Дело рабочего» меньшевиктарҙың 1917—1918 йылдарҙа Красноярскиҙа сыҡҡан ижтимағи-сәйәси гәзите .

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комментарийҙар
  1. В октябре 1920 года Мартов поехал на конференцию немецких социалистов в Галле и не был допущен обратно в Россию[9]
  2. Ленин не скрывал своих планов по установлению гегемонии своей фракции, оправдывая это необходимостью борьбы с контрреволюцией [9]. В брошюре «О продовольственном налоге» Ленин писал[11]:

    Меньшевикам и эс-эрам, как открытым, так и перекрашенным в беспартийных, место в тюрьме (или в заграничных журналах, рядом с белогвардейцами; мы охотно пустили Мартова за-границу) [...] Пусть едет за-границу тот, кто желает поиграть в парламентаризм, в Учредилки, в беспартийные конференции, отправляйтесь туда, к Мартову, милости просим, испытайте прелесть "демократии" [...] А нам не до игры в "оппозиции" на "конференциях". Мы окружены всемирной буржуазией, караулящей каждую минуту колебания, чтобы вернуть "своих", чтобы восстановить помещиков и буржуазию. Мы будем держать меньшевиков и эс-эров, все равно как открытых, так и перекрашенных в "беспартийных", в тюрьме.

Сығанаҡтары
  1. Российский энциклопедический словарь / Главный редактор А. М. Прохоров. — М.: Научное издательство «Большая Российская энциклопедия», 2000. — Т. 1. с. 932. — ISBN 5-85270-374-9
  2. Роберт Сервис Ленин. Биография.
  3. История создания РСДРП. Особенности формирования партии и борьба с оппортунизмом. Дата обращения: 15 июль 2022. Архивировано 2 март 2022 года.
  4. II съезд РСДРП. Об отношении к либералам. Дата обращения: 11 ноябрь 2013. Архивировано 12 ноябрь 2013 года.
  5. 5,0 5,1 Меньшевики. Дата обращения: 30 сентябрь 2013. Архивировано 12 ноябрь 2013 года.
  6. Катков Г. М. Глава 2. Революция и рабочее движение. Оборонцы. - Пораженцы // Февральская революция = Russia 1917: The Februaty Revolution / Пер. с англ. Н. Артамоновой, Н. Яценко. — М.: Русский путь, 1997=. — 432 с. — (Исследования новейшей русской истории). — ISBN 5-85887-026-0.
  7. Заславский, С. Е., Коргунюк Ю. Г. Глава 2. Исторические предпосылки возникновения современной российской многопартийности // Российская многопартийность: становление, функционирование, развитие. — М.: Центр прикладных политических исследований ИНДЕМ, 1996. — 239 с.
  8. Майский / В. В. Соколов // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  9. 9,0 9,1 Kotkin , 2014, с. 393
  10. Суслов А. Б. Съезды по «самоликвидации» эсеров и меньшевиков: последние шаги по уничтожению социалистической оппозиции в Советской России // Становление советской государственности: выбор пути и его последствия: Материалы XIV международной научной конференции. Екатеринбург, 22-25 июня 2022 г. — М.: Политическая энциклопедия; Президентский центр Б. Н. Ельцина, 2022. — С. 255—256.
  11. Ленин, 1921
  12. Литвин А. Л. Судебный процесс над несуществующей партией. // Меньшевистский процесс 1931 года. Сборник документов. В 2-х кн. Кн. 1. 2018 йыл 22 сентябрь архивланған. — М.: «Российская политическая энциклопедия», 1999. — С. 26. — ISBN 5-8243-0002-X ISBN 5-8243-0086-0
  13. Jones, Stephen F. Marxism and Peasant Revolt in the Russian Empire: the Case of the Gurian Republic : [англ.] // The Slavonic and East European Review. — 1989. — Vol. 67, no. 3 (July). — P. 403–434.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ленин В. И. О продовольственном налоге (Значение новой политики и ее условия). — ПСС, издание пятое. — М., 1921. — Т. 9.
  • Меньшевики в 1918 году / Отв.ред. З. Галили, А. Ненароков; Отв.сост. Д. Павлов. — М.: РОССПЭН, 1999. — 798 с.
  • Меньшевики в 1919—1920 гг. / Ответ. ред.: Галили З., Ненароков А.; Отв. сост. Павлов Д. — М.: РОССПЭН, 2000. — 935 с.
  • Меньшевики в 1921—1922 гг. / Ответ. ред.: Галили З., Ненароков А.; Отв. сост. Павлов Д. — М.: РОССПЭН, 2002. — 622 с.
  • Меньшевики в 1922—1924 гг. / Ответ. ред.: Галили З., Ненароков А.; Сост. А. Ненароков. — М.: РОССПЭН, 2004. — 728 с.
  • Меньшевики в советской России: Сб.док. — Казань: [Б.и.], 1998. — 228 с.
  • Меньшевики после Октябрьской революции. Сборник статей и воспоминаний Б. Николаевского, С. Волина, Г. Аронсона. / Редактор-составитель Ю. Г. Фельштинский. — Chalidze Publications, 1990. — 292 с.
  • Пятикова М. В. Меньшевики и русская революция (1917—1922 гг.). Проблема политического выбора — Южный федеральный университет, 2018. — 280 с. ISBN 978-5-9275-2413-6
  • Смирнова А. А. Участие социалистов во Временном правительстве и петроградские меньшевики в мае 1917 года. // Вестник ЛГУ им. А. С. Пушкина. 2012. № 3.
  • Тютюкин С. В. Меньшевизм: Страницы истории. — М.: РОССПЭН, 2002. — 560 с.
  • Урилов И. Х. История российской социал-демократии (меньшевизма). — Ч.1. Источниковедение. — М.: Раритет, 2000. — 286 с.; Ч.2. Историография. — М.: Раритет, 2001. — 350 с.
  • Stephen. .
  • Liebich A. From the Other Shore. Russian Social Democracy after 1921. — Harvard: Harvard University Press, 1997. — 476 p.
  • Brovkin V. The Mensheviks after October: Socialist Opposition and the Rise of the Bolshevik Dictatorship. — Ithaca and London: Cornell University Press, 1987. — 329 p.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]