Эстәлеккә күсергә

Соколовский Василий Данилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Соколовский Василий Данилович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 9 (21) июль 1897[1][2][3][…]
Тыуған урыны Козлики[d], Белостокский уезд[d], Гродно губернаһы[d], Литовское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 май 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[4][1][2][…] (70 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[4]
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрө офицер, сәйәсмән, автор, полководец
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың ХХ съезы[d], КПСС-тың XXI съезы[d] һәм КПСС-тың XXII съезы[d]
Хәрби звание Советтар Союзы Маршалы
Командалыҡ иткән Западный фронт[d] һәм Группа советских войск в Германии[d]
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, Мәскәү өсөн ҡаты һуғыш[d] һәм Смоленское сражение[d]
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Соколовский Василий Данилович Викимилектә

Соколовкий Василий Данилович (бел. Васіль Сакалоўскі Данілавіч; 21 июль 1897 йыл — 10 май 1968 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы (1946). Советтар Союзы Геройы (1945). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (19521961).

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында — штаб начальнигы һәм фронттар командующийы. Һуғыштан һуң теоретик булараҡ билдәле, «Военная стратегия» хеҙмәте авторы.

Совет хәрби начальниктары И. Г. Захаркин һәм А. М. Прониндың ҡоҙаһы.

Йәшлеге һәм граждандар һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1897 йылдың 9 (21) июлендә Гродно губернаһы Белосток өйәҙенең (хәҙерге ваҡытта — Польшаның Подлякск воеводствоһы Белосток повяты) Козлики ауылында тыуа. Белорус[5].

Василий Соколовский. 1919 йыл

1905 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбен тамамлай һәм Заблудоволағы күн заводында эшләй башлай. Унда эшләгәндә үҙ аллы белем ала, һуңынан 1912 йылда — ике класлы уҡытыусылар мәктәбен, ә 1918 йылда Невельск уҡытыусылар семинарияһын тамамлай[6]. Семинарист булараҡ, Беренсе донъя һуғышына саҡырылмай, әммә 1915 йылда мобилизация буйынса бер нисә ай оборона рубежданын төҙөүҙә эшләй.

Ҡыҙыл Армияла хәрби хеҙмәттә 1918 йылдың февраленән, үҙ теләге менән уға тәүгеләрҙән булып инә. 1918 йылдың майында Мәскәү хәрби-инструктор курстарын үтә. Граждандар һуғышы ваҡытында Көнсығыш, Көньяҡ һәм Кавказ фронттарында һуғыша. Курстар тамамланғандан һуң ебәрелгән 2-се Урал полкына ебәрелә: 1918 йылдың майынан ротаһы командиры була, 1918 йылдың июненән — батальон штабы начальнигы һәм Лапатышкиндың ҡыҙыл гвардиясылар отряды инструкторы, 1918 йылдың июленән — ҡабат Совет тау полкының 2-се ротаһы командиры, августан — полк командиры ярҙамсыһы, 1918 йылдың сентябренән сентябренәң — полк командиры вазифаһын башҡара.

1918 йылдың октябренән 1918 йылдың июленә тиклем — РККА-ның Хәрби академияһы тыңлаусыһы. Курс тамамлағандан һуң, фронтҡа, 10-сы армия Реввоенсоветы ҡарамағына ебәрелә. 1919 йылдан — 32-се уҡсылар дивизияһы штабы начальнигының өлкән ярҙамсыһы һәм Көньяҡ фронтта ошо дивизияның ваҡытлыса бригада командиры. 1919 йылдың 19 июленән 7 авгусына тиклем — Көнсығыш фронттың 5-се армияһының Йыйылма кавалерия дивизияһы начальнигы. 1919 йылдың 6 — 16 октябренән 13-сө Себер кавалерия дивизияһы начальнигы[7].

  1. 1,0 1,1 Vasily Sokolovsky // SNAC (ингл.) — 2010.
  2. 2,0 2,1 Vasily Danilovich Sokolovsky // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  3. Wassili Danilowitsch Sokolowski // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. 4,0 4,1 Соколовский Василий Данилович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Маршал Василий Соколовский в проекте "Имя героя. Беларусь помнит": битвы за оборону Москвы и наступление на Берлин :: Главное :: Гродненская правда. grodnonews.by. Дата обращения: 31 май 2020.
  6. Петров Г. В. Невель, Л.: Лениздат, 1980. — 104 с., с. 16-17.
  7. rkka.ru. cavalry. Кавалерия гражданской войны. Командный состав кавалерийских соединений и объединений.
  • Чередниченко М. Маршал Советского Союза Василий Соколовский // Полководцы и военачальники Великой Отечественной. Вып. 1. — 2-е изд. — 1971. — С. 331—371. — 448 с. — (Жизнь замечательных людей). — 150 000 экз.
  • Соловьев Д. Ю. Все генералы Сталина. — М., 2019. — ISBN 9785532106444. — С.83—85.
  • Маршалы Советского Союза. Личные дела рассказывают / Институт военных и историко-патриотических исследований. — М.: Любимая книга, 1996. — 96 с. — ISBN 5-7656-0012-3.
  • Jacobs, Walter Darnell. “Sokolovsky’s” Strategy. // Military Review. — July 1963. — Vol. 43 — No. 7.
  • Маршал Василий Соколовский. — М.: Издательство Патриот, 2017. — 239 с. — ISBN 978-5-7030-1186-7.