Эстәлеккә күсергә

Революцион хәрби совет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Республика революцион хәрби советы, СССР революцион хәрби советы
реввоенсовет, РВС, РВСР, Р.В.С.Р., РВС СССР
РВСР эмблемаһы
Ғәмәлдә булған йылдары

2 сентябрь 1918 йыл20 июнь 1934 йыл

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, {{ {{{1}}} | размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} СССР

Составында

Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы

Тип

Хәрби идаралыҡ органдары

Функция

коллегиаль органы

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Граждандар һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

См. Рәйестәре

-
 Революцион хәрби совет Викимилектә

Республика революцион хәрби советы (РВСР, Р. В.С. Р.), реввоенсовет (РВС) — 1918—1934 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы (РККА) менән идара һәм сәйәси етәкселек итеү өсөн булдырылған юғары коллегиаль органы.

ВЦИК-тың 1918 йылдың 2 сентябрҙәге Совет республикаһының «хәрби лагерға» әйләндерелеүе тураһындағы Ҡарар нигеҙендә булдырылған.

Республика революцион хәрби советы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
СССР Реввоенсоветы ағзалары. Беренсе рәттә (һулдан уңға): И. Э. Якир, А. И. Егоров,С. С. Каменев, К. Е. Ворошилов, С. М. Буденный, М. К. Левандовский; икенсе рәттә (торалар): К. А. Авксентьевский, Б. М. Шапошников, И. П. Белов, И. П. Уборевич. 1927, декабрь.

Республика хәрби революцион советы (РВСР), 1923 йылдың 28 авгусынан — СССР-ҙың Реввоенсоветы, 1918 йылдың 6 сентябренән 1934 йылдың 20 июненә тиклем менән ил хәрби властарының юғары коллегиаль органы булып торған.

РВСР ағзалары РКП(б)-ның Үҙәк комитеты тарафынан билдәләнгән һәм уларҙы Совнарком раҫлаған. РВСР ағзаларының һаны үҙгәреүсән булған: уның составында рәйестән, уның урынбаҫарҙарҙарынан һәм Главкомдан тыш 2 — 13 кеше торған. РВСР ғәмәлдә булған осорҙа 52 кеше уның ағзаһы булған.

Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссары шул уҡ ваҡытта РВС-ҙың рәйесе лә булған. Уның функцияларына РКП(б)-ның хәрби төҙөлөшөндә дөрөҫ сәйәсәтте алып барыу өсөн тикшереү функцияһы индерелгән.

Рәйес урынбаҫарҙарының береһе (вазифа 1918 йылдың октябрендә булдырыла), РВСР-ҙың эштәр идаралығы һәм Всероглавштаб аша үҙәк һәм урындағы хәрби аппараты менән етәкселек итә, уның эшмәкәрлеген Баш командование эше менән көйләй, партия һәм хөкүмәт органдарында хәрби мәсьәләләр буйынса докладсы була; икенсе урынбаҫарҙың ҡарамағында (вазифа 1924 йылда булдырыла) ғәскәрҙәрҙең хәрби әҙерлеге мәсьәләләре инә.

Ҡыҙыл Армия менән идара һәм етәкселек итеүҙе РВСР уға буйһонған штабтары һәм идаралыҡтары аша үткәргән:

  • РВСР эштәр идаралығы
  • Республика Реввоенсоветының ялан штабы
  • Всероглавштаб
  • Хәрби комиссарҙарының Бөтә Рәсәй бюроһы (һуңынан Политотдел һәм РВСР-ҙың сәйәси идаралығы)
  • Юғары хәрби инспекцияһы
  • Үҙәк тәьмин итеү идаралығы
  • Диңгеҙ бүлеге
  • Хәрби-революцион трибунал
  • Хәрби-закондар сығарыу һәм башҡалар.

Үҙәк башҡарма комитеты һәм СССР-ҙың халыҡ комиссарҙары советының 1934 йылдың 20 июлендәге ҡарарына ярашлы СССР-ҙың Революцион-хәрби советы ғәмәлдән сығарыла.

РВСР-ҙың һәм СССР РВС-ның составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Лев Троцкий — РВСР-ҙың беренсе рәйесе, 1919 йыл.
  1. Троцкий Лев Давидович (6 сентябрь 1918 — 26 ғинуар 1925)
  2. Фрунзе Михаил Васильевич (26 ғинуар 1925 — 31 октябрь 1925)
  3. Ворошилов Климент Ефремович (6 ноябрь 1925 — 20 июнь 1934)

Рәйес урынбаҫарҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Склянский Маркович Эфраим (22 октябрь 1918—1924 йылдың 11 марты)
  2. Фрунзе Михаил Васильевич (11 март 1924—1925 йылдың 26 ғинуары)
  3. Уншлихт,Иосиф Станиславович (6 февраль 1925 — 2 июнь 1930)
  4. Лашевич Михаил Михайлович (6 ноябрь 1925 — 20 май1927)
  5. Каменев Сергей Сергеевич (20 июнь 1927 — 20 июнь 1934)
  6. Гамарник Ян Борисович (2 июнь 1930 — 20 июнь1934)
  7. Уборевич Иероним Петрович (2 июнь 1930 — 11 июнь1931)
  8. Тухачевский Михаил Николаевич (11 июнь 1931 — 20 июнь 1934)

Республика Ҡораллы Көстәре Главкомдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Вацетис Иоаким Иоакимович (6 сентябрь 1918 — 8 июль 1919)
  2. Каменев Сергей Сергеевич (8 июль 1919 — 28 апрель 1924)
  1. Кобозев Пётр Алексеевич (6 сентябрь 1918 — 27 апрель 1919)
  2. Мехоношин Константин Александрович (6 сентябрь 1918 — 8 июль 1919)
  3. Раскольников Фёдор Фёдорович (6 сентябрь 1918 — 27 декабрь 1918)
  4. Данишевский Карл Юлий Христианович (6 сентябрь 1918 — 27 апрель 1919)
  5. Смирнов Иван Никитич (6 сентябрь 1918 — 8 июль 1919)
  6. Розенгольц Аркадий Павлович (30 сентябрь 1918 — 8 июль 1919, 28 август 1923 — 10 декабрь 1924)
  7. Аралов Семен Иванович (30 сентябрь 1918 — 8 июль 1919)
  8. Юренев Константин Константинович (30 сентябрь 1918 — 8 июль 1919)
  9. Подвойский Николай Ильич (30 сентябрь 1918 — 8 июль 1919)
  10. Альтфатер Василий Михайлович (15 октябрь 1918 — 24 апрель 1919)
  11. Невский Владимир Иванович (30 сентябрь 1918 — 10 май 1919)
  12. Антонов-Овсеенко Владимир Александрович (30 сентябрь 1918 — 10 май 1919, 4 август 1922 — 5 февраль 1924)
  13. Смилга Ивар Тенисович (8 май 1919 — 24 март 1923)
  14. Рыков Алексей Иванович (8 июль 1919 — сентябрь 1919)
  15. Окулов Алексей Иванович (3 ғинуар 1919 — 8 июль 1919)
  16. Лебедев Павел Павлович (20 март 1923 — 2 февраль 1924)
  17. Курский Дмитрий Иванович (2 декабрь 1919 — 5 ғинуар 1921)
  18. Сталин Иосиф Виссарионович (8 октябрь 1918 — 8 июль 1919, 18 май 1920 — 1 апрель 1922)
  19. Гусев Сергей Иванович (21 июнь 1919 — 4 декабрь 1919, 18 май 1921 — 28 август 1923)
  20. Данилов Степан Степанович (28 август 1923 — 2 февраль 1924)
  21. Брюханов Николай Павлович (7 февраль 1923 — 28 август 1923)
  22. Фрунзе Михаил Васильевич (24 март 1923 — 11 март 1924)
  23. Будённый Семён Михайлович (28 август 1923 — 20 июнь 1934)
  24. Богуцкий Вацлав Антонович (28 август 1923 — 2 февраль 1924)
  25. Элиава Шалва Зурабович (28 август 1923 — 21 ноябрь 1925)
  26. Мясников Александр Федорович (28 август 1923 — 23 март 1925)
  27. Хидыр-Алиев Инагаджан (28 август 1923 — 21 ноябрь 1925)
  28. Везиров Гейдар Садык оглы (28 август 1923 — 2 февраль 1924)
  29. Уншлихт Иосиф Станиславович (28 август 1923 — 6 ноябрь 1925)
  30. Орджоникидзе Григорий Константинович (2 февраль 1924 — 26 февраль 1927)
  31. Каменев Сергей Сергеевич (28 апрель 1924 — 20 май 1927)
  32. Ворошилов  Климент Ефремович (2 февраль 1924 — 6 ноябрь 1925)
  33. Бубнов Андрей Сергеевич (2 февраль 1924 — 1 октябрь 1929)
  34. Лашевич Михаил Михайлович (2 февраль 1924 — 6 ноябрь 1925)
  35. Караев Али-Гейдар (2 февраль 1924 — 21 ноябрь 1925)
  36. Егоров Александр Ильич (10 май 1924 — 20 июнь 1934)
  37. Затонский Владимир Петрович (10 май 1924 — 21 ноябрь 1925)
  38. Асаткин Александр Николаевич (10 май 1924 — 3 декабрь 1924)
  39. Зоф Вячеслав Иванович (2 декабрь 1924 — 20 август 1926)
  40. Еремеев Константин Степанович (2 декабрь 1924 — 21 ноябрь 1925)
  41. Адамович Иосиф Александрович (3 декабря 1924 — 21 ноября 1925)
  42. Тухачевский Михаил Николаевич (7 февраля 1925 — 11 июня 1931)
  43. Баранов Пётр Ионович (21 март 1925 — 28 июнь 1931)
  44. Лукашин Сергей Лукьянович (26 май 1925 — 21 ноябрь 1925)
  45. Муклевич Ромуальд Адамович (20 август 1926 — 31 декабрь 1933)
  46. Постников Александр Михайлович (3 май 1927 — 1 август 1930)
  47. Гамарник Ян Борисович (11 октябрь 1929 — 2 июнь 1930)
  48. Якир Иона Эммануилович (3 июнь 1930 — 20 июль 1934)
  49. Уборевич Иероним Петрович (11 июнь 1931 — 20 июнь 1934)
  50. Орлов Владимир Митрофанович (20 июнь1931 — 20 июнь 1934)
  51. Алкснис-Астров Яков Иванович (20 июнь 1931 — 20 июнь 1934)
  52. Эйдеман Роберт Петрович (26 февраль 1932 — 20 июнь 1934)
  53. Халепский Иннокентий Андреевич (26 февраль 1932 — 20 июнь 1934)

Реввоенсовет янында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айырыуса мөһим йомоштар өсөн Реввоенсовет янында военспецтар торған:

  • Брусилов А. А., 1924 йылдан алып.

Ҡыҙыл армия берекмәләре һәм Флот Реввоенсоветтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Реввоенсоветтар (революцион хәрби советтар, РВС) — Ҡыҙыл армия берекмәләре һәм Флоты (фронт, армия, флот, флотилиялар, шулай уҡ ҡайһы бер ғәскәрҙәр төркөмдәре) менән хәрби-сәйәси етәкселек иткән юғары коллегиаль органдары, 1918—1921 (Алыҫ Көнсығышта — 1922 йылдың ноябренә тиклем, Себерҙә — 1923 йылдың ғинуарына тиклем, Көнбайыш фронтта — 1924 йылдың апреленә тиклем, Төркөстан фронтында — 1926 йылдың июненә тиклем).

Завеса участкаларының хәрби советтары РВС-тан алдараҡ ойошторолған булған.

1918 йылдың йәйендә, киң масштаблы Граждандар һуғышы башланыуы шарттарында, фронттар һәм армиялар төҙөлә башлай. Ошо уҡ ваҡытта ғәскәрҙәрҙәр менән идара итеү өсөн яңы орган барлыҡҡа килә — РВС. 1918 йылдың 13 июнендә РККА-ның Көнсығыш фронтында баш командующийы һәм 2 сәйәси комиссарҙан торған беренсе РВС барлыҡҡа килә.

1918 июнь — август айҙарында Көнсығыш фронттың 5 армияһы РВС-ы төҙөлә. 1 сентябрҙә армияларҙың РВС-тары наркомвоен Л. Д. Троцкий тарафынан раҫлана. Артабанғы айҙарҙа РВС-тар бөтә фронттарҙа, флоттарҙа, флотилияларҙа һәм бөтә яңы оойошторолған армияларҙа булдырыла.

РВС-тың эшмәкәрлеге фронт армиялары һәм фронт составына индерелеүе тураһындағы Положение (1918 йылдың 5 декабрендә РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары советы тарафынан раҫланған) һәм хәрби ваҡыттағы ғәскәрҙәрҙең ялан идаралығы тураһындағы Положение (1918 йылдың 5 декабрендә РВСР раҫланған) менән регламентлана.

РВС-тың составы даими булмай. Ғәҙәттә РВС командующийҙан һәм 2-4 кешенән торған (ҡайһы берҙә 7 кешенән), армия РВС-на командующий һәм 2-3 кеше ингән. Командующий үҙ аллы оператив һәм кадрҙар мәсьәләләрен хәл иткән, әммә уның директиваларына һәм бойороҡтарына РВС-тың бер ағзаһы ҡул ҡуйырға тейеш булған. Ғәскәрҙәрҙең хәрби хәрәкәттәре менән дөйөм идара итеүҙән тыш, РВС сәйәси бүлеге, ревовоентрибунал, хәрби контроле (контрразведка), тәьмин итеү органдары, фронт янындағы санитария хеҙмәте һәм гражданлыҡ идаралыҡ менән етәкселек иткән. Фронт РВС-ы, кәрәклек булғанда, командующийҙың күрһәтмәләренә ҡыҫыла алған һәм уны вазифаһынан ситләтеү хоҡуғына эйә булған. Фронттарҙың РВС-тары ағзалары, ҡағиҙә булараҡ, РКП (б)-ның Үҙәк комитеты ағзалары иҫәбенән тәғәйенләнгәндәр, РВСР тарафынан раҫланғандар. РВС-тар Совет органдарының хоҡуҡтарына эйә була. Дошмандан азат ителгән территорияларҙа РВС революцион комитеттарын (ревкомдар) булдырған.

«Р. В. С.» — шулай тип аталған тәүге совет яҙыусы Аркадий Гайдарҙың балалар өсөн әҫәре.

Ҡалып:Красная Армия в Гражданской войне