Вышинский Андрей Януарьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Андрей Януарьевич Вышинский
пол. Andrzej Wyszyński
Андрей Януарьевич Вышинский
СССР Сит ил эштәре министрлығы башлығы А. Я. Вышинский 1950 йылда
Флаг
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында һәм БМО Именлек Советында СССР-ҙың даими вәкиле
Флаг
5 март 1953 йыл — 22 ноябрь 1954 йыл
Алдан килеүсе: Валериан Александрович Зорин
Дауамсы: Аркадий Александрович Соболев
Флаг
СССР Сит ил эштәре министры
Флаг
4 март 1949 йыл — 5 март 1953 йыл
Хөкүмәт башлығы: Сталин Иосиф Виссарионович
Алдан килеүсе: Вячеслав Михайлович Молотов
Дауамсы: Вячеслав Михайлович Молотов
Флаг
СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары
31 май 1939 йыл — август 1944 йыл
Флаг
СССР прокуроры
3 март 1935 йыл — 31 май 1939 йыл
Алдан килеүсе: Акулов Иван Алексеевич
Дауамсы: Панкратьев Михаил Иванович
Флаг
4-й РСФСР прокуроры
11 май 1931 йыл — 1933 йыл
Алдан килеүсе: Николай Васильевич Крыленко
Дауамсы: Владимир Александрович Антонов-Овсеенко
 
Тыуған: 28 ноябрь (10 декабрь) 1883[1][2]
Одесса, Рәсәй империяһы[3]
Үлгән: 22 ноябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][3][4][…] (70 йәш)
Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[1][3]
Ерләнгән: Кремль стенаһындағы некрополь
Ҡатыны: Капитолина Исидоровна
Балалары: ҡыҙы Зинаида
Партия: 1903 йылдан меньшевик, 1920 йылдан РКП(б) ағзаһы
Белеме: Ҡалып:Университет Святого Владимира
Фәнни дәрәжәһе: юридик фәндәр докторы
Учёное звание: профессор
академик АН СССР
Һөнәре: юрист
 
Хәрби хеҙмәте
Звание: Чрезвычайный и Полномочный посол
Сражения: Бөйөк Ватан һуғышы
 
Автограф: Andrey Vyshinsky Signature 1940.png
 
Наградалары:
Ленин ордены — 1945Ленин орденыЛенин орденыЛенин ордены
Ленин орденыЛенин орденыХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1933Ҡалып:Медаль «За оборону Москвы»
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«В память 800-летия Москвы» миҙалы
Сталин премияһы — 1947

Вышинский Андрей Януарьевич (пол. Andrzej Wyszyński; 28 ноябрь (10 декабрь) 1883 йыл, Одесса, Рәсәй империяһы — 22 ноябрь 1954 йыл, Нью-Йорк) — СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, юрист, дипломат. 1935—1939 йылдарҙа СССР прокуроры, 1949—1953 йылдарҙа СССР сит ил эштәре министры, 1953—1954 йылдарҙа СССР-ҙың БМО-лағы даими вәкиле. Шулай уҡ ҡайһы бер башҡа вазифалар биләгән.

ВКП (б) Үҙәк Комитеты ағзаһы (1939 йылдан), КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзалығына кандидат (1952—1953). СССР-ҙың 7-се саҡырылыш Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы, СССР-ҙың 1-се, 2-се һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Юридик фәндәре докторы (1936)[5], профессор, ә 1925—1928 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты ректоры. СССР Фәндәр Академияһы академигы (1939)[6]. Үҙенең теоретик хеҙмәттәрендә аҡлап яҙылған күпләп репрессияларҙы ойоштороусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атаһы, Польшаның боронғо шляхта нәҫеле вәкиле Януарий Феликсович Вышинский — провизор, әсәһе музыка уҡытыусыһы булған. Улы тыуғас, ғаилә Баҡыға күсә, унда Андрей беренсе ир балалар классик гимназияһын тамамлай (1900).

1901 йылда Изге Владимир Киев император университетының юридик факультетына уҡырға инә, әммә 1913 йылда ғына уны тамамлай (студенттар сыуалышында ҡатнашҡаны өсөн ҡыуыла), профессорлыҡ дәрәжәһенә әҙерлек өсөн кафедрала ҡалдырыла, әммә сәйәси ышанысһыҙ булараҡ хакимиәт тарафынан ситләтелә. 1902 йылдың мартында ҡабаттан уҡырға инеү хоҡуғынан мәхрүм ителеп, университеттан сығарыла, полиция күҙәтеүе аҫтына эләгә. Баҡыға ҡайта, 1903 йылда унда РСДРП-ның меньшевистик ойошмаһына инә.

1906—1907 йылдарҙа Вышинскийҙы ике тапҡыр ҡулға алалар, әммә тиҙҙән уны, енәйәте етерлек кимәлдә асыҡланмау сәбәпле, төрмәнән сығаралар. 1908 йылдың башында «халыҡ алдында хөкүмәткә ҡаршы телмәр тотҡаны өсөн» Тифлис суд палатаһы тарафынан хөкөм ителә.

Баилов төрмәһендә бер йыл ултыра, унда Сталин менән яҡындан таныша;[7]; уларҙың күпмелер ваҡыт бер камерала ултырыуҙары тураһында дәлилдәр бар[8].

Университетты тамамлағандан һуң (1913), Баҡыла шәхси гимназияла рус әҙәбиәте, география һәм латынь уҡыта, юридик практика менән шөғөлләнә. 1915—1917 йылдарҙа Мәскәү суд палатаһы присяжный поверенныйы П. Н. Малянтовичтың ярҙамсыһы[9].

1917 йылдан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Мәскәүҙәге Якиманка районында милиция комиссары итеп тәғәйенләнә, шул саҡта уҡ «Ваҡытлы хөкүмәттең Ленинды, немец шпионы булараҡ, эҙләү, ҡулға алыу һәм судҡа биреү тураһындағы хөкөм ҡарарын үҙенә ышанып тапшырылған биләмәлә мотлаҡ үтәү тураһында бойороҡҡа» ҡул ҡуя (ҡара: Пломбированный вагон)[10][11].

Октябрь революцияһынан һуң Артемий Бавгратович Халатов протекцияһы менән наркомат Аҙыҡ-түлек халыҡ комиссариатына буйынса инспектор булып эшкә урынлаша һәм аҙыҡ-түлек бүлеү бүлеге башлығына тиклем үрләй.

1920 йылда Вышинский меньшевистик партиянан сыға һәм РКП(б) ағзаһы булып китә.

1920—1921 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында уҡыта һәм Плеханов исемендәге Халыҡ хужалығы институтының иҡтисад факультеты деканы була.

А. Я. Вышинский (аҫҡы яҡта уртала) 1922 йылдың 31 октябрендә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты сессияһында ҡатнаша. Өҫтә (һулдан уңға): Л. Б. Каменев, В. И. Ленин, Г. Е. Зиновьев

1923—1925 йылдарҙа — СССР Юғары судының енәйәт-тикшереү коллегияһы прокуроры. Күп процестарҙа дәүләт ғәйепләүсеһе сифатында: «Гукон» эше (1923); Ленинград суд хеҙмәткәрҙәре эше (1924); Консервтрест эше (1924) сығыш яһай.

1923—1925 йылдарҙа РСФСР Юғары судының енәйәт-суд коллегияһы прокуроры һәм бер үк ваҡытта енәйәт процесы кафедраһы буйынса Мәскәү дәүләт университеты профессоры.

1925—1928 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты (ул саҡта — 1-се Мәскәү дәүләт университеты) ректоры. «Андрей Януарьевич Вышинский башланғыс курстарҙа дөйөм юридик дисциплиналар буйынса лекциялар уҡыны. Ул университет ректоры ине. Ул саҡта аҡыллы уҡытыусы һәм иҫ киткес лектор СССР-ҙың ҡурҡыныс прокурорына әүерелер тип бер кем дә уйламаған, әлбиттә», — тип иҫенә төшөрә ул саҡта Мәскәү дәүләт университеты студенты М. С. Смиртюков[12].

Сәйәси процестарҙа дәүләт ғәйепләүсеһе булараҡ сығыш яһай. Шахты енәйәт эше буйынса Юғары судтың махсус присутствиеһы (1928), Промпартия эше (1930) буйынса Юғары судтың махсус присутствиеһы рәйесе була[13]. 1928 йылдың 6 июлендә Донбастың 49 белгесе Вышинский рәйеслегендә СССР Юғары суды тарафынан төрлө язалау сараларына хөкөм ителә.

1928—1930 йылдарҙа Баш һөнәри белем биреү идаралығын етәкләй. 1928—1931 йылдарҙа РСФСР Мәғариф халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы. Халыҡ мәғариф комитетының уҡытыу-методика секторын етәкләй һәм Дәүләт ғилми советы рәйесе вазифаһын алмаштыра.

1931 йылдың 11 майынан — РСФСР прокуроры, шул уҡ йылдың 21 майынан РСФСР-ҙың юстиция наркомы урынбаҫары. 1933 йылдың июненән — Прокурор урынбаҫары, ә 1935 йылдың мартынан 1939 йылдың майына тиклем — СССР Прокуроры.

Орлов-Фельдбин иҫтәлектәре буйынса, элекке партия ағзалары меньшевистик үткәне өсөн уға ҡаршв торған. Бер таҙартыу йомғаҡтары буйынса Вышинский хатта партиянан сығарылыусылар исемлегенә индерелгән була һәм тик Аарон Сольц ярҙамында ғына партия сафында тороп ҡала.

1936—1938 йылдарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Андрей Вышинский, 1938 йыл

1936—1938 йылдарҙағы өс Мәскәү процестарында ла дәүләт ғәйепләәүсеһе булараҡ сығыш яһаған.

Тикшеренеүселәр, СССР етәкселегенең сәйәси ҡарарҙарын, шул иҫәптән 1930-сы йылдарҙағы репрессияларҙы ла (ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1937 йылдың февраль-март пленумы бөтә йәмғиәттә йәйелдереүҙе идеологик яҡтан нигеҙләгән), һәр ваҡыт хуплап ҡаршы алған А. Я. Вышинский, күрәһең, ВКП(б) ағзалығынан сығарып, 1937 апрелендә ҡулға алынған Г. Ягоданың эш итеүен дә тәнҡитләгәндер, тип иҫәпләй.

Бөтә илебеҙ, олоһонан алып кесеһенә тиклем, бер нимәне көтә һәм талап итә: дошманға илебеҙҙе һатҡан хыянатсылар һәм шпиондарҙы, расстрелять как поганых псов!…Ваҡыт үтәр. Хәшәрәт хыянатсыларҙың ҡәберҙәре намыҫлы совет халҡының мәңгелек презрениеһын аңлатҡан сүп үләне һәм чертополох менән ҡапланыр. Ә беҙҙең бәхетле илебеҙ өҫтөндә элеккесә ңҙенең яҡты нурҙарын һибеп, сағыу һәм ҡыуаныслы беҙҙең ҡояшыбыҙ балҡыр. Беҙ, беҙҙең халҡыбыҙ, беҙҙең яратҡан юлбашсыбыҙ һәм остазыбыҙ — бөйөк Сталин еәкселегендә — элеккенең һуңғы нечисть һәм мерзость таҙарынған өйрәнелгән юлыбыҙҙан алға һәм вперёд к коммунизмға алға атларбыҙ!

1937—1938 йылдарҙағы «Оло террор» осоронда Вышинский һәм эске эштәр халыҡ комиссары Ежов Николай Иванович Эске Эштәр Халыҡ Комиссариатының шпионаж буйынса эштәрҙе милли операциялар сиктәрендә судтан тыш тәртиптә ҡараған СССР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариаты Һәм СССР Прокуроры Комиссияһы составына ингән. Ғәмәлдә СССР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариатының үҙәк аппаратына (тикшереү эштәре алып барылған кешене күреп тә белмәгән) бер нисә бүлек начальнигына альбомдар (енәйәт эштәре буйынса белешмәләр) ҡарау тапшырылған. Бер кис эсендә уларҙың һәр береһе 200—300 эш буйынса ҡарар сығара торған булған. Атырға һәм холоҡ төҙәтең һәм хеҙмәт лагарҙарында (ИТЛ) тотоуға хөкөм ителгәндәрҙең исемлеге таҙа ҡағыҙға яңынан баҫтырылған һәм тәңҙә Ежовҡа, артабан курьер менән Вышинскийға ҡул ҡуйырға оҙатылған[14]. Мәҫәлән, 1937 йылдың 29 декабрендә Ежов һәм Вышинский, латыш милләтле 1000 кеше ингән исемлекте ҡарағандан һуң, 992 кешене атыуға хөкөм иткән[15].

Тәржемәсе Бережков Валентин Михайлович ңҙенең китабында былай тип яҙа:

Вышинский үҙенә буйһонған кешеләргә ҡарата тупаҫлығы, уратып алғандарҙың күңеленә ҡурҡыу һалырға һәләтле булыуы менән билдәле була. Ләкин юғары начальство алдында үҙен ялағай, ярамһаҡ тотҡан. Халыҡ комиссарының ҡабул итеү бүлмәһенә лә ул тыйнаҡлыҡ сағылышы булып ингән. Үҙенең меньшевистик үткәне сәбәпле, моғайын, Вышинский бигерәк тә Бериянан һәм Деканозовтан ҡурҡҡан, һәм Деканозов хатта кешеләр алдында ла уны «бынау меньшевик» тип атаған… Сталин һәм Молотов алдында Вышинский бик ҙур ҡурҡыу тойҡоһо кисергән. Әгәр саҡырһалар, улар янына эйелгән хәлдә, ҡырыная биреп, ерәнерәк мыйығын һерәйткән ярамһаҡ йылмайыу менән, ингән[16].

А. Я. Вышинский (үҙәктә) Радек Карл Бернгардович, Пятаков һәм башҡаларҙы хөкөм итеү суды барышында

1937 йылғы «Тухачевскийҙың эше» буйынса, эске эштәр комиссары Ежов менән бергә, Вышинский Тухачевский Михаил Николаевичҡа ҡаршы ғәйепләү заключениеһы авторы булған. Төҙәтмәләр һәм үҙгәрештәр индергәндән һуң Вышинский — Ежовтың ғәйепләү һығымтаһы Сталин тарафынан раҫлана. 1937 йылдың 12 июненә ҡарата төндә Тухачевский атыла. 1956 йылда Баш хәрби прокуратура һәм Дәүләт именлеге комитеты Тухачевскийҙың һәм уның менән бергә хөкөм ителгән кешеләрҙең енәйәт эшен тикшерә һәм уларға ҡаршы ғәйепләүҙең ялған булыуын асыҡлай.

1937—1941 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының Хоҡуҡ институты директоры, «Советское государство и право» журналының яуаплы мөхәррире.

1935—1939 йылдарҙа суд эштәре буйынса ВКП(б) ҮК Политбюроһының йәшерен комиссияһы составына инә. Комиссия СССР-ҙа үлем язаһы тураһында бөтә хөкөмдәрҙе раҫлаған.

1939 йылдан юридик эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1939 йылдың 31 майында СССР Юғары Советы сессияһында Вышинский СССР Халыҡ Комиссариаты Советы рәйесе урынбаҫары итеп раҫлана. Был вазифала мәҙәниәт, фән, мәғариф һәм репрессия органдары өсөн яуаплы булған. СССР эске эштәр наркомы, СССР юстиция наркомы, СССР прокурорының бер бойороғо ла, СССР Юғары Суды Пленумының бер ҡарары ла уның бойороғонан тыш раҫлана алмай. Репрессия ведомстволары эсендәге бәхәстәрҙе хәл иткән. 1940—1944 йылдарҙа эре енәйәт-хоҡуҡи кампанияларын төп ойоштороусыларҙың береһе сифатында сығыш яһай. Уға СССР Халыҡ Комиссариаты Советының структур подразделениелары: административ-суд учреждениелары һәм Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты секторы (1939—1940), хоҡуҡ бүлеге буйһонған. СССР Халыҡ Комиссариаты Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһында В. В. Ульрихты һәм Л. П. Берияны вазифаһынан бушатыу буйынса ҡатмарлы интрига алып бара. Хеҙмәт енәйәттәре буйынса кампанияны уңышһыҙ башлағандан һуң (СССР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 26 мартындағы Указы), репрессия органдары кураторы булараҡ, Вышинскийҙың вәкәләттәре яйлап ҡыҫҡартыла. 1944 йылдың авгусында Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе урынбаҫары вазифаһын ҡалдыра.

1941 йылдың 22 июненән 1949 йылдың 19 ғинуарына тиклем — СССР ХКС-ы ҡарамағындағы яңы ойошторолған Юридик комиссия рәйесе (уны һуңғараҡ К. П. Горшенин алмаштыра). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өлөшләтә үҙенең йоғонтоһон тергеҙә.

Нюрнберг трибуналы барышында совет делегацияһы менән етәкселек иткән. Көн һайын Политбюро алдында процестың барышы тураһында отчёт биргән. 1945 йылдың 10 ноябрендә Советтар Союзының ваҡытлыса баҫып алынған территорияһында совет граждандарына ҡаршы йыртҡыслыҡтары менән фаш ителгән Германия армияһының һәм немец язалау органдарының элекке хәрби хеҙмәткәрҙәренең иң мөһим эштәре буйынса асыҡ суд процестарын үткәреү даими комиссияһын етәкләй. 1947 йылда асыҡ процестар үткәреү буйынса комиссия рәйесе вазифаһын ҡалдыра.

1950 йылдың 15 февралендә «Советское государство и право» журналының баш мөхәррире вазифаһынан бушатыла.

1940 йылдан дипломатик эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1940 йылдың июнь — авгусында ВКП(б) Үҙәк комитетының Латвия буйынса вәкиле.

1940 йылдың 6 сентябренән 1946 йылдың мартына тиклем СССР сит ил эштәре наркомының беренсе (һәм берҙән-бер) урынбаҫары[17][18]. РСФСР-ҙың Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариатын Куйбышевҡа эвакуациялау эшен етәкләй.

1941 йылдың 12 июлендә Вышинский Гитлерға ҡаршы коалиция ойоштороуға килтергән тәүге актта ҡатнаша, — СССР-ҙың Бөйөк Британия менән Германияға ҡаршы һуғышта берлектәге хәрәкәәте тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.

Советтар Союзының Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе (14.06.1943).

1943 йылдың октябрендә Мәскәүҙә СССР, Америка һәм Бөйөк Британияның сит ил эштәре министрҙары конференцияһында ҡатнаша. Совет хөкүмәте тәҡдиме буйынса, конференция Европала Гитлер Германияһына һәм уның союздаштарына ҡаршы һуғыш ваҡытын ҡыҫҡартыу, икенсе фронт асыу, Германия һәм Европалағы башҡа дошман илдәре менән мөғәмәлә итеү, дөйөм именлекте тәьмин итеү өсөн халыҡ-ара ойошма булдырыу мәсьәләләрен ҡараны. Атап әйткәндә, Европа консультатив комиссияһын һәм Италия мәсьәләләре буйынса Консультацион совет ойошторорға ҡарар ителде.

Соколовский Василий Данилович (уңда) һәм А. Я. Вышинский (һулда) присутствуют при подписании Жуков Георгий Константиновичтың Германияның капитуляцияһы тураһында актҡа ҡул ҡуйғанда була

1944—1945 йылдарҙа Румыния, һуңынан Болгария менән һөйләшеүҙәрҙә әүҙем ҡатнаша. 1945 йылдың февралендә Совет делегацияһы ағзаһы сифатында Ялта конференцияһында өс союздаш держава — СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия етәкселәренең Ялта конференцияһында уның комиссияларының береһендә ҡатнаша. Шул уҡ йылдың апрелендә Польша, Югославия һәм башҡа дәүләттәр менән дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйғанда була.


Бер үк ваҡытта 1945 йылдың 30 майынан 6 авгусына тиклем — Германиялағы Совет хәрби администрацияһының Баш начальнигы Г. К. Жуковтың сәйәси советнигы[19].

Вышинский Берлинға Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙе билдәләгән Германияның бер һүҙһеҙ капитуляцияһы тураһындағы Акт тексын килтерә (маршал Г. К. Жуковҡа хоҡуҡи ярҙам күрһәтә).

Совет делегацияһы составында Потсдам конференцияһында ҡатнаша. 1946 йылдың ғинуарында БМО Генераль Ассамблеяһының беренсе сессияһында СССР делегацияһын етәкләй. 1946 йылдың йәйендә һәм көҙөндә Париж тыныслыҡ конференцияһының пленар ултырыштарында, Румыния өсөн сәйәси һәм территориаль мәсьәләләр буйынса комиссияла, Венгрия һәм Италия өсөн ошондай уҡ комиссияларҙа, Италия өсөн иҡтисад мәсьәләләре буйынса комиссияла, Триеста губернаторы компетенцияһында, Балкан һәм Финляндия өсөн иҡтисади мәсьәләләр буйынса комиссияла, Болгария менән тыныслыҡ килешеүе тураһында сығыш яһай.

1946 йылдың мартынан СССР сит ил эштәре министрының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары[20]. 1949—1953 йылдарҙа СССР-ҙың сит ил эштәре министры[18]. Был ваҡытҡа Кореялағы һуғыш тура килә.

1949 йылдың март-июнь айҙарында СССР-ҙың Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Мәғлүмәт комитетын етәкләй. 1952—1953 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ҡарамағындағы Тышҡы эштәр буйынса даими комиссия ағзаһы.

Сталин үлгәндән һуң сит ил эштәре министры итеп ҡайтанан В. М. Молотов тәғәйенләнә, ә Вышинский СССР-ҙың Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы вәкиле итеп тәғәйенләнә.

1954 йылдың 22 ноябрендә Нью-Йоркта йөрәк өйәнәгенән ҡапыл вафат була[21], яндырыла, көлө Ҡыҙыл майҙанда Кремль стенаһы янындағы урнаға ҡуйыла.

Сталин репрессияларында ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сталиндың шәхес культының дәрәжәһен төшөргән 1956 йылдың 14-25 февралендә үткән КПСС-тың XX съезы докладында «Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты тикшереүҙәрен күҙәтеүҙә прокуратура органдарының законлылыҡты боҙоуы» рубрикаларҙың береһе сифатында күрһәтелә. Съездан һуң Вышинскийҙы Сталин репрессияларында ойоштороусыларҙың береһе һәм әүҙем ҡатнашыусыһы тип ҡарай башлайҙар. "Халыҡ дошмандары"на ҡарата артыҡ уҫаллығы өсөн «Андрей Ягуарьевич» ҡушаматы бирелә[22].

Вышинский «теоретик яҡтан» "халыҡ дошмандары"на ҡаршы репрессияларҙы аҡлаған, уға ярашлы, ғәйепләнеүсегә үҙен аҡларлыҡ сәбәптәрҙе иҫбатлау кеүек ауыр бурыс йөкмәтелә[23].

Леонид Млечин фекеренсә, үҙ эшмәкәрлегендә Вышинский «Сталин идеяһын үтәгән: репрессиялар закондар менән ышыҡланып торолорға тейеш»[24].

Гитлер Германияһында Халыҡ суд палатаһы рәйесе Роланд Фрейслер Вышинскийҙы өлгө алырлыҡ итеп иҫәпләгән[25].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Капитолина Исидоровна Михайловаға (1884—1973) өйләнгән (1903 йылдан). Никахта ҡыҙы Зинаида (1909—1991) тыуған. Зинаида Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1954 йылдан 1964 йылға тиклем СССР Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институты Вышинский исемен йөрөткән[26].
  • 1954 йылдан 1962 йылға тиклем Свердловск юридик институты Вышинский исемен йөрөткән[27].
  • 1955 йылдан 1965 йылға тиклем Одесса ҡалаһының бер урамы (элекке Дегтярная) Вышинский исемен йөрөткән.

Юридик эшмәкәрлеген тәнҡитләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ул саҡтағы Мәскәү Дәүләт һәм хоҡуҡ институты директоры һәм бер үк ваҡытта СССР-ҙың генераль прокуроры йөҙөндә ике образ — теоретик һәм практик эшмәкәр бергә ҡушылған. «Академик» рангындағы теоретик булараҡ, ул күмәк халыҡҡа ҡарата репрессияларҙы ҡулланыуҙы псевдо-фәнни юридик ышыҡлауҙы тәьмин итеп, социалистик хоҡуҡ теорияһы авторы һәм эҙмә-эҙлекле үткәреүсеһе булды, ә практик булараҡ — күмәк репрессиялар һәм Сталин терроры осороноң баш инквизиторы булып сығыш яһаны, шуның өсөн лайыҡлы рәүештә «Сталин прокуроры» тигән хурлыҡлы титул алды

Сергей Головатый[28]

Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы Владик Нерсесянц Вышинскийҙы «Сталиндың хоҡуҡи фронттағы ярҙамсыһы» тип атаны һәм уны «совет тарихындағы иң ҡәбәхәт фигураларҙың береһе» тип баһаланы. Нерсесянц Вышинскийҙың «хоҡуҡ» төшөнсәһе өсөн тәҡдим иткән билдәләмәһен тәнҡитләй. Был алымды ул «антиюридик позитивизм» тип билдәләне һәм «хоҡуҡ» төшөнсәһен шулай аңлатыуҙың ысын маҡсаты тип «булмаған һәм уның булыуы ла мөмкин булмаған хоҡуҡ барлығын күрһәтергә тырышыу» тип атаны[29].

Филателияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1970 йылда ГДР почтаһы И. В. Сталин, В. М. Молотов, А. Я. Вышинский һәм А. А. Громыко етәкселегендәге конференция өҫтәле артында совет делегацияһы төшөрөлгән Потсдам конференцияһының 25 йыллығына арналған почта эмиссияһын сығара Ҡалып:Mi

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Очерки по истории коммунизма: Краткий курс лекций. — М.: Главполитпросвет, 1924.
  • Революционная законность и задачи советской защиты. — М., 1934 г.
  • Ундревич В. С., Вышинский А. Я. Курс уголовного процесса: Судоустройство. Учебник для правовых вузов. — Москва: Советское законодательство, 1934. — 432 с.
  • Некоторые методы вредительско-диверсионной работы троцкистско-фашистских разведчиков. — М.: Партиздат ЦК ВКП(б), 1937. (переиздана см.: Ликвидация «пятой колонны» / Л. Заковский, С. Уранов. — М.: Алгоритм : Эксмо, 2009. — с. 219—259)
  • Государственное устройство СССР. 3-е изд., испр. и доп. — М.: Юр. изд-во НКЮ Союза ССР, 1938.
  • Судебные речи. — М.: Юридическое издательство НКЮ СССР, 1938. Издание 1955 г.(недоступная ссылка)
  • Конституционные принципы Советского государства: Доклад, прочитанный на общем собрании Отделения экономики и права АН СССР 3 ноября 1939 г. — М.: ОГИЗ, 1940.
  • Теория судебных доказательств в советском праве. — М.: Юр. изд-во НКЮ РСФСР, 1941. 2018 йылдың 2 март көнөндә архивланған. Издание 1950 г.
  • Ленин и Сталин — великие организаторы Советского государства. — М.: ОГИЗ, 1945.
  • The Law of the Soviet state / Andrei Y. Vyshinsky, gen. ed.; Transl. from the Russ. by Hugh W. Babb; Introd. by John N. Hazard. — New York: Macmillan, 1948.
  • Вопросы международного права и международной политики. — М.: Госюриздат, 1949
  • Вопросы теории государства и права. 2-е изд. — М.: Госюриздат, 1949.
  • Избирательный закон СССР (в вопросах и ответах). 2-е изд. — М.: Госполитиздат, 1950.
  • Три визита А. Я. Вышинского в Бухарест (1944—1946 гг.). Документы российских архивов. — М.: РОССПЭН, 1998.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #118967932 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 Вышинский Андрей Януарьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Andrey Vyshinsky // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Доктор государственных и общественных наук с 1935 года.
  6. По Отделению общественных наук (право), минуя ступень члена-корреспондента.
  7. Существует версия, что знакомство Вышинского со Сталиным состоялось раньше, в 1902 году на Батумском процессе: «в 1902 году девятнадцатилетний А. Я. Вышинский участвовал в защите двадцатидвухлетнего И. В. Сталина на знаменитом Батумском процессе» [1].
  8. «Особоуполномоченный Сталина». Прокурор Союза ССР Андрей Януарьевич Вышинский — От первого прокурора России до последнего прокурора Союза — Книги и прочая литература / HistUSSR.ru
  9. С 8.07.1915 г. стал помощником у присяжного поверенного П. Н. Малянтовича. // Список присяжных поверенных округа Московской судебной палаты и их помощников к 15 ноября 1916 г. — М.,1917. — С. 120—121.
  10. Необходимое пояснение: распоряжение об аресте Ленина дал министр юстиции П. Н. Малянтович, который сам же предупредил Ленина о возможности ареста, Вышинский же просто выполнял указания своего руководства.
  11. В. В. Соколов. Вышинский Андрей Януарьевич (министр иностранных дел СССР 1949—1953 гг.) // «Дипломатический вестник». — 2002, июль.
  12. «Я по молодости считал, что так оно и должно быть» // «Коммерсантъ». — 22.08.2011. — № 33 (937).
  13. А. Я. Вышинский, С. А. Лозовский. ВЫШИНСКИЙ, Андрей Януарьевич // Дипломатический словарь. — Государственное издательство политической литературы. — М., 1948.
  14. Н. В. Петров, А. Б. Рогинский. «Польская операция» НКВД 1937—1938 гг. (недоступная ссылка). Дата обращения: 15 август 2011. Архивировано 15 февраль 2017 года. 2017 йылдың 15 февраль көнөндә архивланған.
  15. Доклад комиссии ЦК КПСС президиуму ЦК КПСС
  16. Бережков В. Как я стал переводчиком Сталина. — М., 1993. — С. 226.
  17. Дипломатия России: от посольского приказа до наших дней 2014 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
  18. 18,0 18,1 Леонид Млечин «Ничтожны предложения, идущие из атлантического лагеря!» (рус.) // Новая газета. — 2018. — № 98. — С. 14—15.
  19. http://www.statearchive.ru/assets/files/Svag_sprav/08-r04.pdf
  20. СМ СССР назначил академика Вышинского заместителем министра иностранных дел СССР (по общим вопросам).
  21. На сайте Генеральной прокуратуры РФ утверждается, что он покончил с собой Архивированная копия (недоступная ссылка). Дата обращения: 4 август 2014. Архивировано 8 август 2014 года. 2014 йылдың 8 август көнөндә архивланған.. Также см. [2](недоступная ссылка), мнение А. И. Ваксберга [3] 2011 йылдың 26 май көнөндә архивланған., свидетельство Л. М. Замятина [4](недоступная ссылка), об отравлении см. [5].
  22. radiosputnik.ria.ru: Андрей «Ягуарьевич» Вышинский: революционная совесть прокурора
  23. Уголовно-процессуальное право Российской Федерации: учебник/ Отв.ред. Петрухин И. Л.,Михайловская И. Б., 2011, с. 49
  24. МИД: министры иностранных дел : тайная дипломатия Кремля, Леонид Михайлович Млечин — 2003, c. 238
  25. Уильям Ширер. Взлёт и падение Третьего рейха.— М., 1991: «Он специально изучал приёмы Андрея Вышинского, главного прокурора на московских процессах тридцатых годов, когда старые большевики и большинство высших генералов были признаны виновными в измене и уничтожены. „Фрейслер — это наш Вышинский“, — воскликнул Гитлер на упомянутом выше совещании».
  26. Савенков А. Н. Государство. Право. Институт: 95 лет истории в лицах // Государство и право. — 2020. — № 3.
  27. [https://www.usla.ru/university/istoriya/ Уральский государственный институт
  28. Головатий, 2006, с. 1309
  29. Нерсесянц, 1999, с. 653—654

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Андрей Януарьевич Вышинский. М., 1941 (Материалы к биобиблиографии трудов учёных СССР. Сер. права. Вып. 1)
  • Венгеров А. Законность, как её понимал А. Вышинский // Общественные науки. 1989. № 6;
  • Arlt R. A. J. Wyschinski // Staat und Recht. 1990. Jg. 39. H. 2;
  • Лошкарёв А. В., Третьякова Г. А. Политико-правовые воззрения А. Я. Вышинского // Вестник молодых учёных. Самара, 2002. № 1.
  • Головатий Сергій. Радянське право: ленінський інструменталізм і невідступна тінь «академіка» Вишинського на тлі догматів марксизму // Книга третя. Верховенство права. Український досвід (укр.). — Київ: Видавництво «Фенікс», 2006. — С. 1305—1324. — lvii—lxiv; 1277—1747 с. — ISBN 978-966-651-397-0. — ISBN 978-966-651-400-7, Книга III.
  • Нерсесянц В. С. Правопонимание советского времени // История политических и правовых учений. Учебник для вузов / Под общ. ред. члена-корреспондента РАН, доктора юридических наук, профессора В. С. Нерсесянца. — Изд. 2-е, стереотип. — М.: Издательская группа НОРМА—ИНФРА • М, 1999. — С. 641—656. — 756 с. — ISBN 5-89123-189-1. — ISBN 5-86225-633-1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алдан килеүсе:
Николай Челяпов
директор Института права АН СССР
1937—1941
Һуңынан килеүсе:
Илья Трайнин
Алдан килеүсе:
Евгений Пашуканис
(как редактор журнала «Советское государство»)
главный редактор журнала
«Советское государство и право»

1938—1950
Һуңынан килеүсе:
Фёдор Кожевников

Ҡалып:Постоянные представители СССР и Российской Федерации при ООН Ҡалып:Мининдел Ҡалып:Генеральные прокуроры СССР Ҡалып:Руководители МГУ